RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Яңы атҡан сәскә кеүек нурланырмын, Ҡағылырмын хистәреңә һинең ипләп...”

04.04.2016 “Яңы атҡан сәскә кеүек нурланырмын, Ҡағылырмын хистәреңә һинең ипләп...”

“Яңы атҡан сәскә кеүек нурланырмын, Ҡағылырмын хистәреңә һинең ипләп...”
Наҙгөл Ғәлиева Ейәнсура районында тыуа. Мәләүез ҡалаһында Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлағас, кескәй саҡтан шиғриәткә ғашиҡ ҡыҙ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Әлеге көндә 4-се курста уҡыған Наҙгөл шиғриәт менән дуҫлығын өҙмәй.

Иғтибар бүл.
Һәм шул саҡта мин балҡырмын.
Яңы атҡан сәскә кеүек
нурланырмын.
Йөҙҙәремдән һис тә китмәҫ
йылмайыуым,
Беләмен мин: яратмайһың
моңайыуым.
Иғтибар бүл.
Мин булырмын һиңә терәк,
Гел үтәлер һәр бер кескәй
һинең теләк.
Тырышырмын һәр көнөңдән
байрам яһап,
Ҡағылырға хистәреңә һинең
ипләп.
Иғтибар бүл.
Мин көтөрмөн таңға ҡәҙәр,
Ваҡ-төйәк эш тотҡарлаһа
һине әгәр.
Тик эштәрҙән бер талайға тын
алғанда
Иғтибар бүл.
Мин ҡалырмын гел яныңда.

Биш йәй элек ҡалғанға

Сәбәләнмә, күңел.
Күрҙең үҙең –
Ул үҙгәргән.
Ғаиләһе бар.
Күп эшләүҙән
Күҙ төптәре
Күгәргән.
Ышанмайса
Кисә кисен осратҡанға
Илаҡ күңел
Тынысланмай
Минең йыуатҡанға.
Биш йәй үтте.
Ә тауышың әле һаман
Тамуҡтың да
уттарынан
Нығыраҡ яман.
Һөйләшһәк тә
Һинең менән
Тик бер талай,
Бахыр йөрәк әле һаман
Йәнде талай.

***
Арыным, әсәй,
Алсы ҡулдарыңа!
Наҙлап, иркәләп толомдарҙан,
Өрөп сирылған тубыҡтарҙан,
Бер мәлгә ҡурсала әсе
яҙмыштан.
Рөхсәт ит, әсәй,
Түгелеп иларға,
Барлыҡ һағышты һалып
йырҙарға,
Бар әсенеүҙе ҡушып уйҙарға,
Ултырып уйнарға, йырларға...
Түҙем ит, әсәй,
Мине тыңларға,
Хата юлдарҙы ҡабат һалырға,
Һинең ҡосаҡта йәшенеп
донъянан
Тик бер мәлгә генә ҡалырға.

***
Йәнем.
Бер бөтөндәй ине
Тәпәй баҫып атлап киткәндә.
Мең өлөшкә ярсыҡланып ҡуйҙы
Алтын көҙҙө атлап үткәндә.
Шунан ары
Һаман-һаман-һаман!
Ярсыҡтарым яйлап ҡойола.
Ошо йылдар уны ҡойған һайын
Уйҙар тәрәнлеге уйыла…
Тәнем.
Йәнем. Мин бер бөтөн инем
"Әсәй!" – тиеп тәүгә әйткәндә.
Өлөштәрен минең яҡындарым
Ҡуша ала ергә киткәндә...
Нисә тапҡыр
Инде күмелдем мин!..
Күрҙе йәнем тупраҡ төшкәнен.
Мәхлүк тәнем һаман түҙеп
йөрөй,
Ярсыланған йәнде йөкмәнеп.
Тәнем
Йәнем менән бөтөн ине,
Был донъяға яңы килгәндә.
Тәнем һаман бында йөрөй бирә,
Йәнем өлөшләтә гүрҙәрҙә...

Һине

Һине яратыуҙан
Берәй ҡасан
Үҫер кеүек ҡанат иңдәргә,
Осоп китеп, һинең бар донъяңды
Өҫтән генә тотош иңләргә!..
Һине һағыныуҙан
Бер туҡтауһыҙ
Әйләнермен кеүек күмергә.
Тик һин генә, янып-һүрелгәс тә,
Ашыҡмаһаң мине күмергә…
Һине ҡурсалауҙан
Берәй мәлдә
Үҙәккенәм ҡуйһа өҙөлөп...
Һин онотма: минең бар
булмышым,
Бар яҙмышым һөйә өҙөлөп...

***
Бөгөнгөмдә, йәнем,
Үлә яҙып,
Үткәнеңә һине көнләшәм.
Көн дә иртән һаман тынысланып
Етте, ҡыҙый, тиеп өндәшәм.
Етте, тием, һаман
Аптыранып
Үҙ-үҙемде эстән ашарға.
Һин янымда – тағы нимә етмәй?
Тик уйҙарым тағы ашыға...
Үткәнеңә, бәлки,
Һаман әйҙәй
Булып үткән сағыу бәхете,
Шул осҡондо һаман онотмайса
Өҙҙөрәлер һинең үҙәкте...
Шуға күрә, иркәм,
Көнләшәмен
Мин белмәгән һинең үткәнгә.
Төн йоҡомдан яҙып, хыялыйҙай,
Ҡайтма, тием, күптән үткәнгә.

Наҙгөл ҒӘЛИЕВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)