RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бар хазинанан ҡиммәтлерәк...

07.08.2015 Бар хазинанан ҡиммәтлерәк...

Дан Хәйбуллам – сал дәүләтем,
Ҡурғандарым, ҡылғаным,
Ҡурай иле, руда иле,
Таналығым, Һаҡмарым!.. – тип йәнтөйәген данлап яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. Эйе, сал далалы төбәк ер аҫтынан сыҡҡан алтыны, баҡыры менән генә түгел, халҡыбыҙҙың данын арттырған шәхестәре менән дә хаҡлы ғорурлана. Париж сәхнәһен дер һелкеткән ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев, опера йырсыһы Зәйтүнә Ғәзизова, бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисов, таныл­ған геолог Миңләхмәт Моталов, беренсе башҡорт дирижеры Ғәйнетдин Моталов кеүек әһелдәрҙең исеме республикабыҙҙа яҡшы таныш. Ә инде ошонда тәпәй баҫҡан әҙиптәр – Ҡәҙим Аралбай, Ғәзим Ша­фиҡов, Йомабикә Ильясова, Ҡадир Әлибаев, Фәрзәнә Аҡ­булатова башҡорт әҙәбиәтен байытыуға тос өлөш индерҙе. Уйлап ҡараһаң, ошондай ул-ҡыҙҙарҙың булыуы бар хазинанан ҡиммәтлерәк!

Бар хазинанан ҡиммәтлерәк...Бар хазинанан ҡиммәтлерәк...Ошо көндәрҙә “Әҙәби нағыш” марафоны Хәйбулла районына ла барып етте. Халыҡ менән осрашып, урындағы ижадсыларға кәңәш бирергә Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Башҡортостандың яҙыу­сылар союзы рәйесе, драматург Наил Ғәйетбаев, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, профессор Мирас Иҙелбаев, прозаиктар Гөлнур Яҡупова һәм Фәрзәнә Аҡбула­тованы күреүгә хәйбуллалар уғата шат ине.
Мәртәбәле сара йәш ижадсылар­ҙы табыуҙы төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя. Шуға ла ҡәләм тибрәтеүселәргә оҫталыҡ дәресе биреүгә айырыуса иғтибар бүленде. Атап әйткәндә, илленән ашыу авторҙың әҫәр­ҙәренә баһа бирелде, ҡайһы берҙәрҙең йыйынтығын сығарырға ла кәңәш иттеләр. Мәҫәлән, Мәмбәт ауылы уҡытыу­сыһы Линиза Шакирова проза жанрында уңышлы эшләй. Дүрт бала әсәһе булыуына ҡарамаҫтан, ижадҡа ваҡыт таба. 2011 йылда “Һөрәндек” китабы донъя күргән. Әле йәнә бер йыйынтыҡ туплап та ҡуйған.
Сараның тантаналы өлөшөндә хәйбуллалар дәртле бейеүҙәре, күңелгә ятышлы йырҙары менән һөйөндөрҙө.
– Уҙған йылда мәҙәниәт өлкәһендә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәштек, – тине район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов. – Ижади коллективтар өсөн сәхнә костюмдары тектерҙек, бер нисә клубҡа капиталь ремонт эшләнде. Был эштәребеҙ республика кимәлендә тейешле баһаланды. Киләсәктә район үҙәгендә өр-яңы китапхана төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.
Танылған рус шағиры Сергей Чекмаревтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән 1983 йылда районда уның исемендәге әҙәби премия булдырылған. Был бүләккә 11 әҙип лайыҡ булған. Тик 2005 йылдан алып премия тапшырылмай. Дра­матург Наил Ғәйетбаев үҙ сығышында ошо йоланы онотмай, премияны яңынан тергеҙеү мөһимлеге хаҡында әйтте. Район хакимиәте башлығы мәсьәләне ыңғай хәл итәсәген белдерҙе.
– Тыуған яҡ тарихын өйрәнеү бер музейҙар өсөн генә түгел, китап­тар­ҙың донъяға сығыуы бер яҙыусылар өсөн генә түгел. Улар бөтә уҡыусыларға, халҡыбыҙға кәрәк. Ошо ҡиммәттәр күңелдәребеҙҙе байыта, рухыбыҙҙы нығыта. Шуға ла мәҙәниәтте хәстәрләү, Әҙәбиәт йылын үткәреү икеләтә файҙалы, – тигәйне халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. Ошо һүҙҙәр республикабыҙҙа һәм илдә уҙғарылған Әҙәбиәт йылының асылын еткерә лә инде.

Айгиз Баймөхәмәтов.
Өфө – Хәйбулла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)