RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Мөғжизә булып ҡал!»

21.03.2014 «Мөғжизә булып ҡал!»

Рәхмәтлемен

Был донъяла бөтәһенән
Өҫтөн торған нәмә бар.
Береһе – иман, икенсеһен
Белә ғашиҡ булғандар.

Сур торбаһы һурһа ла
Күңелем тарафтарын,
Һүнмәне һөйөү ҡояшым,
Һынманы ҡанаттарым.

Фани донъя тарлыҡтары
Ситлекме һуң хыялға?!
Рәхмәтлемен Аллаһыға,
Рәхмәтлемен һин барға!


Салауат

Минме инде дан йырлаусы
шағир?
Һинме инде быға ныҡ мохтаж?
Тик шулай ҙа хөрмәт
йырым тыуа.
Тимәк, йәшәй, йәшәй ихтыяж.

Башҡортостан тигән
йәмле илем
Иҫән еткән икән бөгөнгә,
Бының өсөн халҡын әйҙәп
барған
Салауаттың ҡаны түгелгән.

Бөгөн, ана, күршем ейәненә
Исем биреп ҡайтты – Салауат!
Ошо исем бер рух әләме,
Һәм дә дошмандарға ғазауат.

Тарихыбыҙ тере, һулҡылдай ул
Һинең данда, үлмәҫ йырыңда.
Һыҙланғайның, халҡым
яҙмышы, тип,
Хәҙер үҙең халҡың гербында.

Заһит МӨРСӘЕВ.
Ҡариҙел районы,
Ҡариҙел ауылы.

Айыҡ тормош

Районыбыҙ – Әбйәлил,
Ауылыбыҙ – дәртле Ҡырҙас.
Ихлас, дәртләнеп йәшәрбеҙ,
Айыҡ тормошто ҡорғас.

Ҡырҙас һыуы һай булһа ла,
Аяҡ сисеп кисәйек.
Ауылыбыҙҙың йәмен һаҡлап,
Эсмәйенсә йәшәйек.

Һәр бер килгән байрамды
Бергәләп үткәрәйек.
Айыҡ ауыл исеменә
Ҡара тап төшөрмәйек.

Йәшел йылан
сәсә ағыуын

Яңы бешкән икмәктән дә
артыҡ
Күрәләр бит яуыз шешәне.
Ҡарап тороуҙары ла ерәнес
Сәсе туҙып йөрөгән әсәгә.

Ауыр саҡта араҡыға түгел,
Бер телем икмәккә тилмерҙек.
Барын ашап-кейҙек, риза
булдыҡ,
Юҡлыҡтың да ҡәҙерен белдек.

Төшөнкөлөккә һис
бирелмәнек,
Күңелебеҙҙе асып йәшәнек.
Ерҙә ҡалып туңған картуфты ла,
Крахмал тип, ҙурлап ашаныҡ.

Икмәк бар бит хәҙер, бөтәһе
бар,
Шөкөр итеп кенә ашаһаҡ,
Ошо иркен, матур
тормошобоҙҙоң
Ҡәҙерен генә белеп йәшәһәк.

Мәфтуха МУСИНА.
Әбйәлил районы,
Ҡырҙас ауылы.

Йыр

Йыр йырлайым, моңом етмәй
Ихлас итеп, матур йырларға.
Дәртем булһа, дарман етмәй,
Сит-ят ерҙә йыр ҙа юғала.

Ҡыуанысым – әлдә ҡурайым
бар
Биҙәр өсөн күңел түрҙәрен.
Атай-бабайҙарҙан ҡалған
мираҫ,
Яулай һәр саҡ бөйөк үрҙәрен.

Их... Гармун көйҙәренә
йырлаһаң ине,
Йәшлек ҡайтҡан төҫлө
яңынан.
Оҙон көйгә йырлап тағы ла
Үткем килә Ағиҙел буйынан.

Мендәрем

Бер мендәрем генә белә –
Ниндәй татлы төштәр
күрәмен.
Бер мендәрем генә белә
Ниндәй уйҙар миңә килгәнен.

Тәрән уйға ҡалып ҡайсаҡ,
Татлы йоҡоларға сумамын,
Төштәремдә юлға сығамын
да,
Ҡайтыу яҡтарына еләмен.

Баштарыма ҡайғы төшкән
саҡта,
Күҙ йәштәрем аҡҡанда,
Ғәзиз башым мендәремә
һалып,
Онотолам ҡыйын саҡтарҙа.

Аҡ мендәрем минең
баш аҫтында,
Йәнәшәлә хәләл ефетем.
Маҡсаттарым ныҡлы.
Яҙмышымда,
Киләсәктә минең өмөтөм.

Даларис ИМЕЛБАЕВ.
Ялта ҡалаһы.

Юғары түбәнлек

Һинең күңел – сымдар менән
Уратылған йәннәттер.
Унда эләккән ҡоштарҙы
Ҡуям ҡайсаҡ йәлләп тә.

Бер саҡ мин дә, шулар төҫлө,
Ихласлыҡ, тип йән атып,
Ҡаҙалдым сәнскеләреңә,
Йөрәгемде ҡанатып.

Баҡһаң, ул йәннәт тигәнем
Мираж булған ни бары.
Ни мәғәнә түбән торғас,
Һүҙең булып юғары?..

Мөғжизә булып ҡал!
Зәңгәр күлдәгем кейеп,
Иңгә көйәнтәм элеп,
Һыу алырға төшкәндә
Ник осраның, эй, егет?

Аҡбуҙатыңды һөйөп,
Биҙрәләрең буш, тиеп,
Йөрәгемде семтеп алдың,
Шаяртҡан булып, көлөп.

Тултырып мөлдөрәмә,
Һыу алам биҙ(е)рәмә.
Үткер ҡараштарыңдан
Юҡ бит һис түҙер әмәл.

Улай ҡарама, зинһар,
Балдағыма һин күҙ һал –
Яңғыҙ түгелмен... Шуға
Мөғжизә булып һин ҡал!

Минең ҡараламам

Был тормошом – ҡаралама;
Аҡҡа күсереп булһа,
Их, барлыҡ йәшәр ғүмерем
Тик аҡтан ғына торһа...

Булмай шул... Хата...
Төҙәтеү...
Тағы яңылыш, хәйерһеҙ!
Аҡлы-ҡаралы тормошта
"Ике"һеҙ "биш" – ҡәҙерһеҙ...

Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-
ИҘЕЛБАЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Хеҙмәттә бәхет

Көрсөк заманы килде, тип,
Иҫең китмәһен бер ҙә.
Эштән ҡурҡмаған кешегә
Эш табыла һәр ерҙә.

Тырыш кеше әмәлен белә,
Барыһын да таба юҡ ерҙән.
Бай һәм хөрмәтле булыу ул
Хеҙмәт һәм эш һөйөүҙән.

Юҡ нәмә донъяла юҡ ул,
Кәрәк ныҡлы тырышлыҡ.
Ялҡау кеше – бәхетһеҙ кеше,
Балама бирмәһен оҡшашлыҡ.

Баланың уңғанлығы бит
Ата-әсәнең емеше.
Тамыр япраҡҡа төҫ бирә,
Хеҙмәт – тормош емеше.

Йәшлегем ауыр үтһә лә,
Шөкөр итәм Хоҙайға.
Бөтмәҫлек рәхмәт уҡыйым
Әсәй менән атайға.

Тырышып эшкә өйрәткән,
Янғыҙ малай, тимәгән.
Буласаҡ бәхетемде лә
Эшһөйәрлектә күргән.
Иблис

Элек шүрәле булған, тиҙәр,
Беҙҙә лә бар бер әбей.
Остан-осҡа, өйҙән-өйгә
Ғәйбәт ташып тик йөрөй.

Ғәйбәт кенәме һуң әле?!
Киҙеүҙе лә тарата.
Күҙе ҡалай осло икән –
Юҡты күреп аптырата.

Ул ҡайтҡас, ҡуйын күршеләр
Үсләшеп талашалар.
Ерле юҡтан ғауға сыға,
Бит тырнап һуғышалар.

Ошо ғәйбәт арҡаһында
Аралар буталыша.
Ерле юҡтан күңел ҡала,
Ғаиләләр тарҡалыша.

Пенсияһы мул, арт ҡараулы,
Әбейгә ни етмәйҙер?!
Бына ошондай тәүфиҡһыҙҙы,
Убыр әбейе, тиҙәрҙер.

Яман күрһә, күрһен әйҙә,
Бәлки, ҡарғаныр ҙа ул.
Әйҙәгеҙ, тыйып ҡарайыҡ,
Бәлки, тыйылыр ҙа ул.

Ишмөхәмәт РАМАЗАНОВ.
Учалы районы,
Оҙонгүл ауылы.

Һиңә ҡайтам

Һиңә ҡайтам ап-аҡ ҡарҙар
ярып,
Бурандарҙа, һалҡын
ҡыштарҙа.
Дауылдарға ҡанатымды
йәйәм,
Тиңләшәм мин осҡан
ҡоштарға.

Һиңә ҡайтам, зәңгәр боҙҙар
ватып,
Тулҡын ҡағып йылға ташына.
Йөрәк ярһыуҙарым,
һағыныуҙарым
Яҙғы ташҡындарға ҡушыла.

һиңә ҡайтам, йәшен-ямғыр
алып,
Сәхрәләргә сыҡ һин,
баҫыуға.
Тәүге күкрәүҙәрҙе бер
тойорһоң,
Һағыш унда бик тиҙ баҫыла.

Һиңә ҡайтам, һары көҙ еткәс
тә,
Беҙ йөрөрбөҙ япраҡ туйына.
Сабырлана ла бел
һағынғанда,
Алыҫ юлға ҡоштар йыйына.

Үткәндәргә генә ҡайтыр юл
юҡ,
Барып булмай аттар
уйнатып,
Һөйгән йәрем, тыуған ерем,
һиңә
Ҡайтырмын мин таңдар
уятып.

Иҙел аҡсарлағы

Көмөш тәңкәләрен һибеп,
тулҡын
Йүгерә-йүгерә уйнай
Иҙелдә.
Иҙел аҡсарлағы булып
остоң,
Күтәрелдең күңел күгенә.

Ҡанат йәйҙең яҡты
хыялымда,
Күтәрелдең бейек, юғары.
Минең кеүек йәнен фиҙа
ҡылған,
Өҙөлөп һөйгән кешең юҡ
әле.

Иҙел ярҙарына ҡарайым да,
Бергә йөрөгән юлдар
күренә.
Ғишыҡ дауылдары
ташлағандыр,
Яңғыҙ төштөм уйҙар күленә.

Аҡҡан һыуҙарҙың да сиге
була,
Етеп булмай уйҙың сигенә.
Аҡсарлаҡтар булып
күңелемдә
Ҡанат ҡағынаһың һин генә.

Тәүге күкрәү

Баш осонан уҙҙы яҙғы
күкрәү,
һиҫкәндереп мине тетрәтте.
Бөтә шикте, бөтә шомдо
ҡыуып,
Ҡыйыулыҡҡа шул саҡ
өйрәтте.

Уйһыулыҡтар тулҡынланып
ята,
Уймаҡланып уйнар ҡар һыуы.
Көслө ташҡындарға
ҡушылып аҡты
Елкендергән күңел ярһыуы.

Ваҡ-төйәге, шөбһәләрҙән
арынып,
Уйҙарымдан инде бушанам.
Буй еткереп килгән ҡыҙ
шикелле,
Яҙмыштарға мин дә
ышанам.

Бәғеремде телгән
борсоуҙарға,
Иң һуңғыһы булһын,
сик ҡуям.
Был яҙҙарым урап ҡайтты
кеүек,
Йәшлек күкрәүҙәрен мин
тоям.

Фәрит СУФИЯРОВ.
Яңауыл районы.

Балам тауышы

Һарыларға һабыштыра
Йонсоу көҙҙәр һағышы.
Шул саҡ ҡотҡара баламдың,
Әсәй, тигән тауышы.
Шомлоҡ баҫһа күңелемде,
Дөрләй йөрәк ҡағышы.
Шул саҡ ҡотҡара баламдың,
Әсәй, тигән тауышы.
Илһам ҡошо ташлап китһә,
Китһә күңел моңдашы,
Шул саҡ ҡотҡара баламдың,
Әсәй, тигән тауышы.

Йондоҙло күңел

Һеҙгә, тиеп, күңелемдән,
Һыуҙар алдым сүмесләп.
Барып етә һалайым тип,
Бөттөм хатта түккесләп.
Ерҙән түгел, күктән осам,
Сүместән һыу түгелде.
Бар йыһанға нурҙар бөркөп,
Йондоҙ булып һибелде.
Йондоҙҙарҙың күплегенән
Яңғыҙ ай ҙа көнләшер.
Теләк теләгәндә йондоҙ
Күктән атылып төшөр.
Һалҡын ҡышта ла туңмаҫ ул,
Күңел булмаҫ һалҡын боҙ.
Бары күктә ем-ем итеп
Балҡыр тик яҡты йондоҙ.

Мин бәхетле

Был тормоштоң шундай ҡунағы
мин,
Бәхеткенәм күккә уйылған.
Хоҙай биргән ерҙә барыһынан,
Риза булып, шуға туйылған.
Күп кәрәкмәй миңә
фанилыҡтан –
Нәфсе тигәндәрем тыйылған.
Ҙур булмаған кескәй өйөмә
Барлыҡ туғандарым йыйылған.
Мин бәхетле. Хатта
күҙҙәремдә
Шул бәхеттән нурҙар
ҡойолған.
Әле генә хыялымда булған
Әсә бәхетен дә тойолған.
Ауыр саҡта асыуҙарым булһа,
Улар инде күптән юйылған.
Йән дуҫыма тамсы шигем юҡ,
Ул шиктәргә биктәр ҡуйылған.

Римма МЫРҘИНА.
Баймаҡ районы,
Һәмән ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)