RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

15.02.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер ир һыбай барғанда, ауылдың халыҡ күп йөрөй торған еренә еткәс, атынан ҡолап төшә. Быны күреп торған кешеләр көлә башлаған. Ир тегеләргә:
– Һеҙ нимәгә көләһегеҙ? – тип асыулана. – ҡолап төшмәгән булһам да, ошо урынға еткәс, үҙем дә төшмәксе инем. Былай яҡшыраҡ та булды, миңә, һикереп төшөп, көсөмдө әрәм итергә тура килмәне.

* * *
Әкрәм бер танышын осрата:
– Шунан, хәлдәрең нисек?
– Нисек тип ни, тапһам – ашайым, тапмаһам, ас йәшәйем, – тигән тегеһе.
Ир уға бик оҙаҡ йәлләп ҡарап торған да:
– Эй, меҫкенкәй, беҙҙең ҡала эттәренә оҡшағанһың икән дә, – тигән.

* * *
Бер бик шаян кеше булған. Кемдер унан көлмәксе булып:
– Әйтсе, ни өсөн ҡаҙ бер аяғын күтәреп тора? – тип һораған.
– Икенсе аяғын да күтәрһә, ул мотлаҡ ҡолаясаҡ, – тигән ир.


* * *
Бер ир психиатрға килә лә:
– Табип әфәнде, инде өсөнсө ай төшөмә бер үк ҡатын инә, – ти.
– Инһә һуң? – тип аптырай табип.
– Ялҡытты.

* * *
«Һуҡырҙар йәмғиәтенә һыйпағанда белеп булырлыҡ бик сибәр секретарь ҡыҙ талап ителә».

* * *
ҡатын, иренең көн һайын эсеүенән ялҡып:
– Түҙерлегем ҡалманы, туҡтай­һыңмы-юҡмы, шул араҡынан күпме кеше үлгәнен, ана, зыярат­ҡа барып ҡарап ҡайт, – ти. Икенсе көндө ир һуң ғына ҡайтып инә лә:
– Барҙым һин әйткән ергә. Тик унда «ҡәйнәһенән», «Коллек­тивтан», «ҡатынынан», «Балала­рынан» тигән веноктар ғына, ә «Араҡынан» тигән яҙыу күрмәнем, – тигән.

* * *
– Беҙ – табиптарҙың ике генә теләге бар: «ярлы-ябаға бер ваҡытта ла ауырымаһын, ә байҙар, киреһенсә, бер ваҡытта ла һауыҡмаһын».

* * *
Балалары әсәһенең сумкаһын аҡтара.
– Һеҙгә сит кешенең сумкаһын аҡтарырға оят түгелме? – ти әсәләре.
– Әсәй, һиндә сит кеше сумкаһымы ни?..

* * *
Ирле-ҡатынлы бик тығын автобуста китеп бара. Бер аҙҙан ҡа­тын, тулҡынланып:
– Был – минең ҡулым. Быныһы һинеке. ҡыҙыҡ. Ә сумкам ҡайҙа? – тип ҡысҡырып ебәрә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)