RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғүмерем буйы ижадҡа ынтылып йәшәнем

18.06.2011 Ғүмерем буйы ижадҡа ынтылып йәшәнем

Ғүмерем буйы ижадҡа ынтылып йәшәнемТаһир Латиповтың һутлы тел менән яҙылған мәҡәләләрен уҡыған берәү ҙә уның ябай табип икәнлеген әйтмәҫ. Бай йөкмәткеле, уйландырырлыҡ фәһемле яҙмалары аша гәзит уҡыусыларыбыҙ уны яҡшы белә. Таһир Мөхәммәтша улы 45 йыл ғүмерен кешеләр һаулығы һағында тороуға арнаған, анестезиолог-реаниматолог ул. Оҙаҡ йылдар Өфөнөң 13-сө дауаханаһында анестезиология бүлеген еткләгән абруйлы табип лайыҡлы хеҙмәте өсөн республика кимәлендә бихисап маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Халҡыбыҙға әллә күпме билдәле шәхесте биргән Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Таһир Мөхәммәтша улы ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын − 75 йәшен билдәләне. Түбәндә уның үҙе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

− 45 йыл ғүмерегеҙҙе медицинаға бағышлағанһығыҙ. Был өлкәгә һеҙҙе ниндәй юлдар алып килде?
− Мин бала саҡтан әҙәбиәтте яратып үҫтем, мәктәптә әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләндем. Һигеҙ йәшемдә «Сабата» тигән тәүге шиғырымды яҙыуым хәтерҙә. Ижади һәләтем булғас, иптәштәрем менән бергә әҙәбиәт уҡытыусылары ярҙамында ҡулъяҙма әҙәби журнал да сығара инем. Уҡытыусыларым, тиҫтерҙәрем дә минең филология факультетына барыуыма шикләнмәй ине. Үҙем дә ошо йүнәлештә берәй вузға инермен, тип уйлағайным инде. Әммә Әмир ағайым (ул Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағайны): «Таһир, медицинаны һайла», − тип өгөтләне. Мин: «Ағай, шиғырҙар, хикәйәләр яҙғым килә, әҙәбиәтте яратам бит», − тим. Ә ул: «Ана, Чехов та табип булған, теләгең булһа, яҙышырһың әле», − тип ниәтемдән кире ҡайтырға мәжбүр итте. Әмир ағайым Мәскәүҙә Әҙәбиәт институты барлығын, унда инеү өсөн имтихандарҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтында тапшырыу мөмкин булыуын, тик бының өсөн Яҙыусылар союзынан йүнәлтмә алырға кәрәклеген аңғарт­ҡайны инде. Ләкин ул аныҡ ҡына ярҙам күрһәтмәне. Әммә үҙемдең филология факультетына инергә теләгем көслө ине. Ике дәфтәр тулы шиғырҙарымды алдым да, ул ваҡыттағы БАССР Министрҙар Советы бинаһының бишенсе ҡатында урынлашҡан Яҙыусылар союзы идаралығына киттем. Тәүге көндә унда инеп һөйләшергә ҡыйыулығым етмәне. Икенсе көндө лә шул уҡ хәл ҡабатланды. Ишектән бер сығып, бер инеп йөрөүсе күп билдәле яҙыусыны күрҙем, әммә ҡурҡаҡлыҡ сигенә еткән йыуашлығым арҡаһында идараға инмәй, тағы ҡайтып киттем. Документтарымды Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетына һәм Башҡорт медицина институтының дауалау факультетына биргәйнем, икеһенә лә уҡырға индем. Һуңғыһында туҡталырға тура килде. Уҡыуҙың тәүге аҙналарында лекциялар менән практик дәрестәр башланды. Анатомия дәресендә өҫтәлдәргә биш мәйетте һалып ҡуйғандар, элек бит муляждар менән эшләү булманы, уҡытыусы сту­денттар­ға уларҙың тиреһен тунап, ҡайҙа ниндәй мускулдар, ҡан тамыр­ҙары урынлашҡанын күрһәтә. ҡайһы бер ҡыҙҙар ҡурҡыштарынан сығып ҡаса, мин дә саҡ түҙеп торам инде. Шулай итеп, көскә өйрәнеп киттем. Уҡыуға һәләтле генә студент булдым шикелле. Медицина һөнәре лә үҙенә ылыҡтырҙы. Уҡыуҙы тамамлағас, тәүге хеҙмәт юлымды Ғафури райо­нында табип-фтизиатр булып башланым. Был һөнәрҙе һайлауым да юҡҡа түгел. Сөнки ҡәҙерле кешем − әсәйем йәшләй генә туберкулездан вафат булып ҡалғайны.
− Ләкин һеҙ ғүмерегеҙ буйы анес­тезиолог-реаниматолог булып эш­ләгәнһегеҙ. Был һөнәр эйәләренә булған ҡытлыҡ специальносығыҙҙың йүнәлешен үҙгәртергә мәжбүр иттеме?
− Өфөгә күсеп килгәс, фатир табыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Миңә, ғаиләле кешегә, нисек тә торлаҡ табырға кәрәк ине. Анестезиолог-реаниматологтарға ул ваҡытта фатир алыуы еңел була торғайны. Шуға ла медициналағы бик популяр булмаған яңы һөнәрҙе үҙләштерҙем. 1970 йылдан Өфө моторҙар эшләү берекмәһе медик-санитар бүлегенең 13-сө дауаханаһында табип-анестезиолог булып эшләнем. Ошонда анестезиология бүлеге мөдире лә булдым. 45 йыл ғүмерем медицинаға ба­ғышлан­ған. Әйтергә кәрәк, был өлкә табиптары операция процесы ваҡытында хирургтар менән алмаштырғыһыҙ роль башҡарһа ла, ул пациенттар күҙлегенән ситтә ҡала. Ә бит операция ваҡытында бысаҡ аҫтына ятыусы сирленең организмы йәшәйеше өсөн мөһим булған функция­лар­ҙың бөтәһен дә контролдә тотабыҙ, яһалма һулыш алыуҙы тәьмин итәбеҙ. Беҙҙең эш үтә лә яуаплы ул. Кеше бәләгә тарып операцияға ятҡанда, сире һуңғы сиккә еткергәндә, ғүмере ҡыл өҫтөндә торған хәлдә беҙ кешене, организмының функцияларын тотороҡландырып, уны хирург ҡарамағына тапшырабыҙ.
Эшемде яратып башҡарҙым. Мәскәүгә лә эшкә саҡыралар ине, әммә патриот булараҡ, үҙ Башҡортостанымды ташлап китмәнем, уға хеҙмәт итәм, тинем.
− Аҡһаҡал йәшенә еткәнһегеҙ. Ғүмерегеҙ эсендә үкенгән мәлдәрегеҙ булдымы?
− Медицина өлкәһендә бирелеп эш­ләһәм дә, һаман да әҙәбиәт буйынса китмәүемә үкенәм. Билдәле яҙыусыларҙың хикәйәләрен уҡыйым да, ижади мөхит хөкөм һөргән урында йөрөһәм, яҙмаларыма ҡарата баһа, кәңәш биреүселәр булһа, ҡәләм оҫталары менән аралашып йәшәһәм, мин дә улар кеүек яҙа алыр инем, тип уйлайым. 60-сы йылдан алып яҙышам. Заманында «Башҡортостан» гәзитенә медицина өлкәһе буйынса байтаҡ мәҡәлә яҙҙым. Был гәзиттә эшләгән яҙыусы Рәшит Солтангәрәев: «Күберәк яҙыш, Таһир, ҡәләмең бар. Мәҡәләңде гәзиткә биргәндә ҡул да тигеҙмәйем хатта. Хикәйәләр яҙып ҡара әле», − тип тә кәңәш биргәйне. Үҙем өсөн генә ваҡ хикәйәләр яҙып ҡарағаным булды. Яҙған шиғырҙарымды Рәми Ғариповҡа ла уҡыттым. «Былай нисауа ғына яҙаһың, күберәк ижад ит», − тип тә кәңәш биргәйне. Әле лә бөтөн яҙыусы, шағирҙарҙың ижадын күҙәтеп барам. Бөтөн республика баҫмаларын да өйөмә алдырам. Үҙәк гәзиттәрҙе киоскынан һатып алып уҡыйым. Ижадҡа ваҡыт самалы ҡала. Сөнки әле лә 13-сө дауаханала көндөҙгө дауаланыу стационарында иглотерапевт булып эшләп йөрөйөм, анестезиолог булараҡ, дежурлыҡтар ҙа алам. Шөкөр, үткән ғүмеремә үкенмәйем.
− Табип өсөн иң ҙур баһа нимә?
− Иң ҙур баһа – ғүмере ҡыл өҫтөндә торған кешенең һауығыуы, пациенттарҙың ихлас күңелдән әйткән рәхмәте. Бер ниндәй ҙә бүләк, маҡтау-хөрмәтләүҙәр ҙә уға етмәй. ҡулымдан килгәнсә ауыр хәлдәгеләргә ярҙам иттем. Хатта элек дауаханала ҡан запасы булмағанда ҡан да тапшыра торғайным. СССР-ҙың почетлы донорымын.
− Традицион медицинаға ҡараған энә терапияһы, мануаль терапия менән дә шөғөлләнәһегеҙ. Бе­леүемсә, был өлкә белгестәре республикала бик һирәк.
− Тормошом осраҡлы хәлдәрҙән тора. Энә терапияһы, мануаль терапия һөнәрен дә осраҡлы ғына үҙләштерергә тура килде. 1982 йылда булды был хәл. Совет урамы буйлап китеп барһам, 1-се ҡала дауаханаһынан шәп-шәп атлап, таныш анестезиолог үтеп бара. «ҡайҙа ашығып китеп бараһың?» − тип һорайым тегенән. «Энә терапияһы буйынса курс үткәрәләр, шунда китеп барыуым, ғәфү ит, һөйләшеп торорға бер минут та ваҡытым юҡ», − ти ул. Улайһа, мине лә эйәрт тип үтенәм тегегә. «Юҡ. Таһир, унда элита балаларын ғына алалар. Һин бара алмай­һың», − тип ҡаршы төштө. Мин был ваҡытта партияға алынғайным, дауаханала партком ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡарам. Туҡта, мәйтәм, КПСС өлкә комитетының медицинаны тикшергән бүлегенә инеп ҡарайым әле, бәлки, ярҙам итерҙәр, тип эстән генә уйлайым. Индем, етәксегә хәлде аңлаттым. Теге Һаулыҡ һаҡлау министрлығына шылтыратып белеште, өлкә комитеттан һорағас мине лә был курсҡа йөрөүселәр исемлегенә индерҙеләр. Ләкин күптәр уҡыманы, ташлап бөттө. Мин был ҡытай медицинаһының дауалау алымын тырышып үҙләштерҙем, сөнки бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Анесте­зиология көсөргәнешле эшләүҙе талап итһә, энә терапияһы аныҡлыҡты, теүәллекте һорай. Организмдағы биологик әүҙем нөктәләрҙе дөрөҫ билдәләп, энәне шул урынға ҡаҙарға кәрәк. Кешенең дөйөм энергия системаһы бар. Ошо системала каналдар эшләй һәм улар парлы мередиандарға бүленгән. Уларҙың әүҙем булыуын ҡытайҙар интуитив рәүештә уйлап тапҡан. Кеше үҙен сирле, хәлһеҙ тоя, йыш ауырый икән, ошо парлы нөктәләр­ҙең тигеҙләнеше боҙолған, тигән һүҙ. Беҙ ҡуйған энәләр гер ролен үтәй, бер тигеҙлектә урынлашырға ярҙам итә. Энергия килеү процесы көйләнгәс, кеше һауығып китә.
− Дин менән медицинаның бәйләнеше ниндәй?
− Медицина ла ҙур бер ғилми өлкә булған кеүек, ҡөрьән дә − ҙур ғилем ул. Донъялағы ҡайһы бер ғилми асыштар ҙа ҡөрьәнгә нигеҙләнгән бит. Намаҙ ҙа билдәле бер ваҡытта була. Иртәнге намаҙ энергия көслө ваҡытта, йәстү намаҙы ла энергия алмашынған ваҡытта башҡарыла.
Бөйөк китап ҡөрьән Кәримдә 28 бәйғәмбәр телгә алына. Уларҙың барыһы ла тиерлек ауырыу кешеләр­ҙе дауалау менән шөғөлләнгән. Кешеләрҙе һаулыҡтарын һаҡлау юлдарына йүнәлткәндәр, файҙалы кәңәштәр биргәндәр. Үҙҙәренә Аллаһ Тәғәлә биргән ҡөҙрәтте файҙаланып, улар кешене һауыҡтырыуҙа төрлө мөғжизәләргә өлгәшкән.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһи ғәләйһис-сәләмдең таҙалыҡты һаҡлау тураһындағы әйткәндәрен өйрәнһәң, хәҙерге заман санитария-гигиена фәндәренең һәр мәсьәләһенә яуап табып була.
ҡыҫҡаһы, хаҡ динебеҙ медицина фәненә ҡаршы килмәй, уға ярҙам ғына итә. Һәм, киреһенсә, динде инҡар итмәһә генә медицина алға барасаҡ.
Һуңғы ваҡытта клонлаштырыу тураһында йыш ишетергә тура килә. Был да Аллаһ Тәғәләнең барлығын, берлеген иҫбат итә. Ә кешегә ул үҙ ҡөҙрәтенең бик аҙ, самалы ғына миҡдарын бүләк иткән. Шул аҙ ғына көсө менән дә кеше (медицина ғалимдары) бер күҙәнәктән кеше үҫтерә алалар. Элек атеистар көлөп ҡараған − әсәбеҙ Һауаны Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең ҡабырғаһынан яралтҡанлығы дөрөҫкә сыға бит. Сөнки Аллаһтың ҡөҙрәте сикһеҙ.
− Балаларығыҙ ҙа һеҙҙең юлдан киттеме?
− ҡыҙым Ләйлә − анестезиолог, медицина фәндәре кандидаты, Республика ветерандар госпиталендә эшләй. Бик һәләтле табибә. Улым Азаматтың да киләсәге бик өмөтлө ине. БДУ-ның филология факультетында уҡығанда әрмегә алынды ла, шунда сирләп ҡайтты. Балалар уҡыуға һәләтле булды, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр.
− Хаҡлы ялда булһағыҙ ҙа һаман да эшләйһегеҙ. Әүҙем тормош алып барыуығыҙҙың сере нимәлә?
− Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барам − эсмәйем, тартмайым, эш яратам. Әлхәмдулилла, уйҙарым изге, кешегә яманлыҡ теләмәйем. Һәр ваҡыт хәрәкәттәмен. Аллаһы Тәғәләгә таяныуым, уға иман килтереп йәшәүем дә мине һаҡлайҙыр, тип уйлайым. Организмымды ла ҡарайым, туҡланыуҙа диета тотам. Күберәк саф һауала булырға, диета тоторға тырышам. Эшкә барғанда 2 − 3 туҡталышты йәйәү үтәм. Тәмәкене ғүмеремдә лә ауыҙыма алманым, эске менән бер ваҡытта ла шаярманым.
− Оло йәштә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, Рәсәй ислам институтына инергә тәүәккәлләгәнһегеҙ...
− Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә, мосолман ғүмере буйына белем эстәргә тейеш, тигән. Дин юлынан киткәс, тулыраҡ белем алыу өсөн 2009 йылда дини уҡыу йортона ситтән тороп уҡыр­ға индем. Уҡыу еңел бирелмәй, оло йәштә аят-доғаларҙы ятлауы еңел түгел. Атеизм хөкөм һөргән ваҡытта ла Хоҙайға ышанып йәшәнем. Пациентты операцияға әҙерләгәндә лә «бисмилла»һыҙ бер эште лә башламай инем. Шуға ла, Аллаға шөкөр, эштәрем һәр саҡ уңышлы барҙы. Хеҙмәт юлымда хирургияға бәйле ялыуҙар булманы. Кешегә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ғүмер бирелгән. Беҙ, хирургтар, кешенең организмына 15 процент самаһы ярҙам итәбеҙ, ә ҡалғаны Хоҙай ҡулында. Әҙәм балаһы маңлайына яҙылған тәҡдирен күрә. Яҙмышым шулдыр, тип кенә йәшәргә ярамай. Хоҙай беҙгә һайлау юлы биргән, сәләмәт булырға теләйбеҙ икән, һаҡланырға ла бойорған. Барыһын да унан көтөп ултырырға ярамай, сәбәп итеүсегә бирермен, тигән бит. Дингә килеүемдең иң төп сәбәбе − атайым Мөхәмәтшаның мулла булыуында.
− Етемлектә, ауырлыҡтар күреп үҫһәгеҙ ҙә, белемгә ынтылышығыҙ көслө булған...
− Уҡымышлылыҡ, белемгә ынтылыу, тырышлыҡ − нәҫелебеҙҙән килә. Атайым − Мөхәммәтша ҡаһарман улы − тоталитар совет режимы осоронда йәшәүсе һәм дини эшмәкәрлеген дауам иттереүсе һуңғы указлы муллаларҙың береһе. Сәйетбабала мәҙрәсә астыра. Ул заманында алдынғы уҡыу йорттарынан һаналған Үтәк мәҙрәсәһендә белем алған. Зәки Вәлиди менән ярай­һы уҡ тығыҙ аралашып йәшәй. Совет власы йылдарында ла көс структуралары мулланың йәш сағында З. Вәлиди менән аралашҡанын һәр саҡ иҫенә төшөрөп, янап ҡына тора. Атайҙы гәзит аша иманынан ваз кисергә, совет уҡытыусыһы булып китергә, ВКП(б) сафына инергә өгөтләйҙәр. Колхозлашыу осоронда мал-мөлкәтен тартып алып, төрмәгә ултырталар. Әммә ул дингә тоғро ҡала. Беренсе донъя һуғышында ул полк муллаһы сифатында ҡатнаша. Шунда баш мейеһе зарарланып ҡайта. Атайҙың ай һайын допросҡа йөрөтөүҙәре минең балалыҡтан сығып етмәгән күңелемдә мәңгелек яра булып тороп ҡалды. Мәктәптә уҡығанда ла балалыҡ шуҡлығы менән шаярһаҡ, таяҡтың иң ауыр башы миңә төшә ине. «Кем балаһы икәнлегеңде онотма!» − тип йәберһетеп кенә торҙолар. Күп ыҙалар күрһәк тә, берҙәм, татыу булып үҫтек. Хатта әсәйгә балаларына пособие алыу өсөн справка бирмәй интектергәндәр. Шул тиклем кәмһетеүҙәре, интегеп балалар үҫтереүе әсәйҙең үҙәгенә үткәндер инде, ул ете балаһын алған да Өфөгә Совнаркомға килеп, хәлен һөйләп биргән. Шунан һуң ғына аҡса ала башлаған.
Атай-әсәйебеҙҙең тырышлығы бушҡа булманы, беҙ юғалып ҡалманыҡ, юғары уҡыу йорттарына инеп, һөнәр алып, тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ. Улар кеүек үҙебеҙгә лә лайыҡлы балалар үҫтерҙек. Тормош ауырлыҡ-һынауҙары менән башты эйҙермәне, юлдан яҙҙырманы, киреһенсә, сыныҡтырҙы, хыял­дарыбыҙҙы тормошҡа ашырыуға сәмләндерҙе генә.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)