RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

13.02.2019 “Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

Артур ҒАБДУЛЛИН үҙенсәлекле шиғриәте менән йәштәр араһында тиҙ арала билдәлелек яуланы. Мөхәббәт, тормош, әсәй менән бала мөнәсәбәте тураһындағы шиғырҙарын ул “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдә тәҡдим итә. Уларға ижад ителгән йырҙар байтаҡ.

15 февралдә Артур үҙенең ижадына байҡау яһап, “Йөрәктән сыҡҡан һүҙем...” тип аталған кисә ойоштора. Ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында (Октябрь революцияһы урамы, 3а һанлы йорт адресы буйынса) үтәсәк. Уҡыу йортоноң “Ҡорос” халыҡ театры, йырсылар Таһир Әсәҙуллин, Сабина Кучаева, Линар Белый, Рәдиф Зарипов, Айгөл Муллагилдина һәм башҡалар ҡатнашлығындағы кисәгә рәхим итегеҙ!

Бөгөн беҙ “Йәшлек” гәзите уҡыусыларын шағирҙың үҙе һәм ижады менән яҡынданыраҡ таныштырып үтергә ниәт ҡылдыҡ.
– Артур, шиғриәткә килеүең нисек булды? Нәҫелегеҙҙә сәсәндәр, шағирҙар бармы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, 5 – 6 йыл элек шиғриәткә битараф инем. Уҡырға ла яратманым, ә яҙыу тураһында һүҙ ҙә булманы. Тик 2014 йылда БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға ингәс, миндә шиғриәткә, әҙәбиәткә, ғөмүмән, ижадҡа ҡарата ниндәйҙер, ҡыҙыҡһыныу, яныу уянды. Быға факультеттағы тормош, ижад, шиғырҙар, бейеү һәм уҡытыусылар йоғонто яһаны, тип уйлайым. Үҙем Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан, нәҫелебеҙҙә ижади кешеләр юҡ. Бала саҡта күберәк Николай Носов, Эдуард Успенский кеүек рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен яратып уҡый инем.
– Һин – шиғри бәйгеләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып еңгән кеше. Маҡтауҙар булыуына шик юҡ, ә бына тәнҡит ҡурҡытмаймы?
– Тәнҡиткә килгәндә, Аллаға шөкөр, тәнҡитләгән кешеләр юҡ, тиһәң дә була. Рәхмәт һүҙҙәрен уҡыусыларым күп яҙа. Ә билдәле, мәшһүр шағирҙарҙан тәнҡит һүҙҙәрен ишетеүгә шатланасаҡмын ғына. Уҡытыусыларым шиғыр яҙғанымды һуңлап ҡына белде. Күңелемә әҙәбиәткә һөйөү уятҡан Гөлфая Әүхәҙи ҡыҙы Фәхруллина менән Гәүһәр Ғәлиәкбәр ҡыҙы Шакироваларға рәхмәттәремде еткергем килә.
Әлеге ваҡытта уҡыу минең төп эшем булып тора. Һуңғы курс булғанға күрә ваҡыт бик юҡ. Ләкин барыбер уҡыу менән ижад эшен йәнәшә алып барырға тырышам.
– Шулай уҡ һинең шиғырҙарыңа күп кенә йыр ҙа ижад ителгән. Йырсылар менән нисек таныштың?
– Йырҙар яҙыу ижади тормошомда ҙур урын алып тора. Башҡортостан һәм Татарстан йырсылары менән хеҙмәттәшлек итәм. Яңыраҡ Татарстанда иң танылған композитор, йырсы Гүзәлиә менән йыр яҙҙыҡ. Уны "Голос" проектының беренсе миҙгел финалсыһы Эльмира Кәлимуллина башҡарасаҡ. Шулай уҡ Элвин Грей лейблы артистары менән эшләйбеҙ. Әле яңыраҡ Бабек Мамедрзаев менән яңы йырҙар яҙҙыҡ. Йырсылар менән башлыса интернет аша танышабыҙ йәки уртаҡ дуҫтарыбыҙ таныштыра.
– Ижад кисәһе үткәреү өсөн йәшһең әле, тип әйтеүселәр юҡмы? Ул ниндәй форматта үтәсәк?
– Ижад кисәһенә килгәндә, былтыр күңелдә шундай теләк тыуҙы. Үҙемдең ижад емештәремде ҙур зал йыйып, тамашасыларға еткергем килә ине. Быйыл уны, ниһайәт, тормошҡа ашырырға булдым. Мине күптәр аңланы һәм ойоштороу эштәрендә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уларға рәхмәтемде еткерәм. Кисә ике өлөштән торасаҡ. Беренсе өлөшө спектакль форматында, унда тормошомдағы ваҡиғалар менән танышырға була. Икенсе өлөшө – концерт программаһы.
– Уңыштар насип булһын һиңә, Артур. Артабан да ҡанатланып ижад итергә яҙһын!



Иртәгә



"Тормошомда булған хаталарҙы
Иртәгә мин мотлаҡ төҙәтәм".
Шулай тиеп әйткән кешеләрҙе
Был дәүерҙә бик йыш күҙәтәм...
"Бөгөн түгел, иртәгәне көтәм",
Шулай үтә йылдар һәм айҙар.
"Иртәгә" тип әйткән кешеләр ҙә
Үҙ-үҙҙәрен хатта алдайҙар.
Барыбыҙ ҙа бөгөн йәшәйбеҙ
бит,
Иртәгәһе булыр иртәгә,
Аңлағыҙсы ошо хәҡиҡәтте,
Абынмағыҙ кәкре кәртәгә!
Тормошоңда булған хаталарҙы
Төҙәтергә ашыҡ һин бөгөн,
Нишләрһең һин ҡапыл
һорамайса
Ишек ҡаҡһа ахыры көнөң?
Өмөтләнеп иртәгәне көтмә:
Һөйгәнеңде бөгөн һин һаҡла,
Һағынып көткән атай-әсәйеңде
Яндарына ҡайтып ҡосаҡла.
Берәй кемгә ауыр һүҙҙәр
әйтһәң,
(Бындай һүҙҙән рәнйей бит
күңел),
Иртәгәне көтмә, ғәфү һора,
Беребеҙ ҙә мәңгелек түгел...
Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен
белеп,
Ирешергә тырыш бәхеткә.
"Иртәгә" тип әйтмә, бик һуң
булыр,
Төшөрһәләр һыуыҡ ләхеткә...

Барҙыр...



Барҙыр бәлки яҡшы яғы
Әйтелмәгән һүҙҙәрҙең,
Дауахана, вокзалдарҙа
Еүешләнгән күҙҙәрҙең.
Барҙыр бәлки яҡшы яҡтар
Бирелгән һынауҙарҙа,
Башҡа төшкән хәсрәттәрҙә,
Һәр бер ҡайғыла, зарҙа.
Һәр яуапһыҙ мөхәббәттә,
Бушҡа түккән хистәрҙә,
Яуап эҙләп, йөрәк ярып
Йоҡламаған кистәрҙә.
Барҙыр... Барҙыр яҡшы яҡтар
Көтмәгән юғалтыуҙа,
Хатта үҙең етем ҡалып
Етемде йыуатыуҙа.
...Ауыр саҡта үҙ-үҙемде
Йыуатамын мин тағы,
Ни булмаһын, һәр нәмәнең
Барҙыр ул яҡшы яғы...

Рәхмәт



Соҡоноғоҙ инде тормошомдо,
Оҫтаһығыҙ хата эҙләргә.
Артымдан да ҡалмай йөрөнөгөҙ,
Баҫа-баҫа минең эҙҙәргә.
Хәрәкәттәремә баһа биреп
Бер йылмайһам асыуға тулып,
Уңыштарыма ла бик көнләшеп,
Йәшәнегеҙ шул әрәм булып.
Ғүмеремдең һәр миҙгеле
һайын,
Бер туҡтауһыҙ кисен, иртәләр
Тырыштығыҙ мине һеҙ йығырға,
Юлдарыма ҡуйып кәртәләр.
Ә йығылһам ҡыуандығыҙ инде
Тотҡан кеүек бәхет йондоҙон,
Һыҙлау аша тороп атланым мин,
Бараһы күп, юлдарым оҙон.
Үҙегеҙ ҙә теләмәйсә мине
Өйрәттегеҙ һынып ҡалмаҫҡа,
Юҡ-бар һүҙҙе, ғәйбәт,
фекерҙәрҙе
Йөрәгемә яҡын алмаҫҡа.
Бик күп файҙа миңә
килтерҙегеҙ,
Рәхмәтемә лайыҡ бары һеҙ.
Тормошомдан әгәр юғалһағыҙ,
Йәшәүҙәре булыр күңелһеҙ!


Мин ҡайтырмын



Ултыраһың ҡосоп яңғыҙлыҡты,
Һыуыҡ елдәр ҡаға ҡапҡаны,
Бер туҡтауһыҙ өҙөлөп көтә
торғас,
Күҙҙәреңде һағыш ҡапланы.
Көтәһеңдер, әсәй, көтәһеңдер,
Ҡул күтәреп ҡылып доғалар,
Эх, әсәйем, шулай яңғыҙлыҡта
Яҙмыш йылғаларың ағалар.
Онотто бит улым, тиеп уйлай
күрмә,
Шылтыратмай ҡалһам яңылыш,
Һин күңелдә мәңге, йөрәгемдә,
Тик уратты мине был яҙмыш.
Әйтмәһәм дә ҡарап күҙҙәреңә,
Мохтажмын мин һинең һөйөүгә,
Ни булыр һуң ярһыу йөрәгемә
Берәй ваҡыт ҡайтһам
буш өйгә...
Ҡалдырма мине, әсәй,
доғаңдан,
Ҡалдырһаң мин зарға
батырмын.
Көт һин мине бары иҫән булып,
Ҡайтырмын мин, әсәй,
ҡайтырмын...

Ярҙарынан ташып
сыҡһын диңгеҙ...



Ярҙарынан ташып сыҡһын
диңгеҙ,
Ярылһындар ерҙәр тетерәп,
Емерелһен тауҙар һәм ҡаялар,
Донъяһы ла китһен сәсерәп.
Ҡурҡмайым мин бындай
афәттәрҙән,
Еңел мине ҡайғыға һалыу,
Йөрәгемә ҡурҡыу хисе өҫтәй
Бер яңғыҙым, әсәйһеҙ ҡалыу.
Күҙ алдыма килтерәм дә ҡабат
Ҡаршылайһы яңғыҙ таңымды,
Был уйҙарым үткер бысаҡ кеүек
Киҫкеләйҙәр ярып аңымды.
Әсәй китте... Бына етем
ҡалдым,
Күпме һыҙлау, хәсрәт был
һүҙҙә.
Сағыштырһаң, башҡа
ҡайғылар бит
Тамсы ғына тәрән диңгеҙҙә.
Күп кәрәкме йәнде үлтерергә?
Күңел ярыу? Йөрәккә атыу?
Был донъяла үлемгә тиң миңә
Ғәзиз әсәйемде юғалтыу...

Мине бары Хоҙай
язалар



Әсе тормош тәмен татымайса,
Баһа биреп сит-ят эштәргә,
Ауыҙҙарҙан төк(ө)рөктәрен
сәсеп
Өйрәтәләр дөрөҫ йәшәргә.
Күҙ аҡайтып ҡарап, эй, һүгәләр:
"Бөтөнләй ҙә бындай
булманым!
Һинең кеүек әгәр мин йәшәһәм,
Туҡтар ине тамырҙа ҡаным.
Иҫеңдә тот, һинең кеүектәргә
Күрһәтер ул яҙмыш, күрһәтер!
Дөрөҫ түгел, кәкре ғүмереңде
Туп-тураға бөгөп төҙәтер!"
Башҡаларҙы һүгеп өйрәткәнсе,
Тырнаҡ аҫтарыңа бер ҡара.
Һинең ғүмерең был, күрәһеңме?
Үҙе бысраҡ, үҙе ҡап-ҡара.
Күҙгә ҡарап, яуап бирсе әле,
Әллә дөрөҫһөңмө һәр эштә?
Иҫеңдә тот, һәр саҡ, бер
туҡтауһыҙ
Һул иңеңдә яҙа фәрештә.
Хаталарҙы соҡоп, ҡәләм менән
Йөрәктәргә баҫып яҙалар.
Хаталарым өсөн һеҙ түгелһегеҙ,
Мине бары Хоҙай язалар!


Күҙҙәреңә
бер ҡараһам...



Күҙҙәреңә һинең бер ҡараһам,
Бар донъяны күрәм мин унда,
Бер туҡтауһыҙ яҙырға мин әҙер
Һине яратыуым хаҡында.
Ул күҙҙәрең тәрән диңгеҙ кеүек,
Тартып тора һәр саҡ үҙенә,
Ҡыйын була миңә шул
диңгеҙҙән
Һыуҙар аҡһа һинең йөҙөңә.
Донъялағы булған диңгеҙҙәр ҙә
Һис тиң түгел һинең күҙҙәргә,
Ундай мөғжизәне аңлатырға
Күңелемдә етмәҫ һүҙҙәр ҙә.
Шул диңгеҙҙең бейек
ярҙарында
Ағас кеүек һинең керпектәр,
Әгәр сихри күҙҙәреңде йомһаң,
Ярҙар емерелгән кеүектәр.
Әсир итеп мине һоҡландыра
Урман кеүек ҡуйы ҡаштарың,
Һинең күҙҙәреңә бер ҡараһам,
Йомшаралар күңел таштарым...
Был диңгеҙгә, урман, ағастарға
Ҡарап илһамланам тағын да,
Бер туҡтауһыҙ яҙырға мин әҙер
Һине яратыуым хаҡында...

Артур ҒАБДУЛЛИН
БДПУ студенты.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)