RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Уң яҡҡамы, һул яҡҡамы?

13.04.2016 Уң яҡҡамы, һул яҡҡамы?

Уң яҡҡамы, һул яҡҡамы? Юл йөрөгәндә, ниндәй генә кешеләр менән осрашмайһың да, ниндәй генә яҙмыштар тураһында ишетмәйһең. Был юлы ла, ауыл осондағы туҡталышҡа сығып, күп тә торманым, ауыл яғынан килгән бер еңел машина килеп туҡтап, ултыртып алды. Руль артында – мөләйем генә, аҡыллы ҡарашлы, асыҡ йөҙлө йәш егет. Инеп ултырғас та, итәғәтле генә иҫәнләште лә, ҡайҙа барырымды, ҡайҙан икәнлегемде һораны һәм үҙенең күрәҙәсегә кисә төнгө 3-тә үк килеп сират алыуын, ә уның төштән һуң ғына ҡараясағын, шуға тиклем ҡаланан бер дуҫын барып аласағын әйтте лә: “Апай, һеҙ үҙегеҙ уға бараһығыҙмы? Дөрөҫ әйтәме?” – тип ҡыҙыҡһынды. Иптәш ҡыҙым Маһиҙәр әйтмәксе, һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, ҡайҙа ла шул бит инде: үҙенекеләргә ауылдаштары бигүк йөрөй, ышана һалып бармай. Ә бына сит-ят әҙәмдәрҙең көн тимәй, төн тимәй өҙлөкһөҙ ағылыуын, килгән машиналарҙың күплеген, күрәҙәсенең һәр әйткән һүҙен дөрөҫкә алып, ышанып ҡабул иткәндәрен инҡар итеп булмай. Егеткә шуны тәҡрарланым да: “Килеүен-килгәс, ышанып инергә кәрәк инде. Күрәҙәсенең әйткәндәренең барыһы ла тап килмәҫкә лә мөмкин, ләкин унан сыҡҡас, күңелеңә еңел, рәхәт булып ҡалыр”, – тинем. Берәй әйбер юғалғанда, табырыма әллә ни ышанмаһам да, аптырағандан күрәҙәсегә үҙемдең дә 1 – 2 тапҡыр барғанымды өҫтәп әйттем. Алыҫ араны яҡын итеп, һуңғы һаламға тотонғандай, ҙур өмөттәр бағлап, инде икенсе тапҡыр ышанып килгән егеттең күңелен ҡыйырға баҙнат итмәнем. Әллә әйткәндәрем сәпкә тура тейҙе, әллә һөйләшеүгә, кәңәшләшеүгә шул тиклем зар-интизар инеме был 26 йәшлек егет, артыҡ һорашмаһам да, күптәнге танышылай күреп, район үҙәгенә барып еткәнсе, сәғәттән ашыу, үҙе, ғаилә хәле тураһында туҡтауһыҙ һөйләне лә һөйләне...
Автовокзалға алып барып төшөргәс тә, яманһыу булып китте, бер килке уйланып, бер урында баҫып торҙом. Әле һаман да егеттең артабанғы яҙмышын уйлайым: күрәҙәсе нимә тип әйтте, ни булды, нимә үҙгәрҙе, ғаилә хәле ипкә һалындымы икән, тигән һанһыҙ һорауҙар тынғы бирмәй, күңелде өйкәп тора.
Исемен Данил тип алайыҡ. Минең тыуған ауылымдан алыҫ түгел күрше район ауылынан да булғас, шул бер сәғәт эсендә баштан-аяҡ бөтөн тормош юлын тәфсирләп, йәшермәй генә һөйләп биргән, кейәүем менән бер тиҫтер булған Данил үҙ туғаным кеүек яҡын булып китте, үҙен йәлләнем дә. Ауылында урта белем алғас та армия сафына алына һәм артабанғы ғүмерен хәрби тормошҡа арнай. Туғыҙ йыл эсендә ниндәй генә ерҙә булмай: күрше өлкәләрҙә лә, Тоцк, Кавказда ла, ҡан ҡойошло Украинала ла, Цхинвалда ла. Һаман да шулай дауам итер ине лә, тик ғаиләһен уйлап, контрактын өҙөргә мәжбүр була. Ҡарап тороуға шап-шаҡтай күренгән егет ике тапҡыр ҡаты яралана. Һаулығын юғалтҡан мәғәнәһеҙ һуғыштың ҡорбаны хөкүмәттән ай һайын 10 мең һум күләмендә инвалидлыҡ пенсияһы ала. Яҡшы нәмә түгел инде был!
“Айырым частарҙы иҫәпкә алмаһаң, контракт менән хеҙмәт итеүселәргә яҡшы түләнә тигән хәбәр, апай, буш һүҙ ул. Эш хаҡыбыҙ 16 – 20 мең һумдан артманы. Командировкаларҙан ҡайтышманыҡ. Танышып, дүрт йыл йөрөгән ҡыҙым менән 2013 йылда өйләнештек. Сираттағы командировканан бер ҡайтыуымда ҡатыным ауырлы ине, икенсе ҡайтыуыма ҡыҙым ултыра башлаған, ә өсөнсө ҡайтыуыма йүгереп йөрөй. Шулай айҙар буйы ғаиләм менән күрешә алмайбыҙ. Бала тәрбиәләү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡатыным да, йыш зарланып, мыжый башлағас, ара ныҡ һыуынып китер тип, быйыл йәй хәрби хеҙмәтте ҡалдырырға мәжбүр булдым. Кәләшем күрше райондан, һөнәре буйынса стоматолог. Декрет ялынан һуң яңыраҡ көньяҡ район үҙәгенең дауаханаһына эшкә урынлашты. Ваҡытлыса, ғинуарғаса тип, уға эш урынынан йәшәргә торлаҡ та бирҙеләр, әле лә шунда йәшәйбеҙ...”
Әңгәмәсемдең һөйләгәндәрен тыңлап ултырһаң, барыһы ла үҙ яйына, һәүетемсә генә барған кеүек. Бүлдермәй генә тыңлайым, ә башта: “Күрәҙәсегә нимә килтерҙе икән уны? Тиген түгел, тимәк!” – тигән уй ярала, тиҙерәк шул серҙе сиске килә.
2009 йылда егет сираттағы ялына ҡайтып барғанында юлда бер ирҙе ултыртып ала. Себерҙә эшләп ҡайтып килеүсе ирҙең көс еткеһеҙ ауыр сумкалары булғанға күрә арыу ғаиләнән сыҡҡан был изге күңелле егет юлдашын ярты юлда ҡалдырып китмәй, өйөнә ҡәҙәр илтеп ҡуя. Күңеле булған рәхмәтле ир йәйге оҙон юлда сарсап килгән егетте ҡыҫтап, сәй эсергә күндерә. Кем уйлаһын инде: юлаусы егеттең тап ошо өйҙә үҙенең яҙмышын осратырын?! Хужаның ҡыҙының, медицина университетының тәүге курсын тамамлап, каникулға ҡайтҡан сағы була. Юҡ, шунда уҡ яралмай әле мөхәббәт! “Тәүҙә ҡыҙға иғтибар ҙа итмәнем, үтеп-һүтеп йөрөгәнен генә күрҙем, һөйләшмәнек тә. Ә икенсе юлы, тағы ҡайтышлай: “Бында минең дуҫым йәшәй бит әле!” – тип, атаһын күреп сығайым тип, боролоп индем. Шунда ғына әҙ-мәҙ һөйләшеп, танышып киттек, аҙаҡ телефон аша аралаштыҡ, һирәк-һаяҡ күрешеп торҙоҡ. Дүрт йыл дуҫлашҡандан һуң ғаилә ҡорҙоҡ. Һуңғы ваҡытта арабыҙға ике ҡәйнәм (ҡәйнәһе һәм ҡәйнәһенең әсәһе – авт.) ҡыҫыла башланы, кәләшемде миңә ҡаршы ҡуялар. Тәүҙәрәк ҡайным мине аңлай ине лә, хәҙер ул да ҡәйнәмдең йырын йырлай башланы. Тәмәке тартыуымды ла яратмайҙар, һөйләнәләр”.
– Әллә эсергә яратаһыңмы? – тип туранан-тура һорайым. Ярты юлда ҡул күтәреп торған бер апайҙы ултыртып алғас, һүҙ тағы ялғана.
– Артыҡ эсмәй торғайным. Кәләшем дә, ҡайны-ҡәйнәм дә бер тапҡыр ҙа эскәнемде күргәне юҡ ине. Йәйгеһен ике туған ҡәйнештәрем менән йылға буйында эсеп ташлағанмын. Бер туған ҡәйнешемде эҙләтергә лә сығарғандар, таба алмай ҡайтҡас, уға эләккән. Аҙаҡ үпкәләп тә йөрөнө. Ҡәйнәләр хатта мине унан туҡматырға ла һөсләткән икән. Шунда иҫергәнемде күреп, шаҡ ҡаттылар. Ҡәйнәм йәш ул, уҡытыусы булып эшләй. Зитҡа тейерлек итеп әрләгәс, эскән баштан ҡаршы һүҙ әйтештергәйнем, оҡшаманы.
– Ҡуй, ирешмә, әрләһә лә, өндәшмә! Ана, мин ҡайһы саҡ кейәүемде ныҡ итеп әрләһәм дә, бер ҙә ҡаршы телләшмәй, өндәшмәй тик ултыра, уның ана шул холҡон яратам, – тиеүемә, артта беҙҙең һөйләшкәнде тыңлап тик кенә ултырған апай ҙа: “Дөрөҫ, дөрөҫ, ни тиклем ҡыйын булһа ла, тешеңде ҡыҫып, өндәшмә! Һүҙҙән һүҙ сыға, һүҙ китә, ҙурға әйләнә. Минең ике улым бар. Береһе балалы мәрйәне алды, эстән ризалашмаһам да, белдермәнем, өндәшмәнем. Матур йәшәйҙәр. Улым ҡәҙерле, ҡәйнәһен дә тыңлай. Ҡунаҡта артыҡ эсә башлаһа, ҡоҙағый улыма исемен әйтеп өндәшә лә: “Хыр!” – тип өҫтәп ҡуя. “Уныһы нимә була тағы?” – тип улымдан һораһам, “Хватит!” була” – ти. Ҡәйнәһен тыңлай, артығын эсмәй. Беҙгә килгән һайын эйәрсен ҡыҙы ла, бабушканың бишбармағын ашайым, тип ҡалмай килә. Үҙемдең ейәнсәрем кеүек күрәм хәҙер ул ҡыҙҙы. Ә икенсе улымдың кәләшенең ата-әсәһе юҡ, киленде апаһы ҡарап үҫтергән. Шул ҡайынбикәһе, ул да уҡытыусы, барған һайын юҡтан йөй табып, улымды буштан-бушҡа әрләй. Уны ла өйрәтеп алдым. Нимә тиһә лә, өндәшмә, иғтибар ҙа итмә, ҡайынбикә лә ҡайынбикә, тиң дә тор, тип. Хәҙер, ана, һин дә мин, иреш-талаш та юҡ, шулайтып улымды өйрәттем. Һеҙ ҙә икәү үҙ-ара ныҡ дуҫ булығыҙ, улым! Татыу булһағыҙ, бер нәмә лә еңә алмай”.
Һөйләшә килә, апайҙың да егет менән бер райондан, беҙгә терәлеп ятҡан күрше Юлдыбайҙан, беҙҙең ауылдағы бер ҡоҙаның тәүге ейәнсәре лә икәнлеге асыҡланды. Хәҙер инде өс яҡташтың һүҙҙәре тамам беректе.
“Мәктәпте тамамлау менән армияға алын­ғас, артабан уҡып та булманы. Ҡайҙа эшкә төшәм тиһәм дә, юғары белем һорай­ҙар. Тракторсы, экскаваторсы, машинист кеүек таныҡлығым бар ҙа ул, эш тәжрибәһе булыу шарт. Бер һүҙһеҙ һаҡсы булып урынлаша алам да ул, ләкин көнө буйы тик кенә ултырыу оҡшамай, миңә унда-бында йүгереп йөрөгәндәй эш кәрәк. Ҡайным үҙе менән Себер яҡтарына алып китергә уйлай ҙа ул”. Ошо урында эштең ниҙә икәнен һиҙә һалып ҡыялатмай ғына: “Мммм, һинең эшләмәй ятыуың да оҡшамай икән!” – тиеүем тап өҫтөнә баҫты. Илдәге көрсөк, эшһеҙлектең тормош юлын яңы башлап тороусы йәш ғаиләләргә бик ауырға төшкәнлеген һүҙһеҙ ҙә аңлайбыҙ. Егеттең күрмәгән-белмәгән ҡайны-ҡәйнәһен, өләсәһен тиктомалға ғәйепләмәйем. Һәр кем үҙ балаһының бәхетле, матур йәшәүен теләй, тик бына улар йәш ғаиләгә артыҡ ҡыҫылмай ғына, яҡшы кәңәштәрен биреп, үҙ аллы дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүҙәренә булышлыҡ итһәсе! Аңлауымса, егет боҙолмаған, ерле-юҡтан эсеп йөрөмәй, кәләшен, балаһын ярата, ҡул күтәрмәй, ғаиләһе өсөн борсола, ҡайғырта. Ысын күңелдән асылып, ихлас һөйләшә, тыңлай белә, кәңәш һорай. Әле уның иң ауыр мәле, һаҡһыҙ ҡағылып, аҙ ғына ғүмерендә һуғыш мәхшәрен дә үҙ башынан үткәрергә өлгөргән, күпте күргән-кисергән йәш ирҙең яҙмышын селпәрәмә килтереп ҡуйыуҙан һаҡланайыҡ. Ул һөйләй, ә мин әллә нимәләр уйлап, йөрәгем ауыртып китте. Матди яҡтан мохтаж түгел ул, эшен дә табыр, эшләр ҙә, ҡыйыҡлы ла булыр, хәҙерге көндә бөгөнгөһө ҡиммәт. Йөрәге яралы булған был егеттең кәләше, ҡайны-ҡәйнәһе яғынан уның хәленә инеп, аңларға тырышыуҙарына, тел ярҙамына мохтаж икәнлеген самаларға була. Хәҙерге йәштәр ҡыҫҡа уйлай: әрәм итеп ҡуймайыҡ егетте! Тел төбөнә ҡарағанда, кәләше ситкә китергә уйламай, бәлки, ата-әсәһенең һүҙенән сыға алмайҙыр? Ә бит ҡырға китергә мөмкинлек бар: егеттең бер туған һеңлеһе кейәүе менән, ике туған ағаһы Себер яҡтарында йәшәй, саҡыралар ҙа. Нишләп шундай яй килеп сыҡҡанда, ынтылып ҡарамаҫҡа? Ситтә йәштәрҙең аралары ла нығыныр, бер-береһенең ҡәҙерен дә белерҙәр ине. Бәлки, ошо яҙғандарымды уҡып, юлдашымдың ҡайны-ҡәйнәһе үҙҙәре тураһында һүҙ барғанлығын самалап, уйланыр, йәш ғаилә араһына төшмәйенсә, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итеп, үҙаллылыҡ бирер.
Юлдар айырылды... Күрәҙәсе егеткә ниндәй яҙмыш юрағандыр, ә күңелемдә һаман да тынғылыҡ юҡ: уңдымы ул, туңдымы?

Илүзә ӘФЛӘТУНОВА.

Баймаҡ районы,
Билал ауылы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)