RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡайҙа? Яңы офоҡтарға!

26.11.2015 Ҡайҙа? Яңы офоҡтарға!

Әҙәбиәт йылына арналған тантанала республика Башлығы грантына ойошторолған “Яңы офоҡтар” әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ҡайҙа? Яңы офоҡтарға!Ҡыҫҡаһы шул: Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәрен бөгөндән Джеймс Бонд ярҙамсыһы итеп эшкә алырға була. “007” агентының үҙен дә һис бер ауырлыҡһыҙ алмаш­тырыр­ҙар әле ул. Һуң республика Башлығы грантына ойошторолған “Яңы офоҡтар” әҙәби конкурсын тамамланылар ҙа, бүләкләүгә тиклем кемдең ниндәй урынға сығыуын сер итеп һаҡлап, ахырынаса бер кемгә ләм-мим өндәшмәнеләр! Үәт, исмаһам, партизандар… Нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында йәш яҙыусыларҙың “Йәштәр тауышы” әҙәби фестивале уҙа, һеҙ ҙә шунда матур кейенеп-яһанып килегеҙ, тип шылтыратҡанда, еңеүселәр исемлеген асыҡлап, саҡ ҡына ишаралаһасы… Һуңынан нәшриәт директоры урынбаҫары Фәрит Әхмәҙиев та күрешкәндә, әҙер тороғоҙ, тип ситләтеп булһа ла әйтһәсе...

Ҡайҙа? Яңы офоҡтарға!Кисә башланыр алдынан нәшриәттә эшләүсе ҡыҙҙар ҙа осраны бит инде, ләкин серҙе сисеүсе булманы. Өйрәнсек әҫәрем менән еңеүселәр араһына барып эләгермен, тип башыма ла индермәнем. Республикабыҙҙа бик көслө йәш әҙиптәр үҫкәнен белмәйемме әллә мин? Баҫ­маларҙа әленән-әле донъя күргән хикәйә, повестарын уҡып, һәләттәренә хайран ҡалып, шулар менән бер рәттән ижади бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итеүемә әле булһа аптырайым. Үҙемә уйланырға ваҡыт бирһәм, икеләнеүҙәргә сумып, конкурста ғүмерҙә лә ҡатнашмаҫ инем! Хикәйәмде бер тында яҙып, почтаға һалдым да, кит, һантый, оялмай шул әйбереңде нимәгә ебәрҙең, исмаһам, псевдоним ҡуйһаңсы, тип, әҫәремде уҡыясаҡ кешеләрҙән уңай­һыҙланып бөттөм. Йомғаҡлауға саҡырыл­ғас, күрәһең, конкурста кемдәр ҡатнашҡан, барыһын да саҡырғандарҙыр, тинем. Хәйер, күңелдең иң төбөндә генә, ете ҡат йоҙаҡ аҫтында, ете ҡат бик артында йәшерен уй-ҡуҙ баҙраны: “Бәлки, дәртләндереү призына лайыҡ булғанмындыр…”

Ошо ҡуҙ менән, артыҡ бот түгелменме икән, тигән шиктәр менән Өфөгә барылды. Юлда йәш шағир Мөнир Иҡсановты осратып ҡыуандым. Төрлө редакцияларҙа ихлас эшләп, ижади бәйгеләрҙә еңеү яулап, көслө шиғырҙары менән үҙен танытҡан Мөнир кинәт кенә күҙ уңынан юғалғайны. Баҡтиһәң, районыбыҙҙың Килмәк мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп йөрөй. Уның менән һөйләшеп, баш ҡалабыҙға барып еткәнде лә һиҙмәгәнмен. Концерт залына инешләй йәш шағир Руслан Сөләймәнов менән танышып, уның менән көлөшөп алғас, кәйеф тағы күтәрелде. Үҙем өсөн бик яҡын, ҡәҙерле кешемде – Әбйәлил районының Күсем ауылында йәшәп, ижад иткән Зөлфирә Ҡарағужина менән шиғырҙары аша ғына таныш нәзәкәтле Рәзилә Ырыҫҡужинаны тап иткәс, бында йыйылғандарҙың барыһы ла үҙ кеше, тип шатландым. Үҙ кешеләр, тиһәм дә, “Артыҡбикә” повесы менән шаҡ ҡатырған Рәйлә Сабитованы хатта танымай торҙом: һары сәсле ҡупшыбикәлә талантлы авторҙы сырамытырлыҡ та түгел ине. Кем уны, ауылда йәшәй, өс бала тәрбиәләй, тиһен? Юҡ-юҡ, зауыҡлы кейенгән был йәш ханым мотлаҡ Па­риж­дан, модалы күрһәтеүҙән килгәйне! Ҡар­шынан, баш һелкеп һаулашып, Ш. Бабич премияһының өп-өр яңы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов үтеп китте – түшендәге миҙал-билдәһе күҙ яуын алды. Гәзитебеҙ мөхәррире Артур Дәүләтбәков, “Шоңҡар” журналы мөхәррире Мөнир Ҡунафин, уҡытыусым, шағир һәм тәнҡитсе Фәнил Күзбәков, сәсән, шағир яҡташым Мәүлит Ямалетдинов һәм башҡа таныштарҙы күргәс, ятһыныу тойғоһо бөтөнләй юғалды – әҙәбиәт байрамында мин дә сит кеше түгел! Сөнки мин, яҙыусы, шағир булмаһам да, китап енле әҙәбиәт һөйөүсе, тимәк, бер ҙә артыҡ түгелмен. Шуға ла күңелгенәһе шау гүзәллектән туҡылған, һөйкөмлө шағирә Айгөл Айытҡолова янында урын алып, рәхәтләнеп ял итергә әҙерләндем.

Алып барыусылар сараның тәүге өлөшөндә үк “Яңы офоҡтар” конкурсына йомғаҡ яһалыуын иғлан иткәс, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибов, БР Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы Алһыу Сирғәлина сәхнәгә күтәрелде. Алһыу Рамазан ҡыҙы, конвертты асып, өсөнсө урын һәм 40 мең һумлыҡ сертификат алған тәүге еңеүсенең исемен атаны: “Артур Ҡазыханов!” Прозаик егеткә премияны тапшырғас, һүҙҙе Руслан Таһир улы алды. Ул, сираттағы серле конвертты асып: “Баныу Ҡаһарманова 70 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә”, – тип уҡығас, бер мәл башҡалар ыңғайына ҡул сабып ултыра бирҙем. “Ой, был мин дә ул!” – тип ҡабаланып-ҡарһаланып то­роп, дипломды нисек сығып алғанымды ла иҫләмәйем – барыһы ла төш кеүек булды. Алдан әҙерләнеп, көтөп ултырмағас ни… Ул арала Борис Николаевич төп еңеүсенең, 100 мең һумлыҡ грант эйәһе Мөнир Ҡунафиндың, ҡулын ҡотлап ҡыҫа ине (көтөлмәгән ҡыуаныстан шаң­ҡып ултырып, Мөнир Сәхиулла улы өсөн рәтләп ҡыуана ла алмағайным, әле шул етешһеҙлекте ҡаплап: “Мөнир ағай, афарин! Гел шулай уңышлы булығыҙ!” – тип бүлмә тултырып ҡысҡырам). Дәртлән­дереү приздары иһә (10-шар мең һум) Гөлнара Мостафина, Рәйлә Сабитова, Тимур Рәхмәтуллин өлөшөнә төштө. Шулай уҡ Эльмира Ибраһимованың да исеме яңғыраны – уға “Китап” нәшриәте үҙенең махсус бүләген тапшырҙы.

Конкурсҡа килгән әҫәрҙәрҙе энә күҙәүенән үткәреүселәрҙең береһе, филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков, әҙәби бәйгелә еңеүселәрҙе тәбрикләп, еребеҙ таланттарға бай, тип билдәләне:

– Беҙгә, жюри ағзаларына, 29 эште тикшерергә тура килде. Улар араһында бер роман, ете повесть һәм ике тиҫтәнән ашыу хикәйә бар. Ун дүрт әҫәр – башҡорт телендә, ун икеһе – рус телендә, өсөһө татар телендә яҙылғайны. Бәйге Башҡортостан еренең таланттарға бай икәнен күрһәтеп, киләсәгебеҙгә өмөт уятты – беҙгә лайыҡлы алмаш килә!
Эш барышында бер ниндәй баҫым булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алып, тәнҡитсе еңеүселәрҙе генә түгел, конкурста ҡатнашҡан һәр кемде ҡотланы. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов та йәш әҙиптәргә яңынан-яңы ижади уңыштар теләне.

Хисләнеп, һәр сығышты йотлоғоп тыңлап ултырғанда Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” китабын ҡулыма тотторҙолар. Артҡа боролғас, рәттәрҙең береһенән автор үҙе – Гөлнур апай сәләмләне. “Туғаным, һиңә исемләп китап алып ҡалдым, Өфөгә килһәң, мотлаҡ килеп сыҡ”, – тип шылтыратыуын шағирәнең әҙәплелегенә, тәрбиәлелегенә генә ҡайтарып ҡалһам, ул ысынлап бер китабын миңә инселәгән икән. Таланты менән юғары кешенең шул тиклем кеселекле, үҙ һүҙенә тоғро булыуы йәнде иретте... Типография еҫе аңҡып торған китапты күкрәгемә ҡыҫҡанда, гүйә Гөлнур апайҙың үҙен ҡостом – шул тиклем рәхмәтле инем трилогияһы өсөн.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Китап” нәшриәте ойошторған байрамдың икенсе өлөшө лә, йәш яҙыусыларҙың “Йәштәр тауышы” исемле VII әҙәби фестивале, шулай уҡ тантаналы, күтәренке кәйефтә дауам итте. Тәүге китаптары 2011 – 2015 йылдарҙа “Йәштәр тауышы” серияһында донъя күргән авторҙарҙы бер-бер артлы сәхнәгә саҡырҙылар. “Китап туйы”нда һәр береһенең ижад емеше, үҙе менән таныштырып, бүләктәр тапшырҙылар. Йәш, һәләтле, матур егеттәргә һәм ҡыҙҙарға һоҡланып ҡараным: улар бит шундай бәхетле – Хоҙай тарафынан иҫ киткес оло һәләт бирелгән! Уңышлылар ҙа! Күҙ теймәһен үҙҙәренә, тим, артабан да шулай илһамланып, янып-ярһып ижад итһендәр, быҫҡып ҡына ята күрмәһендәр.
2004 йылда башланған “Йәштәр тауышы” проекты сиктәрендә элек йылына унышар йәш авторҙың йыйынтығы баҫылһа, һуңғы йылдарҙа тик бишәр шағир-яҙыусының китабы сыға (әлбиттә, әҙиптәр һаны кәмегәнгә түгел, нәшриәт юрғанға ҡарап аяғын һуҙа). Күпмешәр булһа ла, китаптары сығып торһон, нәшриәт һәләтле йәштәрҙе ҡанатландырһын. Шул иҫәптән беҙҙе лә, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе. Ни генә тимә, ә республикабыҙ иң күп китап уҡыған төбәктәрҙең береһе булып ҡала. Һәм ошондай күркәм саралар ҙа быға булышлыҡ итә, тип һығымта яһап, сараны ойоштороусыларға рәхмәт уҡый-уҡый ҡайтылды: “Хәтәр шәп булды лаһа был байрам! Ҡайта һалып, нимә яҙайым икән?!”

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)