RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Иң ҙур даръя – ул бит күңелебеҙҙә, Йәнебеҙҙә – иң ҙур йылғалар”

01.03.2013 “Иң ҙур даръя – ул бит күңелебеҙҙә, Йәнебеҙҙә – иң ҙур йылғалар”

“Иң ҙур даръя – ул бит күңелебеҙҙә, Йәнебеҙҙә – иң ҙур йылғалар”
Һыу
Һауыт эсендәге һыу яҡлы мин.
Һыу ярылмай. Һауыт ярыла.
Һауыт − ваҡытлыса, һыу −
мәңгелек!
Аҡҡан һыуға юлдар табыла.

Кипкән һыу ҙа быуға әүерелә,
Тороп ҡалмай һис тә сепрәктә.
ҡойоп-ҡойоп ямғыр яуғанда ла,
Әйләнмәй һыу онтаҡ, сәрпәккә.

Һауыт ҡына − тәнем. Йәнем −
һыуҙыр.
Был инаныс, түгел сабыйлыҡ.
Баҡыйлыҡҡа − һыуға баш эйәмен!
Бурыслылыр һыуға фаныйлыҡ.

Бәйләнеш

Иң ҙур сүллек − ул бит
күңелебеҙҙә,
Йәнебеҙҙә − һыуһыҙ йырҙалар,
Һөйөү кипһә бәндә күңелендә,
ҡорой шишмә, ҡорой йылғалар.

Бар нәфсеһе сатнап, кибеп бөтһә
Туя белмәҫ аҙман күңелдең,
Эй, тәбиғәт, урғыр шишмәләрең,
Кәмемәҫ тә һыуы күлеңдең!

Иң ҙур даръя − ул бит күңелебеҙҙә,
Йәнебеҙҙә − иң ҙур йылғалар.
Улар шунда ҡороп бөтһә генә,
Сатнап ярғылана йырҙалар.

Тапшырылыш

“Һыулы ҡулды һелтәнмә!”
(Миңлеғәрифә өләсәй һүҙҙәре)
Әйтер ине оло әсәй,
Инһен, тиеп, ғәҙәткә:
ҡулың һыуҙа сайғандан һуң
Тамсыларын сәсрәтмә!

Һаҡлай һыуҙың һәр тамсыһы
Ерҙең эске көстәрен.
Тапшыра ул кешеләргә
Көнгә сығыу хистәрен.

Шатлыҡ тойғоһон сәсрәтмә −
Һелтәнләмә ҡул менән.
Йәшерен бер серле ғәмәл −
Аралашыу һыу менән.

Мөғжизәле ер ҡөҙрәте
Йәне барға − терегә
Һыуҙан яралған донъяла
Һыу арҡылы бирелә.

Һыу шарты

Кеше булырҙан да алда
Беҙ кем йә ни булғанлыҡты
Иҫләһә, тик һыу иҫләйҙер.
Һыу тәңреһе донъялыҡтың.

Һыуҙан тыуған был донъяла
Кеше лә бит һыуҙан тора.
Һөйәгебеҙ, бар һөлдәбеҙ −
Һыуға тигән һауыт ҡына.

Нимә булыр
Бер көн килеп
Һыу һауытын алмаштырһа?
Ике аяҡлы, ике ҡуллы
Кеше рәүешен ятһынһа?

Һыу беҙҙе үҙ итһен өсөн,
Мәңгелеккә һөйһөн өсөн,
Кәрәк бары бысранмаҫҡа,
Юғалтмаҫҡа кеше төҫөн.

Туғанлыҡ

Һыу-әсәнән тыуған бер туғандар −
Аҡ болоттар, күкшел диңгеҙҙәр.
Шулар кеүек туған яҡшы-яман!
Бер тамырҙан, бер үк нигеҙҙән.

Изге менән яуыз − бер туғандар,
Мәңге айырылмаҫ юлдаштар.
Мәңге ярашалмаҫ ике дошман −
Йәндәш түгел, бары ҡандаштар.

Кеше менән иблис −
ҡарындаштар!
Икеһен дә Аллаһ эшләгән.
Тик Аллаһҡа оҡшаш кеше генә −
Илһамдарын сигеп йәшәгән!

Көн менән төн − бер күк
сағылышы.
Игеҙәктәр − яҡты-ҡараңғы.
Яҡшылыҡ бар! Әммә бар ул
бары
Еңә алған өсөн яманды.

Батыр менән дейеү − бер үк
заттан.
Батыр ғына әммә еңеүсе!
Бер ул ғына йәндәр ҡәрҙәшлеген,
Рухтар туғанлығын белеүсе.

Тоташлыҡ

Йылғаның бар сыҡҡан ере,
ҡойған ере − тамағы.
Сығанаҡҡа артҡа түгел,
Алға ғына бараһы.

Алға, тиеп ырғыһа ла
ҡолонсаҡтай шаршылар,
Сыҡҡан ере − сығанаҡҡа
ҡайта барыбер тамсылар.

Диңгеҙҙәргә, тип сапһа ла
Арғымаҡтай йылғалар,
Ваҡыт ағымдарын бер саҡ
ҡайыралар, боралар.

Мәңгелектең әйләнешен
Яһай ябай тамсылар.
Өйөрөлөп ер-һыу урай
Дауыл – ҡара ҡарсыға.

Болоттарға тула тамсы,
Була томандың быуы.
Ерҙән – күккә, күктән – ергә
Тамсының үткән юлы.

Ваҡыттың тура һыҙығы
Ошо юлдан бөгөлгән.
ҡулсаһында әйләндерә
Әйләнмәҫ тә ереңдән.

Был өҙлөкһөҙ әлеңгенең,
Был әлеңге мәңгелектең
ҡайҙа башы, тамағы?
Башланғысҡа тоташа бит
Һәр хәрәкәт аҙағы.

Күтәрелеш


Тулҡындарға инәм, тулҡындарға...
Тулҡындар бит иҫте китәрә.
Хатта иң-иң кескәй кәмәне лә
Тулҡын тауы өҫкә күтәрә.

Күтәреләм яңы тулҡындарға −
Яңы илһам, яңы ҡанатта.
Бар беләгем, бар йөрәгем көсө −
Тулҡындарҙан ситтә ҡалмаҫҡа.

Тулҡындарҙан ҡат-ҡат яңырырға,
Тулҡындарҙан хатта тыуырға
Теләйем мин. Үҙ-үҙемде тағы
Юҡтан бар итеүсе булырға.

Аллаһ беҙҙе әгәр ташламаһа,
Тулҡынынан да бит ташламаҫ.
Тулҡындарҙа мин дә күтәреләм!
Тапалғанды тормош яҡламаҫ.

Үжәт


Эй ҡаҙамын, ҡаҙамын!
Ә һыу сыҡмай ҙа сыҡмай...
Дарҫ дорҫ типкән йөрәккенәм,
Әйтерһең, хәҙер туҡтай!

Дөрөҫлөккә ҡарышыуҙан
Буламын инде үләт!
Һыу бар ерҙе ҡаҙмаҫ өсөн
ҡамасаулайҙыр үжәт.

Был урында юҡ бит инде
Бер ниндәй һыу ятҡыһы.
Белә тороп ниңә ҡаҙам?
Шулмы өмөт сатҡыһы?

Иң һуңынан үлгән өмөт
Күпме тағы илатыр?
Һыу сыҡмаған ҡоҙоҡтарҙы
ҡаҙ, тип күпме йыуатыр?

Ә эргәлә көтөп тора
Күпме һыулы урындар!
Яңы дуҫ-иш, лайыҡ иптәш,
Төйәк итер ҡуйындар!

Яңы урындан ҡаҙамын −
Мәғәнәле үжәтем!
Һаумы, яңы донъям минең!
Барҙыр һиңә хәжәтем.












Хушлашыу

Буш урын юҡ яңы хис өҫтәргә
Үткән менән тулы күңелгә.
Сайҡап түгәйемсе әрнеүҙәрҙе −
Сер бирмәйем әле бер кемгә.

Сер бирмәйем әле үҙ-үҙемә!
Донъя нимә? Ул гел битараф,
Минең ҡайғыларҙа бер эше юҡ!
Минең хәсрәттәрҙән мин харап.

Һоҫмайымсы ағып килгән һыуҙы.
Ағып килгән һыуҙы һоҫайым!
Ағып килгән көн шатлығы менән
Йәшәй башлайымсы ҡотайып.

Таң һыуының тоноҡ сафлығындай,
Күңелемде таҙа тотайым.
Бысратмайым уны хәсрәт менән!
ҡайғыларҙан булһын баш айыҡ.

Тик тереһыу тулһын күнәгемә −
Аҡ уйҙарым ашһын тормошҡа.
Әҙер торайымсы мөғжизәгә −
Мине ҡаршылаусы уңышҡа!










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)