RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Сатҡылар”ҙа ижад ялҡыны бар …

17.04.2015 “Сатҡылар”ҙа ижад ялҡыны бар …

 “Сатҡылар”ҙа ижад ялҡыны бар …“Сатҡылар” әҙәби берекмәһе 2010 йылда ойошторолоп, Салауат ҡалаһының ижад­ҡа, әҙәбиәткә ынтылған, ҡәләм тибрәткән таланттарын берләштерә. Берекмә етәксеһе – билдәле прозаик, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты Мөхтәр Сабитов. Әлеге ваҡытта бында 14 кеше шөғөлләнә, улар­ҙың ижад емештәре “Салауат” ҡала гәзитендә, республика матбуғатында даими донъя күрә. Ә берекмә ағзалары төрлө мәҙәни һәм әҙәби сараларҙа әүҙем сығыш яһап, ҡаланың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Үҙҙәренең ижад емештәрен туплап, үҙнәшер юлы менән йыйынтыҡтар ҙа баҫтырғандар.
Берекмә етәксеһе Мөхтәр Абдрахман улы үҙҙәренең араһында ижад менән шөғөлләнеүсе йәштәрҙең, хатта урта быуын вәкилдәренең әҙ булыуына борсолоу белдерҙе:
– Йәштәрҙең туған телендә ижад итеү түгел, хатта матур итеп һөйләшә лә белмәүе ҙур проблемаға әүерелде. Айырыуса ҡала мөхитендә үҫкән балалар араһында был ныҡ һиҙелә. Мәктәптәрҙә үткән осрашыуҙар ваҡытында балалар менән аралашып, был мәсьәләнең киҫкенләшеүен көндән-көн нығыраҡ тоям. Үҙ телендә фекерҙәрен еткерә алмайҙар, китап уҡымайҙар. Ә нәфис әҙәбиәт уҡымаған кешелә әҙәбиәткә ынтылыш та булмаясаҡ. Ҡаланың йөҙөк ҡашы булған Салауат педагогия колледжында ауыл ерендә тәрбиәләнгән, телде белгән, талантлы студенттар белем ала. Уҡыу йортоноң үҙенең дә ижади түңәрәге эшләп килә. Уларҙы беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙгә саҡырып, аралашып йәшәргә тырышабыҙ. Ә урта быуын төп эштәренән, донъя мәшәҡәттәренән ҡалған ваҡыттарында ғына ижад менән шөғөлләнә. Даими рәүештә түңәрәк йыйылыштарына, сараларына йөрөмәй. Шуға күрә беҙҙең берекмәнең сафы көндән-көн олоғая, һирәгәйә.
Берекмә ағзалары өс жанр буйынса шөғөлләнә. Шиғриәт менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ, прозаны үҙ итеүселәр ҙә бар. Ә ауыр тип һаналған драматургия жанрын үҫтереү өсөн салауаттар бик һәйбәт ысул тапҡан: байрамдарға, төрлө тамашаларға сценарий өлгөләрен берекмә ағзаларынан яҙҙыралар. Күптән түгел билдәле шағирә Нәзирә Ишҡолова ижад иткән бер актлы пьеса буйынса Ҡала мәҙәниәт һарайының драма түңәрәге ағзалары матур тамаша ла күрһәткән.
Мөхтәр Сабитов киләсәккә оло өмөттәр бағлай. Әҙәбиәт йылында БР Яҙыусылар союзы янында эшләгән төрлө секция хеҙмәткәрҙәрен саҡырып, берекмә ағзалары менән осрашыу үткәрергә ниәтләй. Уларҙың кәңәштәре ижадсыларға дөрөҫ йүнәлеш алырға, әҙәбиәткә етди ҡарарға этәргес көс булыр ине, тип иҫәпләй етәксе.
Салауат ҡалаһының мәҙәни тормошона әҙәбиәт сатҡылары биреүсе берекмәнең, бәләкәй генә тарихына ҡарамайынса, ҙур эштәр атҡарыуы ҡыуаныслы хәл. Кескәй генә шишмәләр ҙә бер-береһенә ҡушылып, оло даръя барлыҡҡа килтерә. “Сатҡылар” ҙа берҙәм, дәррәү булһа, ялҡын барлыҡҡа килтерер әле…

Г. ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)