RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА "Бәхет үрсей бары бәхеттә"

13.04.2016 Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА "Бәхет үрсей бары бәхеттә"

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА "Бәхет үрсей бары бәхеттә"Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның күңел ынйыларын тәҡдим итәбеҙ

Үрсем
Бәрҙе була бары таҙа һыуҙа.
Бәрҙеле һыу түгел әшәке.
Бәрҙеле бер йылға бар
Бөрйәндә,
Аталышы уның Бешәке.
Һыуҙы бешә гүйә балыҡтары,
Китә улар нурҙа уйнаҡлап.
Хәтеремдә, ошо Бешәкелә
Атай балыҡ тотто ҡармаҡлап.
Шешкә теҙеп алып ҡайта ине
Бешәкенән тәмле бәрҙене.
Таҙа һыуҙың таҙа балығы, тип
Һыйлай ине йыл да йәй көнө...
Ниндәй илдә ғүмер һөрәбеҙ беҙ?
Бәхет тә бит үрсей бәхеттә!
Үрсетәбеҙ ниҙе? Аңлайбыҙмы:
Шаҡшы үрсей шаҡшы мөхиттә.
Бысраҡ һыуҙа булмай таҙа
балыҡ.
Әшәкелә үрсей әшәке.
Ябай хәҡиҡәтте төшөндөрөп,
Күңелемдән аға Бешәке.

Көс
Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ
Ислам еҙнәм бар ине.
Эй яғымлы, эй мөләйем!
Һөйләр һүҙе бал ине.
Уның хаҡта гел һөйләне
Әсәй ҡарсыҡ, атай ҡарт,
Уның әрнеүле бәйәнен
Түкмәй-сәсмәй, ҡат-ҡат-ҡат...
Ислам еҙнә һөйләр булған
Ҡат-ҡат тик бер хәбәрен,
Нисек совет ғәскәренең
Золом ҡылған мәлдәрен.
Шул ваҡытты иҫләгәндә,
Уның төҫө боҙолған.
Көләс еҙнәмдең йөҙөнән
Йылмайыуы юйылған.
Мәжбүр иткәндәр уны ла
Ингуштарҙы һөрөргә,
Малдай тейәп вагондарға,
Оҙаттырғандар гүргә.
Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ
Булған ингуш ҡатыны.
Еҙнәм ҡарашын йәшергән,
Матурлыҡтан тартынып.
Ҡатын әйткән, тартынма, тип,
Шарап менән һыйлаған.
Еҙнәм уның был һыйынан
Баш тартырға ҡыймаған.
Мин ҡурҡмайым бер кемдән дә,
Тигән ингуш ҡатыны.
Ҡурҡамын тик бер Хоҙайҙан,
Мин тик уның яҡыны!
Яуыз хаким – хаким түгел,
Ҡурҡмайым мин һөлдәнән,
Бер Раббымдан ҡурҡҡан өсөн,
Ҡурҡмайым мин бәндәнән!
Әҙәм затынан ҡурҡҡандар
Ҡурҡмаҫ һис тә Илаһтан!..
Тыныс киткән был сибәркәй,
Еҙнәмде бик илатҡан.
Иҫләгәндә был бәйәнде,
Түгелеп мин илайым.
Шул ҡатындай, нисек, нисек
Мин дә көслө булайым?

Башҡорт моңо
Алыҫ-алыҫ сикһеҙ офоҡтарҙан,
Һауаларға ашҡан тауҙарҙан –
Ҡайҙан килә был моң? Ерҙән?
Күктән?
Ағыла ул беҙгә ҡайҙарҙан?
Ҡайҙан килә был моң?
Халҡым моңо?
Кешенәнме? Әллә Илаһтан?
Яҙмыштармы беҙҙе
тетрәндергән?
Тарихтармы беҙҙе илатҡан?
Ниҙән килә был моң? Ниңә килә?
Ағымының уның сиге юҡ.
Ҡайнап-ҡайнап, урғылып та аға,
Донъя даръяһының төбө юҡ.
Таш шикелле булған бәғерҙе лә
Йомшаҡ итә был моң ебәктән.
Серҙәренә уның төшөнмәмен,
Һорау алмайынса йөрәктән.

Бөтмәгәнбеҙ
Бер ҡайҙан да килмәгәнбеҙ,
Бер ҡайҙа ла китмәгәнбеҙ,
Яралғанбыҙ ошо ерҙә,
Һаман барбыҙ – бөтмәгәнбеҙ.
Йәннәт кеүек еребеҙҙе
Тиккә төйәк итмәгәнбеҙ,
Уны яҡлап, уны һаҡлап,
Тиккә ҡандар түкмәгәнбеҙ.
Йәлләдтәрҙән йәлләү һорап,
Шәфҡәт, аяу көтмәгәнбеҙ.
Үҙебеҙҙең ғүмер өсөн
Яуаплыҡты йөкмәгәнбеҙ.
Баҫҡынсыға ҡол булмаҫҡа
Теҙләнмәгән, сүкмәгәнбеҙ.
Данлағанбыҙ батырҙарҙы,
Яманлап һүҙ әйтмәгәнбеҙ.
ГУЛАГ-тарҙа, барактарҙа
Тиккә михнәт сикмәгәнбеҙ.
Тоҡом тере! Ҡәүем иҫән!
Ҡырылһаҡ та, бөтмәгәнбеҙ.
Бөтмәгәнбеҙ көрәшеп беҙ –
Йәшәүҙән ваз кисмәгәнбеҙ.
Азатлыҡҡа хыянат юҡ! –
Маҡсаттарға етмәгәнбеҙ.

Күгәрсен күҙҙәре
Күгәрсен күҙҙәре,
Күк төҫтә үҙҙәре.
Яңғырап китерҙәй
Күгәрсен гөрҙәре.
Тәпәйләп китерҙәй
Сәскәләр өйкөмө.
Битләүҙә, әйтерһең,
Күгәрсен төркөмө!
Юҡ бүтән ҡоштарҙың
Үҙенең сәскәһе,
Гөлләнгән мәрйене,
Күҙләнгән тәңкәһе.
Күгәрсен күҙҙәре –
Сафлыҡтың билдәһе,
Ҡарашын йәшермәй,
Алдашмай үҙҙәре.
Хаҡлыҡҡа тоғ(о)ро,
Ялғанһыҙ күҙҙәргә
Текәлеп ҡарайым, –
Һеҙҙәргә, беҙҙәргә...

Батырҙар
Арҡаға ата ҡурҡаҡтар.
Батырҙар улай итмәй.
Улар майҙанда һынаша,
Көрәште урап үтмәй.
Аҫтыртын эш итмәй улар,
Бысраҡ еңеү яуламай,
Сит ҡулдарҙы файҙаланмай,
Үлтереүсе ялламай.
Яҡшылыҡта көслө булыу
Ҡурҡаҡҡа нәҙер түгел.
Үлтерергә әҙер хаин,
Үлергә әҙер түгел.
Батырҙарҙың егетлеге
Аҙынған бәйел түгел.
Илебеҙҙең ғорурлығы
Ҡоторған ҡәүем түгел.
Кешелеккә хыянатсы
Бахырҙар намыҫ һатыр.
Оятына көс килтермәй –
Арҡаға атмай батыр.

Донбасc

“Китә йәнейем Донбасҡа”
Халҡыбыҙ йырынан

Кәрәкмәйҙер алдашмаҫҡа,
Кәрәк һәр саҡ танмаҫҡа.
Ҡоторғандың көндәренән
Китмәгәндәр Донбасҡа.
Теләгәндең көндәренән
Китмәгәндәр ят яҡҡа.
Мәжбүр булып һүҙ биргәндәр
Һөйгәндәр ташлашмаҫҡа.
Мөмкин булмаған башҡаса –
Айырылғас, һағынмаҫҡа...
Күпме бәхет күмерләнгән
Шул ҡәһәрле Донбаста.
Йыр тарихы – ил тарихы,
Әйләнеп баҡһаҡ артҡа.
Күпме яҙмышты ҡыйратҡан
Һуғыш ҡыйратҡан шахта...
Шахталарҙы тергеҙгән бит
Күпме илдәш Донбаста...
Тағы һуғыш! Тағы һағыш
Яң(ғы)рап тора ҡолаҡта.
Тағы дәһшәт, тағы вәхшәт!
Булды әллә тынмаҫҡа?
Мөмкинме һуң өндәшмәҫкә?
Мөмкинме уйланмаҫҡа?

Ышанмағыҙ
Ышанмағыҙ араларға!
Аралар яҡынайтмай.
Сит илдәрҙә төпләнгәндәр
Яҙмышын ғына тапай.
Ышанмағыҙ араларға!
Аралар алыҫайта.
Тыуған мөхитеңә ҡарай
Йәнеңде ҡырыҫайта.
Ышанмағыҙ араларға!
Баҫмай ул һағыштарҙы.
Алмаштырмай сит ҡояштар
Үҙеңдең ҡояштарҙы.
Йондоҙҙары сағыуыраҡтыр,
Бәлки, алыҫ яҡтарҙың,
Тик һинеке түгел улар,
Ә бәхете яттарҙың!
Ышанмағыҙ араларға,
Сит ерҙәргә һыйынып.
Тапмаҫһығыҙ мөхәббәтте,
Сит ҡосаҡта йылынып!
Булдығыҙмы алыҫтарҙа
Ил тойғоһон белерлек?
Ошо тойғоң – рухың өсөн
Йәшәрлек бит, үлерлек!

Ҡорот

“Ҡорот тиһәң, ҡоро ерҙән дә һыу сыға”
Башҡорт мәҡәле

“Ҡорот! Ҡорот” тигән һайын,
Һыуы сыҡҡан нығыраҡ.
Ғазапланған күңелдәрҙең
Йәше булған мулыраҡ..
Был хәл булған ҡаҙаҡтағы
Аҡмулла лагерында.
Ирҙәре өсөн һөрөлгән
Ҡатындар булған унда.
“Халыҡ дошманы ҡатыны”
Тип һөргәндәр уларҙы.
Һөрмәгәндәр залимдарҙы,
Таш бәғер ҡатилдарҙы.
Ҡамыш ҡырҡҡан ул ҡатындар
Ҡара таңдан төнгәсә.
Бәғзеләре һаман тере,
Йәшәйҙәр бөгөнгәсә.
Иҫләй уларҙы Жаланаш*,
Иҫләй ҡышҡы бурандар:
Астан ҡаҡланған әсирҙәр,
Күл буйында туңғандар.
Быны күргән ҡаҙаҡтарҙың
Түҙемлеге өҙөлгән.
Ҡорот тотоп ҡулдарына,
Улар ярҙа теҙелгән.
Таш тотҡандар, тип уйлаған,
Аңламаған күҙәтсе.
Күҙе тонған нәфрәтле йән
Төшөнмәгән иҫәпте.
Ҡаҙаҡтар, таш бәргән һымаҡ,
Бәргесләгән ҡоротто.
Эй кинәнеп көлгән һаҡсы,
Күрҙем, тиеп ҡыҙыҡты.
Ергә һырыҡҡан тотҡондар,
Йәштәре алҡымланған.
Тик бер мәлде таштан улар
Һөт еҫе һиҙеп ҡалған...
Ҡорот, тиһә лә, ҡоротмай,
Ғүмер һаҡлағас яҙмыш,
Беҙҙең көнгә лә етешкән
Ҡаҙаҡҡа булған алғыш!
Күҙ йәштәрем – йөрәк һүҙем,
Ҡороттан сыҡҡан һыуҙыр...
Һөйләй алғас ошо хәлде,
Минең дә хәл арыуҙыр.

*Жаланаш – күл атамаһы

Күрһәткес
Донъя бер ни ҙә һөйләмәй,
Донъя бары күрһәтә.
Бушҡа өмөт итмәгеҙсе –
Донъя белмәй өндәшә.
Күҙле өсөн был донъябыҙ,
Йәне һуҡырға түгел.
Күрмәгәнде күрһәттиһә,
Бер ҙә ҡурҡырға түгел.
Күрһәтә ул: матур нимә?
Ямаҡ нимә? Күрһәтә!
Уның һүҙе – рәссам теле,
Һүрәт аша өндәшә.
Һуҡырая күңелебеҙ,
Текләшкәндә күҙгә-күҙ,
Ҡанға – ҡан, тип, барымталар,
Ҡарымталар булһа үҙ!
Яҡшыбыҙмы, яманбыҙмы?
Тешләгеҙ ҙә телегеҙ,
Үҙебеҙҙең кем икәнде
Ҡарағыҙ ҙа күрегеҙ!
Донъяның беҙ кемебеҙ?







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)