RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ырыҫлытау ыласыны

15.02.2013 Ырыҫлытау ыласыны

(хикәйә)
Ырыҫлытау ыласыны
Олуғ хикмәт һәм аҡыл эйәһе Лоҡман Хәкимдән:
− Әҙәпкә һин кемдән өйрәндең? − тип һорағандар.
− Әҙәпһеҙҙәрҙән, – тип яуап биргән ул. − Һәр саҡ, бер кешенең яуызлыҡ ҡылғанын күрһәм, ул яуызлыҡты эшләүҙән тыйыла инем.

(“Лоҡман Хәким хикмәттәре” китабынан).


Олатай аманаты

Атаһы ниндәй – улы шундай… Нәҫеленә ҡара ла балаһын күр… Алма ағасынан алыҫ төшмәй… Мәғәнәһе зат-ырыуға ҡағылышлы ошондай мәҡәл-әйтемдәр Рамазандың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙала, кәйефен боҙа. Әйтерһең, берәү туҡтауһыҙ мейеһенә: “Атайың эскесе, һин дә эскесе буласаҡһың”, – тип ныҡый. Һиҙгер күңелле үҫмерҙең былай ҙа яралы йөрәге әрнеп һыҡрай башлай.
Ваҡытында атаһы Ишбулды ағай колхоздың маҡтаулы тракторсыһы булды, колхоз тарҡалып, эшһеҙ ҡалғаны бирле эскегә бирелде. Һөйрәлеп эсеп йөрөүсе бер ул түгел инде, барлай китһәң, Көмөшйылға ауылында улар хәҙер быуа быуырлыҡ. Бергә йыйылышып алһалар, һене ҡороғансы эсәләр, ҡатындарынан, бала-сағаларынан аҡса таптырып ҡаҡшаталар. Әсәһе Хәлфиә лә иҫеректе тәрбиәләй-тәрбиәләй йөҙәне. Өйҙә көн дә ыҙғыш, талаш. Бындай саҡтарҙа атаһы өсөн уҡытыусыларҙан, иптәштәренән оялған Рамаҙандың ҡаф тауы артына ҡасып киткеһе килә. Быйыл, туғыҙынсы класты тамамлағас, ситкә китеп уҡырға ла уйлап ҡуя, тағы әсәһен йәлләй. Хәйер, Рамаҙандың уҡыу ҡайғыһы китте ул, бар уйлағаны − атаһын шул араҡы һаҙлығынан нисек йолоп алыу тураһында ғына. Кисә лә атаһының шул әшнәләре ҡаңғыртып, мәктәпкә өйгә бирелгән эштәрен эшләй алмай барҙы. Был Рамаҙанға бәйләнергә ярат­ҡан математика уҡытыусыһыТәслимә Ханнанов­наға етә ҡалды:
– Тағы дәрес әҙерләмәй килдеңме, ата ялҡау? – тип башланы ул һүҙен. − Ә мин һине олимпиадаға әҙерләп маташам бит әле. Башҡа берәү һиндәге һәләт менән гел ”бишле”гә генә уҡыр ине.
Уҡытыусы журналға “икеле” билдәһе ҡуйҙы, әммә бының менән генә ҡәнәғәтләнмәне, ни хәл итәһең, ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа, тип ауыҙ эсенән мығырлай-мы­ғыр­лай янына килеп, дәфтәренә ҡыҙыл ҡәләм менән ҙур итеп “икеле”не яҙҙы. Уҡытыусының үҙен бөтә класс, бигерәк тә оҡшатып йөрөгән Гөлсәскә алдында мыҫҡыллап, “ата ялҡау” тип атауына ғәрләнгән Рамаҙан башын аҫҡа эйҙе. Икенсе рәттә ултырған ҡыҙыҡай уға шелтәләп ҡарап алғандай тойолдо.
… Атаһы кисә өйҙә тағы шағараҡ ҡорҙо: ундай шау-шыуҙа дәрес әҙерләү ҡайғыһымы ни? Бөтә өйгә таралған тын алғыһыҙ һаҫыҡ араҡы еҫенән шаңҡып, иҫеректәрҙең әсәһенән араҡы, ашарға таптырыуынан ҡаҡшап, өйҙән саҡ-саҡ тигәндәй ҡасып киттеләр; арманһыҙ булып, олаталарына килеп йоҡланылар. ҡустылары иртәнсәк мәктәпкә бармай йоҡлап ҡалды, дәрес ҡалдырмаҫҡа тырышҡан Рамаҙан иртүк ҡайта һалып, урындыҡта ятҡан сумкаһын эләктерҙе лә мәктәпкә йүгерҙе. Быларҙың бөтәһен класс алдында һөйләй, өйгә эште эшләй алмау сәбәбен аңлатып тора алмай ҙа инде ул.
Ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа… Был әйтемде Тәслимә апай йыш ҡуллана. Күберәген Рамаҙандың атаһы һымаҡ бер ҡайҙа эшләмәй, йүнләп донъя көтмәй йөрөгәндәрҙең балаларына әйтә. Йәнәһе, үҫкәс һин дә атайың һымаҡ булырһың инде, тиеүе.
ҡайсаҡ Рамаҙан ололарҙы аңлап етмәй: сараһыҙлыҡтан сығыу юлдарын өйрәтәһе, бала күңеленә өмөт орлоҡтары сәсәһе урынға тоталар ҙа уны шаңҡытырлыҡ хөкөм сығара башлай­ҙар: имеш, атаһы ниндәй, улы ла шундай буласаҡ. Ниңә ололар тормошҡа аяҡ баҫырға ла өлгөрмәгән үҫмергә шундай аяуһыҙ хөкөм сығара? Был бит күрәләтә йығылғанды түпәләү, былай ҙа ут эсендә йөрөгән баланы упҡынға этәреү. Юҡ, Рамаҙан эскесе булмаясаҡ. Ул быны ап-асыҡ белә. Үҙенең күҙе алдында араҡының атаһын харап итеүен белеп-күреп йөрөгән көйө, шул һаҙлыҡҡа батырға уның башына тай типкәнме ни? Уның хыялы – үҫеп еткәс, һөйгән ҡыҙы Гөлсәскә менән матур бәхетле ғаилә ҡороу. Маҡсатына ирешеү өсөн холҡонда насар сифаттар булдырмаҫҡа тырыша. Йыш ҡына мәктәп китапханаһына инеп, гәзит, журнал уҡый. Яңыраҡ бер фәһемле мәҡәләгә юлыҡты: “Зиһенгә насар уй-фекерҙе һеңдерергә ярамай, насарлыҡҡа – насарлыҡ, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ тартыла, – тиелгәйне унда. – Өмөтһөҙлөккә бирелеү – үҙ юлыңа үҙең кәртә ҡуйыу. Һәр кем үҙенә үҙе хужа, һәр кешенең киләсәге үҙ ҡулында”. Рамаҙанға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәткән, кәңәш бирерҙәй ошондай мәҡәләләр оҡшай. Үҫмер ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шулар­ҙан дөрөҫ йәшәү юлын эҙләй.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиһәләр ҙә, аталары дәрәжәле, халыҡ араһында абруйлы һа­нал­ған кешеләрҙең дә балалары ал да гөл түгел. Ана, райондағы түрәнең ҡалала уҡып йөрөгән улын наркоман, имеш, тиҙәр. Бер ҡайҙа эшләмәй, атайҙың ҡалын елкәһенә атланып, хөр йәшәгән башҡа әрәмтамаҡтар тураһында ла ауылда ишетелеп тора. Тәслимә апай, ишандан ишан тыуа, тип әйтһә лә, бына бит ул нисек, бер ишандан – бер нишан, бер нишандан бер ишан тыуыуы ла ихтимал икән – ошондай уй-фекер­ҙәр килә Рамаҙандың башына. Күңеле яҡтылыҡҡа ынтыла уның, кешеләрҙән өмөт уятырҙай аҡыллы һүҙҙәр ишеткеһе килә. Юҡ, юҡ, ул бер ҡасан да ояһында күргәнде ҡабатламаясаҡ. Их, тиҙерәк урта мәктәпте тамамларға ла Ырыҫлытау балапандары һымаҡ, алыҫҡа-алыҫҡа осоп китергә ине. Иҫерек атаһын күрмәҫ ине, исмаһам. Ул сағында үҙе хыял иткәнсә йәшәр. Бәхетле киләсәге өсөн барлыҡ көсөн һалыр.
Йәйгеһен олатаһының Ырыҫлытау итәгендәге сабынлығына бесән сабырға барғанда бейектә, зәп-зәңгәр күк төпкөлөндә, оҙон ҡыйғас ҡанаттарын талғын елпеп, ҡолас ташлап йөҙгән яңғыҙ ыласынға ҡарап ятҡайны Рамаҙан. Ғорур ҡиәфәтенән уның йыһан киңлегендә үҙен батша итеп тойоуы күренеп тора. Үҫмер олатаһынан һорай ҡуйҙы:
– Ниңә ҡарғалар, һайыҫҡандар, башҡа ҡоштар тулып йөрөй, ә ыласындар бармаҡ менән генә һанарлыҡ? Беҙҙең Ырыҫлытауҙа ла улар берәм-һәрәм генә күренеп ҡала. Ниңә?
Йәш сағында ыласын сөйөп һунар иткән, был үткер кәкре суҡышлы ғәйрәтле ҡоштарҙың йәшәйешен, холҡон, балаларын нисек тәрбиәләп үҫтереүен яҡшы өйрәнгән тәжрибәле һунарсы бер килке уйланып торҙо ла ошоларҙы һөйләне:
– Улым, ыласындың балаһы йәшәү өсөн йомортҡа эсендә үк үлемесле көрәшә. ҡаты тышлы йомортҡаны тик көслөләре, ныҡышмалдары ғына тишеп сыға ала. ҡошсоҡтарҙың да йәнасыҡҡа йәшәргә тырышҡандары ғына әҙәм булып китә. Ундайҙарын балапан тип йөрөтәләр. Көсһөҙҙәре, кәрһеҙҙәре йә йомортҡа эсендә үк тонсоға, йә аҙаҡ ҡаянан ҡолап төшә, йә аслыҡтан үлә.
– Быларҙы белмәгәйнем.
– Аҡыллыға – ишара, улым, йәшәү өсөн ыласындарҙан фәһем алырға була.
– Ә ҡошсоҡтар осорға нисек өйрәнә?
– Инә ҡош осоп китергә ҡурҡып торған балаһын ҡаянан үҙе этеп төшөрә. ҡошсоҡ ҡанаттарын елпеп осоп китә алһа, иҫән ҡала, ҡурҡып, аҫҡа тәгәрәһә, ҡаяға бәрелеп һәләк була. Ыласындарҙа тәрбиә бына шулай.
Ыласындың тәбиғәттә ни өсөн һирәк осрауы Рамаҙандың күңеленә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Тимәк, һайламдары ғына ҡала. Һәр һүҙен уйлап һөйләргә яратҡан олатаһының тел төбөнән был аманатты уға ентекләп бәйән итеүенең сәбәбен аңланы ул: ауырлыҡтарҙы ихтыяр көсө менән йырып сыға алһаң, ҡыйынлыҡтарға бирешмәһәң, сыҙам булһаң, тормошта маҡсатына ирешә алаһың, тип әйтергә теләне уға ил ҡарты. Тик быны туранан-тура әйтмәне, ғәҙәтенсә, уйланырлыҡ итеп, ишара менән еткерҙе.
Мин үҙемсә йәшәйәсәкмен

Ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа…
Был мәҡәлдең мәғәнәһен олатаһынан һорашып белгәс, ғәрләнеүҙән Рамаҙан үҙ-үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй үрһәләнде. “Нишана” һүҙе ерәнес, килбәтһеҙ, хәшәрәт тигәнде аңлата икән. Тимәк, ул әҙәм әшәкеһе булып сыға инде. Ә Гөлсәскә беләме икән был һүҙҙең мәғәнәһен? Беренсе кластан уҡ оҡшатып йөрөгән ҡыҙыҡайы, һин – нишана тип, уға ҡарамай, боролоп китһә? Уҡытыусының һөйгән ҡыҙы алдында хурлауы үҫмерҙең намыҫына тейҙе, ул үҙ-үҙен яҡларға булды. Бына яйы ла сыҡты. Бер көндө дәрестән һуң Тәслимә Ханнановна район олимпиадаһында ҡатнашыусыларға ҡалырға ҡушты. Математика кабинетына йыйылған уҡыу­сыларҙың һәр береһенә индивидуаль эш планы бирҙе. Уҡытыусыға үпкәһен белдерергә йыйын­ған Рамаҙан, әйтер һүҙҙәремде уңайһыҙланып әйтә алмаһам тип, яҙып та алып килгәйне. Ул, тулҡынланып, иптәштәре таралышҡанды көттө. Ысынлап та, күҙгә-күҙ ҡарап уҡытыусыға тәнҡит һүҙҙәрен әйтеү оялта икән. Ул дәфтәр битенә яҙып алып килгән хатын уҡытыусыһының алдына илтеп һалды ла уҡтай атылып бүлмәнән сығып та йүгерҙе. Унда ошондай һүҙҙәр яҙылғайны: “Һеҙ, ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа, тиһегеҙ. Ә минең олатайым, бер ишандан – бер нишан, бер нишандан бер ишан тыуған, тип тә әйтә. Һәр кемдең киләсәге үҙ ҡулында, ти. Атаһы ниндәй, улы ла шундай булырға тимәгән. Мин үҙемсә йәшәйәсәкмен”.
Хатты уҡып сыҡҡас, Тәслимә Ханнановна хайран ҡалды. Һүҙ юҡ, Рамаҙан хаҡлы, тип уйланы ул үҙенең хатаһын танып, үҫмерҙең намыҫына тейерҙәй һүҙ әйтелгән шул. Тәбиғәттән математикаға һәләтле был баланы Тәслимә һис рәнйе­тергә теләмәгәйне, маҡсаты талапсанлыҡ аша уны тырыштырыу, уҡыуға сәм уятыу ине. Тәжрибәле педагог белә: тормошта ҙур бейеклектәргә өлгәшеү өсөн һәләтле булыу ғына аҙ, иң беренсе, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, һәр эште урыны-еренә еткереп үтәй белеү кәрәк. Инде бер ай район олимпиадаһына әҙерлек алып бара, өҫтәмә эштәр биреп ҡайтара, ә ул хатта өйгә бирелгән эшен дә йүнләп эшләмәй килә. Уҡытыусының да йәне бар, ул да көйөп китә. Уҡытыусының Рамаҙанға бәйләнеүе, һәр саҡ уны күҙ уңында тотоуы, ҡайсаҡ әрләп алыуы уға ҙур өмөттәр бағлауҙан килеүен балалығы менән аңлап еткермәйҙер инде уҡыусыһы. Һиҙеп тора, уға тырышып уҡырға атаһының эсеп йөрөүе ҡамасаулай. Нишандан нишан тыуа, тигәне лә шул, атайың һымаҡ булып ҡуйма, тырышып уҡы, тип иҫкәртеүе ине. Уҡытыусы ошо көндәрҙә Ишбулдыларҙың өйөнә барып, хаяһын юғалтҡан тәртипһеҙ атай менән туранан-тура һөйләшеп ҡарарға булды.
Рамаҙан мәктәптән тулҡынланып ҡайтып инде. Атаһы тағы эскән, әсәһе түрбашта илап тора. Үҫмерҙең бар булмышын ауыр, күңелһеҙ хис биләп алды. “ Өйгә ҡайтһам, өйҙә, мәктәпкә барһам, мәктәптә йәнгә тыныслыҡ юҡ”, – тип уйланы. Ул илап торған әсәһенең янына килеп:
– Тағы ни булды? − тип һораны.
– Атайың таш келәткә һуйып элгән ҡаҙҙарҙы алып сығып, араҡыға алмаштырған.
Атаһына асыуы ныҡ килһә лә, уның хәтерен һаҡлап, Рамаҙан ҡапылда бер ни ҙә өндәшмәне. Хәленән килгәнсә әсәһен йыуатырға тырышып, яурынынан ҡосаҡланы. ҡайһы саҡта Рамаҙан атаһы менән ирҙәрсә һөйләшеп алырға итә, берәй юлын табып, нисек тә шул эсеүенән дүндергеһе килә. Ләкин атаһы ыҡҡа килерҙәй түгел. Әйтә башлаһаң, улым туғыҙынсыла уҡый, егет ҡорона инеп бара, тип тормай, ҡулына нимә эләгә, шуның менән тондора.
Көн дә атаһын нисек эсеүҙән туҡтатыу хаҡында уйлап йөрөй торғас, бөгөн башына йәпле генә бер фекер килде: мәктәптең видеокамераһын алып ҡайтып, тегенең иҫерек сағын киноға төшөрөп алырға ла аҙаҡ үҙенә күрһәтеп оялтыр­ға. Шәп бит, ә! Көттөрмәй яйы ла сыҡты: бер көндө видеокамераны алып ҡайтып, бер нисә ытырғаныс хәлде яҙҙырып та ҡуйҙы. Ишек алдында иҫереп ятҡанында битен эттәре Муйнаҡтың ялап тороуы ла йәтеш килеп сыҡты. Төрлө саҡтарын төшөрә торғас, бер кино­фильм­лыҡ әйбер тупланды. Тик атаһының айныҡ сағы һирәк булғанлыҡтан, үҙенә күрһәтергә һаман яйы сыҡманы.

Фермер Иҙел ағай

Дәрестәр бөтөп, ҡайтырға сыҡҡайнылар, уны класташы Гөлсәскә ҡыуып етте.
– Бөгөн кискеһен клубта фермер Иҙел Шәмсетдинов менән осрашыу була. Зифа Барый ҡыҙы һиңә бер ыңғай мәктәптән видеокамераны алып ҡайтырға, кисәне төшөрөп алырға ҡушты.
Тәрбиә эше буйынса мөдир уны ошондай сараларға йәлеп итергә тырышып ҡына тора. Быйыл хатта мәктәптең бөтә техник әсбаптары өсөн уны яуаплы итеп ҡуйҙы. Видеокамераны ла уға ғына ышанып тоттора.
– Мин кисәлә алып барыусы булам, – тине ҡыҙыҡай.– Килерһең, йәме. Шунан өйҙәренә йүгереп инеп тә китте.
Һөйкөмлө ҡыҙҙың әйткәндәре Рамаҙандың күңелен үҫтереп ебәрҙе. Ә фермер Иҙел ағайҙы ул белә, былтыр йәй һарыҡтарын көткәйне. “Их, үҫкәс ошо ағай һымағыраҡ йәшәргә ине”, − тип хыялланып та йөрөгәйне.
Видеокамера ҡулына килеп эләккәс, егеттең кәйефе күтәрелде.
– Я всегда с собой беру
Видеокамеру! −
тип көйләп алды. Оҡшай уға был шөғөл. Берәй уңайын тап килтереп, Гөлсәскәне лә видеоклип­ҡа төшөрөргә хыяллана.
Асығып ҡайтҡан Рамаҙан тамаҡ ялғарға ғына ултырғайны, ишек асылып китте лә алпан-толпан баҫып атаһы, уның артынан тағы теге әшнәһе килеп инде. Ата кеше өҫтәлгә бер “ярты” ҡуйҙы ла ашап ултырған улына һыҙғыр­ҙы: “Выжжжт атсюдава, пацан”. Унан ҡатынына екерҙе:
– Хәлфиә, ҡапҡыларға берәй нәмә ҡуй өҫтәлгә!
Иренең холоҡһоҙлоғонан ҡурҡып бөткән ҡатыны уны тыңларға ла, тыңламаҫҡа ла белмәй өйрөлөп-сөйрөлдө. Барлы-юҡлы ризығын балаларына ашатһынмы, быларҙың алдына ҡуйһынмы? Ә ире − Ишбулды быны уйламай, уға ике донъя – бер мөрйә.
Тегеләр иркенләп ултырып бер “ярты”ны бушатты. Үҫмер иһә видеокамера ҡулында саҡта, яйын табып, быларҙың ҡыланышын төшөрөргә тотондо. Рамаҙан, атайым бер саҡ айныр, үҙенең иҫерек сағын, йәмһеҙ ҡыланышын күреп оялыр ҙа эсеүен ташлар, тип өмөт итә.
Ә бер аҙҙан йүнләп төшкөлөктө лә ашамаған үҫмер, камераһын ҡуйынына ҡыҫтырып, клуб яғына атланы.
Рамаҙан килеп еткәндә клуб эсе ауылдаштар, уҡыусылар менән шығырым тулы ине. Тиҙ генә видеотаҫманы яңыға алмаштыра һалып, үҙенә эш өсөн йәтеш урын һайланы. Бына сәхнәгә Гөлсәскә сығып баҫты ла кисәне башлап ебәрҙе.
– Бөгөн беҙҙең Көмөшйылға ауылы клубында – фәһемле осрашыу. Алдынғы фермер Иҙел ағай Шәмсетдинов ошо көндәрҙә хөкүмәттең юғары наградаһына – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Был бүләк уға фермерлыҡ эшен һәйбәт алып барғаны, өлгөлө ғаилә башлығы булғаны өсөн бирелде. Шәмсетдиновтар ғаиләһе үҙҙәренең ике балаһы өҫтөнә йәнә өс етемде тәрбиәгә алып, матур итеп үҫтерә.
Рамаҙан Гөлсәскәне мөмкин тиклем оҙағыраҡ, асығыраҡ итеп төшөрөргә тырышты. Бер аҙҙан экранды ҡарағайны, ҡыҙыҡай матур төшкән.
Ошо рәүешле таныштырғас, Гөлсәскә һүҙҙе ҡунаҡҡа бирҙе. Өҫтөнә ялтлап торған өр-яңы ҡупшы костюм кейгән, ҡуйы ҡара сәсен ҡырын һалып тараған оҙонсараҡ йөҙлө, уйсан ҡарашлы ир сәхнәгә күтәрелде. Бында ултырыусыларҙың ни уйлағанын белергә теләгәндәй, күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ бер аҙ залды байҡап торҙо.

Лира Әхмәт-Яҡшыбаева.

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)