RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Башҡорттарҙың һаны артһын, Ҡытайҙарҙан ҡалмаһын!»

23.10.2010 «Башҡорттарҙың һаны артһын, Ҡытайҙарҙан ҡалмаһын!»

* * *
Һай, перепись, перепись,
Ултырайыҡ әле кис.
Перепистең бланкыларын
Тултырайыҡ әле вис.

Ана килә переписчик,
Ашағаны һары май.
Башҡорт арта, башҡорт үҫә,
Бер нәмәгә ҡарамай.

Ишек шаҡый переписчик,
ҡана, аса һалайым.
Башҡорт булып тыуғанмын бит,
Башҡорт булып ҡалайым.

Көҙҙөң матур айҙарында
Перепись үтә яңы.
Перепистәр үткән һайын
Артһын башҡорттар һаны.

Переписчиктар килгәнме,
Берәүҙәр ишек шаҡый.
Башҡорт, татар, бер туғандай,
ҡан ҡәрҙәш ғүмер баҡый.

Кейәү бала татар тиеп,
Нисек уны ҡыуайым?
«Милләтсе»нең түбәсәйен
Асып, аҡыл ҡояйым.

Кемдәргә башҡорт оҡшамай,
Кемдәр беҙгә баҙ ҡаҙа.
Шөкөр, тимен, беҙ – башҡорттар,
Рухиәтебеҙ таҙа!

ҡыҙыл диплом алып сыҡтым,
Йүнле эше табылмай.
Өҫтә ултырған «наҙан»ға
Ел-дауылдар ҡағылмай.

Ана килә переписчик,
Сумкаһы тулы ҡағыҙ.
Йүнле эшкә төшәм тиһәң,
«Наҙан»ға аҡса тамыҙ.

Түрә артын яламай,
Тура әйткән ярамай.
Хәҙер бит карьера эшләй
Эт һөмһөҙө ялағай...

Йәштәр өсөн бүлгән ярҙам
«Оса» әшнә, яттарға.
Йәштәрҙең аҡсаһы етмәй
Бурыстарын ҡапларға.

Күтәрергә тырышалар
Социаль көнкүреште.
Башлыҡтар арт һикертә,
Ябай халыҡ биреште.

Эш хаҡтары күтәрелгәс,
Артты әйберҙең хаҡы.
Килемдәре аҙ булғандар
Йәшәйҙәр таҡы-тоҡо.

Ана килә переписчик,
Муйынға шарф ураған.
«Ашағанға һаман етмәй,
Белә уны тураған...»

Ғәҙеллек тип лаф оралар,
«Башынан серей балыҡ...»
Начальник коттедж ултыртһа,
Аптырай шуға халыҡ...

Килеп инде переписчик,
Онотҡан бит ручкаһын.
Ағас урлап байыусыға
Кемдәр ҡуйыр точкаһын?..

Переписчик, яҙып алсы,
Килде шундай замана –
Ябай халыҡ, аптырағас,
Яллана ла ҡыуана.

Мостайса: «Минең яҙғанды
Әкиәт тимә, ҡоҙа...»
Ошондай яһил түрәләр
Халыҡ тормошон боҙа.

Асыҡланыр перепистең
Барлыҡ һөҙөмтәләре.
Әле һаман аяҡ сала
Көрсөк эҙемтәләре.

Переписчик, переписчик,
Эшең түгел еңелдән.
Уңыш һәм һаулыҡ теләйбеҙ
Һиңә ысын күңелдән!

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.
Әбйәлил районы,
ҡолоҡас ауылы.

* * *
Минең илем Башҡортостан,
Тыуған яғым – Бөрйәнем.
Ошо ожмах төйәгендә
Тартабыҙ донъя йөгөн.

Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай,
Бер үк ҡояш, бер үк ай.
ҡырмыҫҡа иләүе кеүек,
Беҙҙә лә тормош ҡайнай.

Минең илем Башҡортостан,
Тыуған ауылым, ҡыпсағым.
Һағынып ҡайтҡандарға
Йәйеп тора ҡосағын.

Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай,
Бер үк ҡояш, бер үк ай.
ҡарсыға беҙҙең ҡошобоҙ,
Ағасыбыҙ – ҡарағай.

Минең илем Башҡортостан,
Гөл-сәскәләр төйәге.
Шүлгәнташы, Бөрйән балы
Данлы итә Бөрйәнде.

Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай,
Бер үк ҡояш, бер үк ай.
Йәбешеп ятып донъя көтә,
Ай-вайына ҡарамай.

Минең илем Башҡортостан,
Төрлө милләтте йыйған.
Себеште көҙ һанайҙар, тип,
Һанап яҙмаҡсы булған.

Һай, перепись, перепись,
Аҡ ҡағыҙға яҙалар.
Эшкә ярамағандарҙы
Пенсияға алалар.

Һай, перепись, перепись,
Бармаҡ менән һанайҙар.
Ниңә икән эшһеҙ ята
Йәп-йәш кенә ағайҙар?

Һай, перепись, перепись,
Һике аҫтын ҡарайҙар.
Һаналмай ҡала күрмәһен
Йәшереп тапҡан малайҙар.

Һай, перепись, перепись,
Ауыл тормошо ҡайнай.
Йәштән кәләш ала беҙҙә
Үлергә ятҡан бабай.

Әлфинә ЗӘЙНУЛЛИНА.
Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт ауылы.

* * *
Ағиҙелде кискән саҡта
Һыуға таяҡ ташланым.
Ғәйепләмәгеҙ, дуҫтарым,
Переписте башланым.

Һай, перепись, перепись,
Перепистән ҡалма һис.

Һәр кем мөһим, тип халыҡҡа
Рәсәй фарман сығартҡан.
Халыҡ иҫәбен алырға
Хисапсылар таратҡан.

Ағиҙелдең аръяғында
Һатыла ҡара һағыҙ.
Иҫәпсенең сумкаһында
Ята өс төрлө ҡағыҙ.

Ағиҙелдең бирьяғында
ҡыҙыл төҫтәге дала.
Быйыл иҫәпселәр өсөн
Зәңгәрҙәре модала.

Көтәм һине, иҫәпсе,
Көтәм ошо аҙнала.
Ишек асыҡ, күңелдәр көр –
Беҙҙе яҙып ҡуйсәле.

Селтәрле күпер аҫтында
Аҡ силәгем күмелде.
Иҫәпсебеҙ урыҫ икән –
ҡыра ошо күңелде.

Һай, перепись, перепись,
Перепистән ҡалма һис.

Ағиҙелдең күперҙәре,
Терәүҙәре семәрле.
Перепистә иң мөһиме –
Тел, милләт мәсьәләһе.

Иҙел буйы, Иҙел буйы,
Иҙел талын һыҙырған.
Милләтен дә дөрөҫ яҙмай –
Кишер һымаҡ ҡыҙарған.

Ағиҙелдә йөҙә өйрәк,
ҡанаты биҙәк-биҙәк.
Милләт өсөн яна йөрәк –
Башҡорт, тип яҙ тиҙерәк.

Морат уңған, утын яра,
ҡайҙа ғына һалаһы?
Кәләш алған сыуаштарҙан,
Кем була һуң балаһы?

Морат та Морат, икән,
Утын ярма, бала баҡ.
Башҡорт булып үҫһен улың,
Тәрбиәлә, бир һабаҡ.

Иҫәпселәр дөрөҫ яҙһын,
Беләктәре талмаһын.
Башҡорттарҙың һаны артһын,
ҡытайҙарҙан ҡалмаһын!

Һай, перепись, перепись,
Перепистән ҡалма һис.

Ағиҙелдең баҡсаһынан
Алмалар тултырабыҙ.
Иҫәпсенең һорауына
Яуаплап ултырабыҙ.

Ағиҙелдең буйҙарында
Һалабаштарым кипте.
Иҫәпсегә яуап биргәс,
Күңелдәр үҫеп китте.

Һай, перепись, перепись,
Перепистән ҡалма һис.

Гөлшат РӘХМӘТУЛЛИНА.
Күгәрсен районы,
Ураҡай ауылы.


* * *
Ана килә еңел атлап
Һып-һылыу ҡыҙ – иҫәпсе.
Күкһел сумка, зәңгәр шарфлы,
Дөрөҫ һанай иҫәпте.

Сумкаһында эмблема,
ҡулында – махсус ҡағыҙ.
Һәр ауылда – тол егеттәр,
Ирһеҙ ҡатындар һанһыҙ.

Оло ҡарттар, ир-егеттәр,
Өләсәйҙәр, әсәйҙәр...
Барыһы иҫәпкә алына,
Яңы тыуған бәпәйҙәр.

Илдә ниндәй халыҡ йәшәй,
Милләтең кем? Асыҡла.
Ата-бабаң ниндәй милләт,
Шуны уйла, ашыҡма!

Сит илдәрҙән күпме милләт
Күсеп килгән Рәсәйгә?
Үҙ халҡыбыҙ кәмей бара,
Ил төшмәҫме хәсрәткә?

Асарбаҡтар, өйһөҙҙәр күп
Илемдең ҡосағында.
Ниңә тормош көтмәй икән
Үҙ иле-ояһында?

Наркоман, алкаш, бурҙарҙы
Алалармы иҫәпкә?
Күпме ялҡау, эшһеҙҙәр һуң
Һанға бар, юҡ – иҫәпкә.

Һай, перепись, перепись,
Эшһеҙҙәре бик күбәйҙе.
Оҫта ҡуллы фермерҙар ҙа
Ауылда һирәгәйҙе.

Рәсәйҙә халыҡ әҙ тип,
ҡайғыртаң киләсәкте.
Әйҙә, күбәйһен балалар,
Данлаһаң әсәлекте.

Эскеселәр менән бергә
Әтәс ирҙәр күбәйҙе.
Етем үҫкән себеш бала
Тыуған илен һөйөрмө?

Башҡорттар киң күңелле, тип,
Сит килмешәк күбәйә.
Килмешәккә эш табыла,
Беҙҙекеләр һемәйә.

Нәтижә ВАХИТОВА.
Хәйбулла районы,
Юлбарыҫ ауылы.

* * *
Һай, перепись, перепись,
Иртә торам, ятам кис.
Переписчиктың килеүен
Көтөп алалмайым һис.

Ах-ух килеп Рамаҙан
Бер көн инде урамдан.
– Переписчик килә, – ти, –
Зәңгәр шарф ураған.

Һай, перепись, перепись,
Күңелемдә яҡты хис.
Ғаиләмдә туғыҙ кеше,
Сабыйым бар – Мөҙәрис.

Һай, перепись, перепись –
Халыҡтың ҙур байрамы.
Переписчик һананы,
Барыбыҙҙы барланы.

Һорау бирҙе бер-бер артлы:
– Өйҙә кемегеҙ артты?
Нисек йәшәү кимәле,
Вузда уҡый, кем әле?

Һай, перепись, перепись,
Онотмағыҙ беҙҙе һис.
Иҫәпләгеҙ беҙҙе вис.
Илдә йәшәгән һәр кем
Рәсәй өсөн бик мөһим.

Илдә бар күпме аҙыҡ,
Илдә бар күпме байлыҡ –
Шуларға хужа булыр
Күпме йәшәй һуң халыҡ?

Кем күтәрә илемде,
Күпме халыҡ белемле?
Күпме артым, үлем бар? –
Переписчик, һин ҡара –
Перепись – мөһим сара.

Гөлсирә ШАФИҡОВА.
Мәсетле районы.

* * *
Һай, перепись, перепись,
Беҙҙе иҫәптә держишь.
Кампания ваҡытында
Никуда не убежишь.

Һай, перепись, перепись,
Аяҡтан йыҡма инде.
Иҫәпләһәң, иҫәплә –
Оҙаҡ йонсотма инде.

Һай, перепись, перепись,
Иҫәпте шәп алаһың.
Эш күрһәтеп, Рәсәйҙең
Тарихында ҡалаһың.

Һай, перепись, перепись –
Һандар, цифрҙар иле.
ҡасһаң кампаниянан,
Булырһың, дуҫҡай, тиле.

Һай, перепись, перепись,
Башҡараһың эште вис.
Рәсәй тарихында ярко
Күренә һинең запись.

Һай, перепись, перепись,
Милли составты яҙа.
Шатлан, күңел, ҡыуан һин
Данлыҡлы тарих барҙа.

Һай, перепись, перепись,
Иҫтәлекле ваҡиға.
Шатланайыҡ, ҡыуанайыҡ
Халыҡ һаны артыуға.

Һай, перепись, перепись,
Иҫәпләйһең, маладис.
Тарихи белешмәгә
Шәп булыр һеҙҙең запись.

Их, перепись, перепись,
Всероссийская сара.
Һинең менән ярышып,
Ваҡыт та бергә бара.

Илһам ЛАТИПОВ.
ҡыйғы районы,
Алағуҙ ауылы.











Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)