RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Ерҙә кеше ғүмере сикһеҙ түгел..."

19.03.2011 "Ерҙә кеше ғүмере сикһеҙ түгел..."

Атай йорто

Тыуған ауылым, изге атай йорто,
Тулҡынланып ҡапҡа асамын.
Хужа түгел ваҡыт шул мәл
миңә...
Йылдар аша кире осамын.
Ни хәл, балам, нисек ҡайтып
еттең? –
Әсәй мине шулай ҡаршылай.
Бала ғына булып баҫып торам,
Өндәшкәндә әсәй – гел шулай.
Әйтерһең дә, мин олатай түгел,
Сәстәремә ҡарҙар яумаған.
Йылдар йөгө, юлдар туҙандары
Маңлайыма эҙҙәр һалмаған.
Ишек алды – үҙе сихри донъя,
Һин шаһиты бала сағымдың.
Ергә баҫтым һиндә беренсе ҡат,
Беренсе ҡат һиндә абындым.
Ялан аяҡ баҫһам үләнеңә,
Арыуҙарым осоп юғала.
Атай йорто һаман бишек миңә,
Иҫән саҡта әсәй донъяла.
Әйҙә, балам, сәй эсәйек, тип,
Әсәй мине өйгә саҡыра.
Ниндәй ғәжәп – мин бит бала
ғына,
Көтөп торсо, ваҡыт, саҡ ҡына.

Юнир АҘНАҒОЛОВ.
Мәләүез районы.

Яралы болан тауышы

Һомғол ғына буйлы, текә тояҡ,
Мин йәш кенә инә боланмын.
Текә тауҙар аша саба-саба
Тиҫтерҙәрем менән уйнаным.

Тояҡтарҙан ап-аҡ ҡарҙар
борҡой,
Бурандарҙа ятып аунаным.
Йәшем еткән инде, йәрем менән
Туй үткәргән сибәр боланмын.

Тик бәхетем оҙаҡҡа булмаған,
Бәхетһеҙлек торған һағалап,
Әҙ генә йәшәлгән ғүмеремде
Кемдәр генә китте яралап?

Өйрөлөп ҡарҙар яуа ине,
Һөйгән йәрем ине янымда.
ҡаты яраландым күкрәгемдән
Һөйөп-һөйөлөүҙәр таңында.

Яраланы, мине генә түгел,
Тыуып өлгөрмәгән баламды.
ҡан йәштәрем аға күҙҙәремдән,
Күтәрә/а/лмам бындай яраны.

Хоҙай күреп тора, яуыздарға
Рәнйештәре төшөр баламдың.
Бала һөйөүенән мәхрүм булған
Мин йәш кенә инә боланмын.

Яраларҙан ҡандар һарҡа-һарҡа,
Өйөрөмә сапҡан боланмын.
ҡандарымдың һуңғы
тамсылары...
Барып етә алмай ҡоланым.

Эҙләп алып, бәлки, тунарҙар ҙа,
Тик мин хәләл ризыҡ булмамын.
Әйтсе, кешем, ниҙә ғәйебем
һуң?!
Мин гонаһһыҙ инә боланмын...

... Һуңғы сиктә ауыр ыңғырашып,
Рәнйеп кенә йәп-йәш боланым,
Аҡтыҡ көсөн йыйып, туланы ла,
Һуңғы һулыштарын һуланы.

Илсиә ҡАСИМОВА.
Әбйәлил районы,
Хәмит ауылы.


* * *
Тән йәрәхәттәре уңалһа ла,
Ерҙә харабалар төҙәлһә лә,
Йән йәрәхәттәре уңалмай,
Йөрәк һаман тыныс була алмай.

Һуғыш ғәрәсәте ҡупмаһын тип,
Әле булғандары туҡтаһын тип,
Кем күҙенә ҡарап әйтергә,
Кемдән яҡлау өмөт итергә?

Табылһасы шундай изге бер зат,
Уйлап тормайынса һис оҙаҡ,
Йән ҡыйыусы ҡоралды тыйһасы,
Изге кешеләрҙе янына йыйһасы.

Донъя халҡы барыһы
берләшһен дә,
Мәңге дуҫ булырға һөйләшһен дә,
Юйып кешелектең ыҙғыш,
аһ-зарын,
Гөлгә күмһен ине Ер шарын!

* * *
Төрлө ҡитғаларҙа һуғыш баҙары,
Әле кәмей, әле арта ажары.
Берәүҙәр башын юя.
Берәүҙәр табыш йыя.
Берәүҙәр илен, йәнен һата,
Кеҫәһен ҡалынайта.

Зәкиә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.


ҡар

ҡыш та килде, нисәнсе көн
Туҡтамай ҡарҙар яуа.
ҡара ергә һис йәлләмәй
Ап-аҡ юрғанын яба.
Йә ҡар яуа, буран сыға,
Алмаш-тилмәш тигәндәй.
Юлдағы соҡор-саҡырҙы
ҡар һепереп тигеҙләй.
Бала-саға өсөн ҡар ул –
Күптән көтөлгән бүләк.
Кемдә – сана, кемдә – саңғы,
Тауға киттеләр күмәк.
Быйыл ҡарҙы Хоҙай беҙгә
Етерлек итеп бирҙе.
Туйынһын, тине, күрәһең,
Дымға һыуһаған ерҙе.
ҡар күберәк яуған һайын
Беҙ шатланабыҙ ғына.
Был ҡар түгел, уңыш булып
Тулыр беҙҙең бураға.

Закир САДИҡОВ.
Иглин районы.

Әсә васыяты

Тыңла әле, балам, һүҙҙәремде –
Уларҙа бит барлыҡ моң-зарым.
Вафат булһам, балам, уҡыт ҡөрьән,
Тәҙрәнән ҡайтып тыңлармын.

Зинһар, балам, берүк ҡөрьән уҡыт,
Минең васыятым шул булыр.
Миңә атап аят уҡытһағыҙ,
ҡәберем эстәрендә нур булыр.

Тар ҡәберҙә, ҡара гүр эсендә
Һинән, балам, доға көтөрмөн.
Доғалар ҙа барһа, шатланырмын,
Онотһағыҙ ни хәл итермен?

Саҙаҡа бир, балам, йомаларҙа,
ҡотолормон мин дә ғазаптан.
Изгелегең, балам, сауап булып
Үҙеңә лә ҡайтыр аҙаҡтан.

Х. КИНЙӘБУЛАТОВА.
Салауат ҡалаһы.


Хат

Һаумы әле, ғәзиз балам, һаумы?
Хәлкәйҙәрең нисек, һәйбәтме?
Иҫән генә йөрөп, һау ғына бул,
тиеп,
Мин теләйем һиңә теләкте.

Бына, балам, хаттар яҙам һиңә,
Көттөрөп тә, үҙең ҡайтмағас.
Һағышымды шиғыр итеп яҙам,
Көтөр хәлкәйҙәрем ҡалмағас.

Бөгөн ҡайтып инер балам тиеп,
Өлөшөңдө бүлеп ҡалдырам.
Оло юлға ҡарап һине көтөп,
Күҙҙәремде генә талдырам.

Әллә инде, балам, үпкәң бармы
Күңелеңдә миңә ҡарата?
Һине уйлап, көтөп ята торғас,
Һыҙылып та ғына таң ата.

Ғүмеркәйҙәр ике килмәй, балам,
Бер көн ғүмерем дә ҡыйылыр.
Һуңлап ҡайтһаң, бәлки,
үкенерһең,
Күҙҙәреңдән йәштәр ҡойолор.

Үпкәм дә юҡ һымаҡ, бер һин түгел,
Күҙ йәштәрем генә төшмәһен.
Яңғыҙ ҡалһаң, балам, шул
саҡтарҙа
Үҙекәйең генә нишләрһең?

ҡоштар ҙа бит ҡайта тыуған яҡҡа,
ҡорған ояларын һағынып.
Бер ҡайтмаһа, балам бер ҡайтыр
тип,
Көтәм һине һаман зарығып.

Алма НУРИЕВА.
Саҡмағош районы,
Яңы ҡото ауылы.


Сәләм хат

Яҙҙың матур аяҙ бер көнөндә,
ҡарап тороп ҡояш ҡалҡҡанын,
Тура килде миңә күҙәтергә
Көҙөн киткән ҡоштар ҡайтҡанын.

ҡыр ҡаҙҙары төркөм-төркөм үтте,
Ике рәткә уҡтай теҙелеп.
«ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ» тигән
тауыштарын
Тыңлап ҡалдым, үҙәк өҙөлөп.

Сыңҡ-сыңҡ иткән моңһоу
тауыштарҙан
Мин ҡараным тағы үрелеп.
Торналарым ҡайтып килә икән,
Тура өсмөйөшкә теҙелеп.

Өсмөйөшләп осҡан торналарым
Ниҙер хәтерләтте шул саҡта.
Мин оҡшаттым торналар осоуын
Өсмөйөшлө оло бер хатҡа.

Күпме яҡташтарым китте яуға,
Бик күптәре һалды баштарын.
Хәтерләтте торна осоуҙары
Шул яуҙарҙан ҡайта алмай ҡалған
Өсмөйөшлө һалдат хаттарын.

Аҡ күлдәк

Аҡ төҫ тарта беҙҙең күңелдәрҙе,
Аҡ төҫ бит ул – сафлыҡ билдәһе.
Ап-аҡ биләү була балаларҙың
Тәүге тапҡыр кейгән күлдәге.

Тап төшөрмәй ап-аҡ күлдәктәргә
Был донъянан күптәр бит киткән.
Кәфен була һуңғы күлдәгебеҙ,
Шуға ла ул да аҡ төҫтән.

Рәис БАЙГИЛДИН.
Стәрлебаш районы.


Йөрәгемде бирәм

Йәндәй күргән балаларыма

Күбәләкләп яуған саҡта ҡарҙар,
Яңы йылда өҫтәп шатлыҡтар,
Ауаз һалдығыҙ һеҙ бар ғаләмгә,
Донъя тулды аҡлыҡ-паклыҡҡа.

Улым – айым, ҡыҙым – ҡояш минең,
Бәхет яуһын һеҙҙең яҙмышҡа.
Ғәзиздәрем, тағы оҙаҡ йылдар
ҡабатланһын әле аҡ ҡыштар.

Бала бит ул шундай заттан,
Хас та ем-ем иткән йондоҙҙар.
Йөрәгемде бүлеп биргем килә
Һәм өләшкем килә тик наҙҙар!

Рәйсә АТАНҒОЛОВА.
Федоровка районы,
Оло Сытырман ауылы.

Яратыуым һаман үтмәгән

Бер тирәлә генә атлап йөрөп,
Саҡрым-саҡрым юлдар йөрөлдө.
Ике йөрәк осрашыуҙар көтөп,
Ярты ғүмер ваҡыт үтелде.

Хоҙай насип иткән яҙмышым,
тим дә,
Юғалтыуым менән килешәм.
Әйтелмәгән әйтер һүҙҙәремде
Күңелем төптәренә йәшерәм.

Уйландыра хәҙер көҙҙәр еткәс,
Яйлап өмөттәрем һүрелә.
Ошо яҙмышыма риза булып,
Ғүмер йомғаҡтарым һүтелә.

Осрашырбыҙ, тиеп көтәм бөгөн,
Беҙҙең ғүмер әле бөтмәгән.
Яратылып-яратаһым килә,
Яратыуым һаман үтмәгән.

Венера ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.
Әлшәй районы,
Раевка ауылы.

Байрам алды

Байрам алды, ығы-зығы,
Ваҡ мәшәҡәт, мәж килеү.
Өйҙө йәмләп, тәҙрәләргә
Яңы селтәрҙәр элеү.

Бүләк-күстәнәстәрҙе барлау –
Өлөш сығыр һәр кемгә.
Яңы күлдәк, эй, килешле!
Туҙһын йылы тәнеңдә!

Атай-әсәй, дуҫ, туғандар,
Күршеләрҙең сәләме.
Аралашыу – үҙе байрам,
Шундалыр тормош йәме.

Йыр-бейеүҙәр, гармун моңо,
Көлөүҙәр, шаярыуҙар.
Йылы ҡараш иҫләп күңел
Үҙе ҡушыла йырға.

Алла бирһә, ҡыуаныстар
Йышлап торор табынға.
Имен булһаҡ, осрашырбыҙ
Әле тағын, тағын да!
* * *
Болот шаршауланы күкте,
Ямғыр илай, түгелә.
«Тамсылар тәҙрә ҡаҡҡанда,
Һағынмай микән?» – тимә.

ҡайын әйҙәһә ҡул болғап,
Елдәр елдереп килә.
«Дауылдарҙа мине иҫләп,
Һағынмай микән?» – тимә.

Типкән һайын йөрәк һыҡтай,
Бер бағаһы йөҙөңә!
Ә шулай ҙа: «Һағынған бит,
Баш эйеп килер!» – тимә.

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА.



Йәй билмәне

ҡыҙарып бешкән еләк тә
Йәшел хәтфә биләндә.
Иләҫләнә күңел минең,
Сығайыҡ тип билмәнгә.

Төрөп йүкә япрағына
Һутлы ҡайын еләген,
Бөккән саҡта йәй билмәнен
Изге теләк теләнем.

Тәме һаман тел осонда
Бала саҡ билмәненең.
ҡабатланмаҫ миҙгелдәрҙең
ҡәҙерен белмәгәнмен.

Үгеҙ менән кәбән

Үгеҙ һөҙә баҡсалағы
Ҙур ҡорһаҡлы кәбәнде.
Тишәм, тиеп, ҡорһағыңды,
Һиндә ғәйеп, әфәнде.

Һин торғанға бына бында
Сығып булмай урамға.
Һин булмаһаң, хужа мине
Япмаҫ ине аранға.

Ул үкерә, ул ер тырнай,
Нимә генә һөйләмәй.
ҡыҙа бара, ағып сыға
Ауыҙынан һеләгәй.

Түҙә кәбән, бөткәндә лә
Итәктәре йыртылып,
Өндәшмәне, ҡуйһа ла бер
Һүҙ әйтергә ынтылып.

Ни әйтһәң дә мәхлүк йәнгә,
Әйткәнеңде аңламай.
Мәхлүк ҡала мәхлүк булып,
Киләсәген уйламай.

Фидаил САФИН.
ҡариҙел районы.


Тирбәлә нескә ҡылғандар...

Тирбәлә нескә ҡылғандар,
Аҡһылланып яланда.
Даланың шул матурлығын
Онотмам һис ҡасан да.

Тирбәлә нескә ҡылғандар,
Наҙланып еләҫ елгә.
ҡеүәт биргән өсөн улар
Баш эйә төҫлө ергә.

Тирбәлә нескә ҡылғандар,
Көйләп бер дала йырын.
Данлап ғәзиз тыуған ерҙе,
Шул сәхрә хозурлығын.

Дилбәр ЙӘМИЛОВА.
Көйөргәҙе районы,
Яманһары ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)