RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ШИҒРИӘТ ҺӘМ ЙЫР МЕНӘН ҮРЕЛЕП БАРА ЭШТӘРЕ

06.04.2012 ШИҒРИӘТ ҺӘМ ЙЫР МЕНӘН ҮРЕЛЕП БАРА ЭШТӘРЕ

Һуңғы бер-ике йыл эсендә Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының һүрелеп барған эштәре күҙгә күренеп дөрләне лә китте. Бының сәбәбен, әлбиттә, иң тәү сиратта ойошмаға етәксе булып танылған драматург Хәмит Ирғәлиндың килеүе менән аңлатырға кәрәктер.
− Халыҡ араһында, бигерәк тә йәштәр мөхитендә китап уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. Ошоно иҫтә тотоп, беҙ һуңғы йылдарҙа уҡыусылар менән йыш осраша башланыҡ, − ти Стәрле яҙыусылары ойошмаһы етәксеһе Хәмит Ирғәлин. – Бындай осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә ифрат файҙалы. Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә, авторҙар өсөн дә. Еребеҙҙе ап-аҡ ҡар ҡаплаған илаһи бер мәлдә беҙ “ҡышҡы балҡыш” исемле шиғриәт һәм йыр кисәһе үткәрәбеҙ. Йәйҙең аяҙ матур айҙарының береһендә беҙҙең әҙиптәр стәрлеләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына “Йәйҙең йәмле кистәрендә” тигән әҙәби-ял кисәһе ойоштора.
Был сараларҙан тыш, яҙыусыларҙың яңы әҫәрҙәрен тикшереү, уларҙы нәшриәткә тәҡдим итеү кеүек эштәр башҡарыла. Ошо йүнәлештә Ф. Әхмәтова, Х. Хәми­тов, В. Тараканов, И. Нурғәлиев, Н. Ишҡолова, Д. Заһитовтарҙың ҡулъяҙмалары тикшерелгән.
Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, мәҙәниәт техникумы, ҡаланың башҡа уҡыу йорттары менән берлектә байтаҡ сара уҙғара урындағы әҙиптәр. “Еңеү яҙы”, “Йәштәр һәм әҙәбиәт”, “ҡаһарманлыҡ дәрестәре” шундай сараларҙың бер өлөшө генә.
Ошо төбәктә тыуып үҫкән әҙиптәрҙең ижад кисәләрен үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән. Былтыр ғына, мәҫәлән, Марс Нуриев, Рәшиҙә Шәмсетдинова, Кинйәғәли Абдуллин, Мөҙәрис Багаевтарҙың юбилей кисәләре шаулап-гөрләп үтте.
Стәрле әҙиптәренең эштәре алдағы йылдарҙа тағы ла нығыраҡ гөрләр, уңыштары ла мул булыр әле.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең штаттан
тыш хәбәрсеһе.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)