RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фәрит СУФИЯРОВ «Бер вайымһыҙ малай төҫлө көлөп, Юҡ-барға ла ихлас ышанам»

07.02.2012 Фәрит СУФИЯРОВ «Бер вайымһыҙ малай төҫлө көлөп, Юҡ-барға ла ихлас ышанам»

Үҙ көнөмә ҡайтһам...

Үткән менән арам өҙөлмәне,
Күргән-белгән инә төшөмә.
Яуызлыҡмы, әллә изгелекме,
ҡайһы тейҙе икән кешегә?

Ғәҙел булып ерҙә йәшәгәнгә,
Ғорурланам ете ятҡа ла.
Ғәмһеҙлекте, көнсөллөктө
белдем
Бинахаҡҡа уттар
йотҡанда.

Бер вайымһыҙ малай төҫлө
көлөп,
Юҡ-барға ла ихлас ышанам.
Бармаҡ һелкеп янаусылар ҙа
күп,
Бер һин генәме һуң үс алған.

Сәстәремә һибелеп аҡтар
төштө,
Күп ҡайғылар килде башыма.
Йылмайһам да, илаһам да,
барыбер
Мин яуаплы ҡалам барыһына.

Үҙ көнөмә, үҙ хәлемә ҡайтам,
Онотманым, тотам иҫәптә.
Ел иҫһә лә, һыу аҡһа ла
шаулап,
Уҙған көндәр мине киҫәтә.

Баҙар

Юл буйҙары тыҡрыҡтары
шаулы,
Тынлыҡтарың инде юйыла.
Йәйәүлеһе, аты, машинаһы
Баҙар майҙанына йыйыла.

Халыҡ ташҡындары
ҡушылғанда,
Ашыҡтыра мине йөрәгем.
Булған шатлыҡтарым тулы
кеүек,
Кеше эҙләй һаман кәрәген.

Баҙар башында уҡ берәү
баҫҡан,
Билбау тотҡан, теҙгән
шөшлөһөн.
Икенсеһе килеп бәхәсләшә,
Үҙ хаҡын, ти, нишләп
төшмәйһең.

Алғаны ла, һатҡаны ла
бында,
Һатыулаша һәр кем был
саҡта.
Малы бары бушҡа
ысҡындырмай,
Сылбырынан тотҡан эт
һата.

Шаулап торған баҙар
саттарында,
Уртаҡлаша ҡыҙҙар
шатлығын.
Аҡ һаҡалын елдә елберләтеп,
ҡарттар һата балта
һаптарын.

Танауҙарға инә һуған еҫе,
Алмалар күп, кергән хөрмәһе.
Йәнең теләгәнен табып
була,
Кәрәк кешегә бар һәммәһе.

Табыш эҙләп сыҡҡан кешеләр
бар,
Мыштым ғына, әҙәп
һаҡлайҙар.
Әҙәм балаһына мал табыла,
Намыҫ ҡына бары
һатмайҙар.

һүнгән усаҡтар

Тажын ҡойған болон
сәскәләре,
Яр буйында һүнгән усаҡтар,
Һары япраҡтарын һибеп
елгә,
Башын сайҡап үкһей
усаҡтар.

Йәй ауазы тына, ишетелмәй,
Тәбиғәттә сәйер һәммәһе.
Күктә йөҙгән ҡурғаш
болоттарҙың
Ерҙә ята һалҡын шәүләһе.

Турғай йыры юҡһындыра
мине,
Хәтер уны ҡабат саҡыра.
Үкенестәр, бәлки, булмаҫ
ине,
Үткәндәргә ҡайтһам саҡ
ҡына.

Йәйҙәрем уҙып бара

Йәмле йәй айҙары уҙып бара,
Бесәндәрем ята бакуста,
Һиҙелмәй ҙә ҡала күңелле
саҡ,
Татлы төш шикелле бик
ҡыҫҡа.

Зәңгәр рәшәләр күктә
сағылып,
Етеҙ шәүлә күҙҙән юғала.
Сәхрә-ҡырҙар йәшеллеген
юя,
Алһыу таңдар моңһоу уяна.

Туғайҙарҙа ҡоштар тауышы
тына,
Үкһеп тора елдә тирәк тә,
ҡәҙерле саҡ ниңә тиҙ үтә
һуң,
Һағыныу хисе ҡала йөрәктә.

Бар гүзәллек ташлап китә
һымаҡ,
Шатлығымдың алып
ҙурыһын.
Йәй ҡояшы ҡала күҙҙәремдә,
Кешеләргә бирәм йылыһын.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)