RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кеше һүҙе кеше үлтерә

12.09.2017 Кеше һүҙе кеше үлтерә

Кеше һүҙе кеше үлтерә
Яҙмыш, әсе яҙмыш... Әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа, ниндәй генә ҡайғы-ғазаптар­ға төшөрмәй. Берәүгә өйөп-өйөп шатлыҡ бүләк итһә, икенсеһен ығы-зығылы хәсрәт һағыштарға сорнай. Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә йәшәү бүләк итһә, ә киләсәккә барыр һуҡмаҡты һәр кем үҙе һайлай.

– Нисәмә йылдар эсемдә йөрөткән ғазабым әле булһа йөрәкте телгеләй. Үҙ ҡулдарым менән бәхетемдән ҡолаҡ ҡаҡтым…
Апайым күрше ауылға кейәүгә сыҡҡайны. Бер көндө уларға барып килергә булдым. Эскәмйәлә еҙнә менән һөйләшеп ултырған арала беҙҙең эргәнән сибәр генә һылыу үтеп китте. Мин шунда уҡ уға ғашиҡ булдым. Матур, яғымлы, оялсан ғына, минән ун йәшкә кесе Зилиә ул ваҡытта ун беренсе класта уҡый ине. Күпкә йәш булһа ла, үҙен бер күреүҙән яраттым. Апайым мине ҡарт ишәктән һалдырып әрләп тә ҡараны, әлеге һылыу ҡыҙ барыбер баштан сыҡманы. Ике ай тирәһе эргәһендә уралып йөрөй торғас, осраша башланыҡ. Юҡ, мин уға теймәнем, ҡосаҡлап үбергә лә ҡыйыулыҡ етмәй ине, ҡурҡытып ҡуйырмын, тип уйланым. Мәктәпте тамамлағас, кейәүгә сығырға тәҡдим иттем. Һөйгәнем риза булды. Ата-әсәһе менән һөйләшеп, көҙөн никах уҡытып, мин эшләгән ҡалаға йәшәргә сығып та киттек.
Зилиәм колледжға уҡырға инде. Бик татыу йәшәнек. Бер-беребеҙҙе бик яраттыҡ, бер ҡараштан аңлаштыҡ. Кәләшем йәш кенә булһа ла, бик аҡыллы, тыйнаҡ, уңған, һәр аҙымын төптән уйлап эшләне. Ике йыл бергә торғас, ярты йылға мине эштән командировкаға ебәрҙеләр. Кәләшем ныҡ иланы, ебәргеһе килмәне, эшеңдән кит тә ҡуй, тип ҡараны. Ә мин тиҙерәк фатир алырға теләнем, сөнки күп эш хаҡы вәғәҙә иттеләр. Ике туған ағайымдың адресы буйынса аҡса күсереп барҙым. Ул уны кәләшемә биреп барырға тейеш ине. Кәләшем менән хат яҙышып торҙоҡ. Ике айҙан ауырлымын, тип яҙғас, бик ҡыуанғайным да, тик ағайым: “Ул бында уйнаш итеп йөрөй, ә һин аҡса эшләйһең, күршеләрең барыһын да һөйләп тора”, – тип мине шикләндерҙе. Ятаҡта торғас, күршеләр барыһын да күреп торалыр инде, тип уйланым. Беренсе тапҡыр командировкаға киткәндә, ул ваҡытта осрашып йөрөгән ҡыҙым икенсе иргә сығып киткәйне. Етмәһә, эргәләге ҡайһы бер ирҙәр үҙ ҡатындарының ирҙәре сығып китеү менән уйнаш итеүен, шул арҡала айырылыуҙары хаҡында һөйләп, минең ҡыҙғаныуымды арттырҙы. Кеше һүҙенә ышанып, Зилиәм менән араны өҙөргә булдым. Хаттарына яуап яҙманым. Ул икенсе кешенән ауырлы тигәнгә ышандым. Ағайым, уны минең бүлмәнән ҡыуып сығарҙым, тине.
Мин ҡайтҡас та ағайҙарға барҙым. Шул ваҡытта Зилиәм килеп инде. Ҡорһаҡлы ҡатыным, ниңә ҡайтырыңды миңә әйтмәнең, тип аптыраны. Мин эсеп алған көйө, кемдән йөккә ҡалдың, шуға бар, тип битенә сәпәгәнмен. Илап ҡайтып киткән. Ҡайҙа, ниндәй аҡсаға йәшәгәнен дә һораманым. Һуңынан да ул, әйҙә аңлашайыҡ, тип тағы бер-ике тапҡыр килде. Ә мин уны оноторға тип, бер ҡатын менән сыуалып киткәйнем. Шул ҡатын менән мине күргәс, башҡа килмәне.
Утыҙ йәшлек аҡылһыҙ алйот булғанмын. Баштан уҡ миңә барыһын да тикшерергә, айышына төшөнөргә кәрәк булған да бит… Һуңынан белеүемсә, ағайға беҙҙең күрше ғәйбәтсе ҡатын минең кәләште, йөрөй, тип әйткән. Ә уның һүҙенә ышанырға ла ярамай. Ағайым баштан уҡ ҡатыныма ҡаршы ине, бигерәк йәш, өҫтөңдән йөрөр инде, тип йыш хәбәр һалды. Теге яуыз ҡатындан үҙенә оҡшаған хәбәр килеп еткәс, миңә еткерә һалған.
Шулай йәшәй торғас, Зилиәмде түҙеп торғоһоҙ итеп ныҡ һағындым. Тегенән-бынан һорашып, ҡайҙа йәшәгәнен белеп ҡалдым. Коммуналь фатирҙа бер бүлмәгә ингән ине. Барһам өйҙә юҡ. Шул ваҡыт мәрйә күршеһе иҫ китерлек хәбәр һөйләне. Ағайым, мин командировкаға китеп ике аҙна үтеү менән, кәләште ҡыуып сығарған. Йәшәргә урыны, аҡсаһы булмағас, уҡыуҙан һуң магазинға иҙән йыуырға йөрөгән. “Ул бында ас-яланғас тиерлек йәшәй, бар алған аҡсаһы бүлмәгә түләргә һәм арлы-бирле ашарына алырға ғына етә. Береһенән дә ярҙам алмай, хатта ата-әсәһен ҡайғыға һалмайым тип үҙ хәлен әйтмәй. Бер нисә аҙнанан ул бәпес табып, ошо көндәрҙә үҙенең районына диплом алырға ҡайтырға тейеш ине”, – тип өҫтәп ҡуйҙы мәрйә.
Кәләшемде ныҡ яратҡас, нисек булһа ла кире ҡайтарып алырға ниәтләнем. Әле дауаханаға китте, тигәс күршеһе, гөлләмәләр алып, ҡаршы алырға булдым. Подъездан сыҡһам, ҡатыным эҫегә хәлдән тайып ҡайтып килә. Бите ябығып, күҙҙәре төпкә батҡан, ныҡ йонсоғаны күренеп тора. Уны күргәс, йөрәгем өҙөлөп төшөрҙәй булды. Зилиәм менән буласаҡ бәпесемде ҡайғыртаһы урынға, үҙемде генә уйлап, кеше һүҙенә ышанып, тилереп йөрөгәнмен. Мин машинала сит ҡатынды ҡиммәтле шарап менән һыйлағанда, баламдың әсәһе ҙур срокта ауырлы була тороп, йәшәргә аҡса булһын тип, иҙән йыуған. Шулай булһа ла колледжда уҡып бөтөргә хәле булған, алыҫ араны йәйәү үтеп дауаханаға йөрөгән. Етмәһә, ағайым кәләшемә тейеш аҡсаны бөтөнләй бирмәгән булып сыҡты.
Нисек кенә һөйләшергә тырышһам да, ҡатыным үҙенә мине яҡын да килтермәне. Бала ваҡыты буйынса минеке булып сыға бит, тип әйтеүгә уҫал итеп ҡараны ла: “Мин беҙҙең никахты боҙманым, һиңә хыянат итмәнем. Ә һин икенсе ҡатын менән йоҡлап йөрөп, минән баш тарттың”, – тип ҡыуып сығарҙы.
Их, шул ваҡытта һөйгәнемде һуңғы тапҡыр күргәнемде белһәм... Икенсе көндө, Зилиә аварияға эләккән, тигән хәбәр килеп етте. Уны дауахананан барып таптым. Өлгөрмәнем, аңына ла килмәй, ҡояшым үлгәйне. Танауына тиклем үҙемә оҡшаған улым, әсәһенән ҡалып, ике сәғәт кенә йәшәне. Әллә күпме хыялланып көткән баламдың үле кәүҙәһен генә ҡосаҡлай алдым. Ҡәберҙәре өҫтөндә үкереп илағанда ғына төҙәтә алмаҫлыҡ ҙур хата яһағаныма төшөндөм. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Шул әсе теллеләрҙе тыңлаған мин йүләр… Тик барыһы ла һуң, ғәйеп миндә генә. Яратҡандарымдың үлеме һәр ваҡыт минең йөрәктә ҡаласаҡ.

Г. ЙӘМИЛЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)