RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Август ҡыҙы

27.08.2011 Август ҡыҙы

Август ҡыҙы
Август айының үҙенә генә хас һөйкөмлөлөгө бар. Бер яҡтан, урман-ҡырҙар тулып емеш-еләк өлгөрә, шул уҡ ваҡытта күҙҙең яуын алыр сәскәләр ҙә төҫ ташламаған. Көҙ яҡынлашыуын белдереп, иртәле-кисле һалҡын һауа өрөп ебәрһә лә, көндөҙҙәрен ҡояш барыбер ҡайнар. Ә август төнөндә генә була торған йондоҙҙар туйы кемдең генә күңелен иләҫ-миләҫ итмәҫ?!
Шағирә һәм журналист Зөһрә ҡотлогилдина – август ҡыҙы. Һәм был уның булмышында ла, ижадында ла асыҡ сағыла.
Зөһрә ҡотлогилдина ғүмере буйы балалар гәзитендә эшләй. Ошо уңайҙан «Кешене урын биҙәмәй, кеше урынды биҙәй» тигән әйтем иҫкә төшә. Студент ҡына сағынан үҙен ҡабул иткән редакцияға 30 йылдан ашыу тоғро ҡалып, бер ҡаҙанда ҡайнай. Ошо йылдар эсендә гәзиттең исеме генә түгел, есеме лә үҙгәрҙе, илдә етәкселәр генә түгел, ижтимағи ҡоролош та алмашынды. Ә ул сабыр һәм тыйнаҡ ҡына итеп балаларға донъяны танырға, йәшәү асылын аңларға өйрәтә, эшенең йәмен һәм тәмен тойоп хеҙмәт итә. Үҙ һөнәреңә, маҡсатыңа һәм хыялдарыңа тоғролоҡ бөгөнгө заманда бик һирәк осрай торған сифат, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Зөһрә ҡотлогилдина – танылған хәбәрсе һәм публицист булыу менән бергә бик күп һәләтле журналист тәрбиәләп биргән уҡы­тыу­сы һәм остаз да. Башҡортостанда журналистарҙы ике урында әҙерләйҙәр: БДУ-ла һәм «Йәншишмә» гәзите редакцияһында. Айырма шунда: университетта уларҙы төркөмләп сығарһалар, редакцияла берәмләп, бөртөкләп әҙерләйҙәр. Йырсыларҙы уҡытҡан кеүек. Зөһрә ҡотлогилдинаның йәш хәбәрселәр мәктәбен үткән бик күптәр бөгөн республикабыҙ баҫмаларында төптән егелеп эшләй, Башҡортостан журналистикаһының йөҙөн билдәләй.
Юбилярҙың шиғриәте – айырым бер донъя. Унда төп урынды әсә образы алып тора. Миңә ҡалһа, башҡорт шиғриәтендә әсәйҙәр тураһында унан да матурыраҡ яҙған кеше юҡ һымаҡ. Ул һүрәтләгән образда беҙ үҙ әсәйебеҙҙе таныйбыҙ, уға ҡарата әйтеп тә еткерә алмаған хис-тойғоларыбыҙҙы табабыҙ. Йылылыҡ, яғымлылыҡ тоябыҙ. «Аһ, минең дә әсәйем бәйләп биргән шәлем бар бит, ҡарасы, әсәй бәйләгән бирсәткә лә туҙмаған әле». Ошондай ябай ғына деталдәр аша шағирә уҡыусы күңеленә күпер һала һәм шиғриәт донъяһына алып инә. Ә был донъяла нисектер күңелең бөтәйеп, тынысланып ҡалғандай булаһың. Уның шиғырҙары уҡып сыҡҡандан һуң да бик оҙаҡ ҡолаҡта «яңғырап» тора, күңелдә моң булып ағыла.
Моң тигәндән, Зөһрә ҡот­логилдина һүҙҙәренә Салауат Низаметдинов һәм башҡа композиторҙар яҙған йыр­ҙарҙы кемдәр генә яратып тыңламаған да, кемдәр генә яратып йыр­ламаған икән. «Күҙ­ҙәремә ҡара», «Ялан сәс­­кәләре», «Кәкүк», «Һан­­ду­ғасың булам, ти­мә...» кеүек бик күп популяр йырҙар башҡорт эстрадаһының классикаһына әүерелде. «Күҙҙәремә ҡара»ны беренсе булып башҡарыусы Айһылыу Солтанова, алыҫ Фин­ляндияла йәшәһә лә, шағирә менән бәйләнешен өҙмәгән. «Зөһрә ҡотлогилдина нескә нағыштар менән ҡатын-ҡыҙ асылын сағылдырырға һәләтле», – ти ул. Йырсы әле яңыраҡ ҡына шағирәнең ете шиғырына йыр яҙған.
Әйткәндәй, З. ҡотлогилдинаның йырҙары әле икенсе һулыш кисерә, уларҙы йәш башҡарыусылар яңыса яңғырата, заманса ритмдар­ға һала.
З. ҡотлогилдинаның публицистикаһы ла танһыҡ, һыуһағанда бер йотом һыу кеүек. Тормошта булып торған, беҙ күрә йөрөп тә иғтибар итмәгән күренештәр тураһында яҙа ул. Ябай ғына нәмәләрҙә тәрән мәғәнә күрә, бәләкәй генә күренештәрҙән оло һығымта яһай. Шуның менән уҡыусы күңеленә уй һала, ғәм һәм сәм уята.
Юбилярҙың ике публицистик китабы донъя күрҙе. Шуның һуңғыһына туҡталып китмәү мөмкин түгел. «Һуғыш балалары – тарих яралары» тыл ветерандарының иҫтәлектәренән тора. Унда бер генә уйлап сығарылған ваҡиға ла, бер генә яһалма образ да юҡ. Һуғыш темаһы ҡабалан, урыҡ-һурыҡ эшләгәнде яратмай. Ул туҡтауһыҙ эҙләнеү, эҙмә-эҙлелек, аҡыл һәм күңел көсө талап итә. Һәм, ғөмүмән, был темаға осраҡлы ғына килмәй­ҙәр. Ул йылдар буйына күңел төбөндә йөрөгән хәтер, изге иҫтәлектәр һәм ҡәҙерле кисерештәрҙән хасил була. Уға тотоноу өсөн «өлгөрөргә» кәрәк.
Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев китапты: «Изге генә түгел, күҙгә күренгән тарихта ҡалыр эш», – тип атаған. Һәм яңылышмаған. Был, ысынлап та, күҙгә күренер, Башҡортостан журналистикаһының кимәлен билдәләй алыр хеҙмәт. Бындай хеҙмәтте рухи яҡтан камил булған, үҙенең эске донъя­һына хыянат итмәй йәшәгәндәр генә яҙа ала.
Зөһрә ҡотлогилдина үҙен был донъяға килтергән август айы шикелле. Ул үҙенең уҡыу­сыларына күңел байлығын йомарт өләшә. Хис-тойғолар менән тулған шиғырҙар яҙа. Матбуғатта әленән-әле тос фекерҙәрҙән торған мәҡәләләр менән сығыш яһай. Күңелендәген таратҡан һайын, өләшкән һайын үҙе байый бара. Сөнки урамдағы бер инәйҙең хәлен белешеп уҙыуҙан да йәм таба. Балалар йортонда көн күреүсе етемде барып ҡыуандырыуҙан да үҙен бәхетле тоя. Күңел халәте уның шундай. Ошо булмышын ғүмере буйы һаҡлап ҡала алыуы үҙе бер матурлыҡ.
Ә тышта әле август айы ғына. Өлгөрөп бешкән емештәр менән бергә сәскәләр күҙҙең яуын ала. Иртәле-кисле һалҡындарға кем иғтибар итһен?! Ә көндөҙҙәрен ҡояш барыбер әле ҡайнар. Ә төндәрен күк көмбәҙен балҡытып йондоҙ ямғыры яуа! Тәбиғәттең ошо ғәжәйеп миҙгеле шикелле шағирә киләсәктә лә мул һәм сағыу ижады менән уҡыусыларын ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ.

Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА.

Зөһрә ҡОТЛОГИЛДИНА
«Мөхәббәттә юҡ ул өҙәрем…»
Рауил Ниғмәтуллин.

х х х

Мөхәббәттә юҡ ул ҡон ҡайтарыу.
Була икән, тимәк, һөйөү түгел.
Таң ысығы төҫлө саф тойғоно
ҡан итә алмаҫ үлеп һөйгән күңел.

Мөхәббәттә юҡ ул хәйер һорау.
Була икән, тимәк, һөйөү түгел.
ҡанатлы хис зәңгәр күктәр өсөн,
Түбәнлеккә төшмәҫ һөйгән күңел.

х х х

Һинең менән донъям теүәл минең,
Еңдән тартмай ығы-зығылар.
Ваҡлыҡтарҙан күңел юғарыраҡ,
Бейегерәк зәңгәр һауалар.

Һинең исем менән сәләм бирәм
Һәр көн сыҡҡан ҡояш нурына,
Изге йоҡо теләп оҙатамын
Тереклектең ерҙә барына.

Уйҙарымда тик һин булғанға бит
Мин ҡанатлы, осам ҡош кеүек.
Яндарымда һулышыңды тойһам,
Эштәрем дә тора гел көлөп.

Һүтер йомғаҡ, сисер йомаҡһың һин,
Көн дә аса торған яңы сер.
Тик мин һиңә лайыҡ йыр яҙа алмам,
Һин бит үҙең миңә моңло йыр.

Эй, был халыҡ

Уңған сағын күрмәһә лә,
Туңған сағын күрәләр.
Көлгән сағын күрмәһә лә,
Бөлгән сағын күрәләр.

Йырлағанын күрмәһә лә,
Илағанын күрәләр.
Һөйөнгәнен күрмәһә лә,
Көйөнгәнен күрәләр.

Һөйөшкәнде күрмәһә лә,
Төйөшкәнде күрәләр.
Ярашҡанды күрмәһә лә,
Талашҡанды күрәләр.

Һыйлы сағын күрмәһә лә,
ҡыйлы сағын күрәләр.
Яҡшы яғын күрмәһә лә,
Шаҡшы яғын күрәләр.

Шатланғанын күрмәһә лә,
Тапланғанын күрәләр.
Еңгән сағын күрмәһә лә,
Үлгән сағын күрәләр.

Нимә ул яратыу?

Малай:
Яратыу – ул бер-береңдән
Күҙеңде ала алмау.
Иркә ҡараштарың менән
Күңел хистәрен яулау.

Егет:
Яратыу – ул һөйгәнеңә
Йондоҙҙар өҙөп биреү.
Ерҙән түгел, һауаларҙан
ҡанатһыҙ осоп йөрөү.

Ир:
Яратыу – ул бер-береңде
Наҙға күмеп иркәләү.
Шул наҙҙарһыҙ йәшәй алмау,
Танһыҡ ҡанмау, гел теләү.

ҡарт:
Яратыу – ул бер-береңде
Яҡын күреп, ҡәҙерләү.
Бер-береңһеҙ ҡалыр көнгә
Бер-береңде әҙерләү...

х х х

– Шатлыҡ нимә?
– Рух осошо –
Көтөп алған осрашыу.

– Һағыш нимә?
– Рух илауы –
Айырылышыу, хушлашыу.

– Ғазап нимә?
– Рух иңрәүе –
Ғүмер буйына көтөү.

– ҡайғы нимә?
– Рух үлеме –
Барыһынан төңөлөү.

Башҡортостан, тиһәм…

Башҡортостан, тиһәм, баш осомда
Бейек тауҙар, зәңгәр һауалар.
ҡояш аҫтындағы үләндәре
Тәнгә шифа, йәнгә дауалар.

Башҡортостан, тиһәм, ер өҫтәре
Ишелеп тә үҫкән игендәр.
Киләсәктең орлоҡтарын сәсә
Баҫыуҙарҙа уңған, иң-иңдәр.

Башҡортостан, тиһәм, ер аҫтары
Алтын менән тулған көмөшкә.
Шундай ерҙә йәшәү бәхеттәре
Насип булған беҙҙең өлөшкә.

Хоҙай биргән һынауҙыр

Хоҙай беҙгә балаларҙы
Һынамаҡҡа бирәлер.
Нисек бағып үҫтергәнде
Барыһын күреп беләлер.

Һынауҙар беләккә түгел,
Төшә йөрәккә генә.
Яңылыштар һәм хаталар
Аҙаҡ кәрәккә бирә.

Үҙебеҙ өлгөрмәгәнде
Балаға йөкмәтәбеҙ.
Хыял, ышаныс, өмөттө
Аҡлар тиеп көтәбеҙ.

Бала күсермә түгел дә
Бер үк яҙмыш үтергә.
Улар тейеш беҙҙән һәйбәт,
Аҡыллыраҡ үҫергә.

Хоҙай беҙгә һынамаҡҡа
Бирәлер ул баланы.
Һынау үтһәң – кеше булыр,
Йә йөрәгең яраһы.
ҡатындар

Яңғыҙ ҡатын

Түле илай,
Теле йырлай.

х х х
Ташланған ҡатын

Уйҙары алҡын,
ҡуйыны һалҡын.

х х х
Тол ҡатын

Иңдә – иҫтәлек,
Төндә – төштә тик.
Һүҙһеҙ генә көй,
Хәтер – тотош өй.

х х х
Ирле ҡатын

Таңдары көлә,
Төндәре йөҙә.
Бер илап алһа,
Мең тапҡыр көлә.

Мең илаһа ла,
Мең дә бер көлә.
Сиртә моң-сазын,
Һөртә юл саңын.

Бер бәхетле,
Бер бәхетһеҙ,
Был – ирле ҡатын.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)