RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йыһанды йылытҡан усаҡта һинең дә, минең дә осҡон бар”

26.02.2013 “Йыһанды йылытҡан усаҡта һинең дә, минең дә осҡон бар”

“Йыһанды йылытҡан усаҡта һинең дә, минең дә осҡон бар”
Шулай тип аталды М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында уҙған шиғриәт кисәһе. Азамат Юлдашбаев һәм Рита Фәтҡуллина ижадының йылы усағы янына йыйылды тамашасылар.
“Шоңҡар” журналы ярҙамында ойошторолған осрашыу ҡәҙимгесә булманы, күнегелгән әҙәби кисәләрҙән тышҡы яғы, йөкмәткеһе менән дә шаҡтай айырылып тороуы күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер. Кисә уҙғарылыуы хаҡында иғлан интернет селтәрендә “Бәйләнештә” сайты аша ғына таратылды. Бәләкәй залда үткәрелеүе сығыш яһаусы һәм тамашасы араһында йылы, эскерһеҙ мөнәсәбәт урынлаштырыуға булышлыҡ итте. Уның ҡарауы, һәр кемдең кисәгә килеү мөмкинлеге булды. “ҡош юлы” фестивале лауреаттарының ҡатнашыуы ла сараға үҙенсәлекле төҫ бирҙе. Лидиә Танато­ва, Роберт Хәмиҙуллин, Андрей Харитонов, Альбина Шәмсетди­нова, Тимур Ямалов Азамат Юлдашбаев һәм Рита Фәтҡуллина һүҙҙәренә ижад ителгән яңы йырҙарын башҡарҙы. Шағирҙың бер туған ҡустылары Нәжип һәм Рәжәп Юлдашбаевтар ҙа билдәле йырҙарын йырлап, йәштәрҙе ҡыуандырҙы.
− Мостай, Рәми осорҙары хәтергә төшә. Ул ваҡытта шиғриәт һөйөүселәр залға һыймай торғайны. ҡол-Дәүләт, Ғәбиҙулла ижад иткән заманда ла шиғриәт кисәләрендә залдар шығырым тулы ине. Һуңғы осорҙа шиғриәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмене, әлбиттә. Әммә бөгөнгө осрашыу йәштәрҙе шиғриәткә саҡырыу түгел ул, бәлки уның маҡсаты киләсәккә, яҡтылыҡҡа ынтылыш дәртен уятыу, − тине, шиғриәт кисәһен асып, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир ҡунафин.
Осрашыуҙың төп үҙенсәлеге лә, йәме лә, әлбиттә, шағирҙар үҙҙәре булды. Азамат менән Ританы ижад та, һөнәр ҙә берләштерә. Улар икеһе лә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында уҡып, “Ашҡаҙар” шиғриәт түңәрәгендә ҡәләм шымартҡан. Ританың ши­ғыр­ҙары ҡатын-ҡыҙҙарға хас нескәлек, моңһоулыҡ, яғымлылыҡ менән һуғарылһа, Азаматтың ижадында ир-егеттәр сифаты – ҡыйыу­лыҡ, үткерлек, ярһыулыҡ, ҡырыҫлыҡ ярылып ята. Бына ошо контрастың, шул уҡ ваҡытта гармонияның һынландырылыуын һиҙеп, күреп ҡалды тамашасы. Ританың шиғыр­ҙары, нигеҙҙә, уйланыуҙарҙы эске донъяға йүнәлтһә:
… Уҙғандарым килер көндән
баға,
Ә бөгөнгөм һуң ҡайҙа
йәшенгән?
Мин кескәй ҙә уҙған
ғүмеремдән,
Мин оло ла кеүек йәшемдән,
Азаматтыҡы бөгөнгө заман, йәмғиәт проблемалары хаҡында ла уйланырға мәжбүр итә. Бына, мәҫәлән, “Хәҙерге заман портретына эскиздар” тигән юлдарҙан бер өҙөк:
… Аҡса – Алла,
Алла аҡсала,
Эре һәм ваҡ Аллалар,
Тинлектәр, һумлыҡтар,
Меңлектәр, унлыҡтар.
Әхлаҡ вафат, әхлаҡ
Һәләк,
Әхлаҡ – яза,
Әхлаҡка яза,
Йыназа,
Кем ҡаршы?
Барыһы риза…
Бына йәмғиәт һәм шәхес, туғанлыҡ һәм яңғыҙлыҡ проблемаһына ҡағылған поэтик һүҙҙәр:
… Ирендәр доға ҡабатлай,
Эстән бәддоға уҡып.
Зыялылар өнһөҙ ята,
Зыянлыларҙан ҡурҡып…
Ғөмүмән, Азамат Юлдаш­баев­тың халыҡ алдына сығып шиғырҙар уҡыуы йәштәрҙең күбеһенә асыш булғандыр. Ни тиһәң дә, шағир үҙ ижадын халыҡ араһына йыш сығара тип әйтеп булмай. Матбуғатта баҫылыуы – бер, ә бына күмәк кеше алдына сығып уҡыуы бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул ителә икән. Азаматтың шиғырҙары ла бит үҙенсәлекле, үҙенә бер төрлө ритм бар уларҙа. Баҡтиһәң, эстән, үҙ алдыңа түгел, ә тап сәхнәнән ҡысҡырып уҡыла торған шиғырҙар. Азамат Юлдашбаев үпкәгә алмаһа, уны бөгөнгө башҡорт Маяковскийы тип атарға баҙнат итер инем. Әммә, әлбиттә, уның үҙ тауышы, үҙ моңо. Яуапһыҙ мөхәббәт тураһында унан башҡа бына шулай итеп кем әйтә ала:
Һуҡырҙар өсөн натюрморт,
Һаңғырауҙарға – сюита.
Бына шул тауыш, моң әҙәби осрашыуҙарҙа йышыраҡ яңғыраһа икән. Халыҡҡа улар үтә лә танһыҡ бит.
Залдан берәү әйтмешләй, Ританың шиғырҙары наҙлап, моңландырып ала, Азаматтың шиғыр­ҙары һиҫкәндереп, шаңҡытып ҡуя. Бына шулай берсә наҙланып, берсә һиҫкәнеп күңелен ләззәтләндерҙе, зауҡын ҡандырҙы шиғриәт һөйөүселәр. Рита менән Азамат ҡабыҙған усаҡтан, ысынлап та, күңел йыһаны йылынып, яҡтырып ҡалды, осҡондары башҡалар­ға ла күсте.

Залдан яңғыраған
һорауҙарға яуаптар
− Изге хистәргә ҡоролған шиғыр­ҙар яҙғанығыҙ бармы?
А. ЮЛДАШБАЕВ:
− Ни өсөн мөхәббәт тураһында яҙмайһың, тип тә һорағандары бар. Мөхәббәт булғанда шиғыр ҡайғыһы китә. ҡулға ҡәләм алыу ихтыяжы, киреһенсә, үҙеңде ташландыҡ, яңғыҙ тойған хәлдә тыуа. Ғөмүмән, шиғриәт борсоулы мәлдә киләлер. Шуға күрә үҙемде көсләп одалар, гимндар яҙа алмайым.

− Нисек һәм ниңә шиғыр яҙаһығыҙ?
Р. ФӘТҡУЛЛИНА:
− Нисек тигәненә яуапты үҙегеҙ бирегеҙ, ниңә тигәнгә ваҡыт яуап бирһен.
− Үҙегеҙҙе нисә йәштә тояһығыҙ?
А. ЮЛДАШБАЕВ:
− Ваҡытына һәм урынына ҡарап 6 йәштән 120 йәшкә тиклем. Йөҙйәшәр ҡарт кеүек донъянан ялҡып киткән саҡтар ҙа, малай кеүек ваҡ ҡына әйбергә шатланған мәлдәр ҙә була.
­
− Ашығыс эш килеп сыҡһа, илһамды ситкә ҡуйып тораһығыҙмы, әллә мәлендә яҙып ҡалаһығыҙмы?
Р. ФӘТҡУЛЛИНА:
− Шиғыр осоп китәме, юҡмы, тип аңлайым был һорауҙы. Осоп китмәй, бешеп йөрөй ул. Тормоштан нимәлер эләктереп алһаң, ул барыбер күңелдә үҫеп етергә тейеш. Шунан инде ҡағыҙға төшә.
А. ЮЛДАШБАЕВ:
− Шиғыр күктән килеп төшә, илһам ҡошо үҙе ҡуна, тигән уй-ҡараш хаталы. Ижад – хеҙмәт ул. Ултырып эшләргә кәрәк барыбер. Миңә илһам килмәй, шуға яҙмайым, тип әйтеү дөрөҫ түгел.

− Һуҙып, сурытып яҙылған шиғырҙар бармы?
А. ЮЛДАШБАЕВ:
− Бар… Әммә миндә түгел. Мин шиғыр яҙып аҡса эшләмәйем. Ғөмүмән, тормошта үҙ йырымды йырлап, үҙ юлым менән барам. Кемгәлер оҡшай икән, тимәк, юлыбыҙ бер, оҡшамай икән – икебеҙ ике яҡҡа китеп барабыҙ.
Р. ФӘТҡУЛЛИНА:
− Һуҙып, сурытып ултырғаным юҡ. Оҙон шиғырҙар бар, әммә улар ихлас күңелдән яҙыл­ған. Шиғырҙы тыңлағанда, уҡығанда шул ихласлыҡтың барлығы-юҡлығы һиҙелә лә инде.

ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
− Келәмдәр түшәп ҡунаҡтар ҡаршылай торған кисә булманы бөгөн. Осрашыуҙың шу­лай сәхнәһеҙ майҙанда үткәрелеүе яҡшы тәьҫир ҡалдыра. Йәштәр бик күп һорау бирҙе. Баҡ­тиһәң, уларҙы борсоған, уйландырған күренештәр күп. Әм­мә ниндәйҙер проблемалар тураһында һөйләшеү булманы бында. Күберәк ижад хаҡында ҡыҙыҡһыналар. Тимәк, күберәк эске донъяға бағыу, үҙ күңелеңде көйләү ихтыяжы бар. Бәлки, йәштәр үҙҙәре ижадҡа ныҡлап аяҡ ба­ҫыр­ға иҫәп тоталыр. Был йәһәттән Азамат менән Ританың сы­ғыштары улар өсөн фәһем булды.

Таңсулпан РӘСҮЛ, йәш шағирә:
− Ошондай ябай, киң күңелле, йылы ғына мөхиттә һәүетемсә һөйләшеү ме­нән барған байрамды мин тәүге тапҡыр күрәм. Был байрамдан беҙ, йәштәр, күп нәмә алдыҡ. Беҙҙең һәр беребеҙҙең осҡоно булғанын был ижад кисәһендә Азамат ағай менән Рита апай бик оҫта һүрәтләп бирҙе. Ғөмүмән, һәр ваҡыт саҡ ҡына йылыға тейенһә лә, кешегә шул йылылыҡты бүлеп бирә торған өлкән дуҫтар улар икеһе лә.

Айгөл ХАЛИҡОВА, БДУ студенты:
− Кисә миңә бик оҡшаны. Шағир­ҙарҙың сығышы, сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотошо һоҡландырҙы. Күңелдәр ашҡынып, илһамланып киткәндәй булды.

М. МОРАТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)