RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был шәхестәр – беҙҙең ҡан, беҙҙең тарих, беҙҙең дан!

21.05.2011 Был шәхестәр – беҙҙең ҡан, беҙҙең тарих, беҙҙең дан!

Яңыраҡ Тәтешле районында, бөйөк мәғрифәтселәр Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 185, Ғарифулла Кейековтың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы, Башҡорт әҙәбиәте көндәре үтте
Был шәхестәр – беҙҙең ҡан, беҙҙең тарих, беҙҙең дан!Юлда яҙыусылар менән йөрөү үҙе бер бәхет тә, бер табыш та. Әле Тәтешлегә китеп барыуыбыҙ. Унда башҡорт әҙәбиәте көндәре сиктәрендә күренекле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтселәре Ғәли Соҡорой һәм уның улы Ғарифулла Кейековтың юбилейҙары ла билдәләнәсәк. Күмәкбеҙ – алдағы машинала күренекле әҙиптәребеҙ ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова һәм билдәле ғалим Миңлеғәли Нәҙерғолов елә. Беҙҙең арбала йөрөтөүсенән башҡа шулай уҡ өсәүбеҙ, ике күренекле прозаик – Рәшит Низамов һәм Ринат Камал менән донъя хәлдәре, әҙәбиәт хаҡында һөйләшеп киләбеҙ. Ижад серҙәре, ҡомары хаҡында һүҙ китһә, уғата йәнләнәм мин.
Ринат ағайҙың бер фекере оҡшаны:
– Төплө, еренә еткереп уйланылған проза әҫәре шул уҡ шиғриәт ул. Мостайҙың «Оҙон-оҙаҡ бала сағы» шиғриәт түгелме ни?! Ә Һәҙиә апай­ҙың «Ырғыҙ»ы? Образлы фекер, хәл-ваҡиғаларҙың күҙ алдына картина итеп килтерерлек итеп бирелеше, һутлы тел, заман-дәүерҙәрҙең образлы кәүҙәләнеше... – былар бигерәк тә шиғриәткә хас сифаттар ҙа баһа. Ана шул беҙҙең прозала бар.
– Хемингуэй ҙа, һәйбәт проза айсберг кеүек, һигеҙҙән ете өлөшө һыу аҫтына йәшеренгән, тип әйткән бит, – тинем, ағайҙың фекерен хуплап.
Олуғ юлдаштарым, яҙыусы көн һайын яҙырға тейеш, тип аңлата. Прозала эшләгәндәргә бигерәк тә ҡара тырышлыҡ һәм елкә кәрәк, тип тә һеңдерәләр. Әйткәндәрен дәлил-миҫалдар менән нығытып та ҡуялар:
– Джек Лондонмы, Хемингуэймы, көн һайын ниндәй хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт табып, тиҫтә-тиҫтә бит яҙғандар. Бер ултырғанда.
– Беҙҙең Ноғман ағай ҙа туҡтамай, тиҫтә сәғәттәр буйы эшләй, тиҙәр.
Рәшит ағай үҙенсәлекле генә яҙыу­сы түгел, үҙенсәлекле «табип» та икән. Бөйөр сирҙәрен дауалау өсөн кәрәкле үләнде ул тик Тянь-Шань тауҙарынан ғына йыйып алып ҡайта (табиплығы, был тауҙарға хәтәр сәйәхәттәре хаҡында башҡа ваҡытта һөйләрбеҙ.) Ташкент аша бара яҙыусы үҙе генә белгән тауҙарына.
– Ташкентҡа юл төшкәндә мотлаҡ Йәүҙәт Ильясовтың тормош иптәшенә һуғылып китергә тырышам.
Йәүҙәт Ильясов – башҡорт улы, Йәрмәкәйҙә тыуып үҫкән, тик ғүмере ситтә, Үзбәкстанда, үткән. Был мәмләкәттә ул яҙыусы, абруйлы шәхес, бик күп роман авторы булараҡ билдәле.
– Апай ағайҙы яратып һөйләй торғайны, уның тырышлығын һәр саҡ иҫкә алды. Йәүҙәт таңғы етелә тороп, өҫтәл артына ултыра ла төшкә тиклем яҙыша торғайны, көн дә шулай, тип һөйләгәйне.
Йәүҙәт Ильясовты Үзбәкстанда талантлы, күренекле яҙыусы тип ҙур­лай­ҙар, ә беҙҙә уны бик белеп етмәйҙәр әле. Китаптарын сығарып, Йәрмәкәйҙә үҙенә бюст ҡуйғанда, шәхескә – оло ихтирам, ә районға дан булыр ине, – тип тәҡдимен белдереп ҡуйҙы алда ултырған оло әҙибебеҙ. Уға Ринат ағай ҡушылды:
– Беҙҙә скульптура сәнғәте нишләп­тер бик үҫешмәгән шул. Бына күршелә, Татарстандың Аҡтаныш районында, үҙҙәрендә сыҡҡан данлыҡлы кешеләренең бюстарын эшләп, тулы бер аллея булдырғандар, тиҙәр. Араларында атаҡлы йырсы Әлфиә Афзаловаға ла, беҙҙә йәшәп, ижад иткән, Аҡмулланың тәүге бюсын һынландырыусы Зөлфәт Басировҡа ла бар икән. Барып күрһәң, ә?
Беҙҙә лә оло-оло шәхестәр етерлек бит. Алыҫҡа йөрөргә түгел, тәтешлеләргә, мәҫәлән, ниңә аталы-уллы Кейековтарға бюст эшләтмәҫкә? Соҡоройҙар быға лайыҡ. Улар үҙҙәренең аҡыл күҙе, аҡыл һүҙе менән илен дә, халҡын да, тарихын да һаҡлап ҡалған. Яндарына тағы бер данлыҡлы нәҫелдәштәре – халыҡ шағиры Әнғәм Атнабай һыны ла ҡалҡһа, халыҡтың күңеле таҙарыр, ял итер урын була ла ҡуя инде.
– Таҙарынырға уларҙың Хәҙрәт шишмәһе бар, – тип көлә Рәшит ағай. – Ә уйлаһаң, бик шәп идея. Иғтибар күрһәтеү, шәхестәргә хөрмәт-ҡәҙер­ҙән бигерәк, бөгөн тәрбиә сараһы. Лайыҡлы киләсәкте хәстәрләү ул.
Шәхестәренә хөрмәт күрһәткән ил йәшәй ҙә, ғүмерен дә оҙайта – был турала оноторға ярамай.

* * *
Тәтешлеләр яҡты йөҙ, ҡайнар сәй менән ҡаршы алды яҙыусыларҙы. Беҙҙе ҡаршы алыусы һәм ике көн буйы оҙатып йөрөүсе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Дамир Әхмәтов үҙенең тыуған еренең ысын патриоты ғына түгел, «аяҡлы» энциклопедияһы ла шикелле. Тәтешле тураһында ниндәй генә һорау бирмә, уйлап та тормайынса ентекле яуап бирә. Үҙ яғын биш бармағы кеүек белә, тип шундай кешеләр хаҡында әйтәләрҙер. Сәнғәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ кеше лә ул. Был яҡта тыуып үҫкән ижади шәхестәрҙең тормошон, ижадын яҡшы белеү өҫтөнә, әҫәрҙәрен дә һөйләп ала, яңы ғына ҡәләмгә тотонғандарҙы ла белә. Хужаның зиһенлеһе тап булды беҙгә.
– Тәтешле районы халҡы үҙенең данлыҡлы яҡташтарына тәрән һәм эскерһеҙ ихтирам менән ҡарай, улар хаҡындағы иҫтәлектәрҙе һәм ҡомарт­ҡыларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Сөнки улар төбәктең дә, милләттең дә данын оло шәхестәр күтәргәнен аңлай, – тине Дамир Хузи улы яҙыусыларҙың биләмә-ара үҙәк китапханала китап уҡыу­сылары менән осрашыуында. – Дин әһелдәре, мәғрифәтсе шағирҙар Ғәли Соҡорой һәм уның улы Ғарифулла Кейеков менән бигерәк ғорурланабыҙ. Һәм уларҙың аманаттарына тоғро ҡалырға тырышабыҙ.
Район үҙәге Үрге Тәтешлелә лә, тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа ла Ғәли Соҡорой музейы эшләй. Ошо уҡ ауылдарҙа мәғрифәтсе исемендәге урамдар ҙа бар. Күрҙем ауылында Ғарифулла Кейековтың исемен мәңгеләштереү буйынса эшләйһе эштәр бар, тине сығыш яһаусы. Киләсәктә уның исемендәге урам булыр.
Һәр йыл һайын 14 май көнө Күрҙемдә изге йола үтәлә: бар ауыл халҡы сығып, Хәҙрәт шишмәһен тәрбиәләй, таҙарта. Шишмәне генә түгел, изге сығанаҡ янында күңелдәрен дә таҙалай күрҙемдәр. Унда төрлө йыйындар, милли уйындар үтә, дини һәм донъяуи йолалар үтәлә. Өлкәндәр һәм төбәкте өйрәнеүселәр данлыҡлы мәғрифәтселәр хаҡында бәйән итә, улар рухына бағышлап доға ҡылына. Шуныһы ҡыҙыҡ, был йола совет осоронда, атеизмдың көслө сағында ла теүәл үтәлгән. Мәғрифәтселәрҙең рухи һәм дини донъяһы, күрәһең, замандың теге-был боролоштарынан, болғаныштарынан күпкә бейегерәк булғандыр һәм зирәк халыҡ быны һәйбәт аңлағандыр.
Иҫке Соҡор ауылының тау битләүендә урынлашҡан Соҡоройҙоң ҡәберен дә торғонлоҡ, дингә ҡарата илтифат­һыҙлыҡ күрһәтелгән саҡта ла өлкәндәр һәр саҡ ҡарап, таҙартып тотҡан. Аҡсәйет мәктәбендәге осрашыуҙан һуң мәктәп директоры Фәрхәт Ғәйнуллин да был турала иҫкә төшөр­ҙө: «Атеизмды алға һөргән совет власы, ысынлап та, хажи ҡәберен ҡарауҙы тыя ине, бабайҙар барыбер барҙы, беҙ ҙә эйәрә торғайныҡ». Был үҙе үк батырлыҡ һәм инсафлыҡ та баһа!
Әйткәндәй, совет осоро тигәндән, изге йән Ғарифулла Кейеков 1918 йылда фажиғәле һәләк була – Күрҙем ауылы аша үткән ҡыҙылдар уны ҡылыс менән сапҡылап үлтерә. Был йәһәттән мәғрифәтсенең әсе яҙмышының бөйөк шағир Шәйехзада Бабичтыҡы менән уртаҡлығы ла бар.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағир ҡәҙим Аралбай бөгөнгө әҙәбиәт торошо, яҙыусыларҙың яңыраҡ үткән оло йыйыны һәм унда Президент Рөстәм Хәмитовтың әҙиптәр алдына ҡуйған бурыстары хаҡында һөйләне. Әҙиптәребеҙ, йәмғиәтебеҙҙең рухи көҙгөһө икәнен аңлап, ең һыҙғанып эшләй, заман менән бергә атларға ынтыла, тип билдәләне ул.
– Мин бер осор Учалыла эшләнем. Унда бер нисә ауыл ҡара табын ырыуына ҡарай. Әле һеҙгә ҡарап ултырам да, шул тиклем шул ауыл кешеләренә оҡшағанһығыҙ, тип ҡуям, – тип һөйләй халыҡтың яратҡан яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова. – Бөйөк шәхестәрегеҙ булмаһа, беҙ осраша алыр инекме?
Рәшит Низамов иһә Әнғәм Атнабайҙы, уның бергә булған сәфәр­ҙәрен һәм сер итеп кенә ҡасандыр уға халыҡ шағиры үҙенең Ғәли Соҡоройҙоң яҡын ғына нәҫеле булыуы хаҡында әйткәнен иҫкә алды.
– Тәтешлегә унынсыға килеүем инде, дуҫлашып, туғанлашып бөттөк хәҙер, – тип башланы һүҙен ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғолов. – 1984 йылда, археографик сәйәхәтемдә бик күп өлкән кеше менән осрашып, был бөйөк мәғрифәтселәр хаҡында ишетеп, улар­ҙың ҡайһы бер ижади өлгөләрен яҙып алдым. Музей төҙөгәндә, йыш булып, фәнни консультант булараҡ сығыш яһарға тура килде. Тәтешлелә алтынды балсыҡтан айыра белә торған халыҡ йәшәй, тим. Заманының алдынғы ҡарашлы ғалимы, әҙибе һәм мәғрифәтсеһе булған Соҡоройҙарҙың халыҡ алдындағы хеҙмәттәрен баһалап бөтөрлөк түгел. Бына ни өсөн уларҙы тәтешлеләр онотмай, һәр саҡ ғорурлыҡ һәм ҡәҙер менән телгә ала.
Ғалим шулай уҡ күршелә, Яр Саллы ҡалаһында, айырым ғалимдарҙың башҡорт мәғрифәтселәрен татарлаштырып китап сығарыуына, тарихи факт­тарҙы боҙоп күрһәтеүенә әсенеүен, архивтарҙан Ғарифулла Кейековҡа ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр табыуы хаҡында ла белдерҙе. Урындағы уҡытыусы-ветеран, тыуған яҡты өйрәнеүсе Клара Байғазина ла: «Айырым тарихсыларҙың, бигерәк тә күршеләрҙең, шәхестәр хаҡындағы хеҙмәттәрендә шул тиклем ысынбарлыҡҡа тап килмәгән, бер ниндәй документтарға таянылмай ташҡа баҫылған фараздары шаҡ ҡатыра, – тине. – Мин дә Ғәли Соҡорой һәм Ғарифулла Кейеков хаҡында йыйынтыҡ сығар­ҙым. Тик шуныһы, дөрөҫ факттарға ҡоролмаған китаптар беҙгә килеп етә, башҡа ерҙә таратыла, ә беҙҙеке нишләптер уларға барып та етмәй, етһә, иғтибарға алынмай...»
Иртәгәһенә Иҫке Соҡор ауылында Ғәли Соҡорой музейында ла был тема ҡалҡып сыҡты. Ғәли Соҡорой һәм Ғарифулла Кейековтың милли сығышы ғына түгел, хатта, был ерҙәрҙә кемдәр йәшәгән һәм йәшәй, тигән һорауҙың булыуы мөмкин икән.
«ҡайһы бер баҫмалар башҡорт шағиры Ғәли Соҡорой менән уның улы, башҡорт мәғрифәтсеһе Ғарифулла Кейековтың татар икәнен көсәнеп иҫбатларға тырыша. Әлбиттә, улар яҙғандарҙа бер генә дәлил дә, документ та күрмәҫһең, – тип яҙҙы «Йәшлек» гәзитендә (17 июнь, 2006 йыл) күренекле тарихсыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәров. – Ә ысынында Ғәли Соҡорой менән Ғарифулла Кейеков ҡайһы төбәк башҡорто һуң? Ғәҙәттә, Ғәли Соҡоройҙоң Өфө губернаһы Тәтешле улусында тыуыуы тураһында яҙалар. Был дөрөҫ түгел, Соҡорой 1828 йылда (ғалим М. Нәҙерғолов та ошо датаны дөрөҫ тип бара. 1834 йылғы ревизия документтары буйынса Ғәлигә 6 йәш тип күрһәтелгән. Тимәк, быйыл Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 183 йыл – М. ҡ.) донъяға килә, ә ул саҡта Тәтешле улусы булмай, ул 1866 йылда ғына барлыҡҡа килә. Буласаҡ шағир ысынында ҡара табын ҡәбиләһенең бер ырыуы булған Ирәкте улусында тыуа, ул һуңыраҡ, әйтеүебеҙсә, Тәтешле улусына әйләнә. Шулай уҡ Ирәкте Ырымбур губернаһына инә, сөнки Өфө губернаһы 1865 йылда тәүгеһен икегә бүлеүҙән барлыҡҡа килә».
«1750 йылдан алып 1781 йылға тиклем бөтә ирәктеләрҙең баш старшинаһы булып Шәриф Кейеков торған, – тип дауам итә тарихсы. – Ә Ғәли Соҡорой – уның бүләһе. Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейековтың (Ғәли Соҡорой ауылы исеменән алған псевдонимы) олатаһы Ғабдулла – йорт старшинаһы, ә уның ҡустыһы Ниғәмәтулла йорт старшинаһы ғына түгел, башҡорт кантон башлығы ла була. Дворян дәрәжәһе ала.
Башҡорт улустарының старшиналары итеп тик башҡорт аҫабалары ғына һайланыуын һәр тарихсы белә. Башҡорт тарихында теге йәки был сит бауырҙың улус башында тороуы – күрелмәгән хәл».
Башҡорт иленә Иҫке Соҡор ауылы биргән ике зыялының милли сығыштарын үҙҙәренән дә асыҡ әйткән кеше юҡтыр. Ғәли Соҡорой: «Беҙ урман башҡорто буламыҙ», – тип асыҡтан-асыҡ белдерһә, ә Ғарифулла Кейеков: «Беҙҙең башҡорт тоҡомо тоҡон (тыйнаҡ) ғына халыҡ. Шулай булһалар ҙа, уҡыуға бик серкәмдәр (булдыҡлылар). Боронғо бабаларыбыҙ көрәшергә, ат сабыштырырға, мәрәйгә атып тейҙерергә бик мәргәндәр икән, улар­ҙың уҡ һала торған һаҙаҡтарын, йәйәләрен әле булһа һаҡлаған бабаларыбыҙ бар...» – тип яҙҙы. ҡайҙа барһаҡ та, музейҙамы, мәктәптәме, китапханаламы – һәр ерҙә беҙҙе ошо юлдар ҡаршы алды.
– Был бөйөк яҡташ шәхестәребеҙгә иғтибар артҡан һайын ауыл халҡында ла уларҙың тормошона, ауыл тарихына ҡыҙыҡһыныуы һәм хөрмәте артты, – тип һөйләй музей директоры Зинфира Әхәт ҡыҙы Арманшина. – Беҙҙе бит совет осоронда татар те­лен­дә уҡыттылар. Ошоғаса күптәр үҙҙәрен татар тип яҙҙырҙы. Хәҙер кешеләр, үҙҙәренең тамырҙарына илтифат күрһәтеп, милли сығыштарын, шәжәрәләрен барлай. Музейҙа булған документтар­ҙы ентекләп өйрәнеүселәр бар. Миңлеғәли Нәҙерғо­ловҡа ҙур рәхмәт, ул инде беҙҙең күҙҙе асыусы.
Музейға ғалим был юлы ла буш ҡул менән килмәгән. Ул тағы ла тарихи дөрөҫлөктө иҫбатлаусы бер нисә документтың күсермәһен музейға тантаналы рәүештә тапшырҙы. Улар араһында «Ғарифулла Кейековтың ахун булараҡ хеҙмәте тураһындағы формуляр исемлектең титул бите – төп өлөшө» һәм Ғарифулла Кейековтың «Тәүарихи башҡордиан вә әнсәби ирәктәүиән» (башҡорт тарихы һәм ирәктеләрҙең нәҫел-нәсәбе) исемле хеҙмәтенең бите лә бар. Был документтарҙы ғалим Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеү институтының Санкт-Петербург бүлеге архивында тапҡан.
– Санкт-Петербургта Ғарифулла Кейековтың үҙ ҡулы менән яҙған документтары һаҡлана, – тип һөйөнөп һөйләй Миңлеғәли Нәҙерғолов. – 1906 йылда төҙөлгән формулярҙа ул 1861 йылдың 4 апрелендә тыуыуын күрһәтә. Шунда уҡ Иҫке Күрҙемдә 720 һумлыҡ йорто, башҡорт булыуын,1891 йылда – имам-хатип, 1893 йылда ахун дәрәжәһенә күтәрелеүен белдерә. Документ буйынса дүрт балаһы күрһәтелә. Улы Әхнәф тә зирәк һәм уҡымышлы зат була, атаһы үлгәс, ул изге һәм ҡәҙерле ҡомартҡыларын, ҡыҙылдар бөтөнләй тартып алып яндырып бөтмәҫ борон, йәшерен рәүештә Риза Фәхретдиновҡа ебәрә. Оло шәхесебеҙ уны үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында академик Самойлович аша Санкт-Петербургҡа оҙата. Бына шулай һаҡланып, был ҡомартҡылар бөгөн күсермә хәлендә булһа ла мәғрифәтсебеҙҙең тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтты.
Был һүҙҙәрҙән һуң музейҙа ҡул сабыуҙар яңғыраны.
– Әйтеп ҡараһындар хәҙер беҙҙе башҡорт түгел тип, –тип ҡуйҙы кемдер.
– Буталсыҡтарға бына ошондай төплө документтар сик ҡуя ла. Бына дәлилдәр булды, хәҙер аңлатыуы еңел буласаҡ, – тип йылмая Зинфира Әхәт ҡыҙы.
Музей үҙе лә бик уйлап эшләнелгән. Данлыҡлы яҡташтарының тормошо һәм ижады тураһында ғына түгел, шәжәрәһе, вариҫтары хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә табып була. ХIХ быуаттағы йәшәү күренешен сағылдырған күргәҙмә материалдар ҙа бар бында. Бинаның һул яғында музей үҙе булһа, икенсе яғында мәсет урын алған. Унда рухи һәм күңел талабын, ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә мөмкин.
1909 йылда «Шура» журналы уҡыусыларға әҙәби тел хаҡында фекер алышырға саҡырып мөрәжәғәт иткәс, Ғарифулла Кейеков башҡорт әҙиптәренән беренсе­ләр­ҙән булып туған теленең хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай. «Тел сабыштырыу» исемле мәҡәләһендә: «Һәр халыҡтың үҙ теле бар. Беҙгә бүтән тел менән оҫтарып һөйләшергә ник көсәнергә? Матур һөйләшәм тип, берәүҙәр үҙенең яҡыны аңламаған телдәр менән маташһа, йыуасаға әрем ҡыҫылған кеүек була», – тип яҙа. Был һүҙҙәр бөгөн дә актуаль яңғырай түгелме? Милләттәш­тәренең, яҡташтарының үҙ телен онота, боҙа барыуын һыуға ҡараған кеүек күрәҙәләй үтә күргән бөйөк мәғрифәтсе. Шөкөр, бөгөн башҡорт яҙыусылары менән осрашыуҙа уҡыусы балалар ҙа, ойоштороусылар ҙа, етәкселәр ҙә «йыуасаға әрем ҡыҫтырманы», бар кисәләр ҙә, һәр шиғри, йырлы-моңло сығыш та Соҡоройҙарҙың туған телендә – башҡортса барҙы.
ҡаҙанда уҡыған йылдарында күренекле татар әҙибе ҡәйүм Насыриға йыш барып йөрөүе хаҡында ла яҙа Ғ. Кейеков. «ҡай сағында ҡурай уйнаған сағына тура килә инем. «Нихәл, башҡорт? ҡурай уйнай беләһеңме?» – тиә ине. Ташаяҡта һатыла торған ҡыҫҡа ҡурай уйнай ине. «Беҙҙең урманда үҫкән башҡорттоң нуғай ҡурайы оҙон була йәки еҙҙән була, тиә инем», – тип яҙа ул. Үкенескә күрә, бөгөн, Ғарифулла хәҙрәт, тыуған ереңдә ҡурайҙың ҡыҫҡаһын да, оҙонон да күрмәнек. Юҡ, күңелебеҙ төшмәне, киреһенсә, моң һәм рух солғанышында булдыҡ ике көн буйы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Светлана Нурғәлиева, Камил Зиятдинов һәм башҡаларҙың тилерткес моңо әсир итте. Балалар ижад үҙәгендә «Быуаттар ауазы», Иҫке Күрҙем мәктәбендә «Ярай әле беҙҙең яҡта тыуған», Аҡсәйет урта мәктәбендә «Белем нурын таратыусылар» кисәләре һоҡлан­ғыс үтте. Һәр байрамда балалар, театрлаштырылған тамаша ҡуйһынмы, шиғри сығыш булһынмы, бөйөк яҡташтарының мәртәбәһен, аҡылын һәм бөйөклөгөн тойоп, аңлап, һөнәрен күрһәтте. «Был шәхестәр – беҙҙең ҡан, беҙҙең тарих, беҙҙең дан!» – тине, ғорурланып оран итеп ҡабатланы был һүҙҙәрҙе Тәтешленең үҫеп килеүсе быуыны.

* * *
Яңауыл районы хакимиәте, Яңауыл яҙыусылар ойошмаһы (тәтешлеләр­ҙең күршеләре өлгөрөрәк булған) Ғәли Соҡорой исемендәге премия булдыр­ған. Шуныһы һөйөнөслө, беҙҙең юлдашыбыҙ Рәшит Низамов, күренекле яҙыусылар менән бер рәттән ошо төбәктә йәшәп яҙышҡан, ошо төбәктең мәҙәни мөхитен тыуҙыра алған Клара Байғазина, ҡәһим Әүхәтов, Рәүиә Ғәниева, Фәнил Миңлеғәлиев һәм башҡаларҙың был премия менән бүләкләнеүе урында ижадсыларға иғтибар булыуына бер дәлил, тип ҡуйҙыҡ. Ғөмүмән, Тәтешлелә бер төрлө йылы ижад мөхите барлығын тойҙоҡ. Шиғри күңелле кешеләр йәшәй бында. ҡайҙа барһаҡ та, район типографияһында баҫылған китаптарын бүләк иттеләр, үҙҙәренең ижад емештәрен оло яҙыусыларыбыҙға ауыҙ иттергеләре килгәндер инде.
Етмеште уҙған Хәниф ағай Нурисламов үҙенең йөҙҙән ашыу биттән торған «Ғүмерем ағыштары» исемле китабын бүләк итте. Ул ғүмере буйы Карл Маркс исемендәге колхозда шофер булып эшләп, пенсияға сыҡҡан.
– Хеҙмәтем әҙәбиәт-сәнғәттән алыҫ булһа ла, китаптар уҡырға яраттым, айырыуса шиғриәтте үҙ иттем, – тип һөйләй ул. – Кабинамда ҡәләм-ҡағыҙ һәр саҡ булды, күңел ҡылдарына моң килгәндә, яҙыштырып ҡуя торғайным. Тыуған яҡҡа, яҡташтарыма, ғаиләмә булған һөйөү хистәре аҡ ҡағыҙға күсә. Шул мәлдә үҙемде бәхетле тоям.
Ижад кинәнесе, ижад ҡомары, күңелеңдәге хис-тойғоно түкмәй-сәсмәй башҡаларға еткерә белеү, ысынлап та, бәхет шул ул.
– Автограф та ҡуйығыҙ, – тим Хәниф ағайға.
– ҡуй әле, иң мөһиме, шиғырҙарымды уҡып әҙерәк кинәнес алһағыҙ, шул еткән, – ауыл кешеһе баҫалҡы була шул.
«Утын бысҡан кеүек әбей-бабай
Бер быуатты, бәлки, турарҙар.
Түмәр булып өйөлөп ятһын йылдар,
Киҫелмәһен әле,
Киҫелмәһен һуңғы түмәрҙәр», – шулай ти Хәниф ағай.
Кинәнес алдым. Ысын ер кешеһенең ихлас тойғоларын күрҙем был китапта. Ғүмерең оҙон булһын, шиғри күңелле замандашым.
82 йәшлек Рәйсә Рәхимйәнова өсөнсө китабын сығарған. Ә үҙе илле йәшенән һуң ғына яҙыша башлаған. Уның «Ғүмерем миҙгелдәре» исемле китабын бүләк иттеләр. Китаптарҙың исеменә ҡарағанда, ҡәләм тотоусыларҙың күбеһе үткән ғүмерҙәренә йомғаҡ яһай, шатлыҡлы һәм ҡайғылы мәлдәрен иҫкә ала.
– Китабым донъя күреүе – күптәнге хыялымдың тормошҡа ашыуы ул. Бынан артыҡ шатлыҡтың булыуы мөмкин түгел. Сөнки китап булып фанилыҡта минең хис-тойғоларым, донъяуи ҡарашым ҡала. Был йыйынтыҡты дуҫтарым, туғандарым күптән көтә ине, – ти ул, шатлығы менән уртаҡлашып.
Үҙәк китапхананың түрендә, тау-ҡырҙар фонында ҙур хәрефтәр менән:
«Башҡортостан – тыуған илем
минең,
Тыуған яғым – гүзәл Тәтешле.
Эш һөйөүсән, ябай, киң күңелле
Халҡың менән һин бит бәхетле.
Фәнил Миңлеғәлиев».
тигән юлдар яҙылған. Осрашыу мәлендә шул юлдар­ҙы ятлап тигәндәй алдым. Ошо дүрт юлға тыуған яғы хаҡында ҡалай тос фекер һыйҙырған был шағир. Башҡорт әҙәбиәтендә бындай исемле шағирҙы белмәйем, моғайын, Тәтешлелә тыуып, Татарстанда ижад итәлер, тип ҡуйҙым. Мәҫәлән, илештәрҙең халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин кеүек. Ғәҙәттә, был тарафтағылар ҡаҙанға уҡырға китә лә, шунда ҡала торған. Ә илем – Башҡортостан, тиҙәр.
Яңылышҡанмын. Фәнил ағай беҙҙең янда, шул уҡ залда булып сыҡты. Күңеле менән шағир булһа ла, һөнәре буйынса... эйе, төҙөүсе. Эйе, ябай төҙөүсенең ябай булмаған ялҡынлы шиғри юлдары китап, белем хазинаһы булған район үҙәк китапханаһының түрендә балҡый. Пачут хәтәр, шайтан алғыры, тип әйтер ине иҫән булһа уның яҡташы Әнғәм Атнабай. Данлыҡлы шәхестәрҙең ҡанатлы һүҙҙәре менән генә биҙәлгән залдарға, мәктәп кабинеттарына өйрәнгәнбеҙ шул. Уйлап ҡараһаң, ябай төҙөүсенән дә, ябай игенсенән дә үҙ ерен нығыраҡ яратҡан һәм белгән кеше бармы икән?!
Һуңынан беҙҙең менән осрашыу­ҙарҙа йөрөгән Фәнил ағайҙың, бына был мәктәпте беҙ төҙөнөк, ә был ҡунаҡхананың урыны һаҙамығыраҡ булғас, беҙ урынын тәртипкә килтер­ҙек, тип үҙ хеҙмәт емештәре менән уртаҡлашып, эшенән кинәнес алыуын күреү беҙгә лә һөйөнөс бирә ине. Үҙ ере өсөн йәнен бирергә әҙер кеше генә шулай эше хаҡында кинәнеп һөйләй ала.
«Һине ташлап китә аламмы һуң,
Тыуған яғым, һин бит бер генә.
Халҡың күркәм, шишмәләрең
бәллүр,
Әремдәрең хатта гөл генә», – ти ул.
Фәнил Миңлеғәлиев шулай уҡ «Аҡшишмә» исемле ижад түңәрәгенең етәксеһе лә.
– Бар ижади көстәрҙе ошо түңәрәк янына йыйырға тырышабыҙ. ҡәләм тирбәтеүсе өлкәне лә, йәше лә үҙ-ара аралашыуға сарсап йәшәй. Район гәзитендә әйберҙәребеҙ баҫылып тора. Район типографияһында 30-ҙан ашыу китабыбыҙҙы сығарҙыҡ. Кимәле, күләме менән әҙәбиәтебеҙгә ҙур өлөш тип ҡабул итмәһәк тә был китаптарыбыҙҙы, үҙебеҙсә районыбыҙҙың рухи кимәлен күтәрә алабыҙҙыр тим, – шулай тип һөйләй төҙөүсе-шағир.
30 китап. Әҙме был, күпме? Эш һанда ла түгел, шулай ҙа Соҡорой, Атнабайҙар рухы йәшәй Тәтешлелә тип ышаныслы әйтеп булалыр. Тағы ла бер ҡыҙыҡ һан. Бынан бер нисә йыл элек район буйынса Әнғәм Атнабайҙың тыуған ауылы Иҫке Күрҙемдә «Күрҙем шишмәләре» исемле шиғри бәйге үткәрелгән. Унда 60-тан ашыу шиғыр яҙыусы ҡатнаш­ҡан. Ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһенән ике көн буйы башҡорт, татар, рус, удмурт телдәрендә шиғыр яңғыраған. Ышанмаҫлыҡ хәл, мөғжизә!

* * *
Һөйөнөп ҡайттыҡ Тәтешленән. Халыҡ үҙе лә талантлы һәм шәхестәрен дә бик ҙурлайҙар. Һөйләшеү, аралашыуҙа шул һиҙелде. Соҡоройҙарҙы ла, Атнабайҙы ла күңелендә һәйкәл итеп ҡуйған улар, тип ҡуйҙыҡ беҙ.

Мөнир ҡУНАФИН.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)