RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхет һәм изгелек хаҡында

12.10.2012 Бәхет һәм изгелек хаҡында

Бер батша йәшәгән. Ил халҡы ла, күрше дәүләттәр батшалары ла уны бик ҡомһоҙ тип һанаған. Ул батшалығында йәшәгәндәрҙән бик ҙур һалымдар алған, хәйерсенең һуңғы телем икмәген дә тартып алырға әҙер булған. Тик бер ваҡыт ул, күрше батшалар хөрмәт итә башлаһын өсөн нисек тә изгелек эшләргә өйрәнергә кәрәк, тип уйлаған. Әммә үҙе: «Минең ниндәй ҙә булһа изгелек ҡылырға бер генә лә теләгем юҡ. Моғайын, изгелек ҡылыусыларҙа миндә булмаған ниндәй ҙә булһа берәй нәмә барҙыр?» – тигән уйға ҡалған. Һәм бөтә ярҙамсыларын, батшалығындағы аҡыл эйәләрен саҡырып алып, уларҙан:
– Кешеләргә иң күп изгелекте кем эшләй? – тигән һорау биргән.
– Иң күп изгелекте, – тигән аҡыл эйәләре бөтәһе бер юлы, – бәхетле кеше ҡыла. Уның бәхете шул тиклем сиктән аша, һәм ул башҡалар менән бүлешмәйенсә түҙә алмай.
«Тик мин бәхетһеҙ, – тип уйлаған батша. – Сөнки миңә нимәлер етмәй… Миңә байлыҡ етмәй. ҡасан да булһа үҙемә етерлек мөлкәт туплаһам, мин дә изгелек ҡыла башлаясаҡмын…»
Батша һалымдарҙы тағы ла нығыраҡ күтәрә. Бынан тағы ла нығыраҡ байыһа ла, ул бәхетле булып китмәй. Баҡтиһәң, изгелекте бәхетле кеше ҡыла, әммә кешене ят изгелек бәхетле итә алмай икән.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)