RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балам, балам, әсе балғынам...

20.04.2019 Балам, балам, әсе балғынам...

Такси ауыл үҙәгендәге магазин янына килтереп төшөрҙө лә, кире һыпыртты. Олоғара ике сумка менән тороп ҡалдым. Өйгә тиклем ике саҡрымдай ара бар. Йөк булмаһа, “һә” тигәнсе ҡайтып етер инем инде... Хәйер, шоферҙы әрләп тә булмай: ҡар иреп, тауҙан гөрләүектәр аға башлаһа, беҙҙең ауыл урамдары (үҙәк урам асфальтлы, әлбиттә) тотош батҡаҡҡа әйләнә. Шуға ла Өфө урамдары күптән ялтырап ятһа ла, ауылға резина итегемде кейеп ҡайттым. Беҙҙең яҡты яҡшы белгән шофер ауылдың исемен ишетеү менән: “Магазиндан ары бармайым!” – тигән шарт ҡуйҙы. Әсәйемдең йылы ашын, яҡты йөҙөн күрергә ашҡынып, ике ҡулыма ике сумкамды алдым да...

– О-о-о-о, Өфөнән ҡунаҡ ҡайтып килә икән дә! Хәҙер әсәйеңә барып һөйөнсө алайым әле... – Алдымда беҙҙән ике өй аша йәшәгән Фәнир ағай пәйҙә булды. Етек сәсе туҙраған, битен һаҡал баҫҡан, өҫтөндәге кейеменә ҡарарлыҡ та түгел. Тешһеҙ ауыҙынан килгән һаҫыҡ еҫ танауыма килеп бәрелгәс, йөҙөмдө ситкә борҙом.
– Өфөнән сығыу менән үҙем һөйөнсөләнем инде, рәхмәт!
– Хәлдәрең нисек, һылыу? Күптән ҡайтҡаның юҡ шикелле.
– Яңы йылға ҡайтҡайным бит. Байрам итеп йөрөп, күрмәй ҡалғанһыңдыр, – артабан һүҙ ҡуйыртырға теләмәйенсә, батҡаҡты ярып, өйгә табан атланым. Тик күршем һис кенә лә минән ҡалышманы:
– Эшләп йөрөйөм, тиген инде, ә? Байҙарға бил бөгөп байып булмай инде ул.
– Ауылда эшһеҙ ятырғамы, улайһа?
– Мал тотоп, баҡса үҫтерһәң, эшһеҙ ҙә йәшәргә була.
– Әйтәм, һеҙ кәртә тултырып мал аҫрайһығыҙ шул! – ҡулынан бер эш тә килмәгән эскесенең мине нисек йәшәргә өйрәтеп маташыуына асыуым ҡабарҙы. – Ҡулыңа ҡасан һуңғы тапҡыр көрәк-һәнәк тоттоң һуң һин?!
– Нимә, ҡалаға барҙым да кеше булдым, тимәксеһеңме? Әллә кем булып хәбәр һатып килгән була, ауылдан сыҡҡаныңды онотма! Ата-әсәң бында бил бөкмәһә, йәшәр инең йәшәмәй ҙә ҡалаңда! – Үҙҙәренең йортон үтеп, Фәнир ағай һаман миңә эйәрҙе. – Киткән һайын сумка-сумка ит, картуф алып киткәнегеҙҙе белмәй тиһеңме әллә?
– Үҙемдең атайым менән әсәйем, алһам да хәләл. Бына һин уларға ниңә көн аша инеп, аҡса һорайһың? Араҡыға етмәгәнгәме? Әллә ашарыңа етмәйме? Баҡса сәс! – Тыуған йорттоң ҡапҡаһынан ингәс, ярым иҫерек ирҙең танауының төбөнән үк ябып ҡуям тигәйнем дә, өлгөрмәнем. Киреһенсә, ялт итеп минән алда өйгә инеп тә китте. Мине ҡаршы алырға сығып килгән атайыма күрешергә ике ҡулын һондо.
– Һаумы-шәпме, еҙнәй! Бына, ҡыҙыңды алып ҡайтып киләм.
– Һаумы! Ниңә эйәртеп кенә киләһең? Сумкаһының береһен булһа ла күтәрешергә ине!
– Беренсенән, үҙе ярҙам һораманы. Икенсенән, кеше сумкаһына тотоноп, үҙемә бәлә алып тормам инде. Вдруг сумканан аҡсаһы юғалыр йә юлда төшөп ҡалыр. Кем ғәйепле? Фәнир!
– Һиңә лишь бы эш эшләмәҫкә инде, яуап табаһың...
– Ну-у-у, еҙнәй, улай тимә әле һин. Теге юлы машинаң менән батып ултырғанда кем ярҙам итте? Ете биҙрә ҡом ташыным бит!
– Уның хаҡын етеләтә арттырып алдың бит инде!
– Ярай, еҙнәй, һаранланма! Ҡыҙың ҡайтыу шатлығына бер шешәлек аҡса бир инде. Баш ауырта бит.
– Телләшергә бер ҙә ауыртмай,– мин дә һуңғы тапҡыр булһа ла асыуымды сәстем.
– Кстати, Әминә апайҙы әйтәм, үҙе ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, кеше балаларын тәрбиәләп маташты. Ә үҙенең ҡыҙы тәртипһеҙ! Ҡайтҡансы минең менән телләшеп килде.
– Ярай-ярай, бар, ҡайтып ят. Тауыш ҡуптарып йөрөмә! – Атай әрһеҙ ҡунаҡҡа йөҙ һум аҡса бирҙе лә, ишектән сығарып ебәрҙе. Мин тиҙ генә өҫтөмдө алмаштырып, йыуына башланым. Үҙем атайға һүҙ араһында булһа ла ризаһыҙлығымды белдерҙем:
– Атай, ниңә ул һораған һайын аҡса бирәһегеҙ ул? Оятһыҙлыҡтың сигенә сыҡты бит, һеҙҙән эшкә йөрөгән кеүек аҡса таптыра!
– Эй, балам, булмаған саҡта былай ҙа бирмәйбеҙ инде. Тик аҡсаһыҙ ҡайтһа, әсәһен урам буйлап сығарып ебәрә бит, эсергә таптырып. 80-гә етеп барған ҡарсыҡты бынауындай батҡаҡ юлдан йөрөткөм килмәне. Ә былай, исмаһам, эсә лә, ятып йоҡлай...

Тик Фәйрүзә әбей икенсе көндө кис барыбер ишек шаҡыны. Әсәйем:
– Аҡса яғы самалы бит әле, апай. Бына ҡаланан ҡыҙыҡай ҡайтты, исмаһам, өҫтөнә берәй нәмә алып бирермен тигәйнем,– тигәс, инәй өнһөҙ һыҡтай-һыҡтай ҡапҡа яғына йүнәлде:
– Эй, Хоҙайым! Ниндәй гонаһтарым өсөн шулай ҡылана һуң?! Ни эшләмәй, үҙе көн һайын аҡса таптыра. Бер пенсия аҡсаһын еткерә алмайым бит. Дөмөкмәй ҙә бит, исмаһам!
– Фәйрүзә апай! Ҡуй, үҙ балаңды ҡарғама!
– Әмәлдәрем генә ҡалманы бит! Их, һылыуым, теге саҡта һине тыңлаған булһам! Әллә ҡарғышың шулай төшәме икән?
– Ниндәй ҡарғыш булһын! Онотолдо бит инде, үткән эшкә – салауат, тиҙәр...

Тик әбей инде ҡапҡанан сығып, ары китте. Мин, нисек кенә ҡаты булырға тырышһам да, уны йәлләүҙән һуңғы аҡсамды ла сығарып бирерҙәй булдым. Бер аҙ ваҡыт үткәс, әсәйҙән һорамай булдыра алманым:
– Фәйрүзә инәй ниндәй ҡарғыш тураһында һөйләй ине ул?
– Эй, булды инде шунда... Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙе боҙҙо малайын. Кешегә күрһәткәнен хәҙер үҙе күреп ултыра, – артыҡ һүҙ ҡуйыртҡыһы килмәй ине уның. Шулай ҙа кискә табан, өйҙә икәү генә ҡалғас, күршеләрҙең ғибрәтле тормошон бәйән итте. – Фәнир Фәйрүзә инәй менән Сәфәрғәле олатайҙың дүрт ҡыҙ араһында үҫкән берҙән-бер улы. Әллә шуғамы, әллә үҙенең холҡо шулаймы – малай бик шуҡ һәм шаян булып үҫә. Иркәләткән ата-әсә уның һәр теләген үтәй, ҡустыларының этлектәре арҡаһында зыян күргән ҡыҙҙарына иһә әрләү һүҙҙәре генә яуа. Үҫә килә малай, үҙенең өҫтөнлөгөн тойоп, артыҡ шаша башлай. Ярамаған бер генә ҡылығына ла яза алмағас, нимә теләй – шуны эшләй. Уҡырға барғас, бар мәктәп унан яфа сигә. Малайҙар менән һуғышыу, уҡытыусылар менән әрләшеү, дәрестән сығып китеү, физкультура залындағы туптарҙы тишеү, ҡыҙҙарҙың сәстәренән тартып илатыу, бысраҡ итектәре менән парталар өҫтөнән йөрөү – Фәнирҙең “батырлыҡтары” үҫкән һайын арта барҙы. Ата-әсәһенә әйтеү стенаға борсаҡ атыуға тиң – улдарының ҡылыҡтарын улар күрмәмеш тә белмәмеш. Фәнир уҡыған класты бер уҡытыусы ла үҙенең ҡарамағына алырға теләмәй. Кем күрәләтә үҙ иңенә ундай яуаплылыҡ алһын инде. Уҡытыусы 45 минутлыҡ дәрестә лә мина өҫтөндә ултырғандай хис итә. Имен-аман үтһә, шатлығынан доғалар уҡый, ә инде берәй хәл була ҡалһа, Фәйрүзә апайҙың мәктәпкә килеп, яу ҡуптарыуын көт тә тор.

– Һеҙ – педагог! Биш йыл буйы бала менән уртаҡ тел табырға уҡығанһығыҙ. Хөкүмәт икмәген ашай-ашай диплом алалар ҙа, эшләй алмаһалар, бала ғәйепле. Өйҙә һин дә мин, ә ниңә мәктәптә тыңлата алмайһығыҙ? Көтөүсе балаһы, тип рәнйетәһегеҙме әллә? – Директорҙан завучҡа, завучтан класс етәксеһенә осоп-ҡунырҙай булған ҡатынды тынысландырырлыҡ түгел.

Ә өйҙәрендә малайҙың һәр теләге тормошҡа ашып тора: дүрт апаһы бәләкәй бүлмәлә өймәкләшһә, уның бер үҙенә айырым ҙур бүлмә бирелгән. Уҡыу йылы башланыр алдынан иң тәүҙә берҙән-бер малай баҙарға барып кейем яңырта. Ә апайҙарына нимә алырға кәрәклеге ҡалған аҡсанан сығып хәл ителә. Велосипедты мотоцикл алмаштыра, уйынсыҡтарҙы – спорт кәрәк-яраҡтары. 6-сы класта ул, әллә кем булып, магнитофон күтәреп йөрөй башланы. Ошо шашыныу бәләгә килтерҙе лә инде.

Мәктәп директоры хаҡлы ялға киткәс, урынына мине ҡуйҙылар. Эш хаҡын райондан барып алам да, ведомость буйынса үҙем таратам. Ярты йыллап ҡына эшләп өлгөрҙөм, кабинетымдан 15 уҡытыусыға тип алып ҡайтҡан аҡса юғалды. Ҙур сумма, ашамай-эсмәй йәшәгәндә лә бер йылда уны йыя алмаясаҡмын. Был эшкә күсеүемә атайың риза түгел ине, аҡса юғалтыуымды белгәс, өйҙә тауыш ҡуптарып алды. Үҙемдең дә ашым – аш, йоҡом йоҡо түгел. Тәүҙә уҡы­тыусыларҙы йыйып һөйләштем дә, икенсе көнөнә милицияға хәбәр иттем. Уларҙы ҡаршы алып, эште аң­латыуыма, мине районға саҡырттылар. Уҡытыусыларға һаман эш хаҡы түләмәүемә ялыу барып еткәйне, оҙаҡ ҡына хәлде аңлатырға, байтаҡ аңлатма яҙырға тура килде. Мәғариф бүлеге етәксеһе менән мәктәпкә килеүебеҙгә милиция хеҙмәткәрҙәре бурҙы асыҡлағайны инде. Фәнир аҡсаны урлаған да, үҙҙәренең һарайы ҡыйығына йәшергән булған. Кабинетҡа инеп, пакетты алып сығыуын класташ малайы ла, иҙән йыуыусы ла күргән. Тик әсәй кеше был осраҡта ла улының ғәйебен танырға теләмәне:
– Нахаҡ бәлә менән баламдың башын ашарға итәһегеҙме? Уның аҡсаға мохтажлығы юҡ, өйҙә нимә теләй барыһы ла бар.
– Тәмәкегә лә аҡса бирәһегеҙме? Ике тапҡыр тартып торғанын күреп, һеҙгә хәбәр иттек. Малай кешегә бер аҙ ҡатыраҡ булырға кәрәк, – тип әйтеүем булды:
– Ҡулыңдан килһә, үҙең бала тап та, тәрбиәлә! Биш бала үҫтерҙем, һеҙҙең кеүек уҡымаһам да, бына тигән итеп буй еткерәләр!

Ғаилә ҡороуыбыҙға ун йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, балаға уҙа алмауыма ғәйеп ташлап, шулай күҙ йәшенә күмде Фәйрүзә апай.
– Балаһыҙ бер илар, балалы мең илар, тиҙәр. Табыу – бер эш, уны үҫтерергә, тәрбиәләргә лә кәрәк. Ошолай барһа, улығыҙҙың киләсәге нисек булырын күҙаллау ауыр түгел! – асыуымдан илай-илай ошо һүҙҙәрҙе әйтеүем булды, тағы яр һалырға тотондо. Ул тура минең етәксегә ябырылды:
– Кеше алдында мине, ябай әсәне, йәберләгән кеше уҡытыусы булып эшләй аламы? Бала бит өйҙә түгел, мәктәптә тәртипһеҙләнә. Аңланым, уға ошо мәктәптәге мөхит шулай йоғонто яһай! Уҡыған кеше минең менән шундай тонда һөйләшә аламы? Һеҙ барығыҙ ҙа шаһиттар, был эште былай ғына ҡалдырмайым! Бөгөн үк район етәкселегенә ялыу менән барам, хәл итмәһәләр, Өфөгә лә юлды беләм!

Ысынлап та, ялыу яҙҙы. Бер-бер артлы тикшереү килде, үҙемде лә туҡтауһыҙ районға саҡырттылар. Бер барғанымда түҙмәнем, үҙ теләгем менән эштән китеү тураһында ғариза яҙҙым. Ике йыл эшһеҙ ултырҙым, унан һин тыуҙың. Тағы ла өс йылдан мине ҡабат уҡытыусы итеп эшкә саҡырҙылар. Фәнирҙәрҙең класы мәктәпте тамамлағайны инде, ҡыуанып эш башланым. Мәктәпте тамамлау тигәндәй, сығарылыш кисәһендә ул үҙенең кем икәнлеген тағы бер иҫбатланы. Июндең ҡайнар ҡояшынан талсыҡҡан һыйырҙар көтөүҙән ярым ас ҡайта башлағас, киске һауындан һуң уларҙы кәртә артына ҡыуа башланым. Төнө буйы ашанғас, иртәнсәк һөтө мул була. Ул төндө һыйырҙар ситкәрәк киткәйне, иртәнге ысыҡты кисә-кисә туғайлыҡ буйлап атланым. Шул саҡ йылға буйында үкһеп илаған уҡытыусы Рәшиҙәне күреп, эргәһенә йүгерҙем. Былтыр ғына Сибай педагогия училищеһын тамамлап эшкә килгән ҡыҙҙың сәстәре туҙған, күлдәге йыртылған, яңағында һәм маңлайында ҡан төйөлгән. Тәү ҡараштан нимә булғанын аңлап:
– Кемдең эше? – тип кенә һораным.
– Фәнир. Сығарылыш кисәһе тамамланып килгәс, ҡайтырға сыҡҡайным. Артымдан килеп бер ни булмағандай һөйләшеп барҙыҡ. Тыныс булғас, яманлыҡ көтмәгәйнем. Ҡапыл ғына тыҡрыҡ аша туғайға алып төштө лә... – Рәшиҙә үкһеп иларға тотондо.

Кеше күрмәҫ борон тип, ҡыҙҙы үҙебеҙгә алып ҡайттым. Йыуындырып, алмаш кейем биреп, бер аҙ йыуатып, йоҡларға һалдым. Уяулы-йоҡоло ятып бер аҙ ял иткәс, сәй эсергә саҡырҙым да һүҙ башланым:
– Был хәлде нимә эшләтәбеҙ?
– Ҡалһын шулай. Кеше белһә, мәсхәрә бит! – ул ҡабат илай башланы.
– Уныһын үҙең хәл итәһең инде. Судҡа бир, тип көсләшә алмайым, улар менән бәйләнеп, үҙем эшһеҙ ултырам. Беләм, ауыр булыр, шулай ҙа оноторға тырыш.
– Быйыл институтҡа имтихандар биреп ҡарармын, тигәйнем. Конкурстан үтһәм, ауылдан китәм.

Август баштары ине, Рәшиҙә тағы илап килеп инде.
– Әминә апай, мин теге юлы ауырға ҡалғанмын... – көтөлмәгән яңылыҡтан телһеҙ ҡалдым. Балалыҡтан яңы сыҡҡан ҡыҙҙы йәлләп, үҙемдең күҙҙәремә йәш төйөлдө.
– Нимә эшләргә уйлайһың?
– Апай, ирһеҙ бала тапҡан, тигән мәсхәрәне мин дә, әсәйем дә күтәрә алмаясаҡ. Сәсем менән ер һеперергә ризамын, тик Фәнир генә миңә өйләнһен ине...
– Ой, белмәйем, һылыуым, күрәләтә уға кейәүгә сығып, яҙмышыңды боҙаһың бит...
– Бер нисә йыл йәшәйем дә, түҙерлек булмаһа, айырылырмын.

Мин барып, Фәйрүзә апай менән һөйләшеп ҡарарға булдым. Хәйер, әллә ни яҡшылыҡҡа өмөт итмәнем. Шулай ҙа, йәштәрҙең яҙмышын боҙорға юл ҡуймаҫ, тигән уй бар ине. Һәр ваҡыттағыса, Фәнир аҡтан-аҡ булып ҡалды:
– Улыма көсләү кәрәкмәй, бынамын тигән ҡыҙҙар үҙҙәре артынан йүгерә. Рәшиҙә электән уға быйтаңдап йөрөнө. Клубҡа сыҡһа – клубҡа, футболға барһа, шунда барып, ымһындырған инде.
– Әйҙә, Фәнирҙең үҙенән һорайыҡ: бәлки, өйләнергә теләге барҙыр?
– Һыу һөлөгөндәй улыма ҡарт ҡыҙ алып бирәһем юҡ.
– Ниндәй ҡарт булһын? 21 йәше саҡ тулды.
– Ә Фәниргә яңы – 17! Ә-ә-ә-ә, уҡыусы баланы үҙе аҙҙырғандыр әле! Милицияға барып, ғариза яҙам. Һинең кеүек эшһеҙ ҡалһа, белер нисек ауырға ҡалмаҫҡа. Ҡара аны, аҙып-туҙып йөрөнө лә, йәш егеткә кейәүгә сыҡмаҡсы!

Ишектән ярһып инеүемдән үк Рәшиҙә эштең барып сыҡмағанын аңланы. Әллә мине, әллә үҙен йыуатҡандай:
– Эй, уға сыҡһам да, тормош тормош булмаҫ ине инде, – тип ҡуйҙы.
– Бер нисә көндән икәүләп ауылыңа барып килербеҙ, эште әсәйеңә үҙем аңлатырмын. Хоҙай яҙмаған эш булмай, барыһы ла һәйбәт булыр, – тип уны хәлемдән килгәнсә йыуатҡан булдым. Ысынлап та, был эш тә ыңғай ғына барып сыҡты. Тап шул йылда атайыңдың Силәбеләге дуҫы Игорь ғаиләһе менән килеп төштө. Бала саҡтан тотлоғоп һөйләшкән улдары Сергей ҡатын-ҡыҙ менән бөтөнләй аралашырға ояла ине. 30-ҙы үткән егеттең һаман ғаилә ҡора алмауына борсолған әсәһе бер кистә:
– Ауылығыҙҙа беҙҙең малайға кейәүгә сығырлыҡ берәй ҡыҙ юҡмы? Эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәһә, күҙ ҙә йоммай улымды өйләндерәм. Ялҡаумы, уҫалмы, бешмәгәнме – ҡарап тормайым! Бынамын тигән егет, ғаилә бәхетен күрмәй ҡартая бит. Алтын ҡуллы, аҡыллы, әҙәпле... эй, һөйләп торам, үҙең дә һәйбәт беләһең бит!

Кешелекле, ярҙамсыл Сергейға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Төҫкә лә матур, заводта шофер булып эшләп йөрөй. Ҡапыл ғына Рәшиҙә иҫемә төштө лә:
– Балаһы булһа, яраймы? Ире юҡ, әлбиттә...
– Йөрөмтәлме әллә?
– Ю-ю-юҡ, шәп ҡыҙ, тик бына бәхетһеҙлеккә генә осраны. – Сығарылыш кисәһенән һуң булған хәлде бәйән иткәс, Анастасия сат йәбеште:
– Таныштырып ҡарайыҡ әле. Бәлки, күңелдәре берегеп, ҡауышып ҡуйырҙар. Ул ҡыҙға әйт инде, батыр ҡыланһын, әтеү беҙҙең малай оялсан ул, башлап һүҙ ҡушмаҫ. Тик баланың атаһы аҙаҡ, минең бала, тип аптыратып йөрөмәҫме?
– Йөрөмәҫ. Рәсми рәүештә ҡауышһалар, бала Сергейҙыҡы була!

Кискеһен йомош табып, Рәшиҙәне үҙебеҙгә саҡырҙыҡ. Үҙ ҡайғыһынан бер аҙ арынып, беҙҙең менән ихлас һөйләшеп алды. Мин аш-һыу әҙерләгән арала уға хәлде аңлаттым:
– Сәсең менән ер һеперергә лә кәрәкмәй, бынамын тигән егет. ата-әсәһе лә – һәйбәт кешеләр. Ҡулыңа килеп эләккән бәхетеңде ысҡындырма.
– Ә бала? Үҙ атаһына кәрәкмәгәнде...
– Бөгөн үк хәлеңде аңлат. Һәр хәлдә, әсәһе белә, шатланды ғына. Бала кәмселек тә, йөк тә түгел ул, бәхет кенә. Ана, ағайың менән 12 йыл тигәндә шуға саҡ ирештек.

Аллаға шөкөр, Рәшиҙә менән Сергей бик матур йәшәп китте. Һинән ике йәшкә генә кесе Карина Фәнир ағайыңдың ҡыҙы була инде. Тик 23 йыл ваҡыт үтеп, атаһы ла, өләсәһе лә бер генә тапҡыр ҙа һорашҡандары юҡ.

Фәйрүзә апай ул саҡта хәлле ине: аҡсаһы ла етте, донъялары ла ҙур ине. Рәшиҙә кеүек, әмәлһеҙҙең көнөнән булһа ла кейәүгә сығырға теләүселәр башҡаса табылманы. Киреһенсә, эсергә яратҡан, кешене һанға һуҡмаған егеттән ҡыҙҙар алыҫыраҡ йөрөргә тырышты. Етмәһә, әсәһе лә бәләсел, берәй һүҙ ишетһә, улын яҡлап, һәр кемгә ғәйеп тағырға ғына тора ине. Бына шулай, балдай татлы балаһын әрем әсеһенә әүерелдерҙе лә, урам буйлап илаулап йөрөй. Үткәндәрҙе иҫләһәң, әлбиттә, әйләнеп тә ҡарарлыҡ түгел. Шулай ҙа йәл. Эсергә араҡы йә аҡса биреү – ҙур гонаһ. Әммә, әсәһенән аҡса таптырып, ҡул күтәрмәһен, тип, шул гонаһҡа батабыҙ...

Әсәйемдең һөйләгәндәренән бер аҙ аптырап ултырҙым.
– Ә ниңә әсәйҙәрен дүрт ҡыҙының береһе булһа ла янына алмай икән? Моғайын, ни хәлдә йәшәгәнен ишетеп күрәләрҙер.
– Уларҙы ла таш бәғер итеп бөттө инде. Фәнир эш боҙһа, ҡара­мағанһығыҙ, үҙ ғәйебегеҙҙе ҡустығыҙға ябаһығыҙ, тип ҡыҙҙарға эләкте инде. Һирәк ҡайталар. Ағалары аҡса һорап, уларға көн дә шылтыратып тора ул. Икенсенән, Фәйрүзә апай үҙенең ғәйебен белә. Улын ташлап китергә лә йәлләй, рәнйеткән ҡыҙҙарының ҡулына ла ҡалғыһы килмәй.

12 йыл көттөрөп кенә тыуһам да, ғаиләлә берҙән-бер бала булһам да, артыҡ иркәләү тәтемәне миңә. “Аҡыл сыбығы” соланда ятыр ине, артыҡ эш боҙғанда әсе кесерткәнде лә “тәмләргә” тура килде. Тәүге телефон, ноутбукты үҙем эшләгән аҡсаға һатып алдым. Шул уҡ ваҡытта һәр башланғысыма атай менән әсәй фатиха бирҙе. Ҡайһы саҡта ололар ҙа хаталана шул: тормошҡа әҙерләү урынына балаларына әҙер тормош бүләк итәләр. Ә уның ҡәҙере юҡ, сөнки тир түгелмәгән, күңел һалынмаған. Мәғәнәһеҙ үткән, буш тормош...




Автор: Г. Вәлитова
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)