RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Силәбелә – йәш авторҙар семинары

15.02.2013 Силәбелә – йәш авторҙар семинары

Силәбелә – йәш авторҙар семинары
16 февралдә Силәбе ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда йәш автор­ҙарҙың сираттағы семинары асыла. Йәш ижадсыларҙы үҫтереүгә арналған был сара быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр тәүге семинар ҡаланың Урал дәүләт колледжы базаһында ойошторолоп, уңышлы үткәйне. Бындай саралар урындағы ҡәләм тибрәтеүселәрҙе дәртләндереп ебәреү, иңдәренә ҡанат ҡуйыу маҡсатында уҙғарыла. Йәштәр ижадына М. Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берләшмәһе айырым иғтибар бүлә. Яҙышҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр берләшмә үткәргән сараларҙан ситтә ҡалмай. Әҫәрҙәре дөйөм йыйынтыҡтарҙа баҫылып тора. Башҡортостан уҡыусыларын да бер нисә авторҙың ижад емештәре менән таныштырабыҙ.

Туған тел

Күҙ теймәһен генә телкәйемә,
Эй, наҙлы ла, йомшаҡ, яғымлы.
Халҡым кеүек ябай, үҙе татлы,
Әйтерһең дә, башҡорт балымы?!

Туған телем минең мәңге йәшәр,
Илһөйәрҙәр илдә булғанда.
Бөркөт кеүек сая уландары
Урал ҡуйынына тулғанда!

Фәнүзә ЗАРИПОВА.
Үрге Өфәлей ҡалаһы.

Һинең исем

Уйымда гел һинең исем,
Һинең үткер ҡарашың...
Уйымда тик һин, бергенәм,
Һинең атлап барышың.

Исемеңде әйтеү менән
Ай йылмая төндәрен.
Ә йондоҙҙар бәхет юрап,
Төрләндерә төҫтәрен.

Һинең исемде ишеткәс,
Моңға сума бар йыһан.
Бер һүҙгә, гүйә, шулай
Мөхәббәт сере һыйған.

Зимфера ШИРВАНОВА,
уҡытыусы.

ҡоншаҡ районы.

Һин кәрәк

Нисек кенә баҫайым һағышымды,
Ниҙәр генә ҡылам, алтыным?
Яҙ килгән дә, имеш, ҡоштар
һайрай,
Миңә кәрәк һинең моңдарың!

Миңә кәрәк күкрәгеңдән сыҡҡан,
Йәшәү йәме биргән тауышың.
Күҙҙәреңдә булған осҡондарың,
Иң-иң наҙлы кәрәк ҡарашың!

Килер һинһеҙ яҙҙар, ҡайҙа
барһын?
Атмаҫ сәскә күңел гөлдәрем.
Уның өсөн һинең нурың кәрәк,
Уның өсөн, бәғ(е)рем, тик һин кәрәк!
Мин эҙләмәм башҡа төрҙәрен…

Оксана ИЛЬЮП.
Силәбе ҡалаһы.

Шиғырҙарым

Шиғырҙарым – юлдаштарым,
Рухи донъям өлгөһө.
Шиғырҙарым – дуҫ-иштәрем,
Күңелемдең көҙгөһө.

Улар минең ҡояшым хас,
Ә нурҙары – һүҙҙәрем.
Тирә-яғым шундай күркәм:
ҡамашалар күҙҙәрем!

Шиғыр – ғүмер асылдарым,
Ташта үҫер гөлдәрем.
Шиғыр – тормош фасылдарым,
Һеҙһеҙ йәмһеҙ көндәрем.

Йыйырмын мин бер саҡ яҙҙың
Иң сағыу шәлкемдәрен.
Ана шул саҡ өләшерҙәр
Күңелем йәшлектәрен.

Юлиә ВӘЛИЕВА,
уҡытыусы.

ҡоншаҡ районы.

Тыуған ил

Уйҙарымда бер моңһоу йыр
Аға ла аға.
Әллә ниндәй һағыш булып,
Йөрәкте ҡаға.

Ағастағы япраҡ кеүек
Хоҙай яҙмышы.
Тыуған ерҙе ташлап китеү ‒
Йәнем һағышы.

Яҙмышымды ҡулға алам,
Мин башҡа бала.
Япраҡ кеүек осмам ситкә,
Илемдә ҡалам.

Эльвира ҡОЛОЕВА,
уҡытыусы.

Арғаяш районы.

Аҡ ҡайын

Ултыртманыҡ, үҙе үҫте
Баҡсабыҙҙа аҡ ҡайын.
Ярамай тип әйтһәләр ҙә,
Тейҙертмәне атайым.

Аҡ күлдәгең, ҡупшы алҡа
Килешә һиңә, ҡайын.
Эй һоҡланып маҡтар ине,
Юҡ шул хәҙер атайым.

ҡайын – ҡайғы, тиһәләр ҙә,
Ел-дауылдан һаҡлайым,
Матур тормош, аҡ бәхетең
Алда, тигәс атайым.

Айҙар ИШБИРҘИН,
мәғариф бүлеге методисы.


Һылыуҡай!

Күҙ теймәһен һылыуыма,
Һикереп төшөп тора.
ҡасан ғына ҡараһаң да,
Йылмайып көлөп тора.

Йырла, тиһәң, әҙер генә,
Бейе, тиһәң, тып та тып.
Таҡмаҡ ҡына әйтеп өлгөр,
Булмай уны туҡтатып.

Хәсбиямал ШАҺИЕВА.
Сосновка районы.

Бер ҡыҙ йыры

Бер егеткә күҙем төшкәс,
Алдарында ҡыландым.
Тик ул миңә ҡараманы,
Бына һиңә – хурландым.

Нисек итеп кенә икән
Үҙемә ҡаратайым?
Әллә микән төндәрҙә
Йортона оҙатайым?..

Үҙем һылыу, үҙем сибәр,
Ни ерем килешмәгән?
Барыһына өлгөрәм мин,
Юҡ ерем етешмәгән.

Эй, егет, ниңә икән һуң
Урланған минең йөрәк?
Йәшәп ятам әле буп-буш,
Йөрәкһеҙ – кемгә кәрәк?!

Гөлъямал НАЗМИЕВА.
Арғаяш районы.

“Не тронь!”

Мозафар бабай менән Таҡыя әбейҙең Илһам исемле берҙән-бер генә улдары бар. Ул бик тәртипле егет. Эшкә тотонһа, шартлатып эшләй, уҡыуҙа ла ҡалышмай.
Илһам мәктәпте тамамлағас, ҡалаға барып уҡырға инә лә ҡала донъяһына сума.
Йылдар үтә. Егет һайлаған һөнәре буйынса белгес булып ҡалала эшләй. Ул өйләнергә уйлай. Тик яратҡан ҡыҙы мәрйә булып сыға. Әбей менән бабай улдарының бәхетенә ҡаршы тормай, үҙ ризалыҡтарын биреп, гөрләтеп туй үткәрәләр.
Йәштәр ҡалала йәшәй. Уларҙың үҙ эштәре, донъялары, балалары...
Байтаҡ ваҡыт үткәс, бабай менән әбейҙе балалары ҡунаҡҡа алып ҡайта. Улы менән килене уларҙы шатланып ҡаршы ала, бик ҙур хөрмәт менән ҡунаҡ итә. Ләкин ҡунаҡтарҙың муйнаҡҡа әйләнер ваҡыты ла үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Быларға килендәре бер нәмәгә лә тейергә рөхсәт итмәй башлай. Быны тотһалар ҙа, “Не тронь!”, тегеһенә тейһәләр ҙә, “Не тронь!” тип кенә тора. Асыуланып, әбей менән бабай, тоҡсайҙарын алып, ауылға ҡайтып китә.
ҡайтҡас, ауылдаштары уларҙан:
– ҡайҙан киләһегеҙ һуң? – тип һорай.
– “Не тронь” ҡалаһынан, – тип яуап бирәләр.
– Бәй, ҡайҙа һуң ундай ҡала? – тип аптыраша ауылдаштары.
Таҡыя әбей менән Мозафар бабай бойоҡ ҡына:
– Алыҫ, алыҫ, – тип шым ғына өйҙәренә йүнәлә.

Альвина МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
Свердловск юридик академияһының 2-се курс студенты.



Аҙашҡан
Һыуыҡ. Ел ыжғыра. Ямғыр быҫҡаҡлай. Эттәр олой. Ағастар яуынға күшеккән. ҡара болоттар ағыла ла ағыла…
Әлиә өнһөҙ яҙмышы – яуапһыҙ мөхәббәте тураһында иҫкән елдәргә һөйләй. Уны тирә-яҡ ойоп тыңлай. Тәбиғәт, әйтерһең дә, яралы яҙмышты ҡыҙғанып илай ҙа илай…
ҡыҙ ут күршеһе Камилды өнһөҙ генә өҙөлөп яратты. Әммә татлы хистәрен уға белдермәне. Сөнки егет уның бала-саға уйынан көлөр һымаҡ тойолдо.
Йыл артынан йылдар үтте. Әлиә йомоҡ ҡына, үтә сиселеп бармаҫ кешегә әйләнде. Аҙ һүҙле, эшкә шәп ҡыҙ мәктәпте уңышлы тамамланы.
Юғары уҡыу йортоноң ишектәре уның өсөн еңел асылды. Ундағы хыял тауҙарын егәрле ҡыҙ еңел яуланы. Билде биштән быуып тотонғас, студент йылдары уның ҡулдарына юрист дипломын тоттороп үтеп китте. Бөгөн шатлыҡ тулы бокалдар гәлсәр сың ҡоя. Шампан тамсылары шатланып ергә тама. Биш йыл эсендә өйрәнгән курсташтар хушлаша. Ғүмерҙең ҡәтғи ҡанунымы, әллә бәхетле һыналышмы был?
Әлиә дуҫтары менән хушлашып, тыуған ауылына ҡайтты. Ата-әсәһе уны сабыр ғына көтөп алды. Өйҙә туғандары дипломлы белгесте йола буйынса ололаны, байрам ашы күңелдәрҙе иретте. “Мәнфәғәтен күр, балаҡай!” , “ҡул артың еңел булһын!”, “ҡотло булһын!” – теләктәрҙең иң изгеләре яуҙы уға тыуған йортта.
Ә кис әхирәттәре, класташтары һәм дуҫтары килде. Йәшлек дәрте уларҙы клубҡа тартты. Ауыл урамында көслө музыка ағыла. Әлиә был көндө ашҡынып көттө. Тик ниңәлер уны ҡапыл әллә ниндәй сәйер кисереш сорнап алды. Уның күңеле әле шатлыҡтан шампан тулы бокал кеүек тулышҡан. Әллә күңелдең шатлыҡтан күккә ашҡан сағымы икән?
Клуб. Көслө көй шауҡымында йәштәр сайҡала. Ана Камил… Әлиә, уны күргәс, ултырған урынынан саҡ атылып торманы. Ә тағы… Әлиә торор-тормаҫтан лып итеп кире ултырҙы. Ниндәй һылыуҡай?.. Ә улар ҡулға-ҡул... Әллә шампан башҡа бәрҙе ошо мәлдә? Әлиә үҙе һиҙмәҫтән кемгәлер өндәште. Әммә был көслө ҡойонда уны ишетеүсе булманы. Әйтерһең дә, гәлсәр бокалдар ташҡа төшөп, ватылды. Юҡ, бокалдар түгел, ә уның өмөт-ышаныстары ҡапыл селпәрәмә килде.
Мөхәббәт… Әлиәнең йөрәге йыш-йыш тибә, аяҡ быуындары йомшарҙы. Ул бер нисә минутҡа һушһыҙ ҡалды, унан клуб ишеге асылды. Әллә ниндәй көс, әллә үҙенең әлеге саялығы уны хәрәкәткә килтерҙе, аяҡтар ерҙе тоймай... Урам... Сауҡалыҡ... Юл... Нимәлер яҡтыра... Тәгәрмәстәр шулай ҡыҙҙар кеүек үкһеп сыйылдаймы?..
…“Хушлашмайса киттем түгелме?” – тирә-яҡта тынлыҡ. “Аҫта Ер йәйрәп ята, ә өҫтә Күк ҡатламы ҡалай алыҫ?” – тағы ла яуап юҡ. “Ер менән Күк араһы – улай булмай! Булмай! Булмай!”…
“Ғүмер – ул әҙәм балаһына иң ҡәҙерле бүләк. Уның ерҙә тәғәйен эше бар. Яҙған яҙмышты боҙоу, һиңә билдәләнгән миссияны үтәмәү – гонаһ! – тине тауыш күктән. – Ниңә сабыр итмәнең? Һине башланмаған яңы донъя көтә ине бит. Һин ниңә аҫыл башыңды үҙ ҡулдарың менән буш тәгәрмәстәр аҫтына һалдың? Күктәге ожмах бейек-бейектә, ә Ерҙәге ожмахтан кем туйған һуң? Ер менән Күк араһында аҙашыу бик йәл!”
... Ә ел тағы ажарлана ла ажарлана. Әле йорт-ҡураны, юлдар­ҙы туҙҙыра, яландарға, урмандарға артылып иҫә. Үҙ-үҙенең сәсен йолҡҡан бәндә кеүек ағастарҙың япраҡтарын тағата. ҡара болоттар ергә түгелә лә түгелә…

Гөлсирә ҒҮМӘРОВА.
Силәбе ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)