RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бай ҡатын эҙләйем

16.08.2018 Бай ҡатын эҙләйем

Бай ҡатын  эҙләйем
Яратҡан ҡатыным менән килешеп, татыу йәшәй алманыҡ. Өс бүлмәле фатирымдан мине ҡыуып сығарҙы. Әле ул йәш кенә ир менән тормош көтә.
Ҡулыма алып гәзит уҡып ултыра инем, бер белдереү күҙемә салынды. Мәҙәниәт йортонда өсөнсө быуын – пенсионерҙар өсөн бейеү түңәрәге асыла икән. Бик тә шәп! Урамда танышыу беҙҙең йәштә нисектер хупланмай. Былай, бәлки, үҙемә иш табып алырмын. Өйләнһәм, донъя көтөүе еңелерәк тә, күңеллерәк тә булыр.
Үҙемсә, шундай аҡыллы уйҙар менән кәрәкле урынға йүнәлдем.
Күңелде күтәреп, музыка уйнай, ҡатын-ҡыҙ быуа быуырлыҡ, ә ир-ат бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Миңә бер нисә тапҡыр ҡараш ташлап, йылмайып торған ҡатынды күрҙем. Матурлығы әллә ни иҫем китерлек булмаһа ла, уны бейергә саҡырҙым. Таныштыҡ. Ә ул: «Һинең торорға айырым өйөң бармы? Пенсияң нисә һум? Балаларың булһа, улар­ҙың айырым өйҙәре бармы?» – тип беренсе минутта уҡ матди хәлемде тикшерә башланы. Был заттың башындағы хыялдары тап минекенә оҡшаш.
Кеҫәңде киң тот! Тапҡан ахмаҡты! Ваҡытымды бушҡа уҙғармаҫ өсөн күҙем менән башҡа заттарҙы эҙләйем. Музыканың туҡтағанын ашығып көтәм.
Әһә! Үҙемә оҡшаған ҡатынды таптым шикелле. Минең яғыма ҡарап, йылмай­ған да кеүек. Алсаҡ йөҙлө, һөйкөмлө генә күренә үҙе. Тик бына кәүҙә ауырлығы?! 150 килограмм барҙыр. Абау! Пенсиям бесәй ялаған кеүек кенә әҙ. Нисек тамағын туйҙырырмын да нисек кейендерермен? Ир-ат кеүек, ун йылға бер алған күлдәк-ыштанды кейеп йөрөргә һис кенә лә риза булмаясаҡ. Уның кәүҙәһе минекенән өс тапҡырға ҡалыныраҡ. Күлдәккә генә нисә метр ситса кәрәк, шутлап ҡараһаң, иҫең китерлек бит.
Ә ҡиммәтле төрлө бижутерия, биҙәнеү әйберҙәрен алһаҡ, пенсия аҡсаһы ғына түгел, бурысҡа алған аҡсаң да етмәйәсәк. Эй, мин үҙемде генә уйлайым. Бәлки, ул хәлле генә бисәлер. Әллә «Аҡ бейеү»ҙе көтөргәме? Үҙе килеп саҡырһа, шәп булыр ине. Ә әгәр уны берәй ир саҡырһа? Юҡ, юҡ. Ул мине саҡырғанды көтмәҫкә, юғиһә ярыҡ ялғашта ҡалырмын. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк. Ниңә мине тансыға саҡырҙың, тип башыма һуҡмаҫ әле. Саҡырам!
Ханыма алдан уйлаған, үҙемде ҡыҙыҡһындырған кәрәкле һорауҙарымды бирҙем, ә ул, күҙҙәрен шарҙай асып: «Һиңә тормош көтөр өсөн һөйөклө, тоғро тормош иптәшеме әллә минең байлығым кәрәкме? Бәхетһеҙ альфонс!» – тип, мине көлкөгә ҡалдырып, ташлап киткәнен дә һиҙмәй ҡалдым.
Китһен әйҙә, ана бара юлы! Уны барыбер көсләп диетаға ла ултырта алмайым, вегетариан итергә лә булдыра алмайым.
Ана, зарығып, мине саҡырһа ярар ине тип, сират көтөп, тағы бер клиент ултыра. Уртаса буйлы, кейгән кейеме, алдағы ҡатындыҡы кеүек, әммә хәйерсе кейеме түгел, ә батша ҡатыныныҡына оҡшаш. Кәүҙәһе иһә ыҡсым ғына.
Таныштыҡ, серегән бай ҡатын. Өйләнештек. Мин, урыҫтар әйтмешләй – примак. Ә ундай ирҙәрҙең хоҡуҡтарын беләһегеҙ: «тише воды, ниже травы». Бер аҙна ғына түҙҙем. Айырылыштыҡ.
Хәҙер үҙем кеүек ярлы ғына күршемде кәләш итеп алдым. Уңдым.

Фәнүр ХӘБИБУЛЛИН.
Әлшәй районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)