RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте

20.05.2016 Стриптиз!

Стриптиз!(Юмореска)
Рәхилә бөгөн эшенән ҡәнәғәт бу­лып, шатланып ҡайтты. Бәй, шатланмаҫлыҡмы ни? Аҡса, йәғни эш хаҡы бит ул. Кварталға бер түләнә торған премияны ла тулыһынса түләгәндәр. Ул ҡайтып ет­кәнсе әллә нимәләр алырға хыялланды. Иртәгә ял, ба­ҙар­ға сығып, йәне теләгән әйбер һатып алыр. Ҡайтып етте, тик ишеге һаман асылмай, әллә йоҙаҡ тутыҡҡан. Ул сумкаһын перилаға элде лә, бер ҡулы менән этеп, икенсеһе менән асҡысты бороп, оҙаҡ ҡына этләнде. Асы­уынан шундай саҡта әйтә торған һүҙҙәрҙе лә ысҡындырҙы, әлдә бер кем дә ишетмәне. Тырыша торғас, ишеге асылып китте. Былай ҙа көн эҫе, йоҙаҡ менән булышып, нервыһын туҙҙырып, манма тиргә батты, күлдәге тәненә йәбеште. Ул ванна бүлмәһенә инеп, күлдәген һалды ла, бер ыңғай ҡойоноп сығырға уйланы. Сисенеп бөтөп йыуына ғына башлағайны, башына “келт” итеп сумкаһының подъезд перилаһында эленеп ҡа­лы­уы иҫенә төштө. Рәхиләнең ҡото ос­то. Ул һөртөнөп тә тормайынса ванна бүлмәһенән атылып сыҡты ла, ишекте асып, подъезға күҙ һалды. “Аллаға шөкөр! Сумка урынында тора, аҡса­һы юғалманымы икән?” – тип, тиҙерәк уны алырға үрелде. Тик ишектән ҡулын ысҡындырмайынса буйы етмәй. Кеше-ҡара күренмәгәс, ишеккә бер аяғын ҡыҫтырып, ике ҡуллап сумкаға үрелде. Уныһын алам ғына тигәйне, аяғы ысҡынып, ишеге ябылып китте.
“Их!” – тип ҡалды Рәхилә, йоҙағы бит английский. Эшкә ҡабаланғанда ишекте ябып ҡына сығып китергә йәпле булһын тип ҡуйҙыр­ғайны бит ул был ҡәһәр һуҡҡан йоҙаҡты. Бына, ишек төбөндә сумкаһын ҡосаҡлап, инәнән тыума шәп-шәрә тороп ҡалды, хатта аяғына тапочка ла кеймәгән бит. Ул, әлеге хәленән шаңҡып, нимә уйларға ла белмәне. Ояты ни тора! Бынан һуң күршеләренең күҙенә нисек күренер? Быға тиклем тубығынан ҡыҫҡа итәк кейгәне, иҙеүен асып йөрөгәне лә булманы. Ире лә рөхсәт итмәне, үҙе лә ынтылып барманы. Ҡайһы бер үткер телдәр: “Пәрәнжә генә кейәһең ҡалды!” – тип үртәп тә ала ине.
Ул ошо хәлендә күпме баҫып торор ине икән, аҫҡы ҡатта аяҡ тауыштары ишетелде. Ҡото осоп, өҫкө ҡатҡа менеп китте лә, күҙәтә башланы. Күршеләре Фә­һим ҡайтҡан икән, ишеген асып тора. Бына уның ишеген асыуы булды, Рәхилә уҡ ке­үек атылып, унан алда улар­ҙың фатирына инеп китте лә, ваннаға инеп бикләнде. Фәһим: “Ғүмерҙә булмағанды, күҙемә күрендеме икән?” – тип, нимә уйларға ла белмәйенсә баҫҡан урынынан ҡуҙғалыр­ға ла ҡурҡып, ауыҙын асып шаҡ ҡатып ҡалды. Хатта ишеген ябырға ла онотто. Бер аҙҙан иҫенә килеп, ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны. Ишек эстән бикле, күрәһең, күҙенә күренмәгән. Тик был инәнән тыума яланғас бисә ҡайҙан килеп сыҡты икән? Айҙан төшмәгәндер бит? Хәҙер ҡатыны ҡайтһа, нимә тип әйтер? Фәһим тағы ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны ла, шаҡылдатырға тотондо. Эстән бер тауыш та сыҡманы.
Был ваҡытта Рәхилә ҡото осоп ултыра ине. Ҡараңғы. Кешенең ванна бүлмәһендә яп-яланғас ултыра. Һәр­мәнеп, халат кеүек әйбер табып кейҙе. Өҫтөнә кейгәс, тыныслана төштө, тик ул ишекте асырға ҡурҡты. Был ирҙең уйында нимә барын ҡайҙан беләһең, яланғас булғас, шундай еңел аҡыллы ҡатын, тип уйлайҙыр. Рә­хиләне был хәлдә күрмәгәс, танырға ла өлгөрмәгән, күрәһең. Таныһа, исеме менән өндәшер ине.
Рәхилә, нимә эшләргә тип, аптырап торғанда Фәһимдең ҡатыны Йәмилә ҡайтып инде. Ирен сәйер хәлдә күреп, аптырап ҡалды. Фә­һим юғалып ҡалған, ғәйепле бала кеүек, нимә эшләргә белмәй, бер тегеләй, бер былай йөрөнә, ванна бүлмәһен шаҡылдата. Ҡаты­нының һорауына:
– Ишекте асып торғанда бер яланғас ҡатын килеп инде лә ваннаға бикләнде, – тине. Йәмилә, әлбиттә, ышанманы. Ванна бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны. Бикле.
– Әһә! Тоттом! – тип уйланы ул, ауҙарырлыҡ итеп иренә ҡарап. Йәмилә, ван­на бүлмәһенең ишеген туҡылдатып, ҡыс­ҡырынырға кереште. Хатта милиция менән янаны. Бүлмәнән Йәмиләнең халатын кейгән ҡатын килеп сыҡҡас, йығылып китә яҙҙы. Рәхиләне танып алғас, шаҡ ҡатты. Ике ҡулын бөйөрөнә таянып, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтте. Ир, меҫкен, уның ҡарашынан тағы ла нығыраҡ ҡаушаны, кесерәйеп ҡалды, төрлөсә аҡланырға тырышты.
– Дон Жуан! Бына, алыҫ та йөрөмәйһең икән?! Ҡай­һылай йәпле! Ҡатының эштә саҡта ла тиҙ генә саҡыртып ала алаһың. Тик бөгөн иртәрәк ҡайттым шул, ҡамасауланым! – тип, иренең тетмәһен тетте генә. Ҡулына таяҡ алып һуғырға ла иткәйне, Рәхиләнең ҡыҙғаныс йөҙөн күреп, туҡтап ҡалды. Рәхилә менән Фәһимде тыңларға ла теләмәне, күңелен көнсөллөк уты кимерҙе уның. Үҙен кәмһетелгән ҡатын итеп тойоп күҙҙәренән йәше лә атылып килеп сыҡты. Рәхилә эштең асылы ниҙә икәнен һөйләп биргәс тә, Йәмиләнең ярһыуы баҫылманы:
– Оҙаҡ уйланыңмы был уйҙырмаңды?! Халатымды сис тә, күҙемдән юғал! – тип екерҙе.
Рәхилә асҡысы өйөндә бикләнеп ҡалыуын, ишеген, ысынлап та, аса алмауын ҡабат-ҡабат әйткәс, ҡатын тынысланғандай булды. Фәһимдән ишегенең йоҙағын ватып булһа ла асып биреүен үтенде.
Был ваҡиғанан һуң Йәмилә оҙаҡ ҡына тыныслана алмай, ирен Рәхиләнән көнләп, хатта айырылырға ла уйлап йөрөнө. Ә Рәхилә английский йоҙағын алмаштырҙы. Иртән ишекте бикләү әллә ни ваҡыт алмай.

Рәйлә НАҙАРҒОЛОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)