RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бөкө”һөҙ донъя йәмһеҙ

30.08.2013 “Бөкө”һөҙ донъя йәмһеҙ

Күптәргә оҡшамаһа ла, яратам “бөкө”ләрҙе! Шешәнекен түгел инде, урамдыҡын. Эстән генә, “бөкө”ләр йышыраҡ, күберәк булһын инде, тип теләйем. Былай юрағаным юш килеп тора, улар кәмемәй, арта ғына. Һуңғы йылдарҙа ҡалабыҙ урамдарында ҡар яуһа, аҙ ғына буран сыҡһа – “бөкө”һөҙ бер тыҡырыҡ та ҡалмай хатта. Хоҙайҙың ҡөҙрәте, кем ҡасан, ҡайҙа “бөкө”гә эләгерен, унан ҡасан, нисек сығырын белмәй. Мин генә түгел, башҡалар ҙа быны үҙ файҙаһына ҡайырып алды хәҙер – “бөкө” булһа ла, булмаһа ла эшкә бер-ике сәғәткә һуңлап барам. Хас үҙебеҙҙең хужа кеүек. Ул инеп бара, артынан ҡаса-боҫа мин киләм. Тәүҙә күреп ҡалып, нишләп һуңлап йөрөйһөң, тип һораһа, бөкөлә булдым, тип ауыҙын “бөкө” менән томалағандай ҡаплай ҙа ҡуя инем. Үҙе лә “бөкө”ләрҙе яратҡанға күрәме, һуңғы ваҡытта бигүк һорап ыҙаламай.
Эштә лә “бөкө” темаһын ғына сәйнәйбеҙ – күпме һөйләһәң дә бөтмәҫ кеүек. Ҡайҙа булдың – “бөкө”лә торҙом тигән яуап хәҙер ҡайҙа булдың – ауырыным тигәнде рейтинг буйынса ҡыҫырыҡлап бара.
Бына тағы ултырам әле “бөкө”лә – юл үтерлек түгел. Бер-береһенә юл бирмәҫкә тырышып килгәндәр, ахыры, ике машина ултыра төкөлөп, барыһына ла юлды ҡаплап. Водителдәр ни эшләһен, кемдер телефондан видеоға төшөрә, кемдер сығып тәмәке тартып тора. Эшкә шылтыратып әйтеп ҡуйҙым былай, барғас, шеф алдында аҡланып тормам, исмаһам. Ана, радионан, прос­пектта ла бер нисә урында ҙур бөкөләр бар тип әйттеләр. Булһын, әйҙә. Рәхәт бит, бушҡа көн уҙа ғына…
Кемгә – нисек, әммә мин “бөкө”ләрҙе һәр саҡ тыуҙырып тороусы коммуналь хеҙмәттәргә, юлда күҙенә аҡ-ҡара күренмәй бәрелешкән водителдәргә, кисә генә “право” алып, иномарка һатып алған һәм рулен дә бора алмай ултырған “сәй­нүк”тәргә сикһеҙ рәхмәтлемен. Яратам, обожаю “бөкө”ләрҙе!

Л. Ташбулатова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)