RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.08.2016)

10.08.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.08.2016)

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.08.2016)
Шиғыр яҙыу менән генә шағир булып булмай. Шағир тик үҙенең шиғыр тип аталырлыҡ нәмәһе менән генә шағир булырға мөмкин.
(“Көндәлек яҙмалар”. 2. XII. 1947).

* * *
Шиғырҙары тыуған
бөтә ер ҙә
Тыуған ере була шағырҙың.
(“Шағир дәүләте”).

* * *
Шиғырым, һин әрем тәме
әйткән,
Көйөп бешкән арыш икмәге.
(“Шиғырым, һин әрем тәме әйткән...”).

* * *
Ысын йәшәү өсөн йөрәгең менән янырға, ҡаның менән ҡайнарға кәрәк. Йәшәү бер ҡасан да көтөп тормай.

* * *
Ысын поэзия иҫкермәй.
(“Көндәлектәр”. 19. I. 1964).

* * *
Эй, гәзитем, ғазабым һин минең,
Ҡайҙан килеп һиңә эләктем:
Ярты ғүмер һиндә үтеп бара,
Һураһың да, ай-һай, електе!
(“Юлдар”).

* * *
Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..
(“Шағир”).

* * *
Эй, тәбиғәт, бармы һиндәгеләй
Шундай оло сәнғәт донъяла?
Ҡосағыңа алһаң, беҙ әле лә
Һинең алда – сабый бер бала.
(“Урал урманы”).

* * *
Эйе, күҙҙәреңә ҡан-йәш һаумай,
Ҡан-йәш йотмай дан да
килмәйҙер.
Тик дан үҙе ҡанға һис һыуһамай,
Ҡан ҡойоуҙы дан ул һөймәйҙер...
(“Ҡолаҡ остарыңдан сай
һыҙғырып...”).

Элек ҡыҙҙарҙы урлаған
Бөркөт кеүек егеттәр.
Хәҙер инде ул егеттәр
Ҡаҙ урлаған кеүектәр.
(“Ҡыҙ урлау”).

* * *
Эш! Донъяла күңелгә ошонан да нығыраҡ тыныслыҡ, ҡәнәғәтләнеү бирә торған башҡа бер нәмә лә юҡ! Тик хеҙмәт, эш кенә кешенең йәшәү маҡсатына ирешеү ҡоралы. Ә көрәш­һеҙ йәшәүҙән тормоштоң ни ҡыҙығы бар?
(“Дон далаларында”. 26. IX. 1948).

* * *
Эш туҡмағы аш инде. Аш булһа эшләп була.
(“Көндәлектәр”. 30. VIII. 1961).

* * *
Эш эшләйек артыҡ һүҙ
ҡуйыртмай,
Беҙҙән дә бер ҡалһын ир һүҙе.
Ә ҡалғанын халыҡ хөкөм итһен,
Хөкөм итһен заман, ер үҙе...










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)