RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Дүрт күҙ менән көтһәм дә мин яҙҙы, Көтмәй килде ғүмер көҙҙәрем”

29.05.2015 “Дүрт күҙ менән көтһәм дә мин яҙҙы, Көтмәй килде ғүмер көҙҙәрем”

Ғүмер юлында

Көтөп аламын да ҡыуанамын,
Күреп йылдың яңы миҙгелен.
Япраҡ өҙөлөп төшкән ваҡыт хәтле,
Әйтерһең дә, йылдар тиҙлеге!

Ҡасан яңы көн тыуыр тип көттөм,
Көттөм яңы таңым атыуын.
Ҡасан ҙураям тип ашҡындым да
Зарығып көттөм атай ҡайтыуын...

Ғүмер буйы, гүйә, хәбәр көттөк
Яу ҡырынан, шомло сит яҡтан.
Йылытып та беҙҙең күңелдәрҙе,
Иртән иртүк әсәй ут яҡты.

Дүрт күҙ менән көтһәм дә мин яҙҙы,
Көтмәй килде ғүмер көҙҙәрем.
Ҡырпаҡ ҡарҙа уйылып та ҡалды
Ялан аяҡ баҫҡан эҙҙәрем.
1992.

Сейәләр

Һалҡын килде быйыл Урал яҙы,
Сәскәләрҙән бер йәм ҡалманы. —
Ҡырау төшкәс, наҙлы сейәләрем
Аҡ күлдәген кейә алманы.

Белгән кеүек беҙҙең донъя хәлен,
Килде дуҫтар үзбәк еренән.
Күстәнәскә тигән сейәләре
Ҡыҙылыраҡ бер(е)һе-беренән.

Күреп торам, көньяҡ ҡояшының
Таңғы нуры шунда тумалған.
Өҫтәлемә ерҙең ал шәрбәте
Тама башлар кеүек уларҙан.

Йомарт дуҫлыҡ беҙҙең күңелдәргә
Тамыр йәйер шатлыҡ өҫтәне.
Дуҫтар барҙа – яҙҙар йылы бит ул,
Һиҙелмәй ҙә ҡырау төшкәне...

Бер ҡарайһым килә күҙҙәреңә

Бер ҡарайһым килә күҙҙәреңә,
Бер ҡарайһым килә тын ғына.
Тағы ҡайтҡан төҫлө булыр инем
Ғүмеремдең яҡты таңына.

Бер ҡарайһым килә күҙҙәреңә,
Һалҡын ысыҡ иртән төшкәндә,
Һары талға ҡунған былбыл моңо
Күңелдәребеҙгә күскәндә.

Бер ҡарайһым килә күҙҙәреңә,
Бәлки, ҡабат ҡарай алмамын.
Ҡабыҙҙың да миңә ялҡындарын,
Һүндерергә сара тапманың.

Бер ҡарайһым килә күҙҙәреңә,
Юлдарымдың етеп осона.
Ниңә таңдар оҙаҡ атмай тора,
Ниңә юлдар һуңлап ҡушыла?

Түҙем бирһен Хоҙай ғашиҡтарға
Янырға ла тынмай янырға.
Бер ҡарайһым килә күҙҙәреңә,
Күҙ алмаңда мәңге ҡалырға.

Ғүмер буйы мин атлығып торҙом

Ғүмер буйы мин атлығып торҙом
Яндарыңа һинең барырға,
Тура килде ләкин мөхәббәтем
Утрауында яңғыҙ ҡалырға.

Ашыҡҡанға ҡорос ҡошта осам,
Ҡорос ҡошта һинең ҡалаңа.
Ел-дауылда юл сығыуҙарымды
Йүләрлеккә инде һанама.

Утҡа осҡан күбәләккәй төҫлө,
Тағы осам һинең яныңа.
Көйөп көлгә генә ҡалмаммы
икән?
Әммә түҙәм инде барына.

Тауышыңды бер ишетер өсөн
Ашҡындым мин ғүмер буйына.
Елдәй еләм... Хыял күктәремдә
Бары һиңә илтер юл ғына.

* * *

Күңелемдә йөҙә яҙ ҡояшы,
Муйыл сәскәләре болото...
Ғашиҡ итте һинең ҡараштарың,
Мөмкинме ни шуны онотоу?

Һағындырып һине йондоҙ ҡалҡа,
Һинең күҙҙәр янғас йондоҙҙай,
Мин аҙашҡан ҡоштай ҡалмам,
тинем,
Һағыш даръяһында яңғыҙым...

Ғүмер буйына шул яҙғы урман
Йәнен йөрөткән бер әҙәм мин.
Һөйөү диңгеҙенең ярҙарына
Гүзәллегең менән әйҙәнең.

Гөрләүектәр һуңғы ҡарҙы йыра,
Урам кибә, юлдар асыла,
Һөйөү йондоҙҡайым, балҡы
шулай,
Әйҙәп сафлығыңа, яҡтыға.

Эй кәләш һайлай ҡустым

– Миңә кәләш әпирегеҙ!.. –
Ике һүҙҙең береһе.
Ғашиҡ булды күпме ҡыҙға,
Өйләнмәйсә
Йөрөй ҙә ул йөрөйсө.

Беҙ димләнек бына тигән
Дуҫ-иштәрҙең ҡыҙҙарын.
Береһен дә үҙ итмәне, —
Белмәй ғүмер уҙғанын.

– Быныһы, – ти, – баҡса эшен
Һис тә яратмай икән.
Сер(ә)кәйҙән дә мин ҡурҡам, ти.
Кәрәкмәй күҙле бүкән!

– Ә тегеһе бик тә үткер,
Әсәһенән дә уҫал.
Ҡыҙып китһә – йәшен уйнар,
Имен сағыңда юғал!

– Миңә кәләш әпирегеҙ!.. –
Һайлана, әй, һайлана,
Һайланған һаҙға бата, ти.
Ҡустым, үҙең тораһыңмы
Һылыуҙар тырнағына?!
02.07.99.


Оҫтабикә

Оҫта тарта ул ҡыҙ
Сигара:
Дүңгәләкләп төтөн
Сығара.
Зәңгәр ебәк йөҙә
Бүлмәлә,
Ярарлыҡ ул балта
Элмәгә.
Нескә билле рюмка
Өҫтәлдә,
Нескә бармаҡ оҫта
Күтәрә.
Донъя уға, гүйә,
Ап-асыҡ,
Тик томандай төтөн
Алдатҡыс.
Туҙа сәстәр, уҙа
Ғүмерҙәр,
Талантын һуң ҡасан
Күрерҙәр?
Оҫта тартҡанлығын
Беләмен –
Ҡасан тота белер
Ҡәләмен?
1975.

Ғәлим ДӘҮЛӘДИ










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)