RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...

01.03.2013 Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...

Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...
− Әнүр бабайымдың юбилейын дүртенсе тапҡыр үҙенән башҡа үткәреүебеҙҙе уйлап, күңелем тулды, − тине ғалимдың ҡустыһы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев. − Шул ҡәҙәре ғүмере ҡыҫҡа булыуына, яҙылмаған күпме әҫәре ҡалыуына, балалары етем үҫеүенә, дуҫ-шәкерттәре кәңәшсеһеҙ тороп ҡалыуына әрнейем. Икенсе яҡтан, яҡташтарҙың, ғафуриҙарҙың, уны онотмауына, ижадының, хеҙмәттәренең халыҡ күңелендә йәшәүенә рәхмәтлемен. Әнүр бабайым миңә, ул саҡта ижад юлының башында торған йәш кешегә, иҫ киткес юғары талаптар ҡуйҙы. Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ингәс, ай һайын бер хикәйә яҙырға тейешһең, тип талап итте, тикшерҙе, тәнҡитләне. Уның мөнәсәте үҙе бер мәктәп булды. Әле лә әҫәрҙәремде яҙғанда уның күҙәтеүен тоям һымаҡ. Ул беҙгә − туғандарына − Бейеклек, Ғорурлыҡ, Һағыш...
Әмир Әминев үҙе лә, Әнүр Вахитов һымаҡ, оҙаҡ йылдар БР Яҙыусылар союзының проза секцияһы етәксеһе булды, әҫәрҙәре Рәсәй кимәлендә танылыу тапты. Яңыраҡ уның “ҡытай-город” повесы Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһына лайыҡ булды. С. Игликова етәкләгән драма түңәрәге тәрбиәләнеүселәре тап ошо әҫәрҙән сәхнәләштергән күренеш барыһының да күңеленә ятты. 20 йыл буйы Туғай башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән М. Түзбәкова Ә. Вахитовтың тормош һәм ижад юлына арнап төплө һәм йөкмәткеле доклад әҙерләгән. Докладта ғалим эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, уның башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшө барланды, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, яҙыусыларҙың һәр яңы әҫәренә ғәҙел баһа биреүе, әҙәбиәтебеҙ кимәлен яңынан-яңы бейеклеккә күтәреүгә булышлыҡ итеүе билдәләнде.
Ә. Вахитовтың күп һанлы шәкерттәренең береһе − халыҡ шағиры Рауил Бикбаев кисәнең тап мәктәптә үтеүенә һөйөнөүөн белдерҙе.
− ҡәләмдәшебеҙ асылында уҡытыусы булып ҡалды. Кә­ңәшсе-уҡытыусы. БДУ-ла беҙ­ҙе фольклорҙан уҡытҡайны, уның етәкселегендә фольклор экспедицияларына йөрөнөк, 1959 йылда Ғафури районына ла эҙләнеүҙәр менән килдек.
Яҡташыбыҙ хаҡында йылы хәтирәләр менән уртаҡлашҡандан һуң Рауил Бикбай мәктәпкә, уҡытыусыларға китаптар бүләк итте, мәғәнәле хәҙистәр уҡып ишеттерҙе.
Профессор Әхмәт Сөләймәнов остазы хаҡында “Ағиҙел” журналында күләмле, йөкмәткеле мәҡәлә менән сығыш яһағайны. Әле иһә Ә. Вахи­товтың үҙенең тормошонда уйнаған ролен баһалап:
− Минең өсөн ул яҙмыштың үҙе булған икән, − тине. − “Башҡорт халыҡ ижады“ күп томлығын әҙерләүселәр рәтендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы алыуға ла, докторлыҡ диссертацияһы яҙыуыма ла сәбәпсе, ғөмүмән, тормош юлымды күрһәтеүсе, асылымды асыусы, яҙмышымда Хызыр Ильяс кеүек кеше булды ул. Яҡташығыҙҙы хөрмәтләүегеҙ ме­нән һеҙ үҙегеҙ ҙә хөрмәткә лайыҡ.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов Ә. Ва­хитов менән бер бүлмәлә дүрт йыл бергә эшләү дәүерен йылы хәтирәләр менән иҫкә алды.
− Башҡорт прозаһының совет осоро хаҡында яҙған Әнүр ағай кеүек төплө ғалим әлегәсә юҡ. Бик уйсан кеше ине. ҡырыҫлығы ла, шаянлығы ла булды. Уның ихласлығы, уйсанлығы әҫәрҙәрендә сағыла.
Әнүр Вахитовтың йәшлек дуҫы, уның “Председателдең бер көнө” очеркы геройы Аҙнабай Йәноҙаҡовтың сығышы ла бик фәһемле булды. Яҙыусының бөтә өлкәләрҙә лә, шул иҫәптән колхоз тормошонда ла мәғлүмәтле, файҙа килтерерҙәй кәңәштәр бирерлек кеше булыуын билдәләне, юҡһыныуын белдерҙе.
Бала саҡтан яҙыусы бабаһы хаҡында иҫтәлектәр тыңлап үҫкән “Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Марат Әминевтың да сығышы ҡыҙыҡлы булды .
− Уның ҡатлы-ҡатлы бик ҙур исемдәре лә, орден-фәләндәре лә юҡ. Ул халҡы өсөн, әҙәбиәт өсөн йәшәне, әҙәбиәтте иманы итеп күрҙе. Иҫән булһа, башҡорт телен ҡыҫыусыларға ҡаршы көрәштең алғы сафында булыр ине, − тине ул.
Әҙип тураһында башҡа замандаш-иптәштәренең − Ғ. Шәйәхмәтов, Х. Бай­­булдин, З. Үтәгәнованың хәтирәләре лә, йәшерәк быуын журналистар­ҙың сығыштары ла (“Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир ҡунафин, ”Башҡортостан” гәзитенең хаттар бүлеге мөдире Венер Исхаҡов) яҡты моңһоулыҡ тулы ине. Кисәгә сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәләнеүселәре, урындағы мәктәп коллективы, милли-мәҙәни үҙәк тарафынан әҙерләнгән матур, зауыҡлы концерт номерҙары күркәм биҙәк өҫтәне, ғалим-яҙыусының ижадына арналған күргәҙмә ойошторолдо, уның тормош юлын яҡтырт­ҡан фотоһүрәттәр ҙурайтылып, экранда сағылыш тапты.
Әнүр Вахитовтың таланты сәскә атҡан ваҡытта ғына ғүмере өҙөлөүен метеорит яҡтыһының сағыулығы һәм ҡыҫҡалығы менән сағыштырмаҡсы булһам да, әҙип-ғалимдың хеҙмәттәренең әлегәсә халҡына, үҫеп килеүсе быуынға хеҙмәт итеүҙән туҡтамауына, уның хаҡында хәтирәләрҙең, уға ҡарата хөрмәттең кешеләр күңелендә йәшәүенә һөйөнөс юғалтыу әсеһенән көслөрәк булырҙай....

Р. САБИТОВА.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)