RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уның ҡыуышына һуҡмаҡ таҡырайып бөткәйне

15.02.2011 Уның ҡыуышына һуҡмаҡ таҡырайып бөткәйне

Уның ҡыуышына һуҡмаҡ  таҡырайып бөткәйнеБашҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың яҡташы, уның ижадын яратып өйрәнеүсе, шиғырҙарын сәхнәләрҙә һөйләүсе, уның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар­ҙы башҡарыусы булараҡ, башҡорт Пушкинының ижадын тәрәнерәк өйрәнергә булдым. Салауат районы буйлап Рәми эҙҙәренән сәфәргә сыҡтым.
Иң тәүҙә Мәсетле ауылында йәшәүсе әсәйемә ҡайттым, унан шағирҙың тормошо тураһында һорашам. Әсәйем түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– 1960 йылдың ғинуар айында 14 бүлексәне берләштергән «Һарға­мыш» совхозының үҙәге Арҡауыл ауылында комсомол конференцияһы үтте. Был конференцияға делегат итеп Ахун һауын гуртынан, алдынғы һауынсы булараҡ, мине лә һайланылар. Ул көндө ағастан һалын­ған иҫке клуб йәштәр менән шығырым тулды. Сәхнәгә Өфөнән килгән вәкил менән бергә урта буйлы, ҡара бөҙрә сәстәрен һыулап артҡа тараған, ҡара костюм, аҡ күлдәк кейгән, галстук таҡҡан, ботинкаһын көҙгө кеүек ялтыратҡан Рәми Ғарипов сыҡты. Ул шул тиклем мөләйем, ипле, һалмаҡ ҡына һөйләшә. Бөтә иғтибарым Рәми Ғариповта, шул тиклем ҙур кешенең (минең өсөн Рәми иң ҙур, иң белемле кеше ине) беҙҙең алда баҫып, һөйләп тороуына, уны күреүемә бик ғорурлана инем.
Был конференцияла «Һарғамыш» совхозының комсомол-йәштәр эштәрен тағы ла нығыраҡ йәнләндереү, киләһе биш йыллыҡҡа пландар ҡабул итеү тураһында һөйләнелде. Рәми Ғарипов йәштәр, улар алдында торған бурыстар хаҡында ла һүҙ алып барҙы. Конференциянан һуң ҙур концерт булды. Мин был концертта башҡорт халыҡ йыры «Һандуғас»ты йырланым. Концерт тамамлан­ғас, конференцияға килгән делегаттар кузовына эскәмйәләр ҡуйылған йөк машинаһына тейәлдек тә йырлап ҡайтып киттек. Ә комсомол секретары Рәми Ғарипов беҙҙе йылмайып оҙатып ҡалды. Ул замандарҙан 50 йыл ғүмер уҙҙы, ләкин минең күҙ алдымда һаман да йәш, мөләйем Рәми Ғарипов ихлас йылмайып торған кеүек.
Бына шундай итеп хәтерләй шағир­ҙы минең әсәйем Мәмдүҙә Исламғолова.
Сәфәремде артабан дауам итәм. Шағир­ҙың Торналы ауылында йәшәүсе дуҫы, халыҡ яратып йырлаған «Йүрүҙән» йырының һүҙҙәре авторы Марс ағай Закировҡа юлландым. Марс ағай Рәми Ғарипов менән «Һарғамыш» совхозы бүлексәһендә комсорг булып эшләгәндә таныша һәм дуҫлаша.
Ишектән мине Марс ағайҙың ҡатыны Руфа апай ҡаршы алды, түргә уҙҙырҙы. Марс ағайҙың аяҡ быуындары шешкәс, ул бер урында ғына һыҙланып ултыра. Тик үҙендә лә, һүҙендә лә зар-борсолоу һиҙелмәне. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, беҙ бергәләп сәй эсеп алдыҡ. Һуңынан мин Марс ағайҙан Рәми Ғарипов тураһында һөйләүен үтендем.
– Шағир беҙҙең бүлексәгә йыш ҡына килә торғайны. Бер көн шулай ул бүлексәнең отчет-һайлау йыйылышына килде. Кисен Рәми менән йәштәр проблемаһы тураһында оҙаҡ итеп һөйләштек. Бик һуң булыуына ҡарамаҫтан (ярты төн уҙғайны инде), шағир атына атланып ҡайтып китте. Минең алты яһауы менән 32-се калибрлы мылтыҡты ла алды. Аҙаҡтан Рәми дуҫ бына нимә һөйләне: «ҡайтҡанда аҙыраҡ ҡурҡыта ла, дөм ҡараңғы, тауҙар, ағастар икенсерәк, бүре килеп сығыр һымаҡ. Берҙе атып ебәрәм, ҡурҡыу бөтә төшә, төн яҡтырған һымаҡ булып китә. ҡайтҡансы бөтә патронды атып бөттөм. Иң һуңғыһын Арҡауылға инер алдынан атып ебәрҙем».
Бер ваҡыт, ырҙын табағында эшсе көсө етмәгәнлектән, бойҙайҙы таҙартып өлгөрә алмайбыҙ.
Быны ишетеп, Рәми килеп етте. Эште ойоштороп ебәрҙе, барлыҡ йәштәр кискеһен ырҙын табағында ине. Икмәкте ҡотҡарҙыҡ. Бер аҙҙан Рәмиҙең тәҡдиме буйынса спорт комитеты төҙөнөк. Унда гер күтәреү, саңғыла йөрөү, шахмат уйыны, үҙешмәкәр түңәрәктәр эшләне. Рәми шат, ул беҙҙең бүлексәгә йыш килә, уның хыялдары тормошҡа аша...
Ә икенсе йылда Рәмиҙе райондың «Октябрь юлы» гәзитенә хаттар бүлеге мөдире итеп, ә мине ВЛКСМ-дың район комитетына икенсе секретарь итеп эшкә алдылар. Шулай итеп, беҙ район үҙәге Малаяҙҙа йәшәй башланыҡ. Был ваҡытта Рәмиҙең Салауат, Азамат исемле улдары бар ине инде.
ҡыш уҙып, йәй башланды, Рәми редакцияла эшләй. Сәғәт биштә кешеләр ҡайтып бөтә, ә ул яңғыҙы ғына яҙышып ултырып ҡала. Өйөндә бер кем дә юҡ, ул бер үҙе. Надя, ике балаһын алып, ҡайтып киткән.
Стена тулы китаптар, таҡтанан Рәми кәштәләр эшләгән, уны бүлектәргә бүлгән.
– Һин, Марс, эш хаҡы алған һайын дүрт-биш китап һатып ал, – ти.
Ниндәй генә китаптар юҡ унда! Тиҙҙән уға өйҙө бушатырға ҡуштылар, ә фатир юҡ, Рәми яңғыҙ. Аҡса ла юҡ.
– Балалар хәҙер ҙур, коляска менән теген машинаһын һатыр инем, алыусыһы булһа, – ти Рәми.
Мин уларҙың икеһен дә үҙ хаҡына һатып алдым. Рәми бик шатланды. Ә бер көндө ул:
– Китаптарҙы Урал кейәүҙәргә күсерәм дә ҡаратауға йәшәргә китәм, мылтығыңды бирер­һең инде, – ти.
Уға ышанмай ҡарағас:
– Урманда ҡыуыш ҡорам, яҙаһы эштәрем бар, яңғыҙым булғым килә, – тине.
Район етәкселәренең ҡайһы берәүҙәренең Рәмигә шундай миһырбанһыҙ булыуы эсте бошорҙо. Шағир, йәшәү урыны булмағанлыҡтан, ҡара­тауға китте. Ул унда егерме көнләп йәшәне. Мин янына бара алманым, ләкин халыҡ үҙенең яратҡан кешеһен яңғыҙ итмәгән. Рәмиҙән кеше өҙөлмәгән. Шағир янына Ахун ауылынан Таһир Ханов һәм Әғзәм Омаров барып йөрөгән, көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек килтергән. Уның ҡыуышына табан һуҡмаҡ таҡырайып бөткәйне, тинеләр.
Рәми шул мәлдәрҙе көлөп иҫкә алды бер заман: «Үҙем ҡыуышта булмағанда, «Рәхим итегеҙ!» тигән ҡағыҙ эләм, ручка, бер-ике киҫәк әпәй, һыу ҡалдырам».
Оҙаҡламай Рәми Өфөгә китте. Үҙ фатиры булғансы кешеләрҙә өйҙәш булып йәшәне. Өфөгә икенсе килгәнемдә уның фатирының балконында көн тыуғанын Рәмиҙең йырын йырлап ҡаршы алдыҡ... – тип Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында хәтер йомғағын систе уның дуҫы Марс ағай Закиров.
Мин, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булараҡ, шағирҙың шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡыйым, уның һуңғы йылдарҙа донъя күргән көндәлектәрен өйрәнәм. Рәми Ғариповтың ижады шул тиклем күп яҡлы икәнен аңлайым.
Уҡыусыларым менән бергә бөйөк шағирҙың тормош юлын, ижадын һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген тағы ла тәрәнерәк өйрәнәбеҙ. Һәм мин Рәми рухын балаларҙа тәрбиәләргә тырышам.
Зәбирә ШӘРИФУЛЛИНА,
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы
116-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)