RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илағансы көлдөрҙөләр

04.12.2010 Илағансы көлдөрҙөләр

Өфөнөң Конресс-холында республика вуздары араһында «Шаяндар һәм отҡорҙар клубы»ның V кубогына конкурс үтте. Йыл һайын уны ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Башҡортостан Республикаһының ижади йәштәр инициативаларын тормошҡа ашырыу республика үҙәге» республика йәмәғәт ойошмаһы һәм «БР-ҙың шаяндар һәм отҡорҙар клубы» республика йәмәғәт һәм йәштәр ойошмаһы талантлы йәштәрҙе йыя, уларҙың артабан үҫеүенә, ижади башланғыстарының нығыныуына булышлыҡ итә.
Конкурста республикабыҙҙың иң яҡшы ун алты командаһы тапҡыр­лыҡта һәм зирәклектә көс һынашты. Республика­быҙҙың төрлө төбәктәренән, хатта Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһынан да ҡунаҡтар килде. Командалар биш минут эсендә үҙҙәрен күрһәтеп, 19 декабрҙә үткәреләсәк финалға сығырға тейеш ине.
Дәртле йәштәр менән тулған тамаша залы гөрләп торҙо. Һәр кем үҙ командаһы өсөн ысын күңелдән «ауырыны».
Уйынсылар сығыштарында илебеҙҙәге сәйәси үҙгәрештәрҙе, мәҙәни тормошто сағылдырҙы. Һәр ваҡыттағыса, студенттар, мөхәббәт темаһы ла ситтә ҡалманы. Ә бына ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ артыуы, милицияның полицияға әүерелеп китеүе, ысынында иһә көнүҙәк тема булараҡ, урынлы юмор аша күрһәтелде.
Командалар араһында Өфө юридик институтының йыйылма командаһы айырылып торҙо. Буласаҡ закон һаҡсылары ҡыҙыҡ һәм үҙенсәлекле сығыш яһаны. Татарстандан килгән егеттәр сәхнәгә уйынлы-ысынлы «армия тормошо»н сығарҙы. Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы ла көнүҙәк темаларҙан тайпылманы. Улар үҙҙәренең сығышында әйтеп кителгән ҡарабойҙай, сержант составының үҙгәреүен, ипотека банкылары темаһын сағылдырҙы.
Көслө генә барған конкурста «иң-иң»дәрҙе һайлап алыу жюри ағзаларына бик еңелдән булманы. Ысынлап та, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотҡан, бар күңелен биреп уйнаусы егеттәр һәм ҡыҙҙар тамашасы менән тиҙ уртаҡ тел тапты, уларҙы илағансы көлдөрҙө.
Ниһайәт, көсөргәнешле һәм тулҡынландыр­ғыс мәл етте. «Иң яҡшы юмор» номинацияһы менән Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат ҡалаһындағы филиалы командаһы бүләкләнде. «Иң яҡшы юмор» номинацияһында Өфө дәүләт нефть техник университеты «90-сы йылдар модаһы»н күрһәткән өсөн еңде. Ә инде «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» Өфө дәүләт сәнғәт академияһынан Екатерина Вакуловаға бирел­һә, «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында Өфө юридик институтынан Искәндәр Дусев билдәләнде. Урындарға килгәндә, Баш­ҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары араһында «Шаяндар һәм отҡорҙар клубы»ның V кубогына уҙғарылған ярышта беренсе урынды тағы ла нефть техник университеты командаһы алды. Быйыл да кубок үҙ хужаһында ҡалды. Икенсе урын БДПУ-ның «Юла»һына бирелһә, өсөнсө урынды БДАУ-ның йыйылма командаһы алды. Ғөмүмән, командалар быйыл да һынатманы. Йәштәрҙең ялын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәреүселәргә, ойоштороусыларға рәхмәт. Ошондай кисәләребеҙҙең сиктәрен тағы ла киңәйтеү, Рәсәй кимәленә сығарыу өсөн тырышһын ине ойоштороусылар. Тамашасыға шуны әйтер инем: барығыҙ, күрегеҙ, урам буйында тәмәке тартып, һыра һемереп йөрөгәнсе ошондай сарала рәхәтләнеп көлөп, донъя мәшәҡәттәренән арынып, бөтә йәнең-тәнең менән ял итәһең. Йылмайып-көлөп йәшәүгә тағы ни етә?

Гөлдәр ҒАРИФУЛЛИНА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)