RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Шағирлыҡ ул – ялҡын аша атлау”

27.05.2016 “Шағирлыҡ ул – ялҡын аша атлау”

“Шағирлыҡ  ул – ялҡын аша атлау” * * *
Баҡсалағы гөлдәр
Ҡурылдылар елдән.
Буш ҡалдылар моңһоу яландар.
Татлы һутын йыя,
Ҡыш етеүен тоя
Һин ултыртып киткән баландар.

Өмөттәрҙе өҙмәй,
Күҙҙәрем юл күҙләй,
Көтәм әле, көтәм кис, иртә.
Һөйөү – ғазап бит ул,
Һөйөү – яза бит ул,
Йәнгенәңде һығып илертһә.

Ватылмаһын өмөт,
Һыҙланмаһын күңел,
Яңғыҙлыҡтан мине кем әйҙәр?
Яҙмыштарҙы уйып,
Балан ҡағы ҡойҙом –
Һағыш әселәрен кем тәмләр?

* * *
Ҡара шәлле офоҡтарға баҡтым,
Күҙен йомдо йондоҙ йәшкәҙәп.
Таң һарыһы төштө үләндәргә,
Көмөш ысыҡ янды иртәлә.

Һүҙһеҙ генә уҙҙы баш осомдан
Аҡ болоттар, ялын тағатып.
Зәңгәр һуҡмаҡтарҙа моң уянды,
Күтәрелде томан ҡанаты.

Баҫыуҙарҙа алтын тулҡын
уйнай,
Ҡомас төҫөн алған ергенәм.
Бар тәбиғәт йөклө орлоҡ
төйнәй,
Бәрәкәтле булһын түлгенәң.

Был донъяға илаһи наҙ өҫтәп,
Шиғри селтәр килде ябаһым.
Һемереп эскәс ҡара тупраҡтың
Арыш еҫкәп һоҫҡан һауаһын.

Алыҫ ҡалған

Бесәндәре үҫкән, буйы иңгә
еткән,
Ҡалынайған күрән төптәре.
Ҡырын ятып атай салғы йөҙө
тапай,
Осҡон сәсә түшлек өҫтәре.

Таң ысығы менән сапҡан
бесәндәре
Еңел ята ине бакуйға.
Ҡырын ятып ҡына салғы йөҙө
тапар
Атаҡайым хәҙер тик уйҙа.

Тән арыуын тыйып айран эсеп,
Йәшәүҙәрем булған тик
бер саҡ.
Ҡайтарырға ине үткән
ғүмерҙәрҙе,
Алыҫ ҡалған инде әлмисаҡ.

* * *
Шағирлыҡ ул – ялҡын аша
атлау,
Дөрөҫлөктө генә яратыу.
Дошманыңдың ҡарашынан
Күңелеңде телеп, ҡанатыу.

Шағирҙарҙың һүҙе алдан
йөрөй,
Башҡасараҡ тибә йөрәге.
Һөйә икән, йәнен биреп һөйә,
Матурыраҡ әйтер теләге.

Шағир булыу – үҙ-үҙеңде үртәү
Хаҡһыҙлыҡтар сәнскән ҡаяуҙан.
Тик юғары һаман шағир күңеле
Нахаҡ һүҙҙән, бармаҡ янауҙан.

Хозурлыҡты ғына яҙһа ла ул,
Халҡым, тиеп йөрәге ярыла.
Шағир йыры мәңге йәшәһә лә,
Үлгәс кенә үҙе таныла.

Нәзирә ИШҠОЛОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)