RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Буласаҡ табиптар әҙәби клубҡа берләште

17.05.2016 Буласаҡ табиптар әҙәби клубҡа берләште

Буласаҡ табиптар әҙәби  клубҡа берләштеТабип булыу – Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән оло һәләт, талант һәм бурыс. Үҙҙәренең һөнәре менән генә түгел, йылы һүҙе, мөләйем ҡарашы, өмөтләндергес йылмайыуы менән дә кешеләргә һаулыҡ биреүсе ғәзиз йән эйәләре үҙҙәренең тормошон изгелеккә, яҡтылыҡҡа арнай. Ижад кешеләренең: яҙыу­сы-шағирҙар, йырсы-бейеүселәрҙең дә тормошо шулай кешеләрҙең тәнен түгел, йәнен дауалауға арнал­ған, тиҙәр. Ә табиптар араһында бер үк ваҡытта үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, шулай уҡ моңло тауышы йәки шиғри күңеле менән дә хайран ҡалдырғандар байтаҡ.

Башҡорт эстрадаһында үҙ урынын тапҡан Гүзәл Диникеева, Рөс­тәм Ҡотошов, Физалия Вәлиева, Дилбәр Ғәлиәкбәрова, билдәле әҙәбиәт әһелдәре Дилә Булгакова, Флария Тереғолова, Мәжит Нартайлаков, Эрнст Мулда­шевтарҙың исемен атау ҙа етә. Күңел йылыһы, булмыштарынан ярҙамсыллыҡ, кешеләргә ҡарата иғтибар һәм ихтирам тойғолары урғылған был табиптарға талант та йәлләмәй бирелгән. Һәм улар ошо таланттарын түкмәй-сәсмәй халыҡ­ҡа еткерә.
Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты студенттары араһыда башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яратыусылар бихисап. Уҡыу йортонда ойошторол­ған барлыҡ сарала, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан йәштәр бынан бер нисә йыл элек үк берегеп, әҙә­би клуб асырға хыялланған була. Әммә йыйылыр зал, туплаусы, әйҙәүсе етәксе булмау сәбәпле, был эш ошо йылға тиклем кисектерелеп килгән. Күптән түгел “Ҡәләм менән тәре дуҫлығы” атамаһы аҫтында (был осраҡта тәре дини түгел, ә медицина термины булараҡ ҡулланыла) әҙәби клуб үҙ эшен башлап ебәрҙе һәм дауалау факультетының әҙәбиәтте яратҡан студенттарын берләштерҙе. Уҡыу йортоноң ғилми китапханаһы директоры Наталья Кобзеваның, үҙе лә әҙәбиәт һөйөүсе булараҡ, клуб ағзаларына теләгән ваҡытта йыйылыр өсөн уҡыу залы, әҙәби-методик ҡулланмалар, әҙәби-музыкаль ки­сәләр, видеокүргәҙмәләр ойоштороу өсөн махсус ҡорамалдар менән даими ярҙам күрһәтеүе, дауалау факультеты деканы Ирина Рәх­мәтул­­линаның ойоштороу эше менән ҡыҙыҡһынып, талантлы студенттарҙы асыҡлап, уларға дөрөҫ йүнәлеш бирә белеүе клуб эшен тиҙ арала яйға һалыуға булышлыҡ иткән. Әҙәби клубтың осрашыуҙарына иң әүҙем, иң талантлылар йыйылһа, интернет селтәрендә асылған төркөм йөҙҙән ашыу студентты берләштерә. Улар араһында башҡорттар ғына түгел, татар, рус, сыуаш, мари милләтлеләр ҙә бар. Сәсәндәргә тиңдәш ижадсылар ҙа, артистарҙан ҡалышмаған тасуири һөйләү оҫталары ла, үҙҙәрен тәржемә өлкәһендә һынаусылар ҙа байтаҡ.
Әҙәбиәт һөйөүселәрҙең сираттағы осрашыуында шәхсән үҙемә лә булырға тура килде. Уҡыу программаһының тығыҙ һәм әҙәбиәттән алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, клуб эшенә, әҙәби китапҡа мөкиббән китеүсе йәштәр өсөн һөйөнөп бөтә алманым. Кешенең тән төҙөлөшөн, һаулығын, дауалау ысулдарын һүрәтләгән теүәл фәндәр табиптар­ға уй-кисерештәрҙе, хистәр алышын, күңел торошон тулыһынса бәйән итә алмай. Ә бит дауалау процесында улар ҙа мөһим роль уйнай. Әҙәби әҫәрҙәр аша һөйөү ҡөҙрәтен, яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшен, күңел ғазаптарына бер йылы һүҙҙең нисек тәьҫир итеүен аңлай алған буласаҡ табиптар киләсәктә, һис шикһеҙ, үҙ эшенең оҫтаһы буласаҡ.
Осрашыу әҙәби клубты ойош­тороу­сы Регина Мөхәмәтйәнованың башҡарыуында бөйөк Аҡмулла­быҙҙың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғыры менән башланып китте. Гүзәл Хаҡова “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләһә, Юлиә Соболева үҙе ижад иткән шиғырҙы уҡыны. Шулай уҡ кисәлә Альбина Ғәйнуллина, Рәмилә Вахитова, Гөлназ Хәбибуллина, Нәркәс Тат­лыбаева, Айгөл Низамова, Гөллирә Әҙһәмова, Айгөл Сәфәрғәлина башҡорт шағирҙары Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Рәми Ғарипов, Шәйехзада Бабич, Сафуан Әли­баев, Әнғәм Атнабаевтарҙың шиғырҙарын яттан һөйләне. Бүздәк һылыуы Гөлназ Ғәзизова үҙенең моңло тауышы менән дә һөйөндөрҙө. Ул табип һөнәрен һайлаһа ла, сәнғәт училищеһында вокал дәрестәрен ала. Тимәк, киләсәктә башҡорт эстрадаһында тағы ла яңы “йондоҙ” балҡыясаҡ.
“Ҡәләм менән тәре дуҫлығы” – киләсәккә ҙур пландар менән йәшәүсе клуб. Йәштәрҙең һорауҙары һәм тәҡдимдәре икһеҙ-сикһеҙ: башҡорт әҙәбиәтендә әүҙем эшләүсе йәш ижадсылар менән танышыу, киң аудитория өсөн сәләмәтлеккә ҡағылышлы ғилми-популяр мәҡәләләр яҙырға өйрәнеү, матбуғат һәм нәшриәт йорттарына экскурсиялар ойоштороу, республика Милли йәштәр театры сәхнәһендә барған “Студенттар” спектаклен (комедияла ваҡиғалар медицина университетының дөйөм ятағында барыуын иҫәпкә алһаҡ, уның тиккә генә һайланмауын аңларға була) ҡарау, тәржемә өлкәһендә эшләүсе шәхестәр менән осрашыу... Хатта “Минең Рәми”, “Халыҡ шағиры Бикбай” видеоконкурстары еңеүсеһе Алина Ғәлиеванан оҫталыҡ дәрестәре алыр­ға теләүселәр ҙә байтаҡ. Тимәк, әҙәби берекмә буш урында барлыҡҡа килмәгән, башҡорт әҙәбиәтенә, һүҙ сәнғәтенә ихтыяж ҙур, уны өйрәнергә теләк бар. Сығыш яһарға, һүҙ һөйләргә оялып, баҫалҡы ғына ултырған тамашасыларҙың да сығыштарҙы көслө алҡыштарға күмеүен күреп, уларҙың да күңелендә әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уты яныуын аңларға була. Һәр кем артист була алмаған кеүек, һәр китап уҡыу­сы ла сәсән була алмай. Әммә улар шул сәсәндәрҙең ҡәҙерен белеүе менән ҡиммәтле.
Осрашыу аҙағында Мостай Кәримдең шиғырҙарын артистарҙан һис ҡалышмай һөйләүсе Ғәлим Ҡәҙербаев иғтибарымды йәлеп иткәйне. Ул яҡташым булыуы менән бер ҡыуандырһа, стоматология факультетынан булыуы менән дә айырылып торҙо. “Йүкә телефон” аша ғына әҙәби клуб хаҡында хәбәр­ҙар булған егет дуҫтары аша осрашыу көнөн дә асыҡлаған, хатта шиғри күстәнәс тә әҙерләп өлгөргән. Ул үҙ сығышында курсташтары араһында ла башҡорт әҙәбиәтенә битараф булмаған егет-ҡыҙҙарҙың барлығын һөйләп, клуб эшен дауалау факультетында ғына түгел, ә бөтә медицина университетына киң йәйелдерергә тәҡдим итте. Афарин!
Киләсәктә табип-ижадсылар са­фы тағы ла артыр, тулыланыр әле. Сөнки уларҙың күңеленә емеш бирер ижади орлоҡтар һибеүсе үҙ әҙәби клубтары бар.

Гөлнур Ҡыуатова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)