RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йыл сценарийҙары

15.12.2018 Яңы йыл сценарийҙары


Мажаралы сәфәр
(Мәктәп сәхнәһе өсөн Яңы йыл сценарийы)

Ҡатнашалар:

Сусҡа
Бесәй
Ҡабан
Буран
Эт
Ҡыш бабай
Тауыҡ
Ҡарһылыу
Әтәс

Беренсе күренеш


Йорт ихатаһында Эт, Тауыҡ, Әтәс йырлай-йырлай шыршы биҙәп йөрөй. Ах та ух килеп, Сусҡа йүгереп инә.
Сусҡа. Сәләм, дуҫтар!
Барыһы ла (бер тауыштан). Сәләм! Сәләм!
Сусҡа. Арытты бит, әй, сапмалап йөрөп. Минең кеүек йомролар шәп тиҙлеккә һала алмаһа ла, тырыштырам, әй.
Эт. Мәшәҡәтең күптер, белеп торам. Ни тиһәң дә, өҫтөңә яуаплы бурыс йөкмәтелә бит: киләһе 2019 йылдың бәрәкәте – һинең ҡулда.
Әтәс. Эйе, эйе, киләһе Яңы йылда бар өмөтөбөҙ һиндә генә.
Тауыҡ. Бына, Сусҡа дуҫ, байрам­ға тип, шыршыны матур итеп биҙәп ултырттыҡ. Оҡшаймы?
Сусҡа. Оҡшамай ни! Нурлы һәм байрамса икәне әллә ҡайҙан һиҙелә.
Эт. Йорт янында бигерәк күңелле шул!
Әтәс. Ки-ки-рүк! Ки-ки-ри-күк!
Йырым булһа ла бер үк –
Бөгөндән башлап ихата
Бар донъяны балҡыта!
Тауыҡ. Шыршыбыҙ ҙа бик матур,
Үҙебеҙ ҙә бик матур.
Ҡыт-ҡытаҡ, тип көйләһәм,
Килеп сыға яңы йыр!
Сусҡа. Туҡтағыҙ әле, дуҫтар! Ваҡытынан алда йырлашып, мырлашып алдығыҙ ҙа киттегеҙ!
Эт (көлә). Мырлашып? Мырлашырға бында Бесәй юҡ.
Шунда Бесәй килеп сыға.
Бесәй. Мыяу! Мыяу! Мине ҡалай
Оноттоғоҙмо, дуҫтар?
Мин дә көтәм байрамды,
Миңә ниндәй йомош бар?
Сусҡа. Әйтәм бит, алдан һайрашып, йырлашып алды ла китте бынауҙар. Йомош тигәндәй, хәтәр генә эш бар шул.
Эт. Ниндәйерәк?
Әтәс. Йә, йә, сереңде ас!
Сусҡа. Дуҫтар, киләһе йыл – минең йыл. Шуға күрә был байрам­ға, рөхсәт итһәгеҙ, урмандағы туғаным – Ҡабанды ла саҡырам тигәйнем.
Тауыҡ. Ҡабанды? Ул беҙҙең шыршыны ла, үҙебеҙҙе лә ҡыйратып ташламаҫмы икән?
Бесәй. Байрамда беҙҙе бүләкһеҙ ҡалдырып ҡуйһа?
Эт. Китте былар үҙҙәрен генә ҡайғыртып.
Әтәс. Байрамда, моғайын, йәмһеҙләшмәҫ.
Сусҡа. Ҡабан туғаным миңә алдан уҡ телефондан шылтыратып хәбәр иткәйне, һеҙгә әйтергә ҡыймай йөрөнөм.
Әтәс. Ярай әле Яңы йыл көнөндә иҫеңә төшмәгән.
Эт. Ә хәҙер һин беҙҙән нимә өмөт итәһең?
Сусҡа. Беренсенән, Ҡабан ағай­ҙы ҡунаҡҡа саҡырырға рөхсәт итһәгеҙ ине. Икен­сенән, уны, урманға барып, ҡаршы алырға кәрәк. Кем минең менән иптәшкә эйәрә?
Эт. Мин йорт янында тәртип һаҡлауҙы хуп күрәм һәм йыл йомғаҡтарын әҙерләйем.
Әтәс. Бесәй йомош һорай ине түгелме?
Бесәй. Урманға сәйәхәт минең өсөн артыҡ булмаҫ.
Сусҡа. Әйҙә, улайһа.
Бесәй. Хәҙер, саңғыларымды алам да.

Икенсе күренеш

Сусҡа менән Бесәй урман буйлап китеп бара.
Сусҡа (ҡулына телефонын алып). Ҡабан ағай, беҙ урманға индек. Һин ҡайһы тирәлә? Ә-ә, шул теге имән янындамы? Хәҙер барып етәбеҙ.
Бесәй. Ҡышҡы урман бигерәк матур икән! Ҡалай шәп булды әле! Ҡар яуа (ике ҡулын өҫкә күтәрә лә өйрөлөп ала).
Ошо урында ап-аҡ итеп кейенгән балалар талғын көйгә ҡар бейеүен башҡара ала.
Сусҡа. Бесәй, дуҫ! Яйламайыҡ. Йәһәтерәк имән янына ашығайыҡ. Юғиһә ҡар ныҡ яуа башланы.
Бесәй. Эйе шул, буранламаһа ярай ҙа.
Шунда “выж-ж-ж” тип, уҫал итеп ел һыҙғырғаны ишетелә. Буран килеп сыға.
Буран. Эй, ике йорт хайуаны, урманда нимә юғалттығыҙ?
Сусҡа. Беҙ Ҡабан ағайға китеп барабыҙ.
Бесәй. Уны Яңы йылға саҡырҙыҡ.
Буран. Ә мине саҡырмайһығыҙмы ни?
Бесәй. Бурандың эше урманда инде.
Сусҡа. Ҡабан ағай! Ау-у!
Буран. Әһә, ҡурҡаһығыҙмы? Ҡурҡығыҙ шул! Мин һеҙҙе ебәрмәйем! Аҙаштырам урманда!
Сусҡа (телефондан шылтыратмаҡсы итә). Эх, буран сығып, элемтәһе лә тотмай.
Буран. Ха-ха-ха! Ҡарурманда буранда телефонды онот!
Бесәй (ҡурҡышынан Сусҡаға һыйына). Аҙашырбыҙмы икән?
Сусҡа. Эй, уҫал Буран! Юҡҡа шашма байрам алдынан! Әйҙә, беҙҙең менән барырһың байрамға!
Буран. Выж-ж-ж, выж-ж-ж! Юҡ инде, үҙегеҙ әйттегеҙ, эшегеҙ урманда, тип. Хәҙер һеҙҙе өшөтәм, туңдырам, миктәтәм... Ха-ха-ха!
Буран өйрөлә башлай. Уға ҡар бөртөктәре лә эйәрә. Шәп-шәп әйләнәләр. Сусҡа менән Бесәй ҡосаҡлашҡан килеш тора. Шунда “Эһе-һей!” тигән тауыш сыға. Буран өйрөлгән еренән туҡтап ҡала. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп сыға.
Ҡыш бабай. Был ни ҡыланышың, Буран улым?
Буран. Ҡыш бабай, мине байрам­ға саҡырыуҙан баш тарталар. Шуға асыуым ҡабарып китте.
Ҡарһылыу. Яңы йыл еткән мәлдә улай яманлашыу биҙәмәй һине.
Ҡыш бабай. Етмәһә, йыл хужаһы – Сусҡаны йонсотаһың.
Сусҡа. Йыл хужаһы бер мин генә түгел. Ҡабан ағайым да – байрам ҡунағы.
Бесәй. Уға китеп бара инек. Юлыбыҙҙы Буран ҡыйҙы. Уҫал һыҙғырҙы ла.
Буран. Һуң, мин шаярттым бит. Кем уйлаған байрам һеҙҙең хөрмәткә була тип.
“Сусҡа ҡустым! Эй, һеҙ ҡайҙа?” тигән тауыш ишетелә.
Сусҡа. Беҙ бында, Ҡабан ағай!
Ҡабан килеп инә.
Ҡабан. Һаумыһығыҙ! Эй, ҡустым, буранда аҙаштығыҙмы? (Сусҡаны ҡосаҡлап ала).
Сусҡа. Эйе, ағай, аҙаша яҙҙыҡ. Бына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп сығып ҡотҡарҙы.
Буран (ғәйепле йөҙ менән). Ғәфү итегеҙ, дуҫтар. Мин бит яңылыш үпкәләп кенә шаштым.
Ҡыш бабай. Йә, ярай, әйҙәгеҙ, ауылға юл тотайыҡ.
Бесәй. Эйе, беҙҙе күптән көтәләр­ҙер. Сәфәребеҙ һуҙылып китте.
Ҡарһылыу. Байрамға һуңламайыҡ!

Өсөнсө күренеш


Ихата алдында шыршы тирәләй Эт, Тауыҡ, Әтәс йөрөй.
Эт. Нишләптер оҙаҡлай былар. Мин инде күптән эштәремдең осона сығып, йылға хужа булыу бурысын тапшырырға әҙермен.
Тауыҡ. Буран тауышы сыҡты урмандан.
Әтәс. Аҙашмаһалар ярай ҙа.
Эт (алан-йолан ҡарай). Әһә, сана тауышы сыға. Эһе-һей, тиҙәр түгелме? Әйҙәгеҙ, күмәкләп Ҡыш бабай­ҙы саҡырайыҡ.
“Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!” тип бергәләп ҡысҡыралар. Шул саҡ Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергә Сусҡа, Ҡабан, Бесәй, Буран килеп инә. Барыһы ла ҡосаҡлашып күрешә. Байрам матур йыр, уйын-көлкө, бейеү менән үрелеп китә. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу барыһына ла бүләк тарата, Сусҡа менән Ҡабанға “2019” тип яҙылған йыл хужаһы тажы кейҙерелә.
Ҡабан менән Сусҡа (бергә).
Аяҡ баҫтыҡ Яңы йылға,
Кәрәк хәҙер йылмайырға!
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу. Ҡыуаныстан тик йырларға!
Буран. Һәр ваҡыт татыу булырға!
Әтәс менән Тауыҡ. Яңы йыл – ул яңы йыр,
Киләсәккә ҙур өмөт.
Эт менән Бесәй.
Күңел йылыһы булһын,
Тормайыҡ һис тә өшөп.
Бөтәһе бергә. Яңы 2019 йыл менән! Ура!
Шаршау.

Зарина БАҒЫШАЕВА.















«Мөғжизәләр көтә һәр йөрәк!»

(Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн Яңы йыл тамашаһының сценарий өлгөһө)


Сценарий авторы: Альбина Айҙарбәкова
Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы.

Майҙанда дәртле көйҙәр яңғырай. Тамаша сәхнәлә Ҡар бөртөктәре һәм төрлө битлек кейгән персонаждар вальсы менән башлана. Бейеү тамамланғас, сәхнәгә алып барыусылар сыға.

1-се а.б. Иҫке йылдың һуңғы сәғәттәрен
Тарих биттәренә оҙатып.
Өр-яңы йыл менән күрешербеҙ
Изге өмөттәрҙе баҙлатып.

2-се а.б. Хәйерле кис, ҡәҙерле дуҫтар, яҡташтар, һаумыһығыҙ, хөрмәтле районыбыҙ ҡунаҡтары!
Бына тарих биттәре 2018 йылдың һуңғы минуттарын һанай, беҙ һеҙҙең менән уҙған йыл менән хушлашып, яңы йылға аяҡ баҫабыҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе ихлас күңелдән яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрик итәбеҙ. Яңы йыл барыбыҙға ла шатлыҡ-һөйөнөстәр һәм уңыштар алып килһен!
1-се а.б. Үткән Эт йылында тыуған районыбыҙ ыңғай эштәре менән һөйөндөрҙө, ең һыҙғанып эшләү менән бер рәттән күңелле ял итеп, матур-матур йолалар, мәҙәни саралар үткәрҙек.
2-се а.б. Хөрмәтле дуҫтар! Хушлашабыҙ иҫке йыл менән, изге теләктәр һәм йыр менән!
Әйҙәгеҙ әле, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп еткәнсе, ҡотлау сәләмдәрен ҡабул итәйек. Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлай... (Район хакимиәте йәки ауыл биләмәһе башлығының ҡотлау һүҙе.)
1-се а.б. Ҡыш миҙгеле йөрөмәй яңғыҙ ғына,
Етәкләгән күркәм байрамды.
“Ниндәй байрам ?” – тиеп, һораһағыҙ,
Бөгөн беҙҙә шыршы байрамы!
Һеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ҡотлай .......
Йыр .
1-се а.б. Хөрмәтле дуҫтар, борондан “Нисек Яңы йылды ҡаршы алаһың,ул шулай үтер” тигән халыҡ әйтеме йәшәп килә.
Бына, үҙенең матур иҫтәлекле хәтирәләре менән Ғаилә йылы ла аҙағына яҡынлашты, ә ғаилә тормошо – һәр беребеҙ өсөн осһоҙ-ҡырыйһыҙ хеҙмәт һәм һикәлтәле ғүмер юлы. Шул юлдан матур итеп тайпылмай атлаусы, өлгөлө һәм бәхетле ғаиләләргә мул һәм мөхәббәтле тормош юлдаш булһын.
2-се а.б. Татыу ғаилә - илдең ҡото, тиҙәр,
Милләтебеҙ өсөн ғорурбыҙ.
Матур ғаилә - тормош күрке, тиҙәр
Әйҙәп торһон иман нурыбыҙ.
Барығыҙға ла тыныс, матур ғаилә тормошо теләп ҡалабыҙ. Ғаиләләрегеҙ татыу, дуҫ, имен булһын!
Хөрмәтле дуҫтар! Хушлашабыҙ иҫке йыл менән, изге теләктәр һәм йыр менән!
Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән Яңы йылды күңелле итеп үткәрәйек!- Яңы йыл байрамы күңелле мөғжизәләр менән үтһен. Ҡыҙҙар йыл буйы – Ҡарһылыу кеүек матур, ә инде ир-аттар Ҡыш бабай кеүек йомарт булһын!
Ә бына бөтә донъя үҙ яртыһын эҙләгән кешеләрҙән тора. Ошо йыл яңғыҙҙарға бәхетле, күңелле осрашыуҙар килтерһен.
1-се а.б. Ғүмер–миҙгел бит ул, тормош –мәңге,
Йылдар ҡала тарих эсендә.
Гармун уйнай, йырҙар яңғырап торһон
Иҫке йылдың һуңғы кисендә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлай .....

Йыр.
2-се а.б. Ҡәҙерле дуҫтар, ойошмалар һәм учрежедениелар араһында үткән Яңы йыл байрамына эшләнгән ҡар һындары һәм байрам биҙәлешенә уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе билдәләп китергә рөхсәт итегеҙ!
(Ойошмалар һәм учреждениелар араһында еңеүселәрҙе бүләкләү.)
Хөрмәтле дуҫтар! Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Район сараларында әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡотлау йыры..
1-се а.б. Хөрмәтле дуҫтар! Үткән йыл, Көнсығыш календары буйынса Эт йылы булды, 2018 йылға Һары Эт хужа булғайны, ә эт – йорт хайуаны, уның төрлө тоҡомо бар, шулай уҡ Эт кешенең иң тоғро һәм иң таяныслы юлдашы.
2-се а.б. Әйҙәгеҙ әле беҙ хәҙер үҙен байрам тантанаһына саырайыҡ.
Сәхнәгә Эт сыға
Эт: Вау-вау-вау! Хөрмәтле дуҫтар, уҙған йылда тоғро дуҫтарыбыҙ күп булды, тормош юлығыҙҙа ла терәк-таяныслы дуҫтарығыҙ күп булһын, бына миңә лә, ниһайәт, хушлашырға ваҡыт етте, мин илебеҙгә именлек, йорттарығыҙға бәрәкәт, барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек теләйем.

Бергә бейеп йырлайҙар.

1 -се а.б. Рәхмәт, һиңә Эт йылы, беҙ һиңә хәйерле юл теләйбеҙ, ә бына яҡынлашып килгән Яңы йыл ни вәғәҙә итер икән?! Әйҙәгеҙ әле, сәхнәбеҙ түренә, киләһе йылдың символын саҡырайыҡ. Киләһе йыл ниндәй хайуан аҫтында үтә? Кемегеҙ тапҡырыраҡ?! (Яуап ишетелгәс, сәхнәгә Ҡабан сыға.)
Күңелле көйгә бейей-бейей Сусҡа сыға һәм Эт янына килеп баҫа.
Ҡабан : Хрю-хрю-хрю! Бына мин килеп еттем,
Йыл булыр тимен, яҡшы,
Муллыҡ, байлыҡта үтер,
Шатлыҡтар торор ташып!
Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Һаубуллашҡан Эт йылы һеҙгә тоғро дуҫтар бүләк итһә, мин һеҙгә бай, мул уңыш, ҡояшлы көндәр, тылсымлы мөғжизәләр бүләк итермен.
1-се а.б. Яңы йылдың яҙмышы – беҙҙең ҡулда! Бар изге хыялыбыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөбөҙ яҡшылыҡ һәм мөхәббәт нурҙарына сорналһын. Һыуыҡ ел-бурандарға ҡармаҫтан, ул яҡты һәм иҫтәлекле йыл булып ҡалһын.
2-се а.б. Уҙған йылдар бигерәк ҡәҙерле шул
Һәр көнөндә күпме иҫтәлек.
Тарихтың был данлы йылында ла
Күпме булды матур көндәре!
Йыр (Йыр йырлағанда персонаждар бергә бейей.)

1-се а.б. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә,
Шулай булған борондан.
Һынамыштар әйтәйек,
Ҡыш миҙгеле турында.
(Эт һәм Сусҡа персонаждары алмашлап һынамыштар әйтәләр.)
Ҡабан: Шулай итеп, башланыҡ! Ҡыш ҡарһыҙ булһа, ... (йәй ярлы була);
Эт: Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, ...(көҙгө көн яҙҙы әйтер);
Ҡабан: Төнөн бәҫ төшһә, .... (көндөҙ ҡар яумаҫ);
Эт: Төтөн тура сыҡһа, ... (һыуыҡ булыр);
Ҡабан: Көн кәртәләнһә, .... (көрәгеңде әҙерлә),
Ай кәртәләнһә, ..... (аҙбарыңды әҙерлә);
Эт: Ағастар елһеҙ шаулаһа, .... (буран булыр).
1-се а.б. Йылдар үткән һайын Яңы йылды
Ҡаршылауы никтер серлерәк.
Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта,
Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк!
2-се а.б. Ҡәҙерле дуҫтар, беҙ һеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңы йыл һеҙгә тик яҡты киләсәк, яңы уңыштар алып килһен!
1-се а.б. Ә бына, Яңы йыл байрамы күптән башланды, ә байрамға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп етмәгәндәр, әйҙәгеҙ әле, хөрмәтле дуҫтар, уларҙы бергәләп саҡырайыҡ. Ҡыш бабай! Ҡарһылыу!
Халыҡ менән бергә саҡыралар
Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар! Бына байрам менән ҡотлайым тип, алыҫ араларҙан килеп еттем! Һеҙҙе барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Яңы йыл барығыҙға ла сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге алып килһен!
Ҡарһылыу: Йылдар үткән һайын Яңы йылды
Ҡаршылауы никтер серлерәк.
Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта,
Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк!
Бергә: Яны йыл менән! Яңы йыл менән!
Ҡыш бабай: Ҡар-бурандары уйнатып,
Елдәр егеп еләмен.
Алыҫ-алыҫ араларҙан
Һеҙҙе һағынып киләмен.
Ҡайҙа ҡыҙым, Ҡарһылыуым,
Байрамдар дауам итһен.
Байрамға килгән һәр кеме,
Йырҙарын йырлап үтһен.
Байрамға килеүселәр менән йыр-бейеү ойошторола.
1-се а.б. Күркәмлек өҫтәп байрамға,
Биҙәнеп килгән шыршы.
Әгәр уттарын ҡабыҙһа,
Ул булыр тағы ҡупшы.
Ҡыш бабай: Байрамдың түрен алып торған шыршының уттары ла янмаған икән!
Йә әле,Ҡарһылыуым,
Балҡыт шыршы уттарын.
Яҡынайтһын улар беҙгә,
Яңы йыл минуттарын.
Тылсымлы таяғым менән туҡылдатып ҡарайым әле…
Ҡыш бабай таяғы менән өс тапҡыр туҡылдата.
Ҡарһылыу: Балҡы, балҡы шыршыҡай,
Балҡы әйҙә, ҡупшыҡай!
Шыршыла уттар балҡый.
1-се а.б. Беҙҙең тормош та бит Яңы йыл гирляндаларына оҡшап тора – бер ерҙә ут һүнһә, икенсе урындарҙа ла һүнә башлай. Киләһе йылда тормошобоҙ төрлө төҫтәге сағыу уттар менән балҡыһын, һүнмәһен, бөтә тирә-яҡты балҡытып торһон.
2-се а.б. Әйҙәгеҙ, бергәләп Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу шыршы тирәләй йырлап алайыҡ.
“ В лесу родилась елочка” йырының тәржемәһе.
Үҫте шыршыбыҙ урманда,
Шаулап торҙо унда.
Йәйен дә, ҡышын да зифа,
Йәшел ул һаман да.
Ел-буран уны йыуатты,
Йыр көйләп йоҡлатты.
“Туңа күрмә”, тине һыуыҡ,
Ҡар юрғанын япты.
Сабып йөрөнө ҡурҡаҡ ҡуян,
Шыршыбыҙ янында.
Уҫал бүре, йыртҡыс бүре
Килде ҡайсағында.
Хәҙер, шыршы ҡупшыланып,
Мәрйендәр элгәнһең.
Балаларға һәм беҙгә лә ,
Бүләктәр килтергәнһең.

Шыршы тирәләй йыр-бейеү, уйындар.
1-се а.б. Бөгөнгө йырлы, бейеүле, уйынлы кисәбеҙҙән үҙегеҙгә дәрт, дарман алып ҡайтырһығыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
2-се а.б. Костюмдарҙы бөтә яҡтан күреү өсөн, дөрөҫ баһа биреү өсөн маскарад костюмдарын кейгән дуҫтарыбыҙҙы сәхнәлә бер урап сығыуығыҙҙы һорайбыҙ. Рәхим итегеҙ!
Костюм кейгән персонаждар сәхнәгә сығалар.
Байрам концерты, бейеү көйҙәре бер бер артлы дауам итә.

1-се а.б. Төрөп алып ап-аҡ ҡарҙарына
Алып килсе беҙгә шатлыҡтар.
Ҡыуаныстар килтер халҡыбыҙға
Уңһын баҫыуҙарҙа ашлыҡтар .
2 -се а.б. Илдәр тыныс, донъя имен булһын,
Һөйөү менән типһен йөрәктәр.
Матур үтһен йылдың һәр бер көнө,
Ҡабул булһын изге теләктәр.
1-се а.б . Яңы йыл ҡотло булһын, хуш киләһең Яңы йыл, төклө аяғың менән! 2 се а.б. Яңы йыл һәммәбеҙгә лә сәләмәтлек, йортобоҙға именлек, ризыҡтарыбыҙға бәрәкәт, күңелдәрегебеҙгә илаһи саф тойғолар алып килһен.
Яңы йыл менән!


Сценарий авторы: Альбина Айҙарбәкова
Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы.











Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)