RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » НУР КӨСӨН АҢЛАЙ

14.03.2014 НУР КӨСӨН АҢЛАЙ

НУР КӨСӨН АҢЛАЙ Йәш ғалим... Уҡытыусы... Ша­ғир... «Аҙмы ни ундайҙар», – тиер ҡайһы берәү. Килешәм, бер юлы бер нисә өлкәлә үҙен һынап ҡарағандар әллә күпме, әлбиттә. Шулай ҙа һәр яҡлап камиллыҡҡа ынтылғандар һи­рәктер. Ә бына Айнур Фәнис улы Үтәев – бөтә ҡылыҡ-фиғеле, йәшәйеше менән башҡаларға өлгө булырға ынтылыу­сы ир-аттарҙың береһе.

Хәйер, бөтәһе лә бала саҡтан, ғаиләнән башлана. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, ти халыҡ. Тәүге китабында автор үҙе шулай тип яҙа: «Мин Ауырғазы районының иң гүзәл төбәге – Үтәймулла ауылында, атай-әсәйемде ҡыуандырып, бишенсе бала булып донъяға килгәнмен. Атайым ғүмере буйы мәктәптә уҡытыусы, ә әсәйем һатыу­сы булып эшләне». Ҙур ғаиләләр­ҙә, ғәҙәттә, балалар бер-береһенә иғтибарлы һәм ихтирамлы булып үҫә. Айнурҙа ла шундай һыҙаттар бар. Туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөүҙе лә ғаиләлә уятҡандар.
Шиғырҙарҙы ул бәләкәйҙән – бишенсе синыфтан яҙа башлай. Стәрлетамаҡтағы 2-се лицей-интернатҡа килгәс, әҙәби ижад менән ҡыҙыҡһыныуы тағы ла көсәйә. Шул йылдарҙа гәзит-журнал биттәрендә баҫылған шиғыр, мәҡәләләре йәш үҫмергә илһам, дәрт өҫтәй. Лицей-интернаттағы «Аҡйондоҙ» әҙәби-ижад түңәрәге етәксеһе Әҡсән Насретдин улы Хәлилов кеүек уҡытыусыларҙың ҙур ышаныс-өмөт бағлауы Айнурҙы ҡанатландыра, артабанғы яҙмышын хәл итә. Әле уҡыусы көйө генә ул 2001 йылда Яңауылда үткән йәш шағирҙар семинарында көсөн һынап ҡарай, Бәләбәй ҡалаһында «Илһам шишмәләре – 2002» төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты була. Шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ типографияһында «Йөрәк ташҡыны» тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
Студент ваҡытында «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад түңәрәгендә (ул ваҡытта түңәрәк етәксеһе – филология фәндәре кандидаты, доцент Рәйсә Хәким ҡыҙы Илешева) әүҙем шөғөлләнеү һүҙ сәнғәтенең серҙәрен тағы ла тәрәнерәк асыр­ға ярҙам итә. Һөҙөмтәлә 2007 йылда «Китап» нәшриәтенең «Йәштәр тауышы» серияһында Айнур Үтәевтың «Аҡ төндәр» китабы донъя күрә.
Йәш шағирҙың лирик геройы тормоштоң кире яҡтарына үҙ баһаһын бирә, ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө, рухи бөтөнлөктө эҙләй. Китаптың «Аҡ төндәр» тип аталыуы ла юҡҡа түгел.
Яҡты көндәр артыҡ
ял(ы)ҡтырған:
Аҡыл – батша, тәртип түрә.
Аҡ төндәремдә йырҙар тыуа,
Бында йөрәк хөкөм һөрә.
Был юлдар ижад һәм илһам хаҡында ғына түгел. Йәшәйе­шебеҙҙең асылы тик ҡаты тәртиптән, һалҡын һәм ҡоро аҡылдан ғына торһа, нимә булыр? Уйлап ҡараһаң, уларҙың икеһе лә йөрәк ауазы, ысын хис-тойғолар менән гармонияға ингәндә генә балҡый бит донъябыҙ!
Автор ябай тормош күренештәрендә лә мәғәнә эҙләй, йәшерен серҙәрҙе асырға ынтыла:
Тулҡын, ярға бәреләһең,
Бер үләһең… тереләһең:
Ҡөҙрәтле лә, ғорур ҙа һин.
Тик таш йөрәк ҡаялар
Һинең уйың аңламаҫ…
Фекер үҙенсәлеклегенә һәм тығыҙлығына ынтылыу, уйҙар сылбырын ҡыҫҡараҡ төйнәү, форма өлкәһендәге эҙләнеүҙәр – автор­ҙың уңыш нигеҙҙәре. «Океан», «Башҡорт ҡаны», «Үрҙәргә өлгәшеү сере», «Табырҙар…» кеүек шиғырҙары быға миҫал. Уларҙың лирик геройы заман ваҡиғаларын йөрәге аша үткәрә, әсенә, һыҙлана һәм уҡыусыны уйландыра.
Әҙәби ижад менән бергә ғилми хеҙмәттәр яҙыу, төрлө кимәлдәге конференцияларҙа ҡатнашыу, йәш кенә килеш фән кандидаты дәрәжәһен алыу... Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтме был? Тәбиғәт биргәнде лә күптәр файҙалана белмәй. Ә бына Айнур Фәнис улы кеүектәр ул талантты артабан үҫтерә, камиллаштыра һәм ныҡышмалы рәүештә алға ҡарап атлай.
Уның төп ғилми хеҙмәте – «Хәҙерге башҡорт шиғриәтенең лирик геройы» монографияһы (Стәрлетамаҡ, 2012). Китап, әй­тер­һең дә, быуат менән быуатты, ике мең йыллыҡты бер сылбырға тоташтырып ҡуйған кеүек. Уҡыусы унда бөгөнгө заман шиғриәтенең асылы тураһында, герой концепцияһының бирелеше буйынса өр-яңы мәғлүмәттәрҙе таба ала. Автор монографияның инешендә үк, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырып: «Беҙ, тәү сиратта, хәҙерге баш­ҡорт шиғриәтенең йөҙөн билдәләүсе, ғөмүмән, әҙәбиәттә танылыу тапҡан профессиональ шағирҙар ижадына мөрәжәғәт иттек, сөнки тап улар башҡорт шиғриәтенең үҫешен билдәләй, әҙәби кимәлен күтәрә, баһаһын арттыра. Икенсенән, ижадының күтәрелеше, үҫеше, нығыныуы беҙ өйрәнгән осорға (1990 – 2010) тура килгән, сағыштырмаса йәшерәк бы­уын авторҙарының әҫәрҙәре лә иғтибар үҙәгендә булды», – тип билдәләп үтә.
Филология фәндәре кандидаты, доцент Айнур Фәнис улы Үтәев бөгөн БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт филологияһы факультеты деканының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Эш барышында уға ниндәй генә мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килмәй: сессия, студенттарҙың стипендияһы, уҡыу пландарының торошо, дәрестәр теҙмәһе... Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эше өйгә ҡайта. Ә бит эштән һуң көн дә әсәһенә шылтыратып, хәлен белешергә лә, ҡатыны Илһөйәр менән ғаилә мәшәҡәттәрен хәл итергә лә, бәләкәй ҡыҙы Әминәне ҡарашырға ла кәрәк. Эйе, бына ул беҙҙең замандашыбыҙ – етди ғалим, оҫта ойоштороусы, студенттарҙың яратҡан остазы, заман ауырлыҡтарын йөрәге аша үткәреүсе шағир, һөйөклө ир һәм атай.
Уның «Йылмайыу» тигән шиғыры шулай тамамлана:
Хәҙер саҡ аңланым сәбәбен:
Донъялар йылмаймай ни өсөн?
Тәүҙә һин йылмайып баҡ уға –
Шунан һуң аңларһың нур көсөн!
Айнур Фәнис улы кеүек донъяға яратып баҡҡан, ышаныслы аҙымдар менән киләсәккә атлаған йәш замандаштарыбыҙ күберәк бул­һын ине.

Луиза КИРӘЕВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)