RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һәр саҡ алдымда тауҙай эш торған һымаҡ

21.03.2014 һәр саҡ алдымда тауҙай эш торған һымаҡ

һәр саҡ алдымда  тауҙай эш торған һымаҡМәктәп йылдарынан уҡ фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләймәновтың исеме «Башҡорт халыҡ ижады» китаптары аша ла, бөрйәндәрҙең танылған шәхесе булараҡ та миңә таныш ине. Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килгәс, хөрмәтле профессорҙа уҡыу бәхете тейҙе. Ул беҙҙе фольклор буйынса уҡытты. Уйсан ҡарашынан етдилеге күренеп торһа ла, ябайлығы, баҫалҡылығы йөҙөнә яғылған уҡытыусының студенттар менән дуҫтарса мөнәсәбәте, һөйләү оҫталығы күңелебеҙгә ятты. Ул лекцияларҙы шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй, беҙ хатта ситкә боролоп ҡарарға ла ҡыймай, онотолоп китеп һөйләгәндәрен тыңлай торғайныҡ. Халыҡ хәтерендәге байлыҡтарҙы, фольклорҙың фәлсәфәүи донъяһын ул беҙҙең зиһендәребеҙгә лә һала белде, ауыҙ-тел ижады табыштарын йыйырға беҙҙе лә йәлеп итте.

Филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, фольклорсы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы СӨЛӘЙМӘНОВ ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Түбәндәге әңгәмәбеҙ – юбилярҙың үҙе менән.

– Әхмәт Мөхәмәтвәлиевич, математика уҡытыусыһы булған бер туған ағайығыҙ Зәки, апайығыҙ Бибикамал – сәсән телле кешеләр. Моғайын, телгә булған һөйөү, яҙыу­ға һәләт ғаиләгеҙҙән киләлер…

– Шулай тип әйтһәң дә була. Атайым Мөхәмәтвәли сәсән затлы булған, әсәйем Нурикамал был тәңгәлдә унан ҡалышмағандыр. Нимә ҡыҙыҡ, нимә күрәләр – таҡмағын сығарып әйтеп китер булғандар. Әсәйем: “Бер ваҡыт эшкә китеп барһаҡ, тау башындағы сабынлыҡта Зәкир ағай, атайыңдың ҡайнағаһы, ҡолас ташлап, бесән сабып йөрөй. Ҡатыны уға тәмәке тоҡандырырға торомбаш тотоп килә ята. Атайың:
“Зәкир ағай бесән саба,
Тумарлыҡта яланбаш.
Мәүҙиғаһы тотоп тора
Тәмәкегә торомбаш”, –
тип, уларҙы мәрәкәләп китте”, – тип һөйләгәйне.

Әсәйем менән атайҙы, мәжлес­тәр­ҙә таҡмаҡ менән әйтеш ҡора торғайнылар, тип хәтерләй ололар. Бибикамал апайым да, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, таҡмаҡ, бәйет сығарыр ҙа йөрөр ине. Колхоз рәйесенә лә, бригадирға ла, башҡаларға ла. Армияла сағымда миңә яҙған хаттары ла шиғри телдә ине, ҡағыҙҙа бер генә буш урын да ҡалмай торғайны. Хәл-әхүәл һорашып, үҙенекен хәбәр иткәндән һуң таҡмағын яҙып ҡуя. Бер ваҡыт уны йәй көнө лә биҙрә төбөндә ҡалған һыу төндә туңмалы Уралтау тигән ҡырыҫ урындағы фермаға үгеҙ менән бесән ташырға ебәрҙеләр. Ул йылды апайым тәүге иренән айырылғайны. Уның менән шул ауыр эштә шундай уҡ яҙмышҡа дусар ителгән Сәхипъямал тигән ҡәрҙәшебеҙ эшләгән. Апайым әсәйемә:
“Урал! Урал!” – тиһәләр ҙә,
“Урал!” – тимәҫтәй булдым.
Урал тигән ерҙәренә
Ҡабат килмәҫтәй булдым”, –
тип, зарлы хат яҙып ебәргән. Ул хатҡа ҡаршы әсәйем:
“Урал ере – һыҙғырыҡ ел
Бесән ташыусыларға.
Урал ере наука ул
Йәрен ташлаусыларға”, –
тип хат яҙҙыртҡаны хәтерҙә. Аҙаҡ апайым: “Ул хатты алғас, ни иларға, ни көлөргә белмәнек”, – ти торғайны.

1924 йылғы Мөхәмәткилде тигән фронтовик ағайымдың 1946 – 1968 йылдарҙа район гәзитендә йә таҡмағы, йә шиғыры, очеркы, хикәйәһе, йә үҙе яҙып алған фольклор материалы баҫылып торҙо. Һуғыштан алда ул Сермән педучилищеһында уҡый биргән. Унда Сәғит Агиштың дәрестәрен тыңлаған. Сумаҙанында акварель буяуҙары, дәфтәр-дәфтәр шиғырҙары, бәйеттәре ята торғайны. Шиғыр дәфтәрҙәре күп булды. Ике туған Әхтәм ағайым һуғышта немецтар ҡулына эләгә. Яуап ала алмағас, фашистар уны яндырып үлтерә. Шиғри хисле ағайым уға арнап поэмамы, бәйетме яҙа. Поэма-бәйет булғандыр инде, әсәйем менән апайым шуны уҡып, илап ултыра торғайны.

Мөхәмәткилде ағайым Сәғит Агиш, Шәриф Бикҡол, муса Ғәли менән хатлашып торҙо. Мин унан күп нәмәгә өйрәндем. Хатта уның кеүек оҙон сәс ебәрҙем. Лозунгылар ҙа яҙа инем. Ул гел йөрөгән ерендә фольклор йыйҙы. Байназар ауылында һуғыш мәлендә ҙур-ҙур ике детдом асылғайны. Ағай пионервожатый булып эшләне. Йыл һайын йәй әйберҙәрен атҡа тейәп алалар ҙа, үҙҙәре йәйәүләп, 1-cе детдомда тәрбиәләнеүселәр Мөхәмәткилде ағайым етәкселегендә ауылдар буйлап турпоходҡа сығып китә. Шунда фольклор ҙа йыялар. Мин беренсе тапҡыр “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосын ағайымдың яҙмаһынан уҡыным. Мөхәмәтзәки ағайым – математик. Әммә шиғриәткә мөкиббән киткән кеше. Теләгән ваҡытта Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов ише яратҡан шағирҙарының шиғырын ятҡа һөйләй ала. Үҙе – өс шиғыр китабы авторы. Шундай ижади ғаиләлә үҫеүҙең бер хикмәте булғандыр инде. Ауыҙ-тел ижадына иғтибарым шунда тыуғандыр, моғайын. Бәләкәйҙәр бит ағайҙарына оҡшар­ға тырыша. Алтынсы синыфтан, ағайыма оҡшарға тырышып, көндәлек алып бара башланым.

Минең бәхеттән, 9 – 10-сы синыф­та әҙәбиәттән уҡытырға данлыҡлы сәсән затлы Ҡоломбәтова апай менән немец теленән уҡытырға уның ире – танылған журналист Айҙар ағай Буранғолов килде. Икәүләшеп улар әҙәби кисәләр үткәрә башланы. Гәзиттә йә “Әҙәби Башҡор­тостан” журналында Айҙар ағайыбыҙҙың мәҡәләләре сығыуы беҙҙә һоҡланыу тыуҙырҙы, уға хөрмәт уятты. Айҙар ағай бер мәл:
– Уҡырға ҡайҙа бараһың? – тип һораны.
– Рәссам булғым килә, – тинем. Минең һүрәт төшөрөү менән мауығыуым уҡытыусыма мәғлүм ине.
– Ахти, Өфөләге техникумда ундай бүлекте япҡандар бит әле, – тине.

Мәктәптә уҡығанда, башҡорт телен, әҙәбиәтен яратҡан, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларына битараф булмаған уҡытыусыларҙан белем алыуым да бөгөнгө һөнәремә этәргес биргәндер тип уйлайым.

– Һөнәр һайлау ваҡыты килеп еткәс, филология йүнәлеше буйынса китеү уйығыҙҙа ла булмаған, ауыл хужалығын һайлағанһығыҙ. Юлы­ғыҙ­ҙа осраған кәртәләр һеҙҙең файҙаға ғына булған. Яҙмыш барыһын да үҙе тәғәйенләй, тигән фекергә ҡарашығыҙ нисек?

– Минең бөтә хыял, хатта 10-сы синыфҡа бармай, тракторсыға уҡыр­ға китеү ине. Атайһыҙ үҫкән малайҙың хыялы – уны алмаштырған әсәйгә хеҙмәт итеү, утын, бесән әҙерләү, икмәк табыу. Тракторсылар икмәк ашай башланы ул ваҡытта. Уҡыуымды ташлаған ерҙән өлгөргәнлек аттестаты алыуға өлгәшеүемә мәктәбебеҙ урынлашҡан Бай­назар ауылында китапханасы булып эшләгән Мөхәмәткилде ағайым сәбәпсе булды. Бер көндө ул мине алып ҡайтып китте.
Унды бөткәс, Кушнаренкоға киттем, йәнәһе, тракторсылар курсы ҡасмаҫ әле. Ундағы ауыл хужалығы техникумы кемде әҙерләгәнен дә белмәйем. Барҙым, күрҙем, кире ҡайттым: уҡырға инә алманым. Тыуғандан алып колхозсы булғас ни, ҡайттым да төрлө эшкә егелдем. Шулай ҙа ауыл хужалығы буйынса тағы бер ынтылышым булды. Тик үҙ инициативам буйынса түгел. 1958 йылдың ҡышында бөтә Союз буйынса беренсе булып Башҡор­тостан ауыл хужалығы институты эргәһендә асылған әҙерлек курсына, йүнәлтмә тоттороп, уҡырға ебәрҙеләр. Беҙ Бөрйәндән дүрт кеше барҙыҡ. Һуңғы имтиханымды һуңға ҡалып биргәйнем, уҡытыусы ҡағыҙға теркәргә онотҡан да ҡуйған. Һәр хәлдә, миңә шулай тип аңлаттылар. Шул арала армияға китергә ваҡыт етте.

1961 йылда мәктәптәрҙе 11 йыллыҡҡа күсерҙеләр. Шул йылды урта мәктәптә сығарылыш булмаҫын иҫәпкә алып, КПСС Үҙәк Комите­тының беренсе секретары Н. Хру­щев армияла ла әҙерлек курстары астырҙы. Былай ҙа, буш ваҡыт булдымы, китапхананан сыҡмай торғайным. Күктән теләгәнде Хаҡ Тәғәлә ерҙән бирҙе. Әҙерлек курсы миңә бик килеште. Унда тарихтан уҡытҡан Клара тигән татар апай: “Мин һине тарихсы итеп күргем килә. Шуға күндерәсәкмен”, – тип, бик ныҡ өгөтләгәйне лә, журналист булғым килде. Ул саҡта Төркостан хәрби округының “Фрунзовец”, дивизияның “Танкист” гәзиттәрендә мәҡәләләрем сыҡҡылай ине. Шуны иҫәпкә алыпмы, әллә минең хаҡта өйҙәрендә лә һүҙ булдымы, Клара апайыбыҙҙың ире, полкыбыҙҙың замполиты, майор Макаров мине Львовтағы хәрби-сәйәси училищеға барырға ҡоҙалай башланы. Мин Урал дәүләт университетына журналистика буйынса инеп ҡараясағымды, хәрби булырға теләмәүемде әйттем. Ғәмәлдә иһә Мөхәмәтзәки ағайымдың кәңәше менән БДУ-ның филология факультетына имтихан тоттом. Башҡорт-рус бүлегенә килһәм, ни күрәм – бөтә стажлылар ҡуҙғалған. Бер урын­ға – ете кеше.

Беренсе курсты бөткәс, Архангел районына фольклор экспедицияһына алып барған Марат Минһажет­динов мине күҙенә эләктергән. Ғүмеренең ахырынаса кәңәш биреп, фольклорға ныҡлап ылыҡтырҙы. Диплом эшемә ғилми етәксе булды. Икенсе курстан мине һәм тағы өс курсташымды, индивидуаль уҡыу планына күсереп, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре менән фольклор экспедицияһына ебәреү идеяһының да инициаторы ул булды. Үкенескәме, ҡыуанысҡамы, был план үҙгәрҙе. Мине етәксе итеп тәғәйенләп, беҙҙе бер айға Әбйәлилгә ебәрҙеләр. Студентҡа командировка өсөн аҡса әҙ бирелә. Шуны иҫәпкә алып, ректорыбыҙ Х. Чанбарисовтың бойороғо менән беҙгә ассистент тип документ яҙҙылар. Ғәжәп хәл бит. Хәҙер күптәр, фән кандидаты булып та, ассистент булып йөрөй. Беҙ иһә ни бары икенсе курсты бөткән егеттәр генә.
Әбйәлил фольклорға шул тиклем бай төбәк булып сыҡты. Халыҡ ауыҙ- тел ижадын теләп яҙҙырҙы. Баҫыуҙа ла, ырҙын табағында ла эштең ҡайнап торған мәле. Шулай булһа ла, кешеләр эшенән туҡтап, беҙгә олатай-өләсәйҙәренән отоп алып ҡалған риүәйәт, әкиәттәр­ҙе һөйләне, йыр, таҡмаҡтарҙы яҙ­ҙыр­ҙы.
Иң ҙур асышыбыҙ Шәфиҡ сәсән ижады булды. Ҡыр­ҙас ауылы Аб­дул­ла апала (бында ла, Бөрйәндәге һы­маҡ, атай, әсәйҙән өлкән ирҙәрҙе шу­лай атап йөрөтәләр) хатта уның автографына ла юлыҡтыҡ. Билал ауылы (хәҙерге Бай­маҡ районы) хәҙрәтенең вафаты айҡанлы үҙ ҡулы менән яҙған мәрҫиә аҫтына, ҡыя тартып, Шәфиҡ Әминев-Тамъяни, тип имза һуҡҡайны. “Шәфиҡ сәсән” тигән һүҙҙе ишетмәнек. Кем уның шиғыр, бәйет, ҡобайырҙарын яҙҙыра, барыһы ла уны ҙур ололоҡлау менән тик “Шафиҡ мулла” тип кенә атай ине. Дәһрилек осоро булғас, “мулла” тигәненән шикләнеп, уның әҫәрҙәрен һаҡлыҡ менән генә яҙып алдыҡ.
Етәксе булғас ни, экспедицияның табыштары хаҡында кафедрала отчет тоттом. Кафедра ағзалары Хәнифә Зиннәтуллина (мөдир), доценттар Әмир Чаныш, Бәһиә Мәғәсүмова һәм Марат Минһажет­динов: “Сөләймәновтың был отчетын курс эше тип раҫларға”, – тип ҡарар сығарҙы.

1966 йылдың көҙөндә “Башҡорт халыҡ ижады” буйынса дәреслек төҙөргә булып киттеләр. Профессор Кирәй Мәргән (етәксе), доцент Марат Минһажетдинов, тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Салауат Галиндан торған авторҙар коллективына бишенсе курс студенты Биктимер Шәрипов менән дүртенселә уҡыған мине лә индерҙеләр. Миңә легендалар бүлеген бирҙеләр. “Ошо тема буйынса диплом эше яҙырһың да, дәреслеккә шуны индерербеҙ”, – тинеләр. Ни сәбәптәндер дәреслек килеп сыҡманы. Ә минең диплом эшем Кирәй Мәргән һәм Марат Минһажетдиновтың тырышлығы ме­нән, үҙем ауылда уҡытып ятҡанымда, 1969 йылда “Башҡорт легендалары” исеме аҫтында башҡорт халыҡ ижады буйынса тәүге уҡыу ҡулланмаһы рәүешендә донъя күрҙе.

1972 йылда мине БДУ-ға башҡорт әҙәбиәтенән өлкән уҡытыусы итеп эшкә саҡырғайнылар. Уҡыу йылы тамамланғас, фольклор экспедицияһын тағы Әбйәлил яҡтарына ойоштороу форсаты тейҙе. Тағы ла уны мин етәкләнем. Тағы ла Шәфиҡ Тамъяни әҫәрҙәре менән осраштыҡ. Ҡайтҡас, уларҙы кафедрабыҙҙа әҙерләнгән “Әҙәбиәт. Мираҫ. Фольклор” тигән китапҡа индерҙек. Шулай итеп, уның ижадының бер өлөшө беренсе тапҡыр ташҡа баҫылды.

– Һеҙ әүҙем йәмәғәтсе лә, 2002 – 2006 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән етәкселек иттегеҙ. Бөгөн йәмәғәт ойошмаларында уйландыдырлыҡ күренештәр бара. Беҙгә берҙәм булырға нимә етмәй?

– Зарланалар ҙа зарланалар. Беҙгә ойошоу, берҙәмлек етмәй. Тормош бер урында тормай, быуындар алмашына. Улар араһында ҡаршылыҡтар ҙа тыуа. Яңы быуын – яманаты сыҡҡан “перестройка”, “реформа”, хәҙер инде “оптимизация” һ.б. “зациялар” заманы быуыны. Уның фекерләүе беҙҙең быуындыҡына тап килеп бөтмәй. Быларҙы иҫәпкә алыусы юҡ. Беҙ һаман да 90-сы йылдар стереотибында эшләйбеҙ.

– Фольклор – халыҡ аҡылы. Хәҙер этник культураға иғтибар ҙур тип әйтеп буламы?

– Әле генә фольклорсы Гөлнур Хөсәйенова менән Рәсәй фольклорсыларының III конгресында булып ҡайттыҡ. Секциялар күп булды. Донъя, ил күләмендә фольклорға иғтибар ғәйәт ҙур. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла магистранттар өсөн этнофольклористика программаһы әҙерләнек. Кафедрабыҙ янында “Этнофольклористика һәм халыҡ ижады” лабораторияһы астыҡ. Фольклор нигеҙендә лә төрлө йүнәлештәр бар. Этнология, этнография ла фольклорға бәйле. Хәҙер беҙҙә этнофольклористика, этнолингвофольклористика буйынса эшләүселәр күренә башланы. Этно­фольклористика өлкәһендә юридик белемлеләр ҙә бар.

– Һеҙҙең балаларығыҙ ҙа фән юлынан киткән. Ҡыҙҙарығыҙҙың икеһе лә фән кандидаты, улығыҙ республикала билдәле рәссам, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. Ғаилә­геҙҙә, моғайын, һеҙҙең йоғонто көслөрәк булғандыр…

– Быны мин интерьер тәрбиәһе тип әйтер инем. Ә ғалим фатирының интерьеры нимәнән ғибәрәт? Ул – китапхана. Минең ҡыҙыҡһыныу­ҙарым балаларыма ла күскәненә ҡыуанам. Оло ҡыҙым Ләйсән мәктәптә 3 – 4-се кластарҙа уҡығанында мин төҙөйәсәк том өсөн туплаған көләмәстәрҙе машинкала баҫып бирҙе. Андреев тигән ғалимдың әкиәттәрҙең сюжет типтары күрһәткесен (ул тотош китап!) ғаиләбеҙ менән ҡулдан күсерҙек. Шул эштәр­ҙең һөҙөмтәһе булғандыр, 20-се мәктәптең күренекле башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлкәй Сәлмәно­в­наның: “Аптырайым мин Ләйсәнгә. Вуз бөткәндәрҙең күптәре башҡот телендә дөрөҫ яҙа белмәй. Ләйсән­дең яҙмаһында хата юҡ”, – тигәне хәтерҙә. Ҡыҙым үҙе иһә: “Мин ҡағиҙәләрҙе белмәйемсе ул”, – ти торғайны. Хикмәт күсереп яҙыуҙа.
балаларым бәләкәйҙән ғилем мөхитендә тәрбиәләнде. Шул бик тә һөҙөмтәле булды. Оло ҡыҙым Ләйсәндең кандидатлыҡ диссертацияһы фольклорға бәйле ине, хәҙер ул философия фәндәре кандидаты. БДУ-ла уҡыта, кафедра мөдире. Әҙәбиәтсе булһа ла, Нәркәстең дә тикшеренеү өлкәһе фольклорға бәйле. Ул – филология фәндәре кандидаты. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Рәссам һөнәрен һайлаған улым Жәлилдең картиналарында фольклор мотивы ныҡ ярылып ята. Уның “Урал батыр” эпосы буйынса һүрәттәр серияһы бар. Әсәләре Флүрә Ғөбәйт ҡыҙы ла әҙәбиәт менән фольклорҙы яҡшы белә ине. Балаларҙы үҫтереп, эйәле-башлы итеп, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнә генә башлағанында, үкенескә күрә, баҡыйлыҡҡа күсте…
Балаларым миңә ярҙам итеп, үҙҙәренә лә зауыҡ алды, улар менән мине, ҡан берлегенән тыш, рухи уртаҡлыҡ та бәйләй. Ғаиләлә атай-әсәй балаларына баштан уҡ ниндәй­ҙер йүнәлеш бирергә тейеш. Әлбиттә, бының менән бергә туған телде белеүҙе лә оноторға ярамай. Беҙҙең ҡайһы бер яҙыусыларыбыҙҙың, ғалим-ғаләмәләребеҙҙең ба­лаларының аталары яҙған китаптарҙы ла уҡый алмауы аяныслы.

– Һеҙ ғалим ғына түгел, журналистикала әүҙем эшләйһегеҙ, радио-телевидениенан йыш сығыш яһай­һығыҙ, телевидениела байтаҡ йылдар “Сәсән” рубрикаһын алып барҙығыҙ. Ҡайҙан барыһына ла ваҡыт табаһығыҙ?

– Яҙышыуым – күңел талабым, ул фекерләргә, камиллашырға ярҙам ғына итә. Ғилми очерктарым, ижади портреттарым – үҙем хөрмәт иткән, республикала фиҙакәр хеҙмәттәре менән таныл­ған шәхестәр.

Һеҙ әйткәнсә, Юлай Ғәйнетдиновтың “Хазина” тапшырыуында “Сәсән” рубрикаһын алып барҙым. Геройҙарымдың күбеһе хәҙер фани донъяла юҡ инде. Радиола, телевидениела тапшырыуҙар алып барғанда, бигерәк тә эфирға туранан-тура сыҡҡанда, телмәремде ныҡ күҙәтергә тура килә ине. Тура эфирҙа алған күнекмә студенттарға лекция уҡығанда ныҡ ярҙам итә. Гәзит-журналдарға яҙышыуым да шундай уҡ әһәмиәткә эйә. “Филологтың янында һәр ваҡыт ҡағыҙ менән ҡәләм булырға тейеш, – тим студенттарыма. – Фекер ҡапыл килеп, ҡапыл онотолорға ярата. Аҙаҡҡа ҡалдырмай, шунда уҡ ҡағыҙға теркәй һалырға өйрәнергә кәрәк. Ә инде мәҡәләме, курс эшеме, диплом эше яҙаһығыҙмы, күләмде сикләмәгеҙ. Бөтә фекерегеҙҙе лә, бәйләнешле итеп, аҡ ҡағыҙға теркәй барығыҙ. Оҙон яҙыл­ғанды ҡыҫҡартыуы еңел, ҡыҫҡаны киңәйтеү ауыр эш”.

– Әхмәт Мөхәмәтвәлиевич, 80-де ваҡлайһығыҙ, әммә һеҙгә был йәште һис тә бирмәҫһең…

– Амин! Тфү, тфү! Күҙегеҙ теймәһен! Йәштән сәләмәт тормош алып барырға тырыштым. Беҙҙең ғаиләлә тартҡан, эскән кеше булманы. Ғөмүмән, был мәсьәләлә сама саманан үтмәҫкә тейеш, тип беләм.

Йүгереү, минеңсә – хаҡһыҙ дарыу. Хәҙер 40 йыллап барҙыр инде, мин һәр көн иртән йүгерәм. Элегерәк саңғыла йөрөнөм, коньки менән дә мауыҡтым. Ашап-эсеү нисек кәрәк, минең өсөн иртәнге йүгереү һәм гимнастика ла шулай. Былар менән көн дә шөғөлләнмәһәм, үҙемде ауырыу кеше кеүек тоям. Башҡалар өсөн дә фәһемле булыр, бер ваҡиғаны һөйләйем әле. Билдән тотһа, ҡыбырлап та булмай. Стенаға тотоноп ҡына йөрөргә тура килә. Табиптар, хроник радикулит, тине. Кем ниндәй кәңәш бирә, барыһын да үҙемдә һынап ҡараным. Билгә ҡамыр ҙа бәйләнем, мунсала кесерткән менән дә сабындым, ҡорттан да саҡтырҙым, йылытып та ҡараным – ваҡытлыса ғына тын алырға ирек бирә лә, ауыртыу яңынан башлана. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бүлек мөдире сағымда Өфө ғилми үҙәгенең Халфин атлы йәш кенә неврологы: “Әхмәт ағай, мануалсыларға, физкабинетҡа бөгөндән башлап йөрөмә. Әйҙә, гимнастика ярҙамында эш итеп ҡарайыҡ”, – тине лә, шунда уҡ өҫтәленә һуҙып һалып, бер күнекмә күрһәтте. Бәхетемдән, ҡулыма “Ҡытайҙың йөҙ күнекмәһе” тигән китап килеп юлыҡты. Шунан, үҙемә яраҡлаштырып, күнекмәләр комплексы һайлап алдым да, ошоғаса көн дә шуны мотлаҡ атҡарам. Аллаға шөкөр, физкабинетты ла, мануалсыларҙы ла оноттом.

Күнек­мәләрҙе эшләү принцибы ябай ғына. Үҙең белгәндәре лә ярай. Тик улар­ҙың барыһын да яйлап ҡына, кирелә-һуҙыла ғына эшләү шарт. Күнек­мәләр турникта бауланып тороу, таҫтамалмы, нимә, шуның менән уралған уҡлауға арҡа менән ятып, уны тәгәрәргә мәжбүр итәм. Малай саҡта уйынға күнмәгәндәр­ҙе, аяҡ-ҡулынан тотоп, арҡыры һалын­ған дүрт-биш таяҡ өҫтөнә һалып, теге яҡҡа, был яҡҡа йөрөтә инек. Уны “Дығырға һалыу” тип әйтә торғайныҡ. Уҡлау өҫтөндә тәгәрәү шуны хәтерләтә. Хәҙер уҡлау урынына Крас­ноусол санаторийында сыҡҡан минераль һыуҙың шыма һауытын файҙаланам. Бының өсөн уны ҡыры-тиңе итеп һыу менән тултырам. Урап тораһы ла юҡ.

– Бойомға ашмаған хыялдарығыҙ булдымы?

– Булды, әлбиттә. Кемдең үкенестәре булмай? Мөхәмәтзәки ағайым Темәс педагогия училищеһын тамамланы. Ниңә миңә, һин дә уҡырға шунда бар, тип әйтмәгәндер инде. Мин һүрәт төшөрөргә әүәҫ инем, гармун да тызҡылдатҡылай торғайным, мандолина сирткеләгән дә бар ине. Педучилищела бындай башланғыстар­ҙы үҫтереү мөмкинлеге бар икәнен аҙаҡ ҡына белдем. Педучилище бөткән кеше әҙер граждан була. Яуаплы­лыҡты ла яҡшы тоя, кеше менән дә эшләй белә. Уларҙың белем багажы ла бай, һөнәрҙәре лә күп, бар нәмәгә лә яуаплы ҡарай. Вузда уҡытҡанда ла, практика ваҡытында ла, фольклор экспедицияларында ла шундай белемгә эйә булғандар миңә таяныс булды. Экспедицияла саҡта курс­ты 4 – 5 кешенән торған төркөмдәргә бүлгеләргә тура килә. Кемде етәксе итергә, тип аптырап та тормай­һың, педучилище бөткәндәрҙән тәғәйенләйһең дә, ебәрәһең.

Икенсе хыялым рәссам булыу ине. Әйткәнемсә, ул да тормошҡа ашманы. Ике үкенесемде лә улым ғәмәлгә ашырыуын күреп ҡыуанам. Өфөләге 20-се мәктәптә (хәҙер ул Фатима Мостафина исемендәге гимназия тип атала) һиге­ҙенсене тамамлағас та, уны 2-се педагогия училищеһына уҡырға бир­ҙем. Шулай итеп, ул педагог һәм уҡытыу­сы булыуға өлгәште. Бөгөн Жәлил Өфө сән­ғәт училищеһында уҡыта, үҙе рәссамдар әҙерләй, Баш­ҡортостан рәс­самдар союзы рәйесе урынбаҫары.

– Һеҙ бөгөн аҡһаҡал йәшендә. Ғүмер көҙөндәге кешенең күңел төпкөлөндә ниндәй уйҙар йәшеренгән?

– Атайым менән Мөхәмәткилде ағайым – 44 йәшендә, әсәйем 68 йәшендә вафат булды. Мин уларҙың йәшен уҙҙым, уларҙың йәшәлмәгән йәшен йәшәргә тейешмен, тип теләйем Хоҙай Тәғәләнән. Ауылдан күптән сығып китһәм дә, һаман да үҙемде ауыл кешеһе тип иҫәпләйем. Әле бары оҙайлы командировкала йөрөйөм кеүек. Ауыл һауаһын һуламаһам, ауыл сәйе эсмәһәм, мин – мин түгел. Тыуған ауылым Нәбиҙә үҙем был донъяла тәүге ауазымды биргән, атайһырап үткән бала сағым иҫтәлеге булған нигеҙемдә өйөм бар. Шунда ҡайтып, туғандарым, бергә уйнап үҫкән дуҫтарым, ауылдаштарым менән күрешмәһәм, һөйләшмәһәм, күңелем булмай. Һәләттәре булып та, мөмкинлектәренән түбән эшләгән таныштарым, дуҫтарым өсөн көйөнәм, тырыштарҙың ҡаҙаныштарына һөйөнәм. Башҡаларҙың данына көнләшмәйем. Кемдәрҙер юлды ҡыйырға маташһа, зыян итергә тырышһа ла, артыҡ бошонмайым. Кенә ҡыумайым. Ярар, был да минең барлығымды белә, үҙенсә иғтибар итә бит әле, тим.

Хыялһыҙ кеше булмай. Кешене хыял итеү маһирлығы кеше иткән, был донъя­ла йәшәргә көс-ҡеүәт биргән. Эшеңдең тейешле яҡтан ыңғай баһа алыуы ла шундай уҡ ҡеүәгә эйә. Был тәңгәлдә берәүгә лә үпкәм юҡ. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, республиканың маҡтаулы исемдәренә, федерациябыҙҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән исеменә лайыҡ булыуымды, Ҡурған, Кемерово өлкәләренең шөһрәтле бүләктәрен ана шундайҙар иҫәбенә индерәм. Аттың аты үргә ҡарай ауыр йөк тартҡанында, һыҙғырып та, һоп-һоп, тип тә ҡеүәтләһәң, көсө өҫтәлгәндәй күреп, йөгөн елтерәтеп тартып, үрҙе менеп етә. Шулай булғас, кешегә ни һан.

Хәл ҡәҙәренсә, ваҡытты тығыҙларға, уны зауыҡһыҙ, бушҡа үткәрмәҫкә тырышам. Минең өсөн һәр саҡ алдымда тауҙай эш торған һымаҡ. Бөтәһен дә атҡарыу өсөн, бәлки, ике, өс ғүмер ҙә етмәҫ кеүек тойола. Шулай ҙа үҙем ярат­ҡан, халҡыма, киләсәк быуындар өсөн кәрәк шөғөл менән мәшғүл булыуым миңә көс-ҡеүәт тә, илһам да бирә.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)