RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Талантлы шағир һәм драматург Рәмил Ҡол дәүләт исемендәге премия һеҙҙе көтә

08.01.2011 Талантлы шағир һәм драматург Рәмил Ҡол дәүләт исемендәге премия һеҙҙе көтә

«Йәшлек» гәзите йәштәрҙең талантын асыу һәм уларҙың ижади әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереү эшен эҙмә-эҙлекле һәм арымай-талмай башҡара. Рәшит Сол­тан­гәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы, Рәйес Түләк исемендәге республика шиғыр бәйгеһе – быға асыҡ дәлил. Был конкурстарҙа ҡатнашҡан төплө ижадсылар ҙа, хис-тойғоларын түкмәй-сәсмәй аҡ ҡағыҙға төшөрөүселәр ҙә, ҡәләмгә яңы тотоноусылар ҙа – барыһы ла «Йәшлек»те дуҫы, серҙәше, фекерҙәше кеүек күрҙе һәм күрә. Шулай уҡ талантлы прозаик Рәшит Солтан­гәрәев һәм һәләтле шағирыбыҙ Рәйес Түләктең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дә гәзиткә рәхмәт әйтеүселәр күп.
Быйыл беҙ, «Йәшлек» Башҡор­тостан йәштәре гәзите, Башҡортос­тан Яҙыусылар союзы һәм Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты (әйткәндәй, урындағы ҡоролтайҙар араһында халыҡ мәнфәғәте өсөн янып-йәшнәп иң әүҙем эшләгәндәр – әбйәлилдәр), ҡабатланмаҫ талантлы шағир, драматург Рәмил ҡол Дәүләт (Рәмил Дәүләтҡолов) исемендәге әҙәби премия булдырҙыҡ. Маҡса­тыбыҙ бер: аяуһыҙ сир арҡаһында беҙҙең аранан иртә киткән Рәмил ҡол Дәүләттең исемен мәңгеләштереү һәм, әлбиттә, Рәмил, Рәйес кеүек йәш таланттарҙы асыу, башҡорт әҙәбиәтенә халыҡта һөйөү уятыу һәм тәрбиәләү.
Яңы конкурста кемдәр ҡатнаша? Йыл буйы гәзит битендә һәр ижадсының әҙәби әҫәрҙәре донъя күрәсәк. Жанрҙа ла, темала ла сикләү юҡ. Хикәйәләр, шиғыр­ҙар, нәҫерҙәр, бер шаршаулы пьесалар, новеллалар һәм поэмаларға, башҡа ҡыҫҡа жанрҙарға өҫтөнлөк биреләсәк. Бер генә сикләү – күләм. Тимәк, оҙон повесть, роман һәм ике шаршаулы пьесаларға гәзит битендә урын табыуы ауыр буласаҡ. Ләкин лайыҡлы һәр әҫәр гәзиттең сайтына ҡуйыласаҡ. Башҡа баҫмаларҙа баҫылған әҫәрҙәр премияға дәғүә итә алмай. Бер үк автор бер нисә жанрҙа әҫәрҙәрен тәҡдим итә ала.
Премия йыл аҙағында, абруйлы жюри һәм ойоштороусылар фекеренә таянып, иң шәп әҙәби әҫәр авторына биреләсәк. Төп бүләк – ноутбук.


Мөхәрририәт.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Морат
14 января 2011 17:59: Морат
Бик шэп идея. Рэхмэт хинэ Йэщлек!