RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңелдәрҙә йәшәй әҙип һүҙе

08.02.2013 Күңелдәрҙә йәшәй әҙип һүҙе

Күңелдәрҙә йәшәй әҙип һүҙе
Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы һәм Яҙыу­сылар союзы ағзаһы, алты китап авторы, Юлдыбай ауылының по­четлы гражданы Мөслим Бәх­тиәр улы Әбсәләмовтың тыуы­уына 80 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған төйәгендә «Тәүге бүләк» менән «Үрҙәргә» исеме аҫтында (тәүге һәм һуңғы китаптары) ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте. Был сарала баш ҡалабыҙҙан Яҙыу­сылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәй­ҙул­лина, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ҡәҙим Аралбай, әүҙем йәмәғәтсе һәм шағирә Гөлфиә Юнысова, «Не­деля» нәшриәт йорто директоры Артур Иҙелбаев, йәш прозаик, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Айгиз Баймөхәмәтов, ҡыҙ­ҙары Ләйсән менән Светлана һ.б. ҡатнашты.
Өфө ҡунаҡтары башта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында райондың «Ауыл уттары» гәзите янында эшләп килгән «Шишмәләр» әҙәби түңәрәге ағзалары менән осрашып, фекер алышты. Артабан осрашыу акт залында дауам итте.
Кисәнең был тәүге өлөшө Мөслим Әбсәләмов уҡыған һәм эшләгән ошо мәктәптә уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһына арналған митинг менән тамамланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирҙәүес ҡашҡарова остазының тормош һәм ижад юлы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, мәғариф ветераны Хәфизә Амантаева тәьҫораттары менән уртаҡлашҡандан һуң ҡәҙим Аралбай менән мәктәп директоры Сабир Зөлҡәрнәев таҡтаташты асты. Артабан хәтер кисәһенә йыйылыусылар мәҙәниәт йортона йүнәлде.
Мөғәллим, яҙыусы Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмов иҫтәлегенә арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәһен ҡыҫҡаса телмәр менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Коротков (ул башҡортса таҙа һөйләшә) асты һәм ауылдаштарын ололағандары өсөн юлдыбайҙарға рәхмәтен еткерҙе. Кисәне алып барыусы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Земфира Аҡҡусҡарова арҙаҡлы шәхестең тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны. Уның телмәре йыр-моң менән үрелеп барҙы. Фекер алышыуҙа беренсе булып сәхнәгә күтәрелгән Гөлнур ҡуға­ше­ва синыф етәкселәре булған Мөслим ағайҙары менән туристик походтарға йөрөүҙәрен бәйән итте һәм төҙөлә башлаған урамға уның исемен биреү тәҡдимен индерҙе, ә Гөлшат Зөлҡәрнәева уҡытыусы һәм ижадсының исемен урамға түгел, мәктәпкә биреүҙе хуп күрҙе (тик бынан 4 – 5 йыл элек мәктәпкә 35 йыл етәкселек иткән М. ҡаҙаҡҡолов исемен биреү тураһында һүҙ барғайны инде). Мөслим Бәхтиәр улы менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән ошо юлдар авторы, коллегаһының өлгөлө уҡытыусы ғына түгел, әүҙем хәбәрсе лә, спортсы ла, артист та булыуын билдәләп, яҙыусы булараҡ әҫәрҙәрендә юмор һәм сатираны оҫта ҡулланыуына туҡталды.
Әҙибә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, республиканың 230 яҙыусыһы исеменән юлдыбайҙарға сәләм тапшырып, яҡташыбыҙҙың тәрән йөкмәткеле әкиәттәренең антологияға индерелеүен еткерҙе һәм китапханаға китаптарын бүләк итте.
ҡәҙим Аралбай яҡташыбыҙҙы союзға ҡабул ителгән көндән белеүен, Юлдыбай урта мәктәбендә бер нисә мәртәбә булыуын, ауылдан арҙаҡлы шәхестәрҙең күп сығыуына ғорурланыуын белдерһә, билдәле шағирә Гөлфиә Юнысова юлдыбайҙарҙың яҡташтарын ололап ҡәҙер итеүенә һоҡланды.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, «Ауыл уттары» гәзите мөхәррире Ильяс Такалов Мөслим Бәхтиәр улының ижади эшмәкәрлегендә урындағы матбуғат баҫмаһының ҙур роль уйнауы, уның менән бик әүҙем хеҙмәттәшлек итеүе һәм гәзит биттәрендә йыл буйына уның исемендәге конкурс үтеүе һәм был ижади бәйгелә ике тиҫтәнән ашыу авторҙың шиғыр һәм хикәйәләре донъя күреүе хаҡында һөйләп, уларҙың һөҙөмтәләрен иғлан итте. Бәйгелә Юлдыбайҙан Зилә Йәндәүләтова еңеүсе тип табылһа, Матрайҙан Зөлфирә Ғүмәрова менән ҡыҙҙар­биргәндән Фирүзә Йәнгирова – икенсе, Исҡужанан Мөғлифә Үтә­ше­ва, Һабырҙан Мәрйәм Тапаҡова һәм Юлдыбайҙан Ғәлиә ҡоҙашева өсөнсө урын яуланы. Уларға дипломдар менән бүләктәр, шулай уҡ конкурста иҫтәлектәре, тәьҫораттары, хәтирәләре менән сығыш яһаусы бер төркөм авторға Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүсе­ләргә Гөлфиә Юнысова үҙенең китаптарын бирҙе.
Сарала Мөслим Бәхтиәр улының әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде, «Сатҡылар» бейеү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың вокаль һәм ҡурайсылар ансамблдәренең сығышы, яңғыҙ йыр һәм бейеүҙәр ҙә күңелдәргә хуш килде.
Кисә һуңында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәре Светлана Әбсәләмова атайҙарын ошолай хөрмәтләгәндәре өсөн яҡташтарына оло рәхмәтен еткерҙе.

Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)