RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

23.10.2012 Сөңгөл

Хәтмулла эргәләге ҡапрыҡ артына шыуышты, ә ул ҡулдары менән түштәрен ҡаплап, аяҡтарын ишеп, сатын боҫормалап урынында ҡалды. ҡыҙы көтөлмәгән осрашыуҙан тетрәнеп, шаңҡып, асҡан ауыҙын да йоморға онотоп ҡатып ҡалды, шунан устары менән йөҙөн ҡушуслап биниһая ваҡыт һеңгәҙәп торҙо ла ҡымтылған ирендәренән иңрәүле өн һығып сығарҙы: «Оят, мәсхәрә, әсәй түгелһең, уйнашсыһың, ә мин һиңә ышанған булдым...» Эләгә-йығыла ауыл яғына ҡарай йүгерҙе. Ул да эргәһендә ятҡан эске кейемдәрен ашыҡ-бошоҡ, нисек етте шулай кейеп, күлдәген ҡулына эләктереп, Фәриҙәнең артынан йүгерҙе: «Балам, тороп тор, дөрөҫ аңла, туҡта бер минутҡа ғына. Мин... мин бит әсәй генә түгел, ҡатын кеше лә, үҫкәс аңларһың...» ҡоралайҙай йүгергән үҫмерҙе, бар, ҡыуып етеп ҡара! Фәриҙәһе йоҡларға ҡайтманы, ә ул уны эҙләп төн үткәрҙе лә иртәнсәк баҡса ултыр­ғысына һағып төнәгәйне, иртә таң менән кемдер яурынбашына ҡағылды. Янында Фәриҙә тора ине. Бер төн эсендә йөҙө тартылып киткән. «Бына, ҡайттым. – «Әсәй» һүҙен ҡушманы. – Үҙенә ҡул һалып ҡуймаһын был, тип шөр ебәрҙеңме? Яңылышаһың, минән улай еңел генә ҡотола алмаҫһың...» Тағы ла бер аҙна үтеүгә, Фәриҙәһенең асыуы бер аҙ һүрелә төшкәйне, «әсәй» һүҙен ҡушып өндәшә башланы, мәгәр ул кәрәк булған өсөн генә әйтелә ине булһа кәрәк, донъяларына күҙгә күренмәҫ һалҡынлыҡ бәреп инде, араларын аңлашылмаусанлыҡ шаршауы бүлде. Ана шул сәйер мөнәсәбәт яйлап-яйлап Сәғиткә, Сәғиҙәһенә күсте, бындай кире тәрбиәнең башында кем торғанлығы һүҙһеҙ ҙә аңлашыла ине. Ауылда артыҡ беленмәһә лә, мәктәпте тамамлап, медучилищеға уҡырға ингәс, ҡыҙының холҡо насар яҡҡа үҙгәрҙе, эргәһенә егет-еләнде эйәләтә башланы. Йәйгеһен ауылға ҡайтҡанында ла уның ҡаршылыҡһыҙ икәнлеген бер-береһенән ишетеп өлгөргән егеттәр, егеттәр генә түгел, йәш ирҙәр эргәһендә йыш урала торғайны.
Бер көн ырҙын табағынан ҡайтышлай, кисә йыуынғандан ҡалған һыу менән иген туҙанын сайырға теләп, мунсаға инде, һәрмәнеп, мейес ауыҙында ятҡан шырпыны табып, ултырмалы һуҡыр шәмде тоҡандырҙы һәм ҡурҡышынан тертләп ишеккә тартылды. Эләүкәлә сыр яланғас ир менән ниндәйҙер ҡатын ята ине. Күҙҙәре ҡараңғыға өйрәнә төшкәс, таныны, әзмәүерҙәй ир кәүҙәһе менән боҫормалап йәшерергә тырышҡан һын Фәриҙәһе ине. Көтөлмәгән күренеш шаңҡытты, телдән ҡалды, мейеһен бәйлә­неш­һеҙ уйҙар йыбырлатты: «Нисек инде, ун һигеҙе лә тулмаған ҡыҙы ир уртаһы кеше менән? Булмаҫ! Ул бит әле бала ғына, һәр хәлдә, уның өсөн бала...» һынағастай тора бирҙе лә, иҫенә килеп, ҡапыл үрелеп эләктереп, ирҙең арҡаһына тас менән тондорҙо, ыңғайы бер ярһып, ят тауыш менән аҡырып ебәрҙе: «һинең бит ике балаң, ҡатының бар, ни эшләп минең ҡыҙыма йоғонаһың, ауылда башҡа тол бисәләр бөткәнме! Мә һиңә, мә, оятһыҙ, ер бит, һаҫыҡ кәзә тәкәһе!» Үҙе аяуһыҙ һелтәнә, үҙе аҡылдан шашҡан кешеләй һамаҡлап илай. Ир иҙәндәге кейемен нисек етте шулай һәрмәп алып сығып шылғайны, тасты таңғырҙатып эләүкә яғына елгәрҙе лә быуынһыҙланып бөгөлөп төштө һәм хәле бөтөп бышылданы:
– Балам, нимә ҡыланаһың һин, ә?.. Ул бит ғаиләле ир, һине ҡыуалатып үҫеп килгән ҡыҙы бар!
Фәриҙә тырпырап ятҡан еренән тороп ултырҙы ла үҙенә тартып ике тубығын ҡосаҡланы, шунда башын һалды. һалынып төшкән сәстәре йөҙөндәге кисерештәрҙе тойомлар­ға ирек бирмәй.
– Ниңә өндәшмәйһең, ишетәһеңме мине, балам?
– Ишетәм. Нишләп ишетмәй тиң, һаңғырауланмағанмын әлегә. – Тауыш үтә лә тыныс, баҙҙан килгәндәй тоноҡ ишетелә.
– Был кем? – Ир сығып киткән яҡҡа, ҡоромло ишеккә төрттө. – ҡасандан бирле уның менән сыуалаһың?
– Кем булһын – ир. ҡасандан алып сыуалһам да, һиңә барыбер түгелме ни?
– Түгел! – ҡолаҡтарын томалап бөгөлөп төшөп тынып ҡалды, шунан иңрәүле шыбырлап ары дауам итте. – Кейәүгә сыҡма, тимәйем, уҡып бөтөр башта, шунан йәнең тартҡанын һайла, тик былай итеп мине мәсхәрәгә ҡалдырма берүк! Ир ҡуйынына инеүҙең эҙемтәләрен беләһең, уҡып бөтөрмәҫ борон атаһыҙ бала ҡосаҡлап ултырырға яйың бармы? Зинһар, тыңла, балам, аҡылыңды юйма, үтенәм.
– Аңлайым. Бригадир һәм уның һөйөклө ҡатынының ауыл кимәлендә абруйы төшә. Ай, ни тиклем аяныс! – Яланғас ҡыҙы, кейенергә ашыҡмай, һамаҡлауҙы тыңлап ултыра биргәс, мыҫҡыллы йылмайҙы. – Бригадир Хәтмулла тигәндәй, уның менән булған мөхәббәтеңде, дөрөҫөрәге, уйнашыңды иҫеңә төшөр әле...
– Етте, балам. – Шулай тине лә, артығын тыйыр рәте ҡалмағас, тынып ҡалды.
– Юҡ, етмәне, башлағас, аҙағынаса асыҡлап ҡуяйыҡ. Хәтереңдәме муйыл сауҡалығы? Мин шунда һеҙҙе тап иткәндә әле һин кисергән тойғоно кисерҙем. Бәлки, үҫмер аңы өсөн ул күренеш бындағыға ҡарағанда күпкә аяныслыраҡ та булғандыр. һеҙҙең эргәгеҙҙән гонаһ ояһынан өрккәндәй ҡастым; үҙем эләгеп йығылып китәм, тағы тороп йүгерәм, өҫтөм үлән онтағына, юл туҙанына буялып бөттө, ташлы ергә һөрлөгөүҙән тубыҡтарым үҙәккә үтеп ауыртты, тубылғы һыҙырған балтырҙарым быуланы. Иҫемә килгәндә, һаҡмар ярында ултыра инем. Беләһең бит теге сөңгөлдө? Унда батҡандар бит кире сыҡмай. Минең дә шунда йотолоп үлгем килде. ҡая сусағында таң һыҙылғансы ултырҙым. Донъя менән бәхилләшеп бөткәс, күҙҙәрем алдына ҡустым һәм һеңлем килде. Китеп барһам, кемгә ҡала улар – шул хаҡта уйланым. Хыянатҡа һәләтле әсә кеше ҡустым менән һеңлемде ҡарармы, ҡурсырмы, тинем.
– Минме... хыянатсы? Ни һөйләйһең һин, балам?
– һин хыянатсы, һин! Атайымдың күҙҙәре йомолмаҫ элек үк шул Хәтмулла тип күҙҙәрең тона ине бит, уны мин генә түгел, күптәр белә ине. Шул иҫәптә атайым да.
– Атайыңа хыянат иткәнем булманы, балам, Хоҙай шаһит!
– Иреңде яратмай йәшәү гонаһ түгелме ни? Ошонан аҙаҡ, яуап бир, мөхәббәтһеҙ өйҙә мөхәббәтле балалар тәрбиәләү мөмкинме? Шуға ла ерҙә мөхәббәт барлығына ышанмайым мин, ышанмайым, һәм бөттө китте. Ә бөгөнгө ир менән ҡатын уйынына килгәндә, алма бит ағасынан алыҫ төшмәй, мин һиңә оҡшағанмын, әсәй!.. ҡономдо ҡайтарам, бары шул ғына, тыйма һәм ҡурҡытма, янама ла, файҙаһы булмаясаҡ! Бар, Хәтмуллаңа ҡайтып ошаҡлаш, бәлки, ул берәй йүнлерәк кәңәш бирер!
Нәфрәтенә быуылып, һүҙһеҙ ҡалып ситкә ҡарап ҡуйыу менән сикләнде, әйтелгәндәрҙе инҡар итерлек дәлилдәре юҡ ине шул. Аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтып йығылды. Нимә булды, ауырып киттеңме әллә, тип Хәтмулланың хафаланыуына ла яуап ҡайта- рырлыҡ хәлдә түгел ине. Төнө буйы сөңгөл менән алышып һаташып сыҡты, буръяҡлы һыу төбөнә батып китә, кире өҫкә ҡалҡып сыға, ә Фәриҙәһе яр ситенә баҫҡан да ҡулдарын ҡаушырған, таш һымаҡ ҡатҡан йөҙөндә аяу ҙа, йәлләү ҙә юҡ. ҡара таңда тиргә батып уянып китте. Тормош сөңгөлө фанилыҡтағынан күпкә тәрән һәм аяуһыҙыраҡ шул.
Фәриҙә училищеның һуңғы курсында ауыр­ға ҡалып, уға әйтеп, кәңәшләшеп тә тормай, аборт яһатты һәм ҡылған хилафлыҡтарынан ҡапыл айнып киткәндәй, аҙғынлығынан туҡталды һәм Хәлфетдингә кейәүгә сыҡты. Тик бәхетле ғаилә ҡора алманылар барыбер, беренсе балаһын алдырыу эҙһеҙ үтмәне, ҡыҙы ҡыу ағас ише емешһеҙ ҡалды.
Хәтмулла менән осрашыуҙары ярты йыл самаһы дауам иткәс, беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмаған кеүек, ауылда ла ауыҙҙан-ауыҙға хәбәр таралды, ул үҙе лә ваҡыт үтеү менән кәүҙәгә ауырайып киткәнлеген тойҙо. Икәүләп һөйләшкән-аңлашҡандан һуң бергә йәшәргә ҡарар иттеләр. Тик ғорур Хәтмулла баштан уҡ берҙән-бер, әммә ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ талабын ҡуйҙы: «Донъям ныҡ, өй ҙә иркен, миңә күсеп килегеҙ!» «Балалар бит тегендә өйрәнгән, һәр береһенең үҙе ултыр­ған, ятҡан урыны, мөйөшө бар, тигәндәй, әллә һин үҙең?» «Юҡ, Гөлбикә, ҡатындың өйөнә оҙатылып барған ирҙе өнәп бөтөрмәй­ҙәр, быны яҡшы беләһең. Килегеҙ, барығыҙҙы ла теләп ҡабул итәм». Шулай хәл иттеләр ҙә бит, әммә күсенеп сығыу балалар тарафынан илау-һыҡтау аша ҡабул ителде, ә Фәриҙә беренсе көндән үк үгәй атаһына яратмай, ятһынып ҡарап, эсенә йомолдо, Сәғите, бынан ары ла тик әсәйемде генә еҫкәп йоҡлаясаҡмын, тип аяҡ терәп ҡырталашып түшәккә талашты, Сәғиҙәһе лә уйнарға үҙҙәренең ишек алдына китә, ашарға, йоҡ­лар­ға ғына ҡайта, ул сағында ла һәммә нәмәнән ситләшә, күршегә йомошҡа, ҡуҙ алырға ингән тиерһең. Төпсөгө Фәрит тыуҙы. Тик, икенсе атанан булғанғамы, уны балалары ятһынып ҡабул итте, илаһа, сәңгелдәге эргәһенә килеп бәүетеүсе, уйынсығы төшөп китһә, алып биреүсе булманы, ә яһил, аҫтыртын холоҡло Сәғиҙә яйы сыҡҡанда бороп семтеп алыуҙан да тартынманы.
Алыҫтағы офоҡҡа һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡтылыҡ ойотҡоһо ҡунған, яртылаш урман ҡуйынына һыйынған ауыл да әкренләп йоҡоһонан уяна: кемдеңдер әтәсе һуҙып ҡысҡырып ҡуйҙы, ләүкелдәп эт өрөп алды, һыйыр мөңрәне. ҡатҡан билен ҡушуслап ығырлап-шығырлап ҡалҡынды. «Былайтып ҡарасҡылай урам ҡыҙырыуымды күреп ҡалһалар, әллә ни уйлауҙары бар. ҡайтайым. Тик ҡайҙа?..» Әбей, үҙ һорауына үҙе яуап эҙләгәндәй, ян-яғына ҡаранды. Хәтмулланың өйөнөң ҡапҡаһы асмаҫлыҡ итеп тимер сыбыҡ менән сырмалған. Нисә йыл ошо өйҙә татыу, берҙәм, бер-береһен аңлап, күтәрмәләп көн иттеләр. Юҡ, юҡ, Мөхәммәте менән дә бәхет­һеҙ йәшәмәне. Бергә уйнап, күҙ алдында үҫкән иренә тәүге осорҙа ихтирам менән ҡараны, шунан, сире көсәйеп киткәс, уны йөрәге һыҙып ҡыҙғана ине. ҡатын-ҡыҙҙың булмышы – көслө затҡа буйһоноу, унан яҡлау һәм һаҡлау өмөт итеү, ә йәлләү мөхәббәт тойғоһон уята алмай. Ә Хәтмулла йәлләүҙе ҡабул итмәгән, был йәһәттә хатта ҡырыҫыраҡ та зат ине. Яҙмышына ике ир яҙғайны, береһен ихтирам итте, икенсеһен яратты, әммә шул яратыуы көндәрен, айҙарын, йылдарын ҡәҙерле һәм мәғәнәле итте. Тән генә түгел, йән һыйыныр кеше менән ғүмер кисереү ерҙең сыуаҡлыраҡ, йылыраҡ, яҡтыраҡ яғында йәшәүгә бәрәбәр.
Был торлаҡ уға ҡәҙерле һәм яҡын, тик уныҡы түгел. Төп өйөнөң мейесен емереп ташыған мәлдә Хәлфетдин кейәүе уны үҙләштерергә яҫҡынғайны ла: «Оронма, кейәү, сереп ергә һеңгәнсе ул бары Хәтмулланыҡы ғына булып ҡаласаҡ!» – тип өҙә әйтте.
«Сәғиҙәгә барайым, бер аҙ унда йәшәһәм, асыуын онотҡан Фәриҙә үҙе үк кире йүгереп килеп етер. Шунан һәүетемсә йәшәп алыр ҙа китерҙәр. Балаларынан нимәгә саманан артыҡ иғтибар талап итергә, уларҙың һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте...» Шулай ҡайтымһаҡ уйын уйлағансы Сәғиҙәләргә килеп етте, һаҡ ҡына итеп ишек ҡаҡты. Өй эсенән ым да, тым да ишетелмәй. Тағы ҡаҡты, тағы.
Бына өй ишеге асылды, ялан аяҡ шапылдап атлаған аяҡ тауыштары соланға сыҡты: «Йоҡларға бирмәйҙәр, инәңде эт әмәлләгер. Кем?» Тамаҡ төбөнән ҡарлығып сыҡҡан тауыш ярайһы уҡ тупаҫ яңғыраны. «Мин, кейәү... Ас...» «һинме ни әле был, убыр?.. Башҡаса килеп йөрөмә, забудь сюда дорогу! Ишетәһеңме, ике аяғыңдың береһен баҫма! Өйөңдө кем приватизировал, шунда йәшә, вон, ҡортҡа!» Иҫерек янауҙың һүгенеүле яғы ябылған ишектә бүленде.
ҡапыл башы әйләнеп китте, хәлһеҙләнеп, таҡта стенаға һөйәлде. Оҙаҡ ҡына шул хәлдә торғас, сығыу яғына йүнәлде. Аяҡтары атламай, тотош кәүҙәһе ҡалсылдап таралып бара. Иң тәүҙә үҙ өйөнөң ҡапҡаһына барып терәлде, ары Хәтмуллаһыныҡына.
Мейеһен ошоғаса ике ятып бер уйына инмәгән хәтәр уй ярып үтте: «Былайтып йәшәгәнсе китә лә барайым. Улай тиһәң, барыр ерем, батып үлер күлем юҡ...» Уйындағы күлде күрергә теләгәндәй, тоҙ төҫөнә ингән күҙҙәрен юғарыға сөйҙө. Яҡтырып килгән күк йөҙөнөң үҙәгендә әйләнеп ятҡан сөңгөлдө хәтерләтеп ҡарағусҡыл болот ҡатҡан. Тотош ауыл, ауылға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан урман, урман эргәһендәге аҡлан, хатта ул ғына ла түгел, тотош Ер шары ана шул Йыһан сөңгөлөнөң үҙәгенә тартылып әйләнә-әйләнә йотолор, һеңер һымаҡ. Аңы төпкөлөнә йәшеренгән, онотола барған уйы яңырҙы: «һуң, теге сөңгөл бар ҙа... Теге сөңгөл... Хәҙер тартып алыр уны...» Унан ике тапҡыр ҡотолоп ҡалды. Тәүгеһендә арлы-бирле генә яр ситендә сәпелдәй белгәнендә, батырлығын күрһәтергә теләп, тура шул яҡҡа ҡарай йөҙҙө. Тәрән урынға етте лә, ҡурайҙай ғына беләктәренең арыуын тойҙо, аяҡтары тыңламаны. Сәүек көсөктәй, ярҙамға өмөт итеп, урынында әйләнгеләне лә, башҡа һыу өҫтөндә ҡалҡып торорлоҡ рәте ҡалмағас, бырхылдап һыу төбөнә китте. Бер-ике уртлам һыу йотҡас, өҫкә ҡалҡты, билдәһеҙ көс ҡабаттан һыу төбөнә тартты. Өсөнсөгә сәсәй-сәсәй ҡалҡып сыҡҡанында сусаҡ ҡаянан һыуға һикергән атаһын күрҙе. Ары күҙ алдары тамам ҡараңғыланды, иҫен йыйғанда ул яр ситендә ятып, уҡшый-уҡшый ҡоҫа ине. Өйгә ҡайтҡас, ҡатынын эйәртеп Хисбулла ағай килеп етте, өлкәндәр, күлдәге менән тыуғандыр был бала, тип ҡыуанышты. Эйе, сөңгөл менән айҡашыр һәм еңер өсөн тыуғандыр ул, икенсе тапҡыр ҙа бирешмәне бит уға. Бына хәҙер өсөнсөгә... Икеләнеүле уйын еңергә теләгәндәй, таяғын эргәһенә ҡуйып сүгеп төштө. «Әллә йәшәп ҡарарғамы?.. Тик нисек? Кемгә кәрәге бар уның был рәхимһеҙ донъяла? Әҙәм балаһы һөйөүҙән ҡөҙрәт алып йәшәй, уға ҡарата ана шул йылы мөнәсәбәт кәмеһә, йә бөтһә, тамырһыҙ ҡалған ағастай кибә, юҡҡа сыға. Ә ул ҡулланыуы үткән тауарҙай туҙҙы, бәлйерәне...» «Былайтып йәшәгәнсе, етте, түҙҙем ошоғаса!..» ҡәтғи уйы уның быуындарына дыуамал ҡеүәт өҫтәне. Тик унда, һаҡмарға саҡлы ике саҡрымдан ашыу ара ята, мөсһөҙ аяҡтары менән барып етә алырмы? Етер, нисек тә етер, ҡабаланып китер ергә бармай. ҡалҡыу ерҙән, хушлашҡандай, ауылды күҙҙән үткәр­ҙе, ҡарашын оҙаҡ итеп үҙ өйөндә, шунан Хәтмуллаһыныҡында туҡтатты. Хәтере ҡалыуы Фәриҙә менән Сәғиҙәнең өйҙәренә ҡарар­ға ирек бирмәне. Берләм һуҡмаҡҡа төштө лә, һаҡ ҡына баҫып, һаҡмар йылғаһы яғына ҡарай атланы. Алыҫтан таныш сыйнау­ҙы ишетте. Аҡтырнаҡ уның ҡарарын һиҙеп, әсенгәндәй олой ине. «Әҙәм балаһына ҡарағанда кейектең кейеге мәрхәмәтлерәк, һиҙгерерәк барыбер...»

Хәйҙәр Тапаҡов.
(Дауамы. Башы 79 – 81-се һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)