RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР

19.07.2013 КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР

“А-а-а”, – тигең!”

Медосмотр үткәреү өсөн клас­ҡа медсестра Наташа килеп инә. Уҡыусылар ҡурҡыша башлай. Наташа:
– Не бойтесь, дети. Зубы проверим и все, – тигән. Уҡытыусы ла:
– Врач апай ҡушҡанды ғына эшләгеҙ. Әйҙә, Фәрит, һин батыр бит, – тип тынысландыр­ған. Наташа Фәриткә:
– “А-а-а”, – тигең, – ти.
Фәрит уны һүҙмә-һүҙ ҡабатлап:
– “А-а-а”, – тигең, – тип ҡабатлай ҙа, ауыҙын яба ла ҡуя икән.
Уҡыусылар медсестра менән көскә аңлашып, тикшерелеп ҡуя.

“Исемең нисек?”

Командир матростарҙың исем­леген тикшерә. Пешков Ноэль исемле матростан:
– Как тебя звать? – тип һорай. Тегеһе:
– Ноэль, – ти. Командир аңламай, биш-алты тапҡыр һорай. Уға матрос “На “Л” тип әйткән кеүек тойола. Ҡалғандар рәхәтләнешеп көлөшә. Һуңынан уның исеме шулай икәнлеген аңлатыр­ға тура килә.

“Тишеге лә юҡ булған”

Ҡартәсәһе ейәнсәренә ике һағыҙ алырлыҡ аҡса бирә лә:
– Береһе апайыңа, – тип әйтә. Әлиә тиҙ генә магазиндан ике һағыҙ һатып ала ла, әрсей һалып, ауыҙына ҡаба. Апаһы мәктәптән ҡайтҡас, ҡартәсәһе:
– Апайыңдың һағыҙын бир, – ти.
– Пальтомдың тишек кеҫәһенән төшөп ҡалған, – ти Әлиә. Ҡартәсәһе:
– Алып кил, ҡыҙым, кеҫәһен тегәйем, – ти. Әлиә кеҫәһен әйләндерә лә:
– Тишеге лә юҡ булған, – ти.

Самат ҡайһы
фәнде ярата?

Самат мәктәптән башын эйеп кенә ҡайтып инә.
– Атай, мине уҡытыусы ҡыуып сығарҙы...
– Нимә, тәртип боҙҙоңмо?
– Юҡ та...
– Сит планеталар менән бәйләнеш тураһында яңы теория тәҡдим иттеңме әллә?
– Юҡ шул... Уҡытыусы беҙҙән, ҡайһы фәнде нығыраҡ яратаһығыҙ, тип һорағайны...
– Шунан?
– Мин, иҫәр, дөрөҫөн әйттем...

“Мөстәндә – ямғыр...”

Бер ағайҙың бесәнлеге Мөстән тигән ерҙә икән.
Бер көндө иртәнсәк бесәнгә китер алдынан быларҙың ғаиләһе сәй эсеп, радио тыңлап ултыра. Синоптиктар мәғлүмәтендә “местами дожди” тигәнде ишеткәс, был ағай: “Тағын Мөстәндә ямғыр, бөгөн тағы бесәнгә барып булмай икән”, – тигән.

“Әтәс урыҫса
нисек атала?”

Һуғыштан һуң ил буйынса ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Унда һәр ауылда заманына күрә алдынғы ҡарашлы кешеләр, йыш ҡына фронтовиктар әүҙем ҡатнаша. Бер ауылда иҫәп алыусы итеп һуғышта ҡатнашҡан, әммә урыҫсаһы самалы булған ағайҙы тәғәйенләгәндәр. Ул йорттар буйлап йөрөй, кәртә-ҡураны ҡараштырып, мал-тыуар, ҡош-ҡортто иҫәпләй ҙә ҡағыҙҙарын тултыра башлай. “Бер һыйыр” ти ҙә ҡағыҙына “Один корова”, “Ике һарыҡ” – “Два овца” тип яҙып ҡуя икән. “Бер әтәс” тигән дә, бер аҙ аптырап ултырғандан һуң “Один куриный жеребец” тип яҙып ҡуйған.

Урыҫса белгәс ни

Был элегерәк булған хәл. Ул ваҡытта Ҡарамалы ауылы ерҙәре хәҙерге Урғаҙа, Урал бүлексәһенә тиклем булған. Ошо ауылдан бер ырыу Урал йылғаһы буйында бесән сапҡан. Бер мәл быларҙың сәй эсергә алып барған һөттәре бөткән. Араларында шаян, әңгәмәсел Әхмәт ағай булған. “Бар, Зиннәтулла ҡустым, йылға аръяғындағы урыҫтан һөт һорап кил”, – тип, араларындағы бер ағайға тимер күнәк биргән. Ә Зиннәт ағай “дай”, “надо” тигәндән башҡа урыҫса бер һүҙ белмәгән. Барып еткән был теге урыҫ янына. Барып еткән дә, ни әйтергә белмәй, аптырап ҡалған. Шунан, бер таяҡ алып, күнәк төбөнә һуға-һуға, урыҫты уратып йөрөй башлаған. Күнәккә һуҡҡан һайын: “Дың-дың нады, гөбөр-гөбөр нады, дүрт имсәк нады”, – тип һамаҡлай икән. Шунан, ике бармағын маңлайына ҡуйып: “Мөк-мөк нады”, – тип әйткән дә күнәкте урыҫ алдына ҡуйған. Тәүҙә урыҫ: “Был ниндәй әҙәм, әллә алйығанмы икән?” – тип, аптырап торған. Күнәкте алдына ҡуйғас ҡына аңлап ҡалған. Шулай итеп, һөт һорап алып ҡайтҡан, ти, Зиннәт ағай.
– Һай-й, уңған да инде Зиннәт ҡусты! Урыҫса белгәс ни, урыҫтан һөт алған, – тип ҡаршылаған Әхмәт ағай.
– Ә кәкже! – тигән булды, ти, Зиннәт.

“Рубль сорок”

Беҙҙең Шүлкә ауылы урыҫ ауылына яҡын урынлашҡан. Араһы ни бары ете саҡрым самаһы ғына. Урыҫтар менән башҡорттар дуҫ булып, ҡатышып йәшәгән. Беҙҙең ауыл халҡы уларҙы “белеш” йәки “знакум” тип йөрөткән. Алыш-биреш иткәндәр: урыҫтар Шүлкә ауылына килеп, кишер, һуған, картуф һатҡан, башҡорттарҙан май, ҡорот ала торған булған. Ғөмүмән, үҙ-ара бик татыу йәшәгәндәр.
Бер көндө инәйемә бер мәрйә килеп:
– У вас масло есть? – тип һораған. Инәйем:
– Есть, есть, – ти икән. Мәрйә:
– Сколько стоит? – тигән.
Инәйем, урыҫса белмәгәс:
– Бер һум да ҡырҡ тин, – тигән башҡортсалап.
Ә мәрйә бер аҙ башҡортса һупалаған булғандыр инде:
– А-а-а, рубль сорок, – ти икән.
Шунан инәйем тегегә ҡарап торған да:
– Юҡ-юҡ, урыҡ-һурыҡ һатмайым, бер ыңғай ғына һатам, – тип, майын бирмәй, мәрйәне йәһәтләп сығарып ебәргән.


Филиә Бикмөхәмәтова,
Нурзилә Мырҙағәлина теркәне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)