RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Петр үлде бит

19.06.2015 Петр үлде бит

йэшлекБыл хәл ҡала ойошмаларының береһендә була. Кистән матур ғына “байрам” иткән Миҙхәт менән Владимир тышта тәмәке көйрәтеп, хәл алырға ултыра.
– О-оо, как раз берәр сигарет ҡалған, – ти Володя. – Шулай, Миҙхәт, “Петр”ыбыҙ үлеп китте инде бына, бахыр.
Һуңғы һүҙҙәре “Петр I” исемле тәмәке маркаһын аңлата ине. Ул буш ҡапты йомарлап, сүп контейнерына ырғытты.
Быны эргәләренән үтеп барған кадрҙар бүлеге белгесе Мария ишетеп ҡала. Күп тә үтмәй, етәксегә хәбәр итә лә, тиҙ арала эшселәрҙе йыйылышҡа саҡырып:
– Иптәштәр, предприятиеға көтөлмәгән юғалтыу ҡайғыһы килде. Петр Федоров вафат булған, – ти.
Бөтәһе лә “ах” итеп ҡала.
- Ҡуй инде, кисә генә “больничный”ға киткәнен ишеткәйнек. Эстән генә һыҙып ауырып йөрөгән, күрәһең, – тип уфтанды ҡатын-ҡыҙ.
Миҙхәт менән Владимир ҙа аптыраштан шаҡ ҡатты. “Төҙәтелмәгән” баштарына был яңылыҡ тимер таяҡ менән һуҡҡандай тәьҫир итте.
– Миҙхәт, былай булмай. Бар һин бер ярты килтер, “памянуть” итеп алайыҡ. Мин әҙерәк эш-меште ҡараштыра торам, – тине Владимир.
Миҙхәт магазинға еткәнсе түҙмәй киоскынан һыра алып эсә һалды. Бара биргәс, арттан кемдеңдер елкәһенә төрткәнен һиҙә, боролоп ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, ҡаршыһында һин дә мин Петр баҫып тора?!
– Ҡайҙа шул тиклем сабаһың? – тип һорай унан хеҙмәттәше. Миҙхәт күҙҙәрен, ауыҙын шар асҡан килеш торғандан һуң, аңына килә һалып:
– Чур менә, чур, – тип төкөрөнә-төкөрөнә, артына боролмаҫҡа тырышып, аяғы ергә теймәй йүгерә.
– Әй, әттәгенәһе. Белая горячка тигәне ошолор инде, ҡәһәрең. Тәүбә, тәүбә. Шулай бик тиҙ бирештемме икән ни? Ах, харап булды башҡайым, харап. Бынан ары эсһәмме, исемемде Миҙхәт тимәм. Ҡара һин уны, был Петр, мине лә йәтешләп алып китергә йөрөй”.
Ҡобараһы осҡан Миҙхәт, араҡы алыу ҡайғыһын онотоп, күҙ асып йомғансы эшенә килеп етә.
Был арала Петр Федоровтың үлмәгәнен асыҡлаған иптәштәре Миҙхәттең һөйләгәнен эстәре ҡатҡансы көлөп тыңлай.
Эшселәр ҡыуаныслы ваҡиғаны гөр килеп “йыуған”. Табында Миҙхәт кенә, ауыҙын биш урындан ҡымтып, ҡабат бер тамсы ла хәмер эсмәҫенә табынып ултырған, ти. Мария ла ҡолағына салынған хәбәрҙе биш ҡат тикшереп һөйләр булып киткән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)