RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

11.02.2019 Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

Ҡәҙерле дуҫтар!
Ун етенсе шиғри яҙ алдынан төбәк-ара “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивале йәнә сәскә ата!


Был – ҡәҙерле һәм моңло туған рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙған төрлө йәштәге шағирҙар байрамы! Байрам танылған шағирҙарҙың һәм ҡәләм тибрәтеүселәрҙең байрамы. Йәнле һүҙ фестивале Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән шағирҙарҙы берләштерә.

Республикабыҙҙың туғандаш халыҡтар шиғриәте ныҡлы мәҙәни һәм дуҫтар бәйләнеше, милли ижад үҫеше, милли йолаларҙы һаҡлау, дуҫлыҡты нығытыу өсөн мәрхәмәтле ерлек. Шиғриәт фестивале – ул йәш таланттар, рухи-әхлаҡи йүнәлеш өсөн “осош һыҙаты”, уға Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре – яҙыусы Мостай Кәрим, шағир Фәтих Кәрим һ.б. нигеҙ һалған.

XVII Төбәк-ара “Илһам шишмәләре - 2019” шиғриәт фестивален ойоштороусылар – БР Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы.

Конкурс ике этапта уҙғарыла.
Беренсе этап – 1 февралдән 1 мартҡа тиклем. Ғаризалар һәм ижади эштәр ҡабул ителә.
Икенсе этапта түбәндәге номинациялар буйынса лауреаттар (гран-при, бер беренсе, ике икенсе һәм өс өсөнсө урындар) һәм дипломанттар билдәләнә:
* “Шағир һәм заман” (рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙған авторҙар өсөн айырым 4 номинация);
* “Тыуған яҡтың гүзәллеген мәңге күреп туймамын!” (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған);
* “Заман һаҡлай алтын фекерҙәрҙе” (Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған);
* “Бар донъя – театр, беҙ барыбыҙ – унда ирекһеҙҙән актерҙар...” (РФ-та Театр йылына арналған);
* “Фестиваль асышы”;
* “Заман башҡа, заң башҡа” (йәштәр шиғриәте);
* “Мөхәббәт – ул шундай изге хис...”;
* “Был көндәрҙең даны һүрелмәҫ” (Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ ҡаһарманлығын данлаған авторҙар өсөн);
* “Яратырға, ышанырға һәм йәшәргә” (йәшәү мөмкинлектәре сикле авторҙар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн);
*”Балалар өсөн яҙам”;
* “Ҡанат ҡуйҙы миңә фестиваль”;
* ”Тоғролоҡ һәм бурыс ялҡыны бөйөк юлыбыҙҙы яҡтыртһын!” (Фәтих Кәримдең 110 йыллығына арналған).

Икенсе этап һөҙөмтәләре буйынса жюри иғлан ителгән барлыҡ номинациялар буйынса урындар бирмәҫкә мөмкин. Икенсе этапты уҙған ҡатнашыусыларҙы ойоштороу комитеты фестивалдең өсөнсө этабында ҡатнашырға саҡыра.
Фестивалдең ойоштороу комитеты ҡатнашыуға заявкаларҙы һәм ижади эштәрҙе урындағы жюриҙың (газеталар редакцияларының, әҙәби берләшмәләренең) тәҡдим итеү хаты менән ҡабул итә, унда шағир тураһында мәғлүмәттәр булырға тейеш: тематика, ижад үҙенсәлеге, рекомендациялар һ.б. Авторҙар мотлаҡ күрһәтергә бурыслы: исем-фамилия, атаһының исеме, йәш, һөнәр, паспорт мәғлүмәттәре, социаль номер, страховка пенсия таныҡлығы, фоторәсем ебәрергә.

Заявкаларҙы ойоштороу комитеты бындай адрес буйынса ҡабул итә: 452000, Башҡортостан Республикаһы, Бәләбәй ҡалаһы, Кесе Туғай урамы, 53а, “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы редакцияһы.
Электрон почта (е-mail): 7belizv@gmail.com
Телефондар: (34786) 3-23-02, 3-17-02, 3-42-67, 4-23-58, 4-09-25.

Уңыштар һәм ижади еңеүҙәр теләйбеҙ! Һеҙҙән эштәр көтәбеҙ!




Автор: Ойоштороу комитеты
Фото: Редакция архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)