RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Анекдоттар

16.05.2014 Анекдоттар

– Табип әфәнде, – ти ауырыу, – мин, һеҙ әйткәнсә, көнөнә унышар тәмәке тарттым. Ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, тәүге көндәрҙә бик ауыр булды.
– Быға тиклем нисәне тарта инегеҙ һуң? – ти табип.
– Ғүмеремдә лә тартҡаным булманы...

* * *
Метрола ҡысҡырыу тауышы яңғырай:
– Ярҙам итегеҙ! Улымдың тамағына тимер аҡса тығылды!
Халыҡ араһынан йыуан кәүҙәле ханым килеп сыға ла малайҙы елкәһенән тотоп ныҡ итеп һелкә. Баланың ауыҙынан аҡса сығып оса, ул тын ала башлай.
Баланың әсәһе ихтирам менән:
– Бик ҙур рәхмәт! Һеҙ “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләйһегеҙҙер, моғайын? – ти.
– Юҡ, – ти ҡатын, – мин һалым йыйыусы.

* * *
Атаһы – уҡыусы улына:
– Мәктәптә уҡыуҙар нисек бара?
– Шәп. Бишенсе синыф менән килешеү тағы бер йылға оҙайтылды.

* * *
– Нисек уйлайһың, ул ризалашасаҡмы?
– Бындай тәҡдимдән баш тартыр өсөн тома наҙан булырға кәрәк.
– Бына шуның өсөн дә, риза булмаҫтыр, тип уйлайым шул.

* * *
Ҡәйнәһе килененә ҡунаҡҡа килә. Бармағы менән телевизор, комод, шкаф өҫтөнән туҙанды һыпыра ла, килененә күрһәтеп: “Ниндәй әйтем бар әле?
Килене, оҙаҡ уйлап тормайынса:
– Свинья везде грязь найдет, – тип ҡуя.

* * *
Төркиә ҡысҡыра: “Ҡыҙынырға, ял итергә килегеҙ!”
Париж: “Фотоға төшөргә рәхим итегеҙ!” – тип саҡыра.
Ә эш хаҡы: “Фантазер, бәшмәк йыйырға бар!” – ти.

* * *
Һыуытҡысҡа Воркутанан һәм Магадандан алып ҡайтылған магниттар ғына йәбешеп торғанын күргән ҡараҡтар, бесәйҙе ашатып, хужаларҙан ҡалған бысраҡ һауыт-һабаны йыуып сығып киткән.

* * *
Тыңлай белеү – шәп нәмә, әммә тыңлай белгән һымаҡ ҡыланыу инде – ул оло талант.

* * *
Аш-һыу бүлмәһендәге тәртип­һеҙлекте, бысраҡты уның ене һөймәй торғайны. Шуның өсөн дә һәр ваҡыт ҡунаҡ бүлмәһендә ашаны.

* * *
Буласаҡ ҡәйнәгеҙ һеҙгә ярарға тырыша икән, тимәк, уның ҡыҙының нимәһелер тәртиптә түгел.

* * *
Бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған һауыт-һаба рәсәйҙәр араһында хуплау тапманы. Сөнки ике-өс тапҡыр йыуыуға эшлектән сыға.



* *
«Балконда тәмәке тартһам, мин бер ваҡытта ла төпсөгөн аҫҡа ырғытмайым. Ни өсөн тигәндә, ул осоп берәйһенең тәҙрәһенә инер ҙә, янғын сығыр, газ шартлар, кешеләр үлер, тикшереү эштәре башланыр һәм мин ғәйепле икәнде аңларҙар, төрмәгә ултыртырҙар, телевизорҙан күрһәтерҙәр ҙә, ата-әсәйем күреп, тартҡанымды белер, тип ҡурҡам».










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)