RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡҡан һыуҙар

20.09.2013 Аҡҡан һыуҙар

* * *
– "Дамский вальс!" – тип иғлан итте Ғәбделварис руссалап. Ҡыҙҙар тартынышып, бер ситкәрәк һырылды. Ләкин шул саҡ улар араһынан Фәриҙә ҡыйыу ғына атлап килеп сыҡты һәм: "Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар!" – тип туп-тура егеттәр төркөмөнә ҡарай китте. Йәштәр барыһы ла тынып ҡалды. Биттәре еңелсә ал­һыу­ланған Фәриҙә, бер аҙ тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, Хәйҙәр янына килде һәм уны бейергә алып төштө. Башҡа йәштәр еңелсә генә үҙ-ара геүләшеп алғандан һуң яйлап ҡына, парлашып-парлашып вальс бейеүенә төшә башланы.
Бейеү ваҡытында бер-береһенә ҡарашып һөйөнөп туя алмай бөтә донъяһын онотҡан Хәйҙәр менән Фәриҙә яҡын тирәлә башҡалар ҙа бар икәнен тойманы ла тиерлек. Ике ғишыҡ, әле яҡшылап танышып та алмаған булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәне-тәне менән бер-береһенә ныҡ яҡын ине. Хәйҙәр ҙә, Фәриҙә лә ошоғаса бер ваҡытта ла шундай сәйер һәм ифрат көслө тойғо кисергәндәре юҡ ине. Йә Раббым, ошо ике йәш йөрәк араһында ҡабынған мөхәббәттең һис керһеҙ һәм мәңгелек булыуын насип ҡылһаң ине...
"Дамский вальс" тамамланғас, башҡа бейеүҙәр башланды. Бер аҙҙан Ғәбделварис гармунын тарта-тарта Хәйҙәр янына килде:
– Хәйҙәр ағай, мә, уйна әле, мин арып киттем, – тине. Хәйҙәр, нишләптер, башындағы фуражкаһын сисеп, Ғәбделваристың башына кейҙерҙе лә, гармунды ҡулына алды. Тәүҙә уның телдәре буйлатып бармаҡтарын йөрөтөп сыҡты. Ысынлап та, гармунды ныҡ һағынған. Бер аҙ көй һайлап алғандан һуң бик матур итеп бейеү көйҙәрен һыҙҙыра башланы. Уның уйнаған көйөнә аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре бейеүгә алып төшә һымаҡ...
Төнгө сәғәт икеләр тирәһендә уйын тамамланды. Йәштәр әкренләп таралыша башланы. Ҡайһылары өйҙәренә ҡарай йүнәлде, ә ҡайһы берәүҙәр парлашып, йылға буйына китте. Йәйге төн шундай тын. Бер-береһенә һыйынышып барған йәштәрҙе аяҙ күктәге йондоҙҙар, бер аҙ көнләшкәндәй булып, йымылдашып оҙатып ҡала. Ошондай йәмле төндә Хәйҙәр, әлбиттә, Фәриҙәһе менән ине. Элегерәк ҡыҙға ниндәйҙер өмөт бағлап йөрөгән егеттәрҙең проблемалары бөгөн бик еңел генә хәл ителде. Егеттәр башҡаса Фәриҙә тирәһенә барманы. Фәриҙә Хәйҙәрҙеке икәне барыһы өсөн дә көн кеүек асыҡ ине. Шулай уҡ Хәйҙәр өсөн эстән генә янып йөрөгән бер-ике ҡыҙ ҙа ошо кисәнән һуң был егеттән бөтөнләйгә төңөлдө...
Клубтан сыҡҡас та улар ауыл ситендәге һирәк ҡайынлыҡҡа табан юлланды. Ҡыҙҙың биленән ҡыҫа биреп, мөмкин тиклем уға һырынып барырға тырышты Хәйҙәр. Фәриҙә лә быға ҡаршылашманы. Тулған ай яҡтыһында уларҙы үҙенең күләгәһе аҫтына йәшерергә йәтешләнеп, саҡырып торғандай, башҡа ағастарҙан айырымыраҡ үҫкән йыуан ҡайын төбөнә еткәс, Хәйҙәр ҡыҙға кинәт кенә боролоп, уны ике ҡуллап ҡосаҡлап алды. Ҡыҙ был юлы ла ҡаршылашманы. Ә инде ирендәренә егеттең ирендәре килеп терәлгәс, йылы ер өҫтөнә төшкән ҡар бөртөгөләй бөтөнләйгә иреп төштө.
Бер аҙ ваҡыттан Фәриҙә егеттең ҡосағынан ысҡынырға нисектер үҙендә көс табып, Хәйҙәрҙе еңелсә генә этәреп ебәрҙе.
– Тәүге танышыу көнө өсөн унһыҙ ҙа күп артыҡлыҡ ебәрҙек, Хәйҙәр, һиңә шулай тойолмаймы? – тине ҡыҙ, йыш-йыш тын алып.
– Бәлки, шулайҙыр ҙа, – тине Хәйҙәр ҙә, тыны бөткәндәй. Ҡыҙҙы ҡосағынан ысҡындырғыһы килмәй, дауам итте. – Әммә, үҙең әйтмешләй, “тәүге көн”дөң берәй нормаһы бармы икән ул һәм, әгәр булһа, ҡайҙа яҙылған? Коммунизм төҙөүсенең мораль кодексында ла ундай нәмә күргәнем юҡ, училищела ла өйрәтмәнеләр...
– Ә һин – шаянһың, – тине ҡыҙ, йылмайып.
– Әһә, шулаймы... Алайһа, мин бик етди ҙә була алам... – тип, Хәйҙәр етеҙ генә хәрәкәттәр менән ҡыҙҙы яңынан һығып ҡосаҡлап алды һәм уның ирендәренән ныҡ итеп һурып үпте...
Ай нурында бар нәмә күкһел төҫтә күренгән ҙур аҡланда оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөнөләр. Гүйә уларҙың һәр хәрәкәтен күҙәтеп, һәр бер әйткән һүҙен тыңлап, был ғишыҡтарға бер аҙ көнләшкәндәй ҙә булып, аяҙ күктә тулған ай уларҙы оҙата барҙы. Таң яҡынлаша башлағанда бер аҙ һалҡынсараҡ. Хәйҙәр кителен сисеп, Фәриҙәнең иңбашына һалды.
– Училищены тамамлағас, һине ҡайҙа тәғәйенләнеләр? – тип һораны Фәриҙә.
– Урта Азия хәрби округына, – тине Хәйҙәр. – Ә ниндәй ҡалаға икәне билдәһеҙ. Ул турала барғас округ штабында әйтәсәктәр.
– һауала осоп йөрөүе ҡурҡыныс түгелме? – тине ҡыҙ, шаяртып.
– Ә һин кешеләргә укол яһарға ҡурҡмайһыңмы? – тип һорау менән яуап бирҙе уға Хәйҙәр. Икәүләшеп көлөшөп алдылар.
– Миңә хат яҙып торорһоңмо? – тине Фәриҙә бер аҙҙан.
– Ә ниңә хат яҙырға ти? – тине Хәйҙәр. – Мин һине кәләш итеп алам да, хеҙмәт иткән еремә алып китәм, әгәр үҙең риза булһаң. Хәрби госпиталдәргә лә фельдшерҙар кәрәк. Теләһәң, эшкә лә урынлашырһың.
– Белмәйем шул, – тине Фәриҙә.
– Ниңә белмәйһең? – тине Хәйҙәр. – Минең әсәй менән атай, килен алып кит, ти. Әсәйем хатта һинең турала ла әйтә биреп ҡуйҙы.
– Әллә инде, – тине Фәриҙә. – Һинең әсәйең менән атайың яҡшы кешеләр ҙә ул, мин уларҙы беләм. Ә бына минең атай... Ҡыҙ тынып ҡалды.
– Нимә – һинең атай?
– Бәлки, һиңә бик тә сәйер тойолоуы ихтимал, Хәйҙәр, ә шулай ҙа, минең атайым элек-электән хәрби кешене йәне-тәне менән күрә алмай. Үҙе армияла ла хеҙмәт итмәгән, хатта хәрби фильмдарҙы ла ҡарамай. Ғәскәри кешене күрһә, ышанаһыңмы-юҡмы, "тфү" тип төкөрөнә башлай. Уның ана шул ҡылығы өсөн мин бала саҡтан башҡаларҙан уңайһыҙланып йәшәйем. Уның атаһы, йәғни минең ҡартатайым ни өсөндөр уны Совет Армияһына ҡарата күралмаусанлыҡ рухында тәрбиәләгән. Бәлки, ҡартатайымдың ҡасандыр нахаҡҡа репрессияға эләгеп, оҙаҡ йылдар Себер лагерҙарында йөрөүе быға сәбәпсе булғандыр...
Фәриҙә, моңһоуланып, Хәйҙәрҙең күҙҙәренә ҡараны. Әле генә ҡыҙарып ҡалҡып килгән ҡояш яҡтыһына ҡыҙҙың һылыу йөҙө тағы ла матурыраҡ булып күренде. Йәйге ҡыҫҡа төндөң нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғандар.
– Үҙеңдән тора инде, Фәриҙә, – тине Хәйҙәр бер аҙҙан. – Әгәр ысынлап та яратһаң, атаңа ҡарап тормаҫһың инде.
– Атай ризаһыҙлығы ла бик насар бит ул, Хәйҙәр, – тине Фәриҙә күңелһеҙ генә.
– Ни өсөн беҙ әле '"бүрәнә аша бүре күреп" ҡурҡып торабыҙ? Әле һинең атайың менән һөйләшмәгәнбеҙ бит, – тине Хәйҙәр бер аҙҙан. – Әйҙә, тәүҙә минекеләр менән һөйләшәйек. Иртәгә үк, дөрөҫөрәге, бөгөн үк, үҙеңде атайымдарға алып ҡайтып "күрһәтермен".
– Әллә...
– Әллә түгел, һөйләштек, – тине Хәйҙәр күңелле итеп.
Шул көндө үк ауылға "Хәйҙәр менән Фәриҙә өйләнешә икән" тигән яҡшы хәбәр таралды. Хәйҙәр Фәриҙәне, ысынлап та, ата-әсәһенә күрһәтергә алып ҡайтты.
– Шулай тиҙ генә хәл иттегеҙме? – тип һораған булды Хәйҙәрҙең әсәһе. Ә үҙе эстән генә был хәлгә бик шатлана ине.
– Әсәй, Фәриҙәһеҙ йәшәй алмайым. Мин уны яратам, – тине Хәйҙәр әсәһенә. Унан оялышынан һәм ҡаушауҙан бите алһыуланған ҡыҙға ҡарап алды. – Фәриҙә лә мине ярата.
– Ә ҡыҙҙың ата-әсәһе ни әйтер бит?..
Фәриҙә һүҙгә ҡушылмай ситтәрәк ултыра бирҙе. Үҙенең ата-әсәһенең ризалығы тураһында һүҙ сыҡҡас, уны күңел тынысһыҙлығы биләп алды.
– Хәҙер боронғо заман түгел, бындай мәсьәләләрҙе йәштәр үҙҙәре хәл итергә тейеш, – тине Хәйҙәр. – Иртәгә как раз йома көн бит, атай, атыңды ек тә, Мырҙабулатҡа барып киләйек. Моғайын, ата-әсәһен күндереп булыр.
– Барайыҡ, улайһа, – тине бығаса бер ни ҙә өндәшмәй ултыр­ған һәр саҡ күндәм атаһы.
* * *

Ул көндө кис егет менән ҡыҙ клубҡа сығып торманы. Алдан вәғәҙәләшкән урында осрашҡас та, һөйләшә-һөйләшә Һортай тауы яғына киттеләр.
– Бына бит, – тине Хәйҙәр, – минекеләр риза. Бер ваҡыт һинекеләр ҙә ризалашыр. Әгәр ҙә улар ҡаршы булһа, мин һине урлап алып китәм.
– Улай тимә, Хәйҙәр, – тине Фәриҙә. – Урлау – насар эш.
– Яҡшы уй менән урлауҙың ниндәй насар яғы булыуы мөмкин? Үҙемдең мөхәббәтем өсөн мин бар йыһанды ҡыҙырып сығырға, хатта Айға барып етергә лә әҙермен, Фәриҙә.
– Ай бигерәк алыҫ бит, Хәйҙәр. Ә мин бына ғына, һинең яныңда, – тине Фәриҙә, йылмайып, егеттең күҙҙәренә ҡараны. Шулай һөйләшә-һөйләшә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған килеш, ҡулға-ҡул тотоношоп, нәҡ һинд фильмдарында уйнаған актерҙар һымаҡ, бар донъяларын онотоп, тигеҙ таш өҫтөндә талғын ғына әйләнештеләр.
– Летчик өсөн алыҫ ара юҡ ул, Фәриҙә, – тип шаяртты Хәйҙәр. Уның күңеле тағы ла күтәрелеп китте, һаман да ҡыҙҙан күҙҙәрен алмай шаян йыр йырлап ебәрҙе:
Ай юғары, Ай юғары,
Айға менәһем килә.
Айға менеп, түбән төшөп
Һине күрәһем килә...
Фәриҙә лә юғалып ҡалманы, шул ыңғайы йырҙы дауам итте:
Ай ҡыҙына бүләк ит һин
Беҙҙең колхоз алмаһын.
Кәпәсеңде батырып кей,
Осоп төшөп ҡалмаһын.
Шаярып, Хәйҙәрҙең фуражкаһын уның башына батырҙы. Хәйҙәр ҡыҙҙы биленән ҡосаҡлап алды:
– Беҙ һинең менән ғүмер буйы шулай йырлашып ҡына йәшәрбеҙ, Фәриҙә!
Ҡыҙ егеттең күҙҙәренә һағышлы итеп ҡараны:
– Минең дә тормош юлын тик һинең менән генә үткем килә лә ул, Хәйҙәр, һинең менән утҡа ла, һыуға ла инергә әҙермен, йәнем, тик... – Фәриҙә туҡталып ҡалды.
– Нимә, тик?
– Күңелем ниндәйҙер насар нәмә һиҙенгән һымаҡ.
Егет ҡыҙҙың нескә билен тағы ла нығыраҡ итеп ҡыҫты:
– Был донъяла Аллаһтан башҡа беҙҙе айырырлыҡ көс юҡ, Фәриҙә,– тине ул, йыш-йыш тын алып. – Һинең ошо нурлы йөҙөңдән, татлы ирендәреңдән башҡа мин бит йәшәй алмайым, йәнем! Мин һине яратам, Фәриҙә. Тәүге күреүҙән үк ғүмерлеккә һиңә ғашиҡ булдым мин, бәғерем.
– Мин дә, йәнем... – тип шыбырланы ҡыҙ.
Бер-береһенең ирендәрен йоторҙай булып һура-һура, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, әкрен генә яҡындағы йомшаҡ үлән-түшәккә йығылдылар...
Шул кис ике йәш йөрәк, бер-береһе менән ғүмерлеккә бергә булырға вәғәҙәләшеп, бергә ҡушылды…
Фазлитдин ағай иртәгәһен таң менән тороп ат екте. "Тура барып төшөргә ул төпкөл ауылда, исмаһам, бер таныш та юҡ бит әле", – тип һөйләнде.
– Фәхрислам ҡарттың үҙенә бара ла төшәһең инде, – тине Сәлихә апай.
– Ҡыҙын һоратырға килеребеҙҙе лә белмәй бит әле ул, нисегерәк ҡаршы алыр инде...
– Моғайын, ауыҙыңа һуҡмаҫ.
– Уныһы шулай ҙа...
Атаһынан да иртә тороп әҙерләнеп йөрөгән Хәйҙәр:
– Атай, әллә миңә хәрби формамды кеймәй, икенсе кейем кейеп алырғамы? – тине.
– Ни өсөн? – тип ғәжәпләнде атаһы.
– Сөнки Фәхрислам бабай хәрби кешеләрҙе яратмай, тиҙәр.
Хәйҙәрҙең атаһы асыуланып китте:
– Үәйәнней кешене яратмаған әҙәмдең эсендә йөрәге булмаҫ. Яратмаһа – торһон! Уның ҡыҙынан башҡа донъяла ҡыҙҙар бөткәнме? Никакуй! Кей фурмаңды! Ана, яурындарыңа вагундарыңды ялтыратып тағып ал!
– Ярар, ярар, атай, кейермен, – тине Хәйҙәр, атаһының бер аҙ боҙоп әйткән ирмәк һүҙҙәренә көлөмһөрәп.
...Ике сәғәт тирәһенән улар Мырҙабулат ауылына килеп етте. Борондан ҡалған йола буйынса, тәүҙә ҡыҙ йортона яусы итеп ебәрер өсөн был ауылдағы берәй әбейҙе табырға тейештәр ине. Кешеләрҙән һораша-һораша, яңғыҙ йәшәгән Хәтирә исемле әбейгә килеп инделәр. Өйгә ингәс тә, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң Фазлитдин ағай йола буйынса:
– "Юҡ" эҙләп йөрөй инек, шул һеҙҙә юҡмы? – тип һораған булды. Хәтирә әбей, үҙенән ниҙер ҡыуғандай, ҡулын һелтәп:
– Ю-у-уҡ, ундай нәмә миндә ҡайҙан ғына булһын инде. Уның кеүек нәмә, ана, түбән остағы Гөлғәйшәлә була торған. Өйҙә эсеүсе кеше булмағас, ул нәмәне мин өйҙә тотмайым. Араҡы ла булдымы ризыҡ... – тип теҙеп алып китте.
– Апай, һин бит оло кеше, әммә беҙҙе аңламаның, – тине Хәйҙәрҙең атаһы. – Ҡыҙ һората килгән кешеләр шулай "юҡ" эҙләп йөрөй бит, боронғо башҡорт йолаһы буйынса.
– Бәй, бая уҡ шулай тип әйтһәгеҙ ни була инде! Кемдең ҡыҙын һоратырға килдегеҙ?
– Фәхрислам ҡарттың ҡыҙын.
– Әй, теге пуштар Фәхрисламдың ҡыҙы Фәриҙәнеме? – әбей йәнләнеп китте.
– Эйе, эйе, тап үҙе. Тик нимәне аңлата ул "пуштар" тигәне? – тип көлөмһөрәп һораны Фазлитдин ағай.
– Фәхрислам ҡарт ғүмере буйына кешеләргә гәзит, хат ташый – пушталйун булып эшләй. Шуның өсөн дә ауылда бөтә кеше уны "пуштар Фәхри" тип йөрөтә. Сөнки был ауылда Фәхрисламдар икәү. Икенсеһе арғы урамда йәшәй. Уныһы – "бальшуй Фәхри". Дәү кәүҙәле булғаны өсөн ауыл халҡы уға шундай ҡушамат биргән, – тип кеткелдәп көлдө Хәтирә әбей. – Ярар, улай булғас ни, барып яусылап киләйем. Тик "пуштар Фәхри" бик кире кеше. Уның менән кешеләрсә һөйләшеүҙәре, ай-һай, ауыр була торған...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
(Дауамы. Башы 10, 11-се һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)