RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер кило “фанфурик”

11.04.2017 Бер кило “фанфурик”

Бер кило “фанфурик”
Ике ҡулына китап-дәфтәр тултырылған ауыр сумкаларын күтәреп, Айгөл Булатовна икенсе өйөнән ҡайтып бара. Икенсе өйө тип ире эш урынын – мәктәбен әйтә. Бына әле лә һәр үткән дәресен, уҡыусыларының яуаптарын ҡабат иҫенә төшөрөп, үҙенсә анализ эшләп ҡуя. Кеҫәһендәге телефонының шылтырауын да ишетмәй. Хәйер, ишетергә, иртән дәрескә барғас та тауышын һүндереп ҡуя, дәрес араһында шылтыратыуҙарҙы өнәмәй ул. Кеҫәһенән ҡулъяулығын алған саҡта ғына осраҡлы рәүештә телефонының ҡыҙыл уттар ҡабыҙа-ҡабыҙа “осоп” барыуын күреп ҡалды.
– Уф, нимә баянан бирле телефоныңды алмайһың ул? Мин бында, бәлки, үлергә ятамдыр, – тип телефондың теге осонда ире аҡырына. – Ҡайтып киләһеңме, юл ыңғайында Рәшиҙәнең магазинынан бер “Красная шапочка” алып ҡайт, – тип ҡыҙып ҡына әйтте лә һүндерҙе лә ҡуйҙы. Нәмә һораны әле ул? Беренсегә ишетә Айгөл “Красная шапочка” тигәнен. Иренең телефон һандарын йыйҙы.
– Азат, нимә һораның ул?
– Рәшиҙә үҙе белә ул. Ин дә һора, – телефонын йәнә һүндерҙе Азат. Шул телефондан һөйләшә белмәй ул ире. Йәһәт кенә йомошон әйтә лә, әңмәсеһенең әйткәнен әллә ишетә, әллә ишетергә теләмәй, әллә инде холҡо шулай – шунда уҡ һүндереп тә ҡуя. Бына әле лә шулай. Ярай, Айгөлөнөң теле бар, һорар, алыр әле.
Магазинға килеп ингәс, сумкаларын бер ситкә ҡуйып, полиэтилен тоҡсай эҙләне. Ғәҙәттә, йыртмалыһын һәр саҡ үҙе менән алып йөрөй. Ҡайтҡан арала магазинға инһәң, үтә лә шәп нәмә. Тик таба алманы. Ә-ә-ә, бөгөн иртән сумкаһын алмаштырҙы бит әле. Ҡайһы бер эшендә кәрәкле әйбер­ҙәре шул сәбәпле теге сумкаһында ятып ҡалды. Полиэтилен тоҡсай шунда инде. Ә-һә, бына бит файл менән бер ҡап дәфтәр ята. Йәһәт кенә дәфтәрҙәрҙе икенсе ергә һалып, файлды бушатты. Эсен ҡулъяулығы менән һөртөп алды. Унан һатыу­сыға килеп:
– Ирем шул тиклем тәмлетамаҡ, көн дә уға йә кәнфит-шоколад, йә перәник-печенье кәрәк. Шунһыҙ сәй ҙә эсмәй бит ул. Бына әле лә “Красная шапочка” тигән тәмлекәс һорай. Ҡайҙа, ошо файлға һыйырлыҡ берәйһен һалып ебәр әле.
Һатыусының күҙҙәре шарҙай булып китте. Бер аҙ ҡарап торғас, ауыҙ осон йылмайтып:
– Айгөл Булатовна, әллә шаяр­таһығыҙмы? Ул бит килолап һатылмай. Штуклап һатыла. Йә коробкала. Унан, уны ашамайҙар, ә эсәләр.
– Эсәләр икән, өс литрлыҡ банка менән бирегеҙ һуң.
Һатыусы бөтөнләй ағарынып китте:
– Айгөл Булатовна, был һеҙме ул? Әллә ауырып киттегеҙме? Әллә мине юрый бутайһығыҙмы?
Ул арала магазиндың төпкө бүлмәһенә инеп китеп, ҡыҙыл ҡапҡаслы бер һауыт килтереп сы­ғар­ҙы ла Айгөлгә тот­торҙо.
– Бына ошо була ул “Красная шапочка”, ҡап­ҡасының төҫөнә ҡарап шулай әйтәләр, икенсе төрлө “фанфурик” тиҙәр. Быны бит урам араһында араҡыға тултыра алмай йонсоп йөрөгән эскеселәр ала. Ни бары утыҙ һум....
Айгөлдөң йөҙө ҡыҙыл сөгөлдөр­ҙәй булып ҡы­ҙар­ҙы, ҡулындағы файлын кеҫәһенә тыҡты ла;
– Фаягөл, – тип һатыу­сыға өн­дәште, – сер һаҡлай беләһеңдер. Бер кемгә лә һөйләмә, йәме. “Фанфурик” тигән нәмә хаҡында, биш йыл институтта уҡып, уны ҡыҙыл дипломға бөтһәм дә, ишеткәнем булманы. Мә, һал бер штугыңды. Тик бына Азатҡа ул нимәгә кәрәк булды икән, аптырайым.
Тик сер һаҡлай белмәне Фаягөл. Айгөл Булатовна сығып китеү менән ул тешһеҙ ауыҙын шар асып көлдө генә. Унан һәр ингән кешегә һөйләргә тотондо.

Рүзидә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Белорет районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)