RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илаһыбыҙ, рәхмәт инде

27.12.2013 Илаһыбыҙ, рәхмәт инде

Илаһыбыҙ, рәхмәт инде

Урал тигән еребеҙгә
Фәрештәләр ҡағылған.
Илбаҫарҙар, ҡомағайҙар
Ҡаяларға һуғылған.

Ирәмәлем – ир әмәле,
Гүйә ерҙең кендеге.
Изге тауға артылғанда
Күренә кемдең кемлеге.

Янғантауым – шифалы тау,
Ҡорғаҙағым – тылсым һыу.
Йәннәттәрҙе күрәм тиһәң,
Был төйәктә йәнә тыу.

Ағиҙелем йәйә түлем,
Мәңге һуғара ерем.
Нәҫелемде дауам итә
Ғүмергә һөйгән йәрем.

Илаһыбыҙ, рәхмәт инде,
Уралыбыҙ йәшәтәң.
Тере һыуҙарыңды бөркөп,
Башҡортомдо йәшәртәң.

Уйнаһа моңло ҡурайым,
Осһалар бал ҡорттары,
Ал сәскәләр кеүек атыр
Киләсәктең таңдары.

Ҡала күренеше

Эй наҙлы яҙ, хуш еҫле яҙ,
Еребеҙгә йәмен яҡҡан.
Алмағастар күпереп тә,
Күмелеп тә сәскә атҡан.

Бар йән хайран шау сәскәгә,
Күңел килә иләҫ-миләҫ.
Хистәр ташып, моң урғыла,
Нескәлеген һис кем белмәҫ.

Тереләһең, тилерәһең,
Аҡ нурҙарға күмеләһең.
Фәрештәләй ҡанатланып,
Нәфислеккә биләнәһең.

Эй ҡара көҙ, ҡараңғы көҙ,
Тирә-йүнгә һағыш һалған.
Өфөбөҙҙә алмағастар
Йәнәшенә “йәмен” ҡойған.

Йомро ғына алмаҡайҙар
Ерҙә ята ҡыҙарышып.
Бер кемгә лә кәрәкмәгәс,
Бөтөр улар буҙарышып.

Ҡала, ҡала... Уйға һала...
Зинһар өсөн, йөрәккәйем,
Ул ҡәҙәре ныҡ тулама...

Кем булыр?

Һуйыл тотҡан малай,
Ярһып, бар көсөнә,
Эй һелтәнә киҫкен,
Шашып, эй киҙәнә.
Уҡтала ла һуға,
Яманлығын ҡыла:
Япраҡтарҙы өҙә,
Үләндәрҙе төйә,
Сәскәләрҙе иҙә...
Кем булыр был бала?..

Һабаҡ алған малай,
Һалып бөтә наҙын,
Күңел көйөн бөркә,
Һибә йәйғор нурын.
Баға ла донъяға,
Ҡала уға хайран:
Япраҡтарҙы ҡоса,
Үләндәрҙе һөйә,
Сәскәләрҙе үбә...
Кеше булыр бала!

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)