RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәүеф Насировтың асыш-фараздары

30.10.2012 Рәүеф Насировтың асыш-фараздары

Рәүеф Насировтың асыш-фараздары
Рәүеф Насировты уҡыусы, башлыса, Александр Матросовтың ысынбарлыҡта яҡташыбыҙ Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуын иҫбатлаусы журналист тип белә. Бынан тыш, Рәүеф Насиров − оҫта хикәйәләр (“Бурыс” хикәйәләр йыйынтығы. 1992 йыл, “Китап” нәшриәте), “ҡыйралыш” романы (2010 йыл, “Китап” нәшриәте) авторы, һәүәҫкәр рәссам, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тарихын яҙыусыларҙың береһе. 1937 – 1938 йылдарҙағы репрессия ҡорбандары, хеҙмәте һәм көрәше менән йәнен фиҙа ҡылғандар, илебеҙҙе емереклектән күтәреүселәр − барыһы ла уның геройҙары.
Рәүеф Насировтың журналист һәм тарихсы булараҡ эҙләнеүҙәре, тыуған яғының үткәне, башҡорт яуҙары йылъяҙмаһын тыуҙырыуы хаҡында тағы бер иҫкә төшөрөү фарыздыр. Сөнки, ошо юҫыҡтан ҡарағанда, ул халҡыбыҙҙың милли үҙаңы үҫеүенә, формалашыуына тос өлөш индереүсе ир-уҙамандарыбыҙҙың, ғалим-гөлләмәләребеҙҙең береһе. Әлбиттә, ул профессиональ тарихсы түгел, ниндәйҙер ҡалыптарға һыйған ғилми диссертациялар яҡламаған, һөнәре буйынса филолог, журналист (филология фәндәре докторы Салауат Галин әйтмешләй, Рәүеф Насиров кем ул, тарихсымы, фольклорсы, әҙәбиәтсе, ғалиммы, яҙыусымы, ил өйрәнеүсеме?).
Хәйер, уҡыусы өсөн бының әллә ни әһәмиәте лә юҡ, бары яҙғандарың уның күңеленә барып етһен, унда ниндәйҙер хис-тойғолар уятһын. Бәғзе бер тарихсыларҙың кандидатлыҡ, хатта докторлыҡ эштәре менән дә танышҡан бар, әммә улар бары фән өсөн, бары фәнни исем-дәрәжә алыр өсөн генә яҙылған һымаҡ. Ә Рәүеф Насиров, инеш башын таҙартып йөрөүсе кеше һымаҡ, ғилми эшмәкәрҙәрҙең ҡулы, хатта ҡомары етмәгән өлкәләргә барып етә, тарих сөңгөлдәренә сума, халҡыбыҙ йәшәйеше, үткәнебеҙ инештәрен тергеҙә, халыҡ күңелендә, хәтер-кәштәләрендә һаман туҙанға күмелеп ятҡан биттәрҙе аса. Нәҡ шул яғы менән ул тарихсы-ғалим, тапҡыр телле, тәрән фекерле публицист.
Рәүеф Насиров, эйе, оҙаҡ йылдар журналистика менән шөғөлләнде, гәзит-жур­налдар­ҙа эшләне. Тынғыһыҙ рухы, эҙәрмәнлек ҡомары уны фәнни эҙләнеүҙәргә, тарихҡа, этнографияға, фольклорға килтерҙе. Мәҫәлән, “Ғилем” нәшриәтендә 2005 йылда донъя күргән “Ете һыу башы” китабын ғына алайыҡ. Автор уны икенсе төрлө “Барын, ҡыуаҡандар тайраһы (шәжәрәһе)” тип атай. Бында ошо ырыуҙар тарихына ХV – ХV² быуаттарҙан башлап байҡау яһала. Барын һәм ҡыуаҡан ырыуы хәҙерге Учалы һәм уға сиктәш Силәбе өлкәһе ерҙәрен биләй. Хеҙмәттә уларҙың ХV²² – ХV²²² быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыуы, ба­тыр­ҙары, бүтән күренекле шәхестәре тасуирлана, йырҙары һәм ҡобайырҙары, бәйеттәре бәйән ителә – шулай был ырыуҙарҙың тотош шәжәрәһе күҙ алдына баҫтырыла.
Тикшеренеүсе уйынса, китаптың арҡа һөйәген “Урал рухы” эссеһы тәшкил итә. “Урал батыр” эпосы тураһында бөгөн фәндә айырым тармаҡ – ҡобайырҙы өйрәнеү өлкәһе барлыҡҡа килде; Рәүеф Насиров та ошо юҫыҡты тота.
Быға тиклем дә эпостың йәше, ҡасан тыуыуы хаҡында бәхәстәр ҡубып торҙо. Эпостың йөкмәткеһе, формаһы буйынса хеҙмәттәр ҙә йәмәғәтселекте ҡуҙғытып алды. Рәүеф Насиров та шул усаҡҡа ҡуҙ һала, утҡа май һибә. Эссе тәүләп “Ағиҙел” журналында баҫылғанда уҡ (2004 йыл) һиҫкәндергәйне беҙҙе. Имеш, Урал мифик зат ҡына түгел, ә тарихи шәхес булған, уның йәшәгән һәм үлгән урыны барын, ҡыуаҡандар биләмәләренә тап килә! Урал шунда – Йөрәккүл янында (Һатҡы ҡалаһы тирәһе) йәшәгән, шул тарафтан, халыҡ өсөн тереһыу юллап, ер-һыу гиҙә сығып киткән, урап ҡайтып, һәләк булған!
Эҙәрмән үҙенең фаразын юлъяҙмалар, риүәйәттәр, шул риүәйәттәрҙе иҫендә тотҡан заттарҙың күрһәтмәләре, иҫкәрмәләре менән дәлилләй. Йәғни фактик тарихи материал “аяҡ аҫтында ғына ята” тип белдерә. Учалы районына, Силәбе яҡтарына сәфәр ҡыла. Тыуған яҡтары риүәйәттәрен, хикмәттәрен ул бала сағынан ишетеп үҫкән, шуға тәбиғәт ҡомартҡылары уны яңынан-яңы эҙләнеүҙәргә рухландыра, яңы фәнни фараздарға илтә.
Ысынлап та, Урал батыр тарихи шәхесме? Улайһа, ул ҡайҙа тыуған, йәшәгән? Үҙенең информаторҙары ярҙамында тикшеренеүсе хатта Уралдың сәйәхәте картаһын төҙөй… Ғөмүмән, “Урал батыр” эпосын ҡайһы ырыу вәкилдәре ижад иткән, ҡобайырҙың теле ҡайһыларҙың теленә нигеҙләнгән? Рәүеф Насировса, ул барын, ҡыуаҡан, әйле һөйләштәренә нигеҙләнә. Йәнә: Урал тауы ҡасан, нилектән шулай тип атала башлай? Халыҡ араһында бары ошо төбәктә генә “Уралда бесән сабам”, “Уралға һунарға сығам” тип һөйләйҙәр бит…
Урал, Урал тиһәк тә, был тауҙар теҙмәһендә һәр тауҙың үҙ исем-аты бар.
Журналистика уҡыусыны аптыратыуға (йәки уға яңылыҡ биреүгә) ҡоролған, фәнни тикшеренеүҙәр ҙә бәхәстәр, шаҡ ҡатырғыс фараздарҙан башлана. Рәүеф Насиров та беҙҙе ошондай асыш-фараздары менән аптырата. Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәнов тарихын ғына алайыҡ…
Был юлы тынғыһыҙ эҙәрмән барын менән ҡыуаҡандарҙың тотош тарихын байҡарға йөрьәт итә! Билдәле булыуынса, был ырыу­ҙарҙың тарихы фәндә аҙ өйрәнелгән. Барындар һәм ҡыуаҡандар был төбәккә ҡасан килеп ултырған, ниндәй сәбәптәр арҡаһында күсенеп йөрөгән һәм әле юғалыр сиккә барып етә, уларҙың батыр шәхестәре кемдәр, йырҙары ниндәй – тикшеренеүсе ошо һорауҙарға яуап табырға тырыша йәки “аяҡ аҫтында ятҡан фактик материал” менән ошо өҙөклөктө ямарға атлыға. Билдәле ғалим Азат Камалов раҫлауынса, автор ошо төбәктә ХV²²² быуатта барған ифрат ҡатмарлы ваҡиғаларҙы мөмкин тиклем дөрөҫ һәм тулы аңлата алған. Мәҫәлән, Рәүеф Насиров Уралдағы алтын-көмөш, гәүһәрҙең шунда йәшәгән төп халыҡҡа ҡыуаныс килтермәүе, ошо байлыҡтың колонизаторҙар тарафынан аяуһыҙ таланыуы хаҡында яҙа. Ошо тәңгәлдә публицистың милләттең менталитетына ҡарата үҙ ҡарашын белдереүе хәтергә төшә. Беҙ күп дәүер башҡорттоң яугирлыҡ сифаттары менән маҡтандыҡ. Бөгөн – заман башҡа, заң башҡа. ҡылыс болғау ваҡыты үтте, беҙгә яңы заманға яраҡлашырға, милли булмышыбыҙҙы ла әҙерәк үҙгәртергә кәрәкмәйме икән, тигән фекер әйтә ғалим.
“Ете һыу башы” китабының байтаҡ өлөшө үрҙә аталған ырыу вәкилдәре – Рәсүлевтар нәҫеле тарихын өйрәнеүгә арнала. Рәүеф Насиров бында публицист булараҡ ҡына түгел, ә әҙәбиәтсе, этнограф, фольклор белгесе сифатында ла сығыш яһай. Ошо төбәктә тыуған риүәйәт, йырҙар, мәҡәл, әйтемдәрҙе туплай. Әйтергә кәрәк, “Урал рухы” эссеһында был яҡтағы бик күп тарихи ҡомартҡылар, ҡиммәтле риүәйәт һәм топонимик атамалар теркәлгән. Был үҙе – оло байлыҡ. Улар ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы булараҡ күптән йәшәй, ә эҙәрмән уны ҡағыҙға теркәй, ташҡа баҫтыра. ҡағыҙға теркәлгән юйылмаҫ, ташҡа баҫылған онотолмаҫ.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Рәүеф Насиров тарафынан табылған әлеге риүәйәт-хикәйәттәр “Урал батыр” эпосының дауамы һымағыраҡ та ҡабул ителә. Ысынбарлыҡта, бәлки, был ҡобайырҙың дауамы ла булғандыр, эпостың әлеге яҙып алынған өлөшө бер өлөш йәки төп бер варианты ғыналыр?!
Эҙәрмәндең әлеге фаразы ла республикабыҙ йәмәғәтселеген һиҫкәндереп ебәрҙе. Биғәйбә, “Урал батыр” эпосы буйынса фән тармағы тармаҡлана, был фараз-бәхәскә яңынан-яңы ғалим-гөлләмәләр ҡушыла, автор фараздарына яңы дәлил-дәғүә ҡау­рый­ҙары теҙелә.
“Барын, ҡыуаҡандар тайраһы”нда йәнә Барын-табын улусы старшинаһы, 1735 – 1736 йылғы яу башлығы Йосоп Арыҡов шәхесе ҙур урын биләп тора. Тарихи документтар, батша сатраптары һәм офицерҙары донесениелары-күрһәтмәләре буйынса уның исеме, ҡылғандары бер аҙ төҫмөрләнә, әммә ғаилә хәле, нисегерәк яу күтәреп йөрөгәндәре ҡуйы томан аҫтында йәшерелгәйне. Рәүеф Насиров, үҙе лә шул төбәк кешеһе булараҡ, шул тирәләге халыҡ араһында йәшәгән, телдән телгә күсеп килгән риүәйәттәрҙе, тарихи белешмәләрҙе өйрәнде. Уларҙы тарихи документтар менән сағыштырып, “Йосоп батыр илен ҡурсалай” тигән күләмле тарихи-әҙәби очерк яҙҙы, йәмәғәтселектең күҙен асты.
“Ата-бабам баҡҡан ер” (Учалы, 1994 й.), “Уралым батырҙары” (Учалы, 2007 й.), “Уҙамандарҙы эҙләйем” (“Китап”, 1997 й.), “ҡылыс ҡында килешә” (Өфө, 2000 й.) китаптарында (Рәүеф Насиров үҙ ғүмерендә, 1987 йылдан шәкәр сире менән йонсоуына ҡарамаҫтан, хәләл ефете Тәнзилә ханым менән бөтәһе 19 китап яҙып баҫтырған) ул ХХ быуат башы ваҡиғаларын, башҡорттарҙың ХV² – Х²Х быуаттарҙағы милли азатлыҡ өсөн көрәшен тасуирлай, Октябрь түңкәрелешенән һуң Башҡортостандағы хәлдәргә баһалама бирә, яҡташы, күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазин, Шәриф Манатов, Зәки Вәлиди эшмәкәрлегенә, Зәйнулла Рәсүли… Силәбе яҡтары вәкиле, большевиктар хакимиәтен аҙаҡҡаса танымаған ҡорбанғәлиевтар яҙмышы хаҡында уйлана. Ул шәхестәрҙең тотҡан юлы, көрәше Башҡортостандың яҙмышы менән туранан-тура бәйле, шуға эҙәрмән уларҙың һәр береһенең уй-теләген, хис-тойғоларын аңларға тырыша, үҙенсә фараздар ҡыла, ғөмүмән, күңеле аша үткәрә.
Әлбиттә, әҙиптең күп хеҙмәте үҙенең яғының кешеләре, үҙ төбәгенә бәйле ваҡиғалар тураһында. Бында, минеңсә, бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ: Рәүеф Насиров күңеленә яҡын булған, йәнен һыҙлатҡан ваҡиғалар, кешеләр, замандар тураһында яҙа. Ихласлап яҙа, йәнен һыҙландырған, күңелен әсендергән әйберҙәр – уның әҫәрҙәрендә, эҙләнеүҙәрендә үҙәктә. Был, эйе, ихласлыҡ билдәһе, авторҙың бер ниндәй дәрәжәләргә дәғүә итмәй, үҙенең күңелен борсоған нәмәләр тураһында нәгеҙ үҙенең генә фекерҙәрен әйтергә ынтылышы сағылышы. Рәүеф Насировтың Шәриф Манатовҡа, Зәки Вәлидигә ҡарата үҙенең генә шәхси мөнәсәбәте, дәлил-баһаламалары бар. Әгәр 1918 – 1919 йылдарҙа аҡтар хакимлығы урынлашҡан булһа, донъялар нисек булып китер ине икән?
Ғөмүмән, беҙҙең мәҙәниәттә Рәүеф Насиров ижады һирәк күренештәрҙең береһе. Һәүәҫкәр тикшеренеүсе, үҙ яғы тарихына ғашиҡ зат, ғалим һәм публицист халҡыбыҙ үткәненә бөтөнләй яңы күҙлектән баға, “аяҡ аҫтында ятҡан материал” менән эш итә һәм бары ошондай үҙ аллы мөнәсәбәте арҡаһында ғына бүтән ғилми метод-концепцияларҙан азат булараҡ яңы фараз-асыштарға юлыға.

Ринат КАМАЛ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт
премияһы лауреаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)