RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балтатау мажаралары

08.01.2015 Балтатау мажаралары

Балтатау мажараларыИшкилде кискә табан ғына ҡырҙан хәле бөтөп ҡайтып инде. Ҡобараһы осҡан, йөҙө ағарынған. Инеү менән йомшаҡ диванға ултырҙы ла ҡатынына өндәште:
– Сәлимә, ҡой әле анау сәмәйеңдән ике-өс йотом.
– Атаҡ-атаҡ, һиңә ни булды, атаһы? Йылға яҡын эсмәгәнеңде... – Ҡатын алтмышҡа еткән иренең ҡылығына ғәжәпләнеп ҡуйҙы.
– Ҡой тигәс – ҡой инде, ни булғанын һуңынан һөйләрмен.
Бер ни ҙә аңламаған Сәлимә, баҙға төшә һалып, бәләкәй шешәгә тултырылған көмөшкәне килтереп сығарҙы ла, унан ярты сынаяҡтай шыйыҡса ҡойоп, хәләл ефетенә һондо.
– Мә, түлке бүтән һорайһы булма... Ошо юҡ нәмәне өйҙә тотмаҫҡа күпме тапҡыр үҙ-үҙемә һүҙ бирәм дә... Әй-й-й, тумыртҡа тәүбәһе, – тип үҙен-үҙе шелтәләп һөйләнде Сәлимә.
Ишкилде, сынаяғын бер тынала бушатҡас, йөҙөн сирып:
– Бындай әсе нәмәне урыҫтар нисек эсәлер... – тип ҡуйҙы ғәҙәте буйынса.
– Урыҫтарын белмәйем, ә бына үҙеңә ни булды? – Ҡатыны түҙемһеҙләнде.
– Беләһеңме, Сәлимә, мин бөгөн балалыҡ дуҫым Ирғәлене күрҙем.
– Күрһәң-күргәнһеңдер, ғәжәпме ни? – тине уныһы, бер ни ҙә аңламайынса.
– һин был ауыл кешеһе булмағас, белмәйһең, беҙ бит Ирғәле мәрхүмде бынан ҡырҡ дүрт йыл элек ерләгәйнек.
– Кит, атаһы, ауыҙыңдан ел алһын. Иҫереп тә бараһың, ахырыһы, – Сәлимә шешәне соланға алып сығып китте. “Аллам һаҡлаһын, әллә аҡылға еңеләйеп бара инде, – тип уйланы ул. – Йәшерә­йем ҡалғанын”.
– Юҡты һөйләп ултырғансы, ана, телевизорҙы ҡабыҙ, яңылыҡ тыңлайыҡ, – тине ҡатыны, соландан ингәс.
Ишкилде телевизорҙы ҡабыҙҙы. Беренсе каналдан хайуан организмының күҙәнәктәрен клонлаштырыу һөҙөмтәһендә бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш яралған ике һарыҡ бәрәсен күрһәтәләр ине.
– Эй, был ғалимдар, ни генә ҡыландырмай. Хайуан итенең ябай ғына күҙәнәгенән пробиркала бөтөнләй бер йән эйәһе барлыҡҡа килһенсе, – тип ғәжәпләнде Сәлимә.
– … Организмдың туҡымаларының һәр бер күҙәнәгендә тик уға ғына хас булған генетик информация һалынған, – тип дауам итте диктор. – Киләсәктә был йүнәлеш генетика фәненең ҙур өлкәһен яулап аласаҡ.
Ишкилде артабан тапшырыуҙы ҡараманы ла, тыңламаны ла. Бөгөн Балтатау ҡаялары араһында үҙ күҙҙәре менән күргән мөғжизә башынан сыҡманы уның. Әлбиттә, Сәлимәһе уға тамсы ла ышанмай. Ысынлап та, был хәлгә кеше ышанырлыҡ түгел ине шул.
Туры бейәһе, тышаулы булыуына ҡарамаҫтан, гелән ауыл эргәһендә ятҡан Балтатау итәгенә китә лә бара, күрәһең, унда үлән һутлыраҡтыр. Бөгөн дә бейәһе яҡын-тирәлә күренмәгәс, Ишкилде үҙәктәрен әҙәм үтеп булмаҫлыҡ ваҡ ағаслыҡтар ҡаплаған, күтәрелеп ҡараһаң, баштан кәпәс төшөрлөк текә ҡаялары түш киргән шул тауға ҡарай йүнәлде. Үкенескә күрә, күпме генә эҙләмәһен, атын тапманы.
Бер аҙҙан ҡыуаҡтар араһында ҡыштырлау ишетеп, шул яҡҡа әйләнеп ҡараны... Ни күрһен: ҡуйы ҡыуаҡлыҡ эсенән уға әллә ҡасан был донъянан киткән Ирғәле – балалыҡ дуҫы ҡарап тора ине. Уға ун биш-ун алты йәштәр самаһы, шул уҡ ҡара бөҙрә сәстәре, уң битендәге япраҡ ҙурлығындағы миңе лә урынында. Тик өҫтөндәге кейеме генә ғәҙәти түгел, дауахана халатын хәтерләтә. Күҙҙәрен ныҡ итеп сылт-сылт йомғолап алыуына тиклем Ирғәленеке – уны башҡа кеше менән бутап булмаҫлыҡ билдәһе. Үҫмер шулай күҙҙәрен йомғолап бер аҙ ҡарап торҙо ла, бер ни ҙә өндәшмәй, ҡапыл ғына яңынан ҡыуаҡтар араһына инеп юғалды.
Ишкилде, ҡурҡышынан көскә һулыш алып, ауылға ҡарай йүгерҙе. “Әллә һаташа башланыммы?” – тип уйланды ул. Мотоциклда һәләкәткә осрап үлгән Ирғәле дуҫын ул бынан ҡырҡ дүрт йыл элек үҙ ҡулдары менән ауыл зыяратына ерләгәйне бит!.. Ир төнө буйы йоҡлай алмай борғоланып сыҡты.
Ҡатыны менән был хаҡта башҡаса һүҙ ҡуҙғатманы. Сөнки уның “аҡылдан шашҡан икән” тигән һүҙен ҡабат ишеткеһе килмәй. Туры бейә эҙһеҙ юҡ булды. Тирә-яҡта кеше­ләр­ҙең малы юғалғылауы тураһындағы хәбәрҙәр ишетелеп торғас, берәй “еңел ҡуллы” кеше “хәләлләгәндер”, тигән һығымтаға килде Ишкилде һәм атын эҙләргә Бал­татауға яңынан барырға баҙнат итмәне. Шулай итеп, көн артынан көн үтте, ләкин мәрхүм булған балалыҡ дуҫын башынан сығарып ташлай алманы, көндәлек мәшәҡәттәр менән булышты, үҙенең уйҙарын бер кемгә лә һөйләмәне.
... Көндән бер көндө, мосолман йолаһы буйынса, зыярат ҡылырға тигән ниәт менән, Ишкилде ҡәберлеккә юлланды. Мосолмандар, ғә­ҙәттә, зыяратҡа барып, туғандарының ҡәберҙәрен тәрбиәләп йөрөмәгәнлектәндер, уларҙы ҡуйы селек һәм оҙон үлән баҫҡан. Күп­тәренең рәшәткәләре ҡыйшайып бөткән. Ишкилде атаһының ҡәберен көскә эҙләп тапты. Үҙе белгән тейешле доғаны уҡып алғандан һуң, ни өсөндөр әлеге Ирғәле дуҫы иҫенә төштө һәм уның ҡәберен ба­рып ҡарарға булды. Тимер рәшәткәле ҡәберҙең өҫтө бер аҙ уйылып төшөүенә ҡарап, Ишкилдегә ҡасандыр кемдер бында ҡаҙынған һымаҡ тойолдо. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.

* * *

Ишкилденең оло улы Нәзиф, һөнәре буйынса биолог, быйыл аспирантура тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, ялға ҡайтып төштө. Бала саҡтан күп уҡырға яратҡан, төрлө фәндәр менән бик ҡыҙыҡһынған Нәзиф, университет дипломы алғас, ғилми эш менән шөғөлләнеү ниәтендә аспирантураға уҡырға ингәйне. Тәбиғәттең һәр бер күренешен фән күҙлегенән сығып асыҡларға тырыша, төрлө яңы асыштар менән ҡыҙыҡһына. Алдына алғанын асыҡлап бөтмәйенсә бер ҙә тыныслана алмай торған егет инде ул Нәзиф.
Улы ҡайтып, бер ике көн торғас та Ишкилде уға үҙенең Балтатауҙа ни күргәнен һөйләп бирҙе. “Атай, юҡты һөйләмә әле”, – тигән яуапты көткәйне. Улының, киреһенсә, был хәл менән ҡыҙыҡһынып китеүен күреп, уға зыяратта күргәндәре тураһында ла әйтте.
– Әйҙә, атай, иртәгә Балтатауға барып киләйек, бәлки, һинең туры бейәңде лә табырбыҙ, – тип шаяртты Нәзиф.
– Ҡуйсы, улым, хәҙер мин унда барырға шикләнәм.
– Шикләнерлек урын юҡ, – тине улы. – Мин был хәлде асыҡламайынса тыныслана алмайым.
Иртәгәһен, иртүк тороп, аталы-уллы Балтатауға йүнәлде.
Таштарға тотона-тотона тауға үрмәләй башланылар.
– Ашыҡма әле, улым, мин һинең кеүек йәш түгел бит, – тине Ишкилде.
Нәзиф атлауын әкренәйтә төштө. Тау үҙәгендә шылтырап ятҡан Ташлы шишмәһен аша сығып, “Ирғәле күренгән” ергә килеп еттеләр. Нәзиф, ҡыҙыҡһынып атаһынан теге хәлде тағы бер тапҡыр һөйләтте.
– Бик ғәжәп, атай, әгәр күргәндәрең галлюцинация булмаһа...
– Әллә, гәлүтсинен кем белһен, тап ошо ерҙә, бына һине күргәндәй күрҙем, – тине атаһы.
Арып-талып күпме генә йөрөмәһендәр, берәүҙе лә осрата алманылар. Көн кискә ауышҡас, Ишкилде:
– Ҡуй, улым, ҡайтайыҡ, бушты бушҡа ауҙарып йөрөмәйек, – тип, ҡайтыу яғына боролғанда шишмәнең ағышы ыңғайына тәгәрәй-тәгәрәй ағып килгән ниндәйҙер бәләкәй генә бер шешә кеүек нәмә шәйләп ҡалды.
– Ҡара әле, улым, ниндәйҙер бер дарыу шешәһе ағып килә, – тине Иш­килде һәм, һыу эсенән теге нәмәне тотоп алып, Нәзифкә һондо. Нәзиф пластмасса шешәнең ты­шында латин телендә яҙылған “Раствор натрия хлорида 0,9%” тигән яҙыуҙы уҡыны.
– Әй, ябай физиологик шыйыҡса, – тине ул. – Был иретмәне һәр дауаханала ҡулланалар. Был, атай, үҙенең тоҙ кимәле буйынса кешенең туҡыма шыйыҡсаһына яҡынлаштырып яһалған дарыу. Ә бына һыу эсенә килеп эләгеүе – бик сәйер. Шишмәнең үрге яғында берәй дауахана юҡтыр бит?
Нәзиф, атаһының ай-вайына ҡарамай, шишмәнең башланған урынына тиклем тауға артабан күтәрелергә булды.
Был шишмә, башҡа шишмәләр кеүек, ерҙән урғылып сыҡмай ине. Ул, нисектер, ирмәк рәүештә, стена кеүек текә ҡая таштың дүрт-биш метр бейеклегендәге бер тишегенән ағып ята.
– Бына ошо инде шишмәнең сыҡҡан урыны, – тине тамам хәлдән тайған Ишкилде. – Башҡаса барыр ер юҡ.
Нәзиф, башын күтәреп, һыу ағып торған тишеккә оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. Ағып килгән теге “физраствор” уға тынғы бирмәне. Ҡайҙан килеп эләгергә мөмкин ул был һыуға?
– Ярай, атай, көн дә кисләне, ҡайтайыҡ инде, – тине ул, ахырҙа.
Ишкилде иркен тын алып ҡуйҙы. Юлда ҡайтҡанда, атаһына өндәшмәһә лә, Нәзиф үҙенсә иртәгәһе көнгә план ҡорҙо.

* * *

Иртәгәһе көнөн Нәзиф ҡабат сәйәхәткә әҙерләнеп үткәрҙе. Атаһының аҙбарҙағы оҙон сүс арҡанын, кәйлә, балта, бысаҡ кеүек нәмәләрҙе ҙур ғына артмаҡҡа тултырҙы, фонарь алырға ла онотманы.
Бөтә кәрәк-яраҡ әҙер булғас, мәктәптә бергә уҡыған класташ дуҫы – хәҙерге ваҡытта физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Әхиәргә китте.
Дуҫына ни эшләргә йыйыныуын һөйләп бирҙе һәм үҙе менән бергә походҡа сығырға тәҡдим итте. Быны ишеткән Әхиәр тәүҙә: “Унда нимә тапмаҡ булаһың?” – тип ҡаршылашып ҡараһа ла һуңынан риза булды.
Шишмә сығанағына улар иртүк килеп етте. Тәүҙә тауҙың һөҙәгерәк яғынан урап, ҡаяға артылдылар һәм ҡая башында үҫеп ултырған ҡарағайға бауҙың бер осон бәйләп, икенсеһен аҫта ҡалған тау тишегенә ҡарай төшөрҙөләр. Дуҫтар бер-бер артлы әкрен генә бау буйлап сығанаҡҡа төштө. Аҫтан ҡарағанда бәләкәй генә күренгән тишек кеше имгәкләп инерлек киң генә булып сыҡты. Нисәмә йыл яҡында ғына ятҡан ауылда йәшәп тә, ошоғаса был урынды белмәгәндәр. Тауҙан ағып сыҡҡан һыу боҙ кеүек һалҡын һәм ярайһы ғына көслө ағымлы. Фонарь менән яҡтыртып, Нәзиф тау ҡыуышлығы эсенә имгәкләп инеп китте, уның артынан дуҫы эйәрҙе. һыуҙың һалҡыны йәнгә үтерҙәй итеп тубыҡтарҙы өшөттөрә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡһыныуҙарын баҫа алмаған ике егет юлдарын артабан дауам итте. Ун-ун биш метр самаһы барғас, “өң” әкренләп киңәйә башланы, һәм тора-бара аяҡ өҫтө баҫып торорлоҡ булды.
Фонарь яҡтыһында бер аҙ бара биргәс, шишмәнең мәмерйә эсендәге күлдән ағып сығыуы күренде.

* * *

Ер аҫты күле мәмерйә ҡыуышлығына дауам итә. “Эх, акваланг костюмы булһа ине хәҙер”, – тип уйлап ҡуйҙы Нәзиф.
– Уңғараҡ яҡтырт әле, Нәзиф, – тине Әхиәр, мәмерйәнең ҡараңғы бер өлөшөн күрһәтеп. Нәзиф фонарь нурын ул күрһәткән яҡҡа йүнәлтте. Унда ҡыуышлыҡтың ҡоро ерҙән дауам иткән тағы бер тармағы башлана ине.
– Артабан барабыҙмы? – тип һораны Нәзиф дуҫынан. Мәмер­йәнең серенә төшөнөү теләге ме­нән яна башлаған Әхиәр:
– Әлбиттә, Нәзиф, ҡарайыҡ әле, унда ниҙәр бар икән, – тип яуап бирҙе.
Абынып китмәҫ өсөн һаҡ ҡына баҫып, шул ҡыуышлыҡҡа табан йүнәлделәр.
Ярайһы ғына бейек “коридор” буйлап ун метр самаһы барғас, ер аҫтына хас булмаған ниндәйҙер йылылыҡ һиҙелә башланы. Тора-бара хатта әҙерәк яҡтыра башлаған һымаҡ та тойолдо.
– Мәмерйәнең икенсе яҡ ауыҙы ошонда булһа кәрәк, – тине Нәзиф, алға күрһәтеп.
– Был тауҙы яҡшы беләм, – тине Әхиәр.– Бында башҡаса бер ниндәй ҙә мәмерйә күргәнем юҡ.
– Ә беҙ ингән тишек?
– Үәт, уныһын белмәгәнмен.
– Беҙ белмәгән нәмәләр күптер әле был донъяла.
– Уныһы шулай.
Алдағы яҡтылыҡ барған һайын көсәйҙе һәм шул уҡ ваҡытта коридор киңәйә барып, уның тағы бер нисә тармағы күренде.
– Был лабиринтта аҙашып ҡуйыуыбыҙ ихтимал, – тине Нәзиф.
– Фонарыңды һүндер әле, – тип, Әхиәр фонарҙы һүндертте. Коридорҙың теге осонда, ысынлап та, көн яҡтылығы күренде. “Көн яҡтылығы”на яҡынлаштылар һәм... ғәжәп күренешкә тап булдылар: мәмерйә түбәһендә – көн яҡтылығы лампаһы!
– Бында берәй йәшерен заводмы икән? – Аптырауҙан Әхиәрҙең күҙҙәре баҙланы.
Артабан барырға улар ҡыйманы, ҙур-ҙур сталагтиттар артына йәшеренеп, ни булырын күҙәтә башланылар.
Аҙмы-күпме ваҡыттан һуң кешеләр һөйләшкән тауыштар ишетелгәндәй булды. Егеттәр һағайып ҡалды. Бер ваҡыт коридорҙың теге осонан аҡ халаттар кейгән ике кешенең әкрен генә һөйләшә-һөйләшә килгәне күренде. Бәхеткә күрә, улар был яҡҡа үтмәйенсә, һулға боролоп, мәмерйәнең икенсе тармағына инеп китте. Алыҫыраҡ булғанға, ни турала һөйләшкәндәрен аңлау мөмкин түгел ине.

– Әйҙә, төпкәрәк үтәйек, – Әхиәр алғараҡ үтеп, ике “врач” инеп киткән мәмерйә тармағына боролдо. Унда лампалар күберәк һәм шуға күрә яҡтыраҡ та ине. Мәмерйә түшәменән ергә ослайып барып тоташҡан эзбиз бағаналарға йәшеренә-йәшеренә егеттәр артабан китте.– Кемдәр һеҙ? - тигән тауышҡа улар һиҫкәнеп боролоп ҡараны. Арттарында аҡ халат кейгән, күҙлекле илле-илле биш йәштәр самаһындағы һаҡалтай кеше баҫып тора ине. Нәзиф башта ҡаушайыраҡ төштө, ләкин тиҙ генә үҙен ҡулға алды:
– Беҙ – ер өҫтөнән, – тине ул мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышып, – ә һеҙ үҙегеҙ бында нишләйһегеҙ?
– Әйҙәгеҙ, профессорға инәйек, – тине һаҡалтай, – һеҙҙең менән ул һөйләшәсәк.
Егеттәр “врач” артынан эйәрҙе. Мәмерйәнең күп тармаҡлы оҙон коридорында тора-бара электр лампалары тағы ла күбәйҙе һәм ер аҫты көндөҙгө кеүек яп-яҡты булып китте. Нәзиф тигеҙ итеп түшәлгән бетон иҙәнгә һәм тирә-яҡтағы күп кенә ишектәргә иғтибар итте. Ишектәр артынан һарыҡтар баҡырған, эттәр өргән тауыштар ишетелә. “Был ябай ғына мәмерйә түгел”, – тип уйланы Нәзиф.
Теге һаҡалтай артынан барып, ҙур ғына бер “кабинет”ҡа килеп инделәр. Уларҙы өҫтәл артында ултырған оло ғына йәштәрҙәге кеше ҡаршы алды. Профессор ҙа һаҡаллы һәм аҡ халат кейгән.
– Шулай килеп сығыр тип һиҙенгәйнем дә, – тип һөйләнде профессор теге “врач”ҡа ҡарап. – Шул һыу ағып сыҡҡан тишекте ҡаплап ҡуйығыҙ тип нисәмә йылдар инде әйтәм, ә һеҙгә... “вентиляция” имеш. Бына хәҙер шул вентиляция тишегенән сит кешеләр бында үтеп ингән.
Профессорҙың йөҙө Нәзифкә бик таныш тойолдо.
– Ғәфү итегеҙ, иптәш профессор, – тине Нәзиф, – беҙ – бер ҙә сит кешеләр түгел, ә ошо тауҙың итәгендә тиерлек урынлашҡан ауылдыҡылар. Мин – биология фәндәре кандидаты Нәзиф Саяпов. Ә был - минең иптәш, физкультура уҡытыусыһы Әхиәр Юлдашев.
– Юлдашев?.. һм-м.., – тип бер аҙ уйланып алды профессор һәм дауам итте. – Уныһы шулайҙыр ҙа, ләкин һеҙҙең бында килеп эләгеүегеҙҙе бик үк көтөп алынған хәл тип булмай.
- Иптәш профессор, беҙ әллә яңылыш берәй йәшерен завод-фәләнгә килеп юлыҡтыҡмы?
– Шулайыраҡ. Ләкин завод түгел, ә генетик лаборатория. Хәҙер һеҙ бында килеп инеүен-ингәс, мин серҙе асырға мәжбүрмен. Тик, егеттәр, бынан һеҙгә кире сығырға юл юҡ. Сөнки был лаборатория тураһында ер өҫтөндәгеләрҙән берәү ҙә белергә тейеш түгел.
Ер өҫтөнә сығыу-сыҡмау мәсьәләһенән бигерәк профессорҙың лабораторияһы һәм уның ғилми тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре ҡыҙыҡһындырҙы Нәзифте. Ул кабинеттың эске йыһаздарына күҙ йөрөттө. Нәзиф уҡыған ғилми тикшеренеү институтынан профессорҙың кабинеты әллә ни айырылмай ине. Шул уҡ яҙыу өҫтәле, телефон, китап кәштәләре, ә иң мөһиме – өҫтәлдә торған компьютер! Ер өҫтө менән элемтә тотмайынса тороп был йыздарҙың береһе тураһында ла хатта хыялланып та булмай. Стенала генетика фәненә нигеҙ һалыусы Менделдең портреты тора.
– Әгәр ҙә теләгегеҙ булһа, һеҙгә үҙемдең тикшеренеүҙәрем һөҙөмтәләрен күрһәтер инем, – тине профессор йылмайып.
– Әлбиттә. – Егеттәр икеһе бер юлы яуапланы.
Ер өҫтөндәге кешеләр менән күп ваҡыт аралашмағанғамы, әллә үҙенең ғилми ҡаҙаныштарын башҡаларға күрһәтеү бәхетенә ирешә алмағанғамы, профессорға егеттәр бик яҡын, көтөп алынған ҡунаҡ һымаҡ тойолдо.
– Халат кейегеҙ, – Ул ишек төбөндә эленеп торған аҡ халаттарға күрһәтте.
Шулай ҙа Нәзифтең ҡайҙалыр күргәне бар һымаҡ был профессорҙы.
– һеҙ был лабораторияларҙа күптән эшләйһегеҙме? – тип һораны Әхйәр.
– Утыҙ йылдар самаһы ошо тау аҫтында инде. – бер аҙ уйланып торғас: – Минең менән бергә килгән ғилми хеҙмәткәрҙәр ҙә байтаҡ, – тип өҫтәне.
– Ул ни менәндер асып, бүлмә эсенә үтте (Ишектең йоҙағы ла, тотҡаһы ла юҡ ине!) Егеттәр уның артынан эйәрҙе.
– Бында ваҡ мөгөҙлө мал үрсетеү фермаһы, буғай, – тине Әхиәр ситлек артындағы һарыҡтарҙы күреп.
– Бөйөк Британияла клонлаштырыу юлы менән һарыҡ бәрәстәре үҫтереп алған хәлде ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын, – тине профессор. – Фәндең ундай ҡаҙанышын, йәғни клонлаштырыуҙы, беҙ күпкә элегерәк, бынан егерме йылдар тирәһе үк үҙләштергәйнек инде. Ә бына был һарыҡтар – тап шул пробиркала үҫкән мал.
– Студенттар алдында лекция уҡыған һымаҡ һөйләй-һөйләй, профессор тағы ла бер нисә бүлмәне асып күрһәтте. Унда шундай уҡ ысул менән үҫтерелгән ҡоштар һәм башҡа йәнлектәр бар ине.
– Клонлаштырыу өсөн теләһә ҡайһы туҡыманың күҙәнәктәрен алырға була, мәҫәлән, һөйәк, тире, ҡан һәм башҡалар, – профессор лекцияһын дауам итте. – Беҙҙең эштең һөҙөмтәләрен үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Был йәнлектәр төрлөһө төрлө туҡыма күҙәнәктәренән сыҡҡан.
– Лабораторияның үҙен, йәғни эш процесын ҡарарға буламы? – тине Нәзиф.
– Юҡ, уныһын – башҡа ваҡыттараҡ...

* * *
– Бындағы кешеләрҙе тәү күргәс тә “табиптар”, тип уйлағайныҡ, – тине Әхйәр яңынан профессорҙың кабинетына ингәс.
– Әлбиттә, арала врачтар ҙа бар, уларһыҙ эшләү мөмкин түгел.– Иптәш профессор, хәҙер бит бөтә донъяла клонлаштырыу буйынса ғилми и тикшеренеүҙәр бара. Ә ни өсөн һеҙгә ер аҫтына йәшеренергә кәрәк булды? Ер өҫтөндә күберәк файҙа килтерер инегеҙ. – Нәзиф һораулы ҡарашын яңы танышына йүнәлтте.
– Ер өҫтөндәге асыштарым да байтаҡ, – профессор, ҡулдарын ҡаушырып креслоһына ултырҙы, – ғилми тикшеренеү материалдары әле лә булһа архивтарҙа сысҡандарға ризыҡ булып ята. Әйткәндәй, һеҙ, биология фәндәре кандидаты булараҡ, бәлки, бер төркөм хеҙмәткәре менән “эҙһеҙ юғалған” йәш профессор Сәхиуллин хаҡында ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр?
Нәзифтең йөрәге йыш-йыш тибә башланы. Бына ни өсөн профессорҙың йөҙө таныш һымаҡ тойолған. Генетика кафедраһында әле булһа ла фотоһы эленеп торған иң йәш профессорҙарҙың береһе Зәйнулла Сәхиуллин бит был! Уға ул ваҡыттарҙа бары тик утыҙ йәштәр самаһы ғына булған!
– Зәйнулла Рәжәп улы, был һеҙме ни? – Нәзиф тулҡынланыуын йәшерә алманы. – һеҙҙең хаҡта күп ишеткәнем бар. Монографияларығыҙҙы ла уҡыным. Әммә хәҙерге ваҡытта һеҙҙең тере икәнлегегеҙҙе, өҫтәүенә бик ҙур ғилми асыштар яһауығыҙ хаҡында ер өҫтөндә бер кем бер ни белмәй.
– Миңә ер өҫтөндәге барса хәлдәр ҙә мәғлүм. Бик оҙаҡ йылдар кеше араһына сығып күренмәһәм дә, “яҡты” донъя менән бик тығыҙ бәйләнеш тотам. Ер өҫтөндә минең ышаныслы ассистентым да бар. Бындағы шунса йыһаз, хәҙерге заман аппаратуралары, комьютерҙар һәм биологик материалдар ҡайҙан килгән, тип уйлайһығыҙ? Әгәр ҙә һеҙ ошо шишмә тишегенән башҡа ер өҫтөнә юл юҡ тип уйлаһағыҙ - хаталанаһығыҙ. Ләкин ниндәй юл икәнен, әлбиттә, әйтмәйәсәкмен. Унһыҙ ҙа һеҙгә бик күп серҙәрҙе асып ташланым. “Яҡты донъяның” йәш белгесе менән әңгәмәләшеүҙе һағынып, саманан тыш асылып киткәнмен. Хәйер, хәҙер барыбер инде, сөнки һеҙ бынан бер ҡасан да сыҡмаясаҡһығыҙ, – профессорҙың йөҙө етдиләнде. – Әгәр һеҙгә бынан сығып китергә юл ҡуйһаҡ, сер асыласаҡ, һәм беҙҙең әле генә тамамланып барған бер ҙур, бөйөк тип әйтерлек асышыбыҙ юҡҡа сығасаҡ.
– һеҙ, иптәш профессор, унһыҙ ҙа бөтә донъяны таң ҡалдырырлыҡ фәнни асыштарға өлгәшкәнһегеҙ. Шунан да бөйөк ниндәй ҡаҙаныштар булырға мөмкин? – тине Нәзиф ғәжәпләнгән төҫ менән, – әгәр ҙә әҙәм балаһын клонлаштырыуҙы ғына иҫәпкә алмағанда...–
Тап өҫтөнә баҫтың, – тине профессор ҡәнәғәт тауыш менән. - Мин ул мәсьәлә өҫтөндә егерме йылдар тирәһе көнө-төнө эшләйем. Бер нисә уңышлы тәжрибәм дә бар. Ул турала һеҙгә һөйләргә ваҡыт күп бүлыр әле.
Бығаса һүҙгә ҡушылмай торған Әхиәр ҡаршы төштө:
– Иптәш профессор, беҙ бит хәҙер үҙебеҙҙең ингән һыу юлынан кире сығып китә алабыҙ.
– Эх, егеттәр, – тине профессор, – һеҙ был мәсьәләгә бик тә ябай ҡарайһығыҙ. Минең кешеләр, әле беҙ һөйләшеп ултырған арала, ун биш метр оҙонлоғондағы тау тишеген, уртаһында һыу сығырлыҡ нәҙек канал ҡалдырып, бетон ҡойоп ҡаплап та ҡуйҙылар инде. Бында беҙҙе хеҙмәтләндереүсе кешеләр, һаҡсылар ҙа барлығы һеҙгә мәғлүм булһын. һаҡсылар һәр береһе электрошокерҙар менән ҡоралланған. Буш ҡул менән уларҙы еңеү мөмкин түгел, – ул Әхиәрҙең мускулдары уйнап торған көслө беләктәренә ҡараны, – хатта һеҙҙең кеүек баһадирҙар ҙа улар алдында көсһөҙ. Бынан сығыу өсөн тауыш һалып маташырға кәңәш итмәҫ инем. Улай ғына ла түгел, киреһенсә, беҙҙең менән хеҙмәтләшергә тәҡдим итергә уйлайым. Миңә йәш белгестәр артыҡ булмаҫ.
Профессорҙың тәҡдиме лә, бынан сыға алмаҫлыҡ хәл дә Нәзифкә бер нисек тә тәьҫир итмәне, уларға бармаҡ аша ғына ҡараны. Ошо мәлдә уны фәҡәт профессорҙың ҡаҙаныштары ғына ҡыҙыҡһындырҙы. Балтатау үҙәгендә атаһы күргән уның “мәрхүм” балалыҡ дуҫы, шишмә буйлап ағып килгән сәйер флакондар тураһында һорарға уйлағайны, ләкин профессор бер төймәгә баҫып, ике һаҡсыны саҡыртты. Улар, ҡулдарына автоматҡа оҡшабыраҡ торған ҡорал тотоп, ишек төбөнә баҫты. һаҡсылар профессорҙан биш-ун йәшкә генә йәшерәк. Шуға ҡарамаҫтан, кәүҙәгә ярайһы ғына ныҡ күренәләр. Аҡ халатлы был һаҡалтай һаҡсылар егеттәргә бик ирмәк тойолдо.
– Был ҡунаҡтарҙы утыҙ туғыҙынсы бүлмәгә урынлаштырығыҙ. Тамаҡтарын туйҙырығыҙ, – тине профессор уларға, шунан Нәзифкә боролоп: – йыуынырға уйлаһағыҙ, унда душ бар, коллега. Тартынмағыҙ, үҙ өйөгөҙҙәге һымаҡ хис итегеҙ, – тип йылмайҙы.
Егеттәр, ысынлап та, бик арыған һәм асыҡҡайны. һис ҡарышмай ғына һаҡсылырға эйәрҙеләр. Лифт менән күпмелер ваҡыт аҫҡа төштөләр. Унда ла шулай уҡ электр лампалары менән яҡтыртылған күп тармаҡлы мәмерйә ине.
Утыҙ туғыҙынсы бүлмәнең ишеген һаҡсыларҙың береһе ниндәйҙер пластик карточка кеүек нәмә ҡуйып еңел генә асты.
Йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған был бүлмәгә егеттәр ғәжәпләнеп бөтә алманы.
– Ашамлыҡтар – тюбиктарҙа, – тине һаҡсыларҙың береһе шкафҡа күрһәтеп. – Әгәр берәй һорауығыҙ булһа, бына был кнопкаға баҫығыҙ.
һаҡсылар оҙаҡ тормай сығып та китте. Улар артынан ишек бикләнде. Был ишектең дә тотҡалары юҡ ине.
Әхиәр бик төшөнкө кәйеф менән:
– Дә-ә-ә, килеп ҡаптыҡ бит ҡармаҡҡа, хәҙер бынан нисек тайыу юлын эҙләргә кәрәк, – тип ҡуйҙы.
– Профессор ҡармаҡ һалманы, беҙ бит үҙебеҙ килдек, – тине Нәзиф. – Миңә, мәҫәлән, бындағы эштәр бик тә ҡыҙыҡлы тойола. Мәмерйәне бөтөнләйгә үҙләштермәй тороп сыҡҡым да килмәй әле. Әйҙә, булмаһа, тамаҡ ялғап алайыҡ.
Ул бер ҙур теш пастаһын хәтерләткән тюбикты алды ла, асып эсендәге “ризыҡты” тәмләп ҡараны.
Бик тәмле күренә, мә, аша. - Икенсеһен Әхиәргә һуҙҙы.
Егеттәр берәр тюбик аш ашап алғас та үҙҙәрен бик туҡ итеп тойҙо.
– Күрәһең был – космонавтар ашы,– тине Әхиәр, – бик туҡлыҡлы.
Нәзиф уның һүҙҙәрен ишетмәне, стена янында торған карауатҡа
ҡырын ятып йоҡлап та китте. “Бынан нисек сығып ысҡынырға”, тигән уй Әхиәрҙең башынан китмәне. Етмәһә, балта, киркә кеүек ҡоралдар рюкзакта профессорҙың кабинетында ҡалған. Күп тә үтмәй Әхиәр ҙә йоҡоға талды.

* * *

– Тор, “научный сотрудник”, – тип шаяртып уятты дуҫын Нәзиф. Ул инде иртә менән тороп, душта йыуынып та алған. – Тюбик ашарға ваҡыт.
– Үҙең аша ул пастаңды! – Әхиәр икенсе яғына әйләнеп ятты. Бер ҙә кәйефе юҡ ине.
– Әйҙә, профессорҙан беҙгә артабан мәмерйә буйынсы экскурсия яһарға рөхсәт биреүен һорайыҡ, – тине Нәзиф ни өсөндөр дәртле тауыш менән. Ул теге төймәгә баҫты. Ишек асылды һәм кисәге һаҡсыларҙың береһе килеп инде.
– Ниндәй мохтажлығығыҙ бар? - тип һораны ул.
– Беҙгә профессорҙы күрергә кәрәк.
Ҡайҙандыр стена эсенән: “Инһендәр” – тигән тауыш ишетелде.
“Профессор беҙҙе күреп һәм ишетеп тора”, – тип уйланы Нәзиф.
Сәхиуллиндың кабинетына ингәс тә Нәзиф өҫтәлдәге монитор экранына күҙ һалды. Унда утыҙ туғыҙынсы бүлмәнең эсе асыҡ күренеп тора ине. “Ә, бына эш ниҙә икән”, – тип уйланы ул.
– Йә, егеттәр, ниндәй һорауҙарығыҙ бар? – тине профессор етди төҫ алып. Күҙлеген сисеп өҫтәлгә һалды ла, креслоһына бер аҙ салҡая биреп ултырып, тыңларға әҙерләнде. – Ултырышығыҙ, – өҫтәле янындағы ултырғыстарға күрһәтте.
– һорауҙар күп, – тине Нәзиф дуҫы менән тәҡдим ителгән урындарға ултырышҡас. Тәүҙә атаһының “үлеп терелгән” дуҫы тураһында һораны.
Профессорҙың йөҙө тағы ла етдиләнде:
– Егерме йыл элек башланған тәжрибәләремдең иң уңышлы экземпляры ине, – профессор ауыр һуланы. – Барса ишектәр бикле булыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер юл менән ул бынан сығып киткән, һәм беҙ ҙур юғалтыу кисерҙек...
– Кеше клонлаштырыу тураһында һеҙҙең менән һөйләшергә ниәтем бар ине лә инде, профессор, – тине Нәзиф уға тура ҡарап. – Әйтәйек, үлгән кешенең күҙәнәгенән килеп сыҡҡан һеҙҙең “уңышлы экземплярығыҙ” ул кешенең тере сағына оҡшаш икән дә, ти...
– Ике тамсы һыу кеүек, – тине профессор башын ҡағып, егетте хуплағандай.
– Ләкин, хайуандарҙан айырмалы рәүештә, Аллаһы Тәғәлә кешеләргә фекер йөрөтөү һәләтен дә биргән бит. Тик әҙәм балаһына ғына хас булған ана шул сифат һеҙҙең “экземплярҙарығыҙға” күсәме? Әллә һеҙ кешенең тере һынын ғына үҫтерә алаһығыҙмы?
Профессорҙың йөҙө һөрөмләнде:
– Иң ауыртҡан еремә баҫтың, коллега. Үкенескә күрә, ул “кешеләрҙә” фекер йөрөтөү, аң тигән төшөнсәһе юҡ дәрәжәһендә. Улар ҡушҡан бер йомошто башҡарыуҙан тыш, башҡа бер нәмәгә лә ярамай. “Хужаһының” әйткән бер һүҙен һис ҡаршылашмайынса, хатаһыҙ үтәйҙәр. Уларҙы һөйләшергә өйрәтергә тигән өмөт тә юҡҡа сыҡты. Ләкин өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр бит...
Профессор бер аҙ уйланып ултырғандан һуң:
– Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә иң яҡшы эксперименттарымдың береһен күрһәтәм, – тине.
Егеттәрҙе тағы ла ҡыҙыҡһыныу биләп алды. Хатта Әхиәр ҙә мәмерйәнән сығып ҡасыу тураһындағы уйын ваҡытлыса онотоп торҙо.
Профессор урынынан тороп, халатының уң кеҫәһенән пластик карточкаһын сығарып, ишеккә ҡарай йүнәлде. Карточкаға эйәреп нәҡ шундай уҡ бер “асҡыс” уның кеҫәһенән иҙәнгә йәйелгән келәмгә төшкәнен аңғарманы. Быны күреп торған Әхиәр эйелеп, һиҙҙермәй генә карточканы алды ла кеҫәһенә йәшерҙе...
Профессор егеттәрҙе лифтҡа эйәртеп алып инде. Күпмелер төшкәндән һуң улар ҙур ғына бер “зал”ға килеп сыҡты. Унда зәңгәр, тап-таҙа һыулы бик матур бассейн бар икән.
– Был ер аҫты “ҡаласығын” кемдәр төҙөнө? – Нәзифтең
ғәжәпләнеүенең сиге булманы.
– Мәмерйәгә күсер алдынан мин һәр төрлө һөнәргә эйә булған һәләтле кешеләрҙе бик ентекләп һайлап алдым, – тип аңлатты профессор. – Хәҙерге ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре ана шул эшселәр инде. Уларҙың күптәре хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй. Берәүҙәре – лаборант, санитар, икенселәре – һаҡсы.
– Уларҙың ғаиләләре, туғандары барҙыр бит? – һүҙгә бығаса тынып барған Әхйәр ҡушылды.
– Беҙ ул саҡта барыбыҙ ҙа йәш инек, – профессор, ғәҙәтенсә бер аҙ уйланып алғас, һүҙен дауам итте. – Фән елкәһендә эҙләнеүҙәр менән мауыҡҡан йәш белгестәр, ғаилә тураһында уйламай инек. Ә туғандарыбыҙ беҙҙе йә “сит илгә ҡасҡан” йә иһә “ер йеҙендә юҡ” тип уйлай.
Профессор шулай һейләй-һейләй әлеге пластик карточкаһы менән бер ишекте асты. “Әһә, был карточка бетә ишектәргә лә ярай икән...”, – быныһын да зиһененә һеңдереп ҡуйҙы Әхиәр.
Ҙур ғына бүлмәгә ингәс тә егеттәр хайран ҡалды. Унда ҙур ситлектә маймылға оҡшабыраҡ торған терле йәштәге ес кешене күреп артҡа сигенә биреп ҡуйҙылар.
– Былар бит тәүтормош кешеләре! – тине Әхйәр тыны бетеп.
– Эйе, тәүтормош кешеләре – неандерталецтар. Улар боронғо бер үк кешенең баш һейәге күҙәнәктәренән терле ваҡыттарҙа үҫтерелгән. Икенсе терле итеп әйткәндә, бер үк кешенең йәшәү дәүеренең ес ваҡыты. Иң бәләкәсенә әле биш кенә йәш, уртансыһына – һигеҙ, ә иң олоһона – ун ике.
Әхиәр иҫе китеп уларға ҡарап торҙо. Бер үк кешенең ес ваҡытын бер юлы күрермен тип ул бер ҡасан да башына килтерә алмаҫ ине.
Генетика менән бик тығыҙ бәйләнештә булған Нәзиф есен дә был күренеш ғәжәп тә, ҡыҙыҡ та тойолдо. Ер аҫтында генетика фәненең шундай иҫ киткес юғарылыҡҡа етеүенә һоҡланды һәм шул уҡ ваҡытта бик үкенде. Ниңә инде шундай талантлы профессорға ер еҫтендә, бетә уңайлыҡтары булған шарттарҙа эшләргә юл ҡуймаҫҡа? Кешелек донъяһы есен ул күпме файҙа килтерер ине. Бәлки, иҫәбе-хисабы булмаған терле генетик сирҙең серенә тешенеп, ул әҙәм балаларын яман ауырыуҙарҙан ҡотолдора алыр ине...
Ситлектәге теге йән эйәләре, күптән түгел һуйылған йылҡы итен ботарлап, сей кейенсә ашап маташа ине. Иң олоһо эт ырылдаған һымаҡ тауыш менән үҙенән йәшерәктәрен янынан ҡыуып ебәрә. Ә иң кесеһе, илаған бала тауышы сығарып, берәй киҫәк ит алып китеү ниәте менән, аттың тиреһенән тартҡылый.
– һәр ҡайһыһы барыбер үҙ елешен тейешенсә алып ашап туйына ул, – тине профессор “бәләкәсте” ҡыҙғанып ҡарап торған Әхиәрҙең уйын белгәндәй.
Ботарланған атты күреп, Нәзиф атаһының туры бейәһен иҫенә тешерҙе. Шул күренеш тәьҫиренән айныға алмайынса егеттәр бүлмәләренә ҡайтты. һаҡсы ишекте асып индереп, уларҙы йәнә бикләп ҡуйҙы.

* * *

.Профессор Сәхиуллин, ҡасандыр үҙенең ғилми тикшереүҙәренә юл бирмәгәндәре өсөн бөтә донъяға асыуланып, ошо тау эсендә күпме ғүмерен уҙғарҙы. Әгәр ҙә, ошо ер аҫтындағы йәшерен лабораторияһын асмаған булһа, ихтимал, ошо көндәрҙә университет кафедраларының береһенең етәксеһе йәки, юғары тигәндә лә, ректоры булыр ине. Ә ул кешелек донъяһынан айырым рәүештә тиерлек йәшәп, фән әлкәһендә бөйөк ҡаҙаныштарға өлгәште. Ер йөҙөндә бындай тәжрибәләр тураһында әле тик хыялланалар ғына... Ул шулай уйланып, йыш ҡына үҙенең кәйефен күтәреп ала.
Йәшерәк саҡта үҙенең эксперименттарына мөкиббән булған Зәйнулла Рәжәп улын хеҙмәткәрҙәрҙең ни уйлап йәшәүе бер ҙә ҡыҙыҡһындырмай ине. Уның өсөн иң мөһиме – егеттәр профессорға тоғро хеҙмәт итә. Әлегә береһе лә “яҡты донъяға” – кешеләр араһына сығыу теләген белдергәне юҡ.
Йәш белгес Нәзиф Саяпов бындағы кешеләрҙең туғандары ла бар икәнен иҫенә төшөргәс, профессор тағы ла уйға ҡалды.
Ысынлап та, фән өлкәһендә эшләһәләр ҙә, улар ҙа әҙәм балалары бит. №әр кемдең үҙ уйы, үҙ фекере була. Кеше хайуандан иң беренсе нәүбәттә шуныһы менән айырыла. Ярҙамсыларының ысын күңелдән бирелеп эшләүҙәрен фәҡәт үҙ маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн генә файҙалана түгелме һуң профессор? Быға тиклем улар менән тормош тураһында һөйләшеп, фекер алышҡаны юҡ. Кешеләр бит донъяға фән өсөн генә тыумаған.
Сәхиуллин төнө буйы уйланып сыҡты. Дарыу эсеп алғандан һуң ғына, таңға ҡарай йоҡлап китте.

* * *

Бер нисә көндән телевидение тапшырыуҙары программаһында уң яҡ сикәһендә ҙур миңе булған ун биш-ун алты йәштәр тирәһендәге үҫмерҙең ҙур трассала машина аҫтында ҡалып фажиғәле үлеүе, уның кем икәне билдәле булмауы хаҡында һөйләнеләр, хатта мәйеттең фотоһүрәтен дә күрһәттеләр. Дауахана кейеменә ҡарап, психбольницанан ҡасҡан кеше булһа кәрәк, тинеләр.
– Ирғәле, – тине профессор тын ғына. – Минең күпме йылдарға һуҙылған хеҙмәт емешем юҡҡа сыҡты.
Был мәл кабинетта Нәзиф менән Әхиәр ҙә бар ине.
– Ирғәле? Ә һеҙ уның исемен ҡайҙан беләһегеҙ? Минең атайым да тап шул Ирғәле дуҫын күргәнен һөйләгәйне, – Нәзиф ғәжәпләнде.
– Мин, туған, барыһын да беләм. – Профессор Нәзифтең иңбашына ҡулын һалды. – Уны тап шул айырым билдәләре булған өсөн дә һайлағайным. Миндә уның тере сағындағы фотоһы ла, хатта биографияһы ла бар, – ул компьютерҙың клавиатураларына баҫҡыланы. Бер аҙҙан экранда уң яҡ сикәһендә ҙур ғына миңе булған, йылмайып ултырған Ирғәленең фотоһы күренде.
– Уның күҙҙәрен сылт-сылт йомғолау ғәҙәте булғанына тиклем беләм, – тип дауам итте профессор. – Клонлаштырылған Ирғәле элеккеһенән бер нәмәһе менән дә айырылмай.
– Ә аҡыл үҫеше? – Нәзиф профессорҙы бүлдерҙе.
– Был турала мин һеҙгә әйттем инде. Аҡыл кимәлен үҫтереү йәһәтенән уңышҡа өлгәшеп булмай әлегә.
Профессор тағы өнһөҙ ҡалды.
– Күрәһең, Аллаһ тәғәлә биргән аҡылды бер ваҡытта ла яңыртыу мөмкин түгел. Сөнки Хоҙай кешене бер генә тапҡыр донъяға яралта, – тине Нәзиф.
– Бер ни ҙә аңламайым, – профессор уфтанды. – Беҙ йәш ваҡытта мәктәптә лә, университета ла дингә кире ҡараш тәрбиәләнеләр. Шуның өсөн дә Аллаға, тәҡдиргә ышанғы килмәй.
– Иптәш профессор, – тине Нәзиф Сәхиуллинға тура ҡарап, – генетика фәне менән мауығып, донъяла иң кәрәкле булған дин ғилемдәрен өйрәнеү өсөн бер генә лә ваҡыт тапмағанһығыҙ. һеҙҙең Аллаға ышанмауығыҙ, Уның тарафынан барлыҡ йыһандың киләсәген алдан яҙып ҡуйғанлығына, йәғни тәҡдир тигән нәмәгә еңел ҡарауығыҙ – һеҙҙең, ғәфү итегеҙ, дини яһиллығығыҙҙан килә. Әйткәндәй, һеҙҙең Ирғәлегә нисә йәш ине?
– Ун биш йәш тә биш ай.
Нәзиф йәнләнеп китте:
– Профессор, атайымдың дуҫы Ирғәле лә ун алтыһы ла тулмай һәләк булған. Тимәк, уның яҙмышы – шундай. Аллаһы Тәғәлә уға шунан да артыҡ ғүмер бүлмәгән.
– Бик ҡыҙыҡлы гипотеза, – тине профессор әҙерәк уйланып ултырғас, – хәйер, бындай хәлдә ябай тап килеү ҙә булыуы мөмкин.
– Тәҡдиргә ышаныу – гипотеза түгел, хөрмәтле Зәйнулла Рәжәпович, ул Аллаһ бойороғо. Шул хаҡта бәйғәмбәребеҙ әйткән...
Ике ғалимдың һүҙенә ҡушылмай ултырған Әхиәргә кеҫәһендәге пластик карточка тынғы бирмәне. Ул һаман да мәмерйәнән нисек сығып китеү тураһында баш ватты. Атаһы менән әсәһе уны юғалтҡандыр инде . Хәйер, уның ғүмер буйы ферма ҡарауылсыһы булып эшләгән атаһы ла йыш ҡына сәйер рәүештә ғәйеп булып тора. Уның был ҡылығына әсәһе лә, Әхиәр ҙә әллә ҡасан уҡ күнегеп бөткән. Ысынлап та, бик сәйер кеше ул Әхиәрҙең атаһы. Кем инде университет тамамлап, уның кеүек ферма ҡарауылсыһы булып эшләп йөрөй? Утыҙ йылдар самаһы элек университет дипломы алған Тимерйән өсөн Балтатау итәгендә урынлашҡан һарыҡ фермаһы ҡарауылсыһы йорто – уның икенсе өйөнә әйләнгән. Әллә ҡасанғы, иҫкереп, “таушалып” бөткән көпләүле кузовлы “Москвич” автомобиленең һәр ваҡыт шул ҡарауылсы йорто янында ғына торғаны бала саҡтан Әхиәрҙең күңеленә һеңгән. Ҡайһы ваҡыттарҙа Тимерйән бер-ике көнгә юғалып тора. Уның ҡайҙа йөрөүе, ни эшләүе менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмай. Элегерәк Әхиәрҙең әсәһе: “Өйгә килеп тә күренмәйһең бит, атаһы, әҙерәк булһа ла балаларың янында булыр инең”, – тип әйткеләп тә ҡараны. Ләкин аҙ һүҙле, сәйер тәбиғәтле Тимерйән өндәшмәй ҙә ҡуя. Уны район мәғариф бүлегенән килеп мәктәптә уҡытыу эшенә лә димләп ҡаранылар, барыбер бер ни ҙә килеп сыҡманы.
Әсәһенең һөйләүе буйынса, Әхиәрҙең атаһының ҡартатаһы борон бик бай кеше булған. Октябрь революцияһынан һуң ул, бөтә мал- тыуарын һатып, алтын-көмөшкә әйләндереп, ҡайҙалыр йәшергән. Хазинаның ҡайҙа йәшерелгәнлеген белгән берҙән-бер улы Оморҙаҡ һуғышта һәләк булған. Ә Оморҙаҡтың һуғыш дәүерендә ас-яланғас үҫкән улы Тимерйән бала саҡтан ана шул алтындарҙы эҙләп табырға хыялланған...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)