RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғәфү итсе, нигеҙем!..

18.05.2012 Ғәфү итсе, нигеҙем!..

Нисәмә йыл тыуған ауылыма, атай нигеҙенә ҡайтҡаным юҡ ине. Тиҫтә йылдар артылғас, тәү тапҡыр йөрәк ярһыуын өҫтөн күреп, бар эш, мәшәҡәттәремде алыҫҡараҡ ҡуйҙым да, ял алып, тыуған яҡҡа юл тоттом. Эшем үтә талапсан, вазифам юғары: бар нәмә ете ҡат уйлауҙы, ныҡлы ҡарарға килеүҙе талап итә. Был тормошта кешегә артыҡ ышаныу ҙа ҡурҡыныс, шуға бар йөктө тилбер генә үҙем тарта бирәм. Һәр нәмәнең үҙ урыны, үҙ ҡиммәте лә ул. Әммә бар булмышымды хеҙмәткә бағышлағанмын. Ғаиләмде лә яҡшылап күрмәйем, ә балалар ҡайһы аралалыр үҫеп буй еткергән. Башлы-күҙле булып өлгөргән. Хәҙер инде иркен фатирыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәрҙең шат тауышына күмелеп тора. Их, ғүмерҙәрҙең ярыштарҙа сапҡан аттай елеүе!
Ауылымдан сығып китеүемә күпме ваҡыт үтеп тә киткән… Ул саҡта мин яңы мыйыҡ үҫтерә башлаған, киләсәккә бер аҙ ҡурҡып та, сикһеҙ хыялланып та ҡараған егет инем әле. Үтә дыуамал булғанмын шул: ун йыллыҡ белемемде, әсәйҙең бер төйөнсөк күстәнәсен, эшкә саҡырған уҡытыусымдың хәтһеҙ үпкә һүҙҙәрен йөкмәп, Мәскәү һынлы Мәскәүгә сыҡ та кит, имеш. Ауыл еренән ҡоро хыялдарын йүгәнләп килгән йәш кешегә баш ҡаланың иҫе китәме ни: әйләнеп ҡараманы, ыжламаны ла. Яҙмыш иһә ҡотор­ҙо, шашынды: ялҡынында, ташҡынында тәгәрәтеп-тәгәрәтте, һынауҙары менән йөҙәтте, был бер һыныр, тип көттө. Юҡҡа булды шул өмөттәрең! Һынманым, бөгөлмәнем, киреһенсә, һәр типкеләгәне һайын сәмләнеп, алға ынтылдым. Шулай итмәй: быуынымда күпме батыр ғүмере, күпме аҫыл шәхес. Минең бирешеүемде улар ғәфү итер инеме? Мәскәүҙә тапҡан яңы дуҫтарымдың рухи көсөмә иҫе китер ине: әллә ҡайҙан, ете тау, ете диңгеҙ аръяғынан килеп сыҡҡан да, тыныс ҡына үҙ ауылында йәшәп ятаһы урын­ға, тамырҙары береккән мәскәүҙәр менән типә-тиң булып тормош көтөргә, ул ғына ла түгел, сит ерҙә еңеүсе булып сығырға тырыша, имеш.
Затым затлы, ырыуым ырыҫлы минең. ҡартатайым (атайҙың олатаһы) бик данлы, мөһабәт кеше булған, тиҙәр. Үҙен күрергә яҙмаһа ла, бәләкәй сағымда уны әкиәт батырылай күҙ алдына килтерә торғайным. Ул бала саҡ хыялдарыма ҡартәсәйҙең һөйләгәндәре нигеҙ булып торғандыр инде. Ауылда ғына түгел, бар районға, хатта район аръяғына даны таралған, хөрмәт ҡаҙанған ағинәй ине ҡартәсәй. Ағинәй. Ил инәһе… Күҙҙәре аяҙ күк йөҙөләй зәңгәр ине уның. Күңеле яралылар уның ҡарашынан яҡлау, өмөт тапты; гонаһлылар күтәрелеп ҡарарға ҡыйманы. 14 йәшендә генә килен булып төшкән ҡартәсәйемдең бар һөйләгәне – мөғжизәле әкиәт, бар эштәре – сихәт, бар теләгәне киләсәккә алтын асҡыс булды. ҡартатайым тураһында айырыуса уйсанланып, хисләнеп һөйләр ине. Ул ваҡытта зәңгәр күҙҙәре нисектер моңһоуланып, хатта көлһыу төҫ алғандай тойолдо. “ҡартатайың дан кеше булды. Кеше тиеүе аҙ, әүлиә. 14 йәшемдә генә мине кәләш итеп алды ла ҡайтты. Мин ни, бала ғына бер зат, ата-әсә ҡосағынан тәүгә айырылғас, башта үкһеп-үкһеп иланым. Унан, ҡартатайыңдың хан һарайылай йортон яйлап тикшерергә керештем. Һәр мөйөшө, һәр бүрәнәһе яҡын тойолдо миңә − бына ғәжәп! ҡартатайың иһә миңә теймәне, ҡағылманы, көслөк менән яулау мөмкин түгеллеген аңлағандыр инде.
Унан “дан һарай”ымдан урамға сыға башланым. Ауыл кескенә булһа ла, йәштәш ҡыҙҙарым байтаҡ икән! Улар менән танышып алғас, донъям түңәрәкләнде: көн дә улар янына уйнарға ашығам. Шулай бер көн, әхирәттәрем менән “әсәй-бәпәй” уйнағанда, бер ҡыҙ: “Ә һин иреңә ҡасан бәпәй бүләк итәһең?” – ти. Был һорауҙы әкәмәт күреп, көлдөм дә ебәрҙем: “Кейәүгә сыҡҡас, бүләк итермен әле!” – тим. Ә теге ҡыҙ ныҡыш: “Һуң, ирең бар бит һинең, − тип яуаплай, − үҙе ир менән икәүҙән-икәү генә йәшәп ята, үҙе кейәүҙә икәнен дә белмәй!” Был һүҙҙәргә үпкәләп, ҡайтҡансы иланым. Унан, өй алдындағы ҡарағай артына йәшенеп, ихатала утын ярып йөрөгән ҡартатайыңа оҙаҡ ҡарап торҙом: шундай киң яурынлы, беләктәре ташып, уйнап тора. Кешеләр араһында ла мөһабәт, олпат үҙе. Шул саҡ йөрәгемде нимәлер телеп үткәндәй тойолдо. Шул тойғонан айнып киттем дә, тиҙ генә сәс-битемде һыйпаштырып, өйгә атылдым. Өҫтәл янында торған батмандан бер сүмес айран һоҫоп алдым да, ҡартатайыңа сығарып бирҙем. Уның миңә һоҡланып та, иркәләп тә ҡарауынан ҡолаҡтарыма тиклем ҡыҙыллыҡ йүгерҙе… Шул көндән урамға уйын тип сабыуымды ҡырҡа туҡтаттым…” – ҡартәсәйҙең һүҙҙәре әле булһа ҡолаҡта сыңлап ҡала кеүек. Ә машина тәҙрәһенә эйелеп ҡараған зәңгәр күк йөҙө уның күҙҙәреме ни: шул уҡ саф, ихлас, наҙлы… Балалыҡтан сығып етмәҫ элек үҙ ояһын ҡорған, ире өсөн таяныс та, кәңәшсе лә булырға өлгөргән шул ҡаҡса ғына ҡыҙ һөйгәненә биш аҫыл ир-егет, һылыуҙарҙан-һылыу дүрт ҡыҙ бүләк иткән… Сәсән телле, шифа һүҙле, алтын ҡуллы ине ул. Дөрөҫ юлдан яҙғандарҙы яңынан асылына ҡайтарҙы, күңеле имгәнгәндәргә сихәт өләште, сирлеләрҙе дауаланы…
Ата-әсә балаларына кешелеккә хас булған бар изге сифаттарҙы өләшә, тормош һынау­ҙарында баҙап ҡалмаҫлыҡ рух тәрбиәләй. Бер олондан тармаҡланған баһадир ирҙәргә донъя күкрәтеп, тормош арғымағына атланып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит… Ил алдында килеп тыуған ғәрәсәт – һуғыш упҡыны биш аҫыл егетте үҙ ҡосағына йолоп ала. Уларҙың иң өлкәне – атайым ғына башлы-күҙле булып, бер ир-егеткә, йәғни миңә ғүмер бирергә өлгөрә. ҡартәсәйем шул ваҡыт ҡапыл шиңгән, һулыған кеүек булһа ла, күҙҙәренең утын юғалтмаған, ейән-ейәнсәр­ҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре өсөн һаҡлаған. Эйе, уның һомғол буйлы, ҡамыш һынлы булыуын һөйләһәләр, аптырар инем. Сөнки ул минең янда һәр ваҡыт кескенә тойолдо. Ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен һәр ваҡыт үҙе тирәләй йыйып, өйөрөп ултырыр ине. Миңә ҡарата иһә айырыуса иғтибарлы булды. “Ошо баланан кеше сығыр, ошо малай остоғо данлар беҙҙең затты”, − тиер ине ул. Әсәйемдең көлөүен: “Аҡылдан шашҡан был әбей тип уйлама, килен. Беҙҙең затты дауам итеүсе берҙән-бер ир-егет ул хәҙер. ҡыҙҙарым ни – күрше тауығы, аҫыл ҡоштарҙай оянан осоп сығыр ҙа бөтөрҙәр. Онотма минең һүҙҙәремде, ошо көндө иҫләр саҡтарығыҙ күп булыр”, − тип ҡырт киҫер ине.
Бәлки, ҡартәсәйемдең шул һүҙҙәре күңелемде һәр ваҡыт нурландырып торғандыр, бәлки, уның миңә булған өмөтө бар икеләнеүҙәремде шартлап һындырғандыр. Ныҡыштым, тырыштым, маҡсатыма йәҙрәнән атылған уҡтай тартылдым…
Тик… тыуған еремә һирәк ҡайтыуым һәр ваҡыт йөрәгемде өйкәне, ҡартәсәйем төштәремә инеп, тыуған нигеҙгә әйҙәне, һағышлы күҙҙәре ниҙер әйтергә уҡталды… Һәр йәй һайын тыуған яғыма ҡайтам тип ынтылһам да, донъя мәшәҡәте, ығы-зығы үҙ ҡосағынан ебәрергә ашыҡманы.
Бына әле, ниһайәт, үҙ еремә, нигеҙемә ашҡынам. Барған һайын күңелде яҡты хистәр биләй, йөрәк ярһып тибә. Юл ситенә теҙелгән ҡайындар, ниәтемде, хистәремде һиҙгәндәй, бөгөлөп-бөгөлөп ҡул болғай, йәнәшәмдән йылмая-көлә ҡояш йүгерә…
Киләһе боролошта – тыуған ауылым. Тиҫтә йылдар үҙенекен иткән: юлдар ғына түгел, тәбиғәт тә хәтһеҙ үҙгәргән. Хатта уның миңә булған мөнәсәбәте лә башҡасараҡ кеүек: нисектер сәйерһенеп, ят күреп ҡарай. Ә ауыл үҫкән, матурайған. ҡасандыр ошо ерҙә, байтаҡ урынды биләп, беҙҙең йорт-ҡурабыҙ, донъябыҙ йәйрәп ятҡан, эргә-тирәлә һис кем тиңләшә алмаҫ ат һарайы ҡартатайымдың ғорурлығы булған. Ә хәҙер… иң бейек, иң ғоруры булып кирәйеп баҫҡан йортобоҙҙоң ергә һеңеп ҡалыуын, яңы өйҙәр янында бахыр ғына тойолғанын күргәс, баҙап ҡалдым. Ипләп кенә машина ишеген ябып, ҡапҡаға йүнәлдем. Ҙур һаҡлыҡ менән уны асып, эскә үткәс, “минең тыныслыҡты боҙор­ға кем һин?” – тигәндәй, уныһы ыңғырашып ҡуйҙы. Бөтөн тәнемде ҡалтырау, ҡурҡыу биләп алды, йөрәгем әрнеп типте шул тауыштан.
Ниңә оҙаҡланым, ҡайҙарҙа йөрөнөм мин?! Тәү тәпәй баҫҡан изге еремде ошондай хәлгә ҡалдырырға хаҡым бар инеме? Күпме быуын ата-бабам ошо нигеҙгә тарих яҙған, киләсәк өсөн һаҡлаған, ҡурсалаған… Ә мин… Донъя, ығы-зығы, аҡса, ғаилә, имеш… Мине оло донъя менән таныштырған үҙ тупһамды шундай хәлдә ҡалдырыу ирлек түгел бит!
Оҙаҡ ҡына шулай тыуған йортом ҡапҡаһы алдында иләҫ-миләҫ уйҙар шауҡымына бирелеп баҫып торҙом. Унан, ғәҙәткә ингәнсә, ҡулыма кеҫә телефонын алдым. Онотҡанмын да бит: төпкөл ауылда бәйләнеш юҡ та һуң! Оҙаҡ уйлап тормай, ауылымды үҙ ҡосағына һыйындырған тауға ашыҡтым. Үҙем йүгерә-атлай үрләйем, үҙем арыу-талыуҙы ла һиҙмәйем. Гүйә, һаман ҡасандыр ошонда ялан аяҡ йүгереп йөрөгән малаймын… Ашығып-ашығып тау үренә еткәс, тын алырға тип, ауылыма баҡтым… ҡараным да, хайран ҡалдым. Бына ул – минең тыуған ерем! Ус аяһындағылай алдымда йәйрәп ята! Һәр урманы, һәр тауы, һәр ташы изге, ҡәҙерле. ҡайҙа ғына булһам да, күңелемдең иң түрендә йөрөттөм бит мин уны! Уға булған һөйөүемә бер ҡасан да хыянат итмәнем. Ана, минең тыуған йортом, затлы затым аманат итеп ҡалдырған нигеҙем… Кесерәйеп ҡалһа ла, һаман ғорур ул.
Телефонда бәйләнеш антенналарын күреп, тиҙ генә һандар йыям. Теге оста таныш тауыш ишетеп, ҡыуанып китәм:
– Алло, бар эште урынбаҫарым Вилдан Әнүәр улына тапшырып торам, бер айға тотҡарланам әле. Эйе, бында кисектергеһеҙ эштәр бар…

Рита ХӘСӘНОВА.
Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)