RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен ниндәй ручка менән яҙған?

15.03.2013 Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен ниндәй ручка менән яҙған?

Зәйнәб Биишева  әҫәрҙәрен ниндәй ручка менән яҙған?
М. Ғафури музейында "Билдәле башҡорт әҙибәләре" тип исемләнгән күргәҙмә асылды.
Унда башҡорт шиғриәтенә, прозаһына үҙ өлөшөн индергән гүзәл заттарҙың фотолары, портреттары, йыйынтыҡтары, ижадтарына арналған стендтар урынлаштырылған. Бында ки­леүселәр төрлө йәштә. Әммә мәктәп уҡыусыларының да, оло быуын вәкилдәренең дә ҡыҙыҡһыныуы көслө, улар һо­рау­ҙар бирә, фекер алыша. "Һәҙиә Дәүләт­шина, Зәйнәб Биишева кеүек классиктарҙың шәхси әйберҙәрен бигерәк оҡшаттылар. Килеүселәр улар тотонған һәр нәмәне иғтибар менән ҡарай", − ти музей етәксеһе Светлана Низаметдинова.
Күргәҙмәлә әҙибәләрҙең ҡулъяҙма дәфтәрҙәре, матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре, улар хаҡындағы мәҡәләләр менән танышырға була, шулай уҡ ижадсыларҙың ручка-ҡәләмдәре, сәғәттәре, башҡа көнкүреш әйберҙәре лә урын алған. Бында шулай уҡ Факиһа Туғыҙ­баева, Таңсулпан Ғарипова, Гөлфиә Юнысова кеүек яҙыусыларҙың ижады менән танышыу, яңы китаптарын күреү мөмкинлеге лә бар. Милли әҙәбиәт музейы фондынан алынған материалдар ҙа ҡыҙыҡлы. Ысынлап та, күргәҙмәнең һәр өлөшө ниндәйҙер яңылыҡ аса, ҡыҙыҡһындыра. Уға башҡорт әҙәбиәтенә битараф булмағандар килә. Күргәҙмә улар өсөн ысын мәғәнәһендә күркәм яҙ бүләге. "Әҙәбиәт ме­нән ҡыҙыҡ­һыныусы­ларҙы көтөп ҡалабыҙ", − ти ойоштороусылар. Әйткәндәй, талантлы башҡорт әҙибәләренә арналған күргәҙмә М. Ғафури музейында 30 мартҡа тиклем эшләйәсәк.

С. ӘХМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)